Мәңгелек хәтер

Мисирев йәки Мисарев – фамилияның бер хәрефе дөрөҫ яҙылмаған өсөн Бөйөк Ватан һуғышы ветераны хәбәрһеҙ юғалғандар исемлегендә йөрөй. Бер туған ағалары уны оҙаҡ йылдар эҙләй, һуңынан был эште уларҙың балалары дауам итә һәм 2015 йылда һалдаттың ерләнгән ҡәберенә барып ҡайталар. Мисиревтар ғаиләһе өсөн Өфөнөң 53-сө мәктәбендәге музей иҫтәлекле урындарҙың береһе. Тап ошо белем усағында улар олаталарына арналған даими күргәҙмә ойоштора. Самолеттар моделе, летчиктарҙың шәхси әйберҙәре, летчиктарҙың фотоһүрәттәре – был ҡомартҡыларҙы Башҡортостандың авиация ветерандары советы рәйестәше Анатолий Мисирев туплаған.

Бөйөк Ватан һуғышы осоронда тап ошо мәктәптә мотор эшләү заводының цехы урынлашҡан булған. Мисиревтар ғаиләһе лә бай тарихлы белем усағын тамамлай. Уларҙың атаһы Бөйөк Ватан һуғышынан тыуған яғына иҫән-һау әйләнеп ҡайтҡас, Бүздәк районы Ғафури ауылынан ғаиләһе менән Максимовкала төпләнә.  Мисиревтар ғаиләһе өсөн Бөйөк Ватан һуғышы әле булһа тамамланмаға тиергә мөмкин. Улар аталарының хәбәрһеҙ юғалған ҡустыһы — Василий Тимофеевич Мисаревты эҙләй.Тик 1983 йылда ғына хәбәрһеҙ юғалған Василий Мисарев хаҡында Бүздәк районы Ғафури ауылына үлеү тураһындағы ҡағыҙ килгән. Ҡара ҡағыҙҙа фамилияның бер хәрефе дөрөҫ яҙылмаған була, шуға күрә төбәлгән адрес буйынса хәбәр барып етмәй.Эҙләнеүҙәр оҙаҡҡа һуҙыла. Анатолий Мисирев атаһының васыятын үтәй. 2015 йылда атаһының ҡустыһы ерләнгән ҡәбергә барып ҡайта. Үҙәк архив мәғлүмәттәре буйынса,

Василий Мисарев 1939 йылда Алыҫ Көнсығышта әрмегә алына, Бөйөк Ватан һуғышы башланғас, 217-се уҡсылар дивизияһы составындағы 755-се уҡсылар полкында кесе сержант булып хеҙмәт иткән. Полк консығыштан көнбайышҡа юлланған. Василий Мисарев Белоруссия ерендә һәләк булған.Анатолий Мисирев үҙ сиратында бабаһының исемен тергеҙеүҙә күп көс һала. Хәҙер Василий Мисаревтың исем –шәрифтәре уның тыуған яғы Бүздәк районында ҡуйылған  стеллала теркәлгән. Тыуған ауылына әйләнеп ҡайтмаған һалдат хаҡында уның яҡташтары, йәш быуынға бәйән итә.217-се уҡсылар дивизияһының 755-се полкы һалдаты хәтирәләре 53-сө дөйөм белем биреү мәктәбе музейында Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары ҡомартҡылары менән бергә һаҡланасаҡ. Олаталарының ҡаһарманлығы хаҡында йәш быуын мотлаҡ белергә тейеш, ти Мисиревтар ғаиләһе.

Смотрите нас в YouTube

һУҢҒЫ ХӘБӘРҘӘР

Смотреть видео Башҡортостанда коронавирусҡа бәйле һорауҙар буйынса колл-үҙәк эшләй | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостанда коронавирусҡа бәйле һорауҙар буйынса колл-үҙәк эшләй

Бында бар мәғлүмәт туплана, республикалағы хәлде лә күҙәтеп баралар. Берҙәм диспетчер хеҙмәтенә мөрәжәғәт итеүселәр көндән көн арта. Тәүлек әйләнәһенә 12 пост бөтә шылтыратыуҙарға яуап бирә. Был эшкә Башҡорт дәүләт медицина университеты студенттары ла йәлеп ителгән. Белгестәр халыҡ һорауҙарына яуап...

26 марта 2020
Смотреть видео Коронавирус сәләмәтлеккә генә түгел, иҡтисадҡа ла ҙур йоғонто яһай | ГТРК «Башкортостан»

Коронавирус сәләмәтлеккә генә түгел, иҡтисадҡа ла ҙур йоғонто яһай

Пандемия сәбәпле республикала хәүефһеҙлек саралары көндән-көн көсәйтелә.   Ял итеү, күңел асыу саралары кисектерелә. Кинотеатр, бассейндар ябыла, 50 кешенән артыҡ йыйылыу тыйыла. Ҡатмарлы  шарттарҙа  эшҡыуарҙар үҙ эшен нисек дауам итә? Павел Емельянов егерме йылдан ашыу ресторан...

26 марта 2020
Смотреть видео Өфөлә йоғошло ауырыуҙар  дауаханаһының яңы бинаһы ҡорола | ГТРК «Башкортостан»

Өфөлә йоғошло ауырыуҙар дауаханаһының яңы бинаһы ҡорола

Һуңғы мәғлүмәттәр буйынса, Башҡортостанда әле 4 кешелә коронавирус барлығы иҫбатланған. Вирус йоҡтороусылар Өфөнөң йоғошло ауырыуҙар дауаханаһының айырым бокстарында изоляцияланған. Тағы ла 64 кеше коронавирусҡа шик менән тикшереү үтә. Ғөмүмән, республикала эпидемияның май-июнь айҙарында бик көслө...

26 марта 2020
Смотреть видео Бер аҙна ял | ГТРК «Башкортостан»

Бер аҙна ял

Киләһе аҙна – 30 марттан 5 апрелгә тиклем Рәсәйҙә ял көндәре тип иғлан ителә. Был сара коронавирустың таралыу тиҙлеген кәметеү йәһәтенән күрелә, тине Владимир Путин. Ил президенты халыҡҡа мөрәжәғәт итеп, барыһын да табиптарҙың һәм властарҙың кәңәштәрен иғтибарһыҙ ҡалдырмаҫҡа саҡырҙы. Шулай уҡ, 22...

26 марта 2020
Смотреть видео Дистанцион уҡыу | ГТРК «Башкортостан»

Дистанцион уҡыу

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, республика мәғариф учреждениеларында ла коронавирусҡа бәйле сикләүҙәр индерелде.  Юғары уҡыу йорттары, колледж студенттары һәм мәктәп уҡыусылары дистанцион белем ала башланы. Уҡыу программалары интернет селтәре аша башҡарыла. Бөгөнгә республиканың бөтә 96 колледжы...

25 марта 2020
Смотреть видео Йоғошло сир хәүефе төбәктең көндәлек тормошонда сағылышһыҙ ҡалмай | ГТРК «Башкортостан»

Йоғошло сир хәүефе төбәктең көндәлек тормошонда сағылышһыҙ ҡалмай

Әммә яҙғы баҫыу эштәренә әҙерлек һәм аҙыҡ-түлек етештереү күләмдәре кәметелмәй. Республика хөкүмәте президиумы ултырышында аграр сәнәғәт комплексы тармаҡтарын һәм ошо өлкәлә эшләгән кесе предприятеларҙы үҫтереүгә дәүләт ярҙамы күрһәтеү тәртибе раҫланды. Субсидиялар иген үҫтереү, үҫемлек майы...

25 марта 2020
Смотреть видео Дәүләт Йыйылышы Ҡоролтайҙың 21-се ултырышы ла махсус шарттарҙа үтте | ГТРК «Башкортостан»

Дәүләт Йыйылышы Ҡоролтайҙың 21-се ултырышы ла махсус шарттарҙа үтте

 Парламент был тәртипте төбәктә коронавирус инфекцияһын иҫкәртеү сараларына ярашлы ҡабул итте. Депутаттар бер нисә төркөмгә бүленеп ултырышта төрлө залдан ҡатнашты. Залдар араһында видео-бәйләнеш урынлаштырылған. Тауыш биреү синхронлаштырылған электрон система буйынса башҡарыла. Дәүләт...

25 марта 2020
Смотреть видео Коронавирус Башҡортостанда | ГТРК «Башкортостан»

Коронавирус Башҡортостанда

Тәүге зарарланыусыларҙың асыҡланыуы тураһында кисә республика башлығы социаль селтәрҙәге сәхифәһендә хәбәр итте. Ауырыусыларҙың өсәүһе сит илдән ҡайтҡан, ә берәүһе эш буйынса даими Мәскәүгә барып йөрөгән. Улар әле изоляцияланған.  Йоғошло ауырыуҙар дауаханаһына һалынған. Был турала Радий...

25 марта 2020
Смотреть видео Башҡортостанда торлаҡ төҙөлөшө күләмен арттырыу саралары күрелә | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостанда торлаҡ төҙөлөшө күләмен арттырыу саралары күрелә

Эскроу иҫәптәргә күсеү сәбәпле Республика хөкүмәте кредит ойошмалары менән төҙөүселәр араһындағы килешеүҙәрҙе көйләү мөмкинлеген барлай. Ошо хаҡта Радий Хәбиров сираттағы төҙөлөш сәғәтендә белдерҙе. Республика башлығы теүәл бер аҙна эсендә ошо хеҙмәттәшлеккә ҡағылған бурыстарҙы берләштергән ҡарар...

24 марта 2020
Смотреть видео Спектакль һәм концерттарҙы онлайн ҡарау мөмкинлеге | ГТРК «Башкортостан»

Спектакль һәм концерттарҙы онлайн ҡарау мөмкинлеге

Илдә коронавирус арҡаһында халыҡ күпләп йыйылған сараларҙы үткәреү тыйылғандан һуң, мәҙәниәт учреждениелары килеп тыуған хәлдән сығыу юлдарын тапҡан. Тәүгеләрҙән булып Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры “Кармен” спектаклен интернет аша күрһәтте. Билеттар алдан һатып бөтөлгән булһа ла, етәкселек...

24 марта 2020
Яндекс.Метрика