ММА- көслөләр һәм етеҙҙәр спорты

Өфөлә  Ҡатнаш алыш буйынса үҫмерҙәр һәм ир-егеттәр араһында  республика чемпионаты һәм беренселеге үтте.  Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығына арналған чемпионатта  республиканың  17 спорт клубынан 170-кә яҡын спортсы катнашты. Айнур Ибраһимов – “Алдар”  спорт клубының иң өмөтлө спортсыларының береһе.  Алышты лайыҡлы үткәреү-һәр  спортсының төп бурысы, ти егет. Был юлы уңыш Айнур яҡлы  булмаһа ла, төшөнкөлөккә бирелмәй, киреһенсә, үҙ хаталарын аңлап, улар өҫтөндә етди эшләргә кәрәк, ти йәш спортсы. Республиканың төрлө төбәктәренән 17 спорт клубы һәм 170 яҡын спортсы.

Динамо спорт комплексы Ҡатнаш алыш бәйгеһе буйынса үҫмерҙәрҙе һәм ир-егеттәрҙе республика Чемпионаты һәм беренселегенә йыйҙы. ММА - сағыштырмаса йәш спорт төрө. Ул  тиҫтәләгән  алыш техникаһын, йүнәлештәрен үҙ эсенә ала.3 минутлыҡ ҡына алыш. Әммә күпме көс, таһыллыҡ һәм ныҡышмалылыҡ талап итә ул спортсынан. Бәйгелә һәр ҡатнашыусы үҙе теләгән техника буйынса көрәшә. Әммә улар ҡатнаш алышта ҡулланыла торған бөтә төр алымдарҙы ла яҡшы белергә тейеш.  Башҡортостанда  был спорт төрө Федерацияһы 5 йыл эшләп килә.  Беренсе бәйгелә 23  егет ҡатнашты, тип хәтерләй  ойошма етәксеһе Руслан Зарипов. Хәҙер  республика буйынса ҡатнаш алышты үҙ итеүселәр һаны 3 меңдән аша. Шуныһы ҡыуандыра, Рәсәй  кимәлендәге ярыштарҙа  ла иң күп ҡатнашыусылар  Башҡортостандан килгән спортсылар. Халыҡта әле булһа ММА – ул бер ниндәй ҡәғиҙәләрһеҙ алыш, тигән хаталы фекер йөрөй.

Ысынында  иһә, был спорт төрөнөң ҡәғиҙәләре бихисап. Улар даими рәүештә яңыртылып, тулыланып  тора.  Тренерҙарҙың әйтеүенсә, ҡатнаш алышта  тәү сиратта физик әҙерлек  түгел, бәйгесенең алыш тактикаһы өҫтөнлөктө ала.   Был бәйгелә йәш егеттәр һәм ирҙәр менән бер рәттән, тәүге тапҡыр рәсми рәүештә ҡыҙҙар ҙа көс һынашты. Чемпионат һәм беренселек йомғаҡтары буйынса, дөйөм команда зачетында  12-нән 17 йәшкә тиклемгеләр араһында  беренселекте  Өфөнөң ММА академияһы  спорт клубы яуланы.   18 йәште уҙғандар  араһында ла  Өфөнөң ММА үҙәге беренсе урынға сыҡты. Ярыш һөҙөмтәләре буйынса, беренсе урын яулаусы  спортсылар март һәм май айҙарында Пенза, Балахна ҡалаларында уҙасаҡ Волга буйы федераль округы чемпионаты, Рәсәй беренселегендә  Башҡортостан данын яҡлау хоҡуғын алды.

Читайте нас в Яндекс.Дзен

һУҢҒЫ ХӘБӘРҘӘР

Смотреть видео Башҡортостанда коронавирусҡа бәйле һорауҙар буйынса колл-үҙәк эшләй | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостанда коронавирусҡа бәйле һорауҙар буйынса колл-үҙәк эшләй

Бында бар мәғлүмәт туплана, республикалағы хәлде лә күҙәтеп баралар. Берҙәм диспетчер хеҙмәтенә мөрәжәғәт итеүселәр көндән көн арта. Тәүлек әйләнәһенә 12 пост бөтә шылтыратыуҙарға яуап бирә. Был эшкә Башҡорт дәүләт медицина университеты студенттары ла йәлеп ителгән. Белгестәр халыҡ һорауҙарына яуап...

26 марта 2020
Смотреть видео Коронавирус сәләмәтлеккә генә түгел, иҡтисадҡа ла ҙур йоғонто яһай | ГТРК «Башкортостан»

Коронавирус сәләмәтлеккә генә түгел, иҡтисадҡа ла ҙур йоғонто яһай

Пандемия сәбәпле республикала хәүефһеҙлек саралары көндән-көн көсәйтелә.   Ял итеү, күңел асыу саралары кисектерелә. Кинотеатр, бассейндар ябыла, 50 кешенән артыҡ йыйылыу тыйыла. Ҡатмарлы  шарттарҙа  эшҡыуарҙар үҙ эшен нисек дауам итә? Павел Емельянов егерме йылдан ашыу ресторан...

26 марта 2020
Смотреть видео Өфөлә йоғошло ауырыуҙар  дауаханаһының яңы бинаһы ҡорола | ГТРК «Башкортостан»

Өфөлә йоғошло ауырыуҙар дауаханаһының яңы бинаһы ҡорола

Һуңғы мәғлүмәттәр буйынса, Башҡортостанда әле 4 кешелә коронавирус барлығы иҫбатланған. Вирус йоҡтороусылар Өфөнөң йоғошло ауырыуҙар дауаханаһының айырым бокстарында изоляцияланған. Тағы ла 64 кеше коронавирусҡа шик менән тикшереү үтә. Ғөмүмән, республикала эпидемияның май-июнь айҙарында бик көслө...

26 марта 2020
Смотреть видео Бер аҙна ял | ГТРК «Башкортостан»

Бер аҙна ял

Киләһе аҙна – 30 марттан 5 апрелгә тиклем Рәсәйҙә ял көндәре тип иғлан ителә. Был сара коронавирустың таралыу тиҙлеген кәметеү йәһәтенән күрелә, тине Владимир Путин. Ил президенты халыҡҡа мөрәжәғәт итеп, барыһын да табиптарҙың һәм властарҙың кәңәштәрен иғтибарһыҙ ҡалдырмаҫҡа саҡырҙы. Шулай уҡ, 22...

26 марта 2020
Смотреть видео Дистанцион уҡыу | ГТРК «Башкортостан»

Дистанцион уҡыу

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, республика мәғариф учреждениеларында ла коронавирусҡа бәйле сикләүҙәр индерелде.  Юғары уҡыу йорттары, колледж студенттары һәм мәктәп уҡыусылары дистанцион белем ала башланы. Уҡыу программалары интернет селтәре аша башҡарыла. Бөгөнгә республиканың бөтә 96 колледжы...

25 марта 2020
Смотреть видео Йоғошло сир хәүефе төбәктең көндәлек тормошонда сағылышһыҙ ҡалмай | ГТРК «Башкортостан»

Йоғошло сир хәүефе төбәктең көндәлек тормошонда сағылышһыҙ ҡалмай

Әммә яҙғы баҫыу эштәренә әҙерлек һәм аҙыҡ-түлек етештереү күләмдәре кәметелмәй. Республика хөкүмәте президиумы ултырышында аграр сәнәғәт комплексы тармаҡтарын һәм ошо өлкәлә эшләгән кесе предприятеларҙы үҫтереүгә дәүләт ярҙамы күрһәтеү тәртибе раҫланды. Субсидиялар иген үҫтереү, үҫемлек майы...

25 марта 2020
Смотреть видео Дәүләт Йыйылышы Ҡоролтайҙың 21-се ултырышы ла махсус шарттарҙа үтте | ГТРК «Башкортостан»

Дәүләт Йыйылышы Ҡоролтайҙың 21-се ултырышы ла махсус шарттарҙа үтте

 Парламент был тәртипте төбәктә коронавирус инфекцияһын иҫкәртеү сараларына ярашлы ҡабул итте. Депутаттар бер нисә төркөмгә бүленеп ултырышта төрлө залдан ҡатнашты. Залдар араһында видео-бәйләнеш урынлаштырылған. Тауыш биреү синхронлаштырылған электрон система буйынса башҡарыла. Дәүләт...

25 марта 2020
Смотреть видео Коронавирус Башҡортостанда | ГТРК «Башкортостан»

Коронавирус Башҡортостанда

Тәүге зарарланыусыларҙың асыҡланыуы тураһында кисә республика башлығы социаль селтәрҙәге сәхифәһендә хәбәр итте. Ауырыусыларҙың өсәүһе сит илдән ҡайтҡан, ә берәүһе эш буйынса даими Мәскәүгә барып йөрөгән. Улар әле изоляцияланған.  Йоғошло ауырыуҙар дауаханаһына һалынған. Был турала Радий...

25 марта 2020
Смотреть видео Башҡортостанда торлаҡ төҙөлөшө күләмен арттырыу саралары күрелә | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостанда торлаҡ төҙөлөшө күләмен арттырыу саралары күрелә

Эскроу иҫәптәргә күсеү сәбәпле Республика хөкүмәте кредит ойошмалары менән төҙөүселәр араһындағы килешеүҙәрҙе көйләү мөмкинлеген барлай. Ошо хаҡта Радий Хәбиров сираттағы төҙөлөш сәғәтендә белдерҙе. Республика башлығы теүәл бер аҙна эсендә ошо хеҙмәттәшлеккә ҡағылған бурыстарҙы берләштергән ҡарар...

24 марта 2020
Смотреть видео Спектакль һәм концерттарҙы онлайн ҡарау мөмкинлеге | ГТРК «Башкортостан»

Спектакль һәм концерттарҙы онлайн ҡарау мөмкинлеге

Илдә коронавирус арҡаһында халыҡ күпләп йыйылған сараларҙы үткәреү тыйылғандан һуң, мәҙәниәт учреждениелары килеп тыуған хәлдән сығыу юлдарын тапҡан. Тәүгеләрҙән булып Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры “Кармен” спектаклен интернет аша күрһәтте. Билеттар алдан һатып бөтөлгән булһа ла, етәкселек...

24 марта 2020
Яндекс.Метрика