Кем ғәйепле?

Өфөлә хроник бөйөр сире менән яфаланыусылар һаулыҡ өсөн мөһим булған дарыуҙар юҡлығына зарлана. Йыл башынан алып республика һаулыҡ һаҡлау министрлығы дарыу алыу ысулын үҙгәрткән. Шул сәбәпле, кәрәкле препараттар һуңлап килә, ти пациенттар. Мотлаҡ ҡабул итә торған дарыуҙы үҙҙәре һатып алырға мәжбүр. Һаулыҡ өсөн мөһим булған дарыуһыҙ алтмыш биш йәшлек Александра Даниленко йәшәй алмай. Биш йыл ул хроник бөйөр сире менән яфалана. Йәшәү өсөн мөһим ҡыйбатлы дарыуҙар уға бушлай бирелә. Тик әле ханым ҡушылған өс дарыуҙың берәүһен генә алған.

Хроник бөйөр сире менән яфаланыусылар махсус диета тоторға, ай һайын анализ тапшырып һаулығын тикшертергә тейеш. Табип яҙған дарыуҙы ваҡытында ҡабул итмәгән осраҡта, кешенең хәле насарайыуы ихтимал. Организмды токсиндарҙан таҙартыу өсөн пациенттар көн аша гемодиализ процедураһына йөрөргә мәжбүр. Диализ үҙәгендә әле алтмыш кеше дауалана. “Яһалма бөйөр” аппаратында пациенттар 4-5 сәғәт ята. Бынан алда, пациенттар өсөн кәрәкле препараттар диализ үҙәктәрендә үк бирелгән. Тик йыл башында һаулыҡ һаҡлау министрлығы был мәсьәләне үҙ өҫтөнә ала. Әммә дауаханаларға ҡушылған дарыуҙар һуңлап килә, тип зарлана пациенттар.

Өҫтәүенә, диализ үҙәгенә республиканың төрлө районынан килеп дауаланыусылар һаны ла бихисап. Улар ҙа һаулыҡ өсөн мөһим дарыуһыҙ ҡайтып китә. Республика һаулыҡ һаҡлау министрлығы дарыу алыу ысулының яңы схема буйынса эшләй башлауын, киреһенсә, дөрөҫ тип һанай. Был закон талаптары буйынса башҡарыла, ти белгестәр. Әммә Нефро-лига төбәк-ара йәмәғәт ойошмаһы президенты Юрий Кандалов һүҙҙәренсә,  бындай ысул сауҙа менән булышыусыларға отошло түгел. Шуға ла улар оригиналь дарыуҙар урынына күпкә осһоҙҙарын тәҡдим итә.

Республика һаулыҡ һаҡлау министрлығы хроник бөйөр сире менән яфаланыусылар өсөн дарыу алыу схемаһы әле тулыһынса эшләнелеп бөтмәгән, ти. Диализ үҙәгендә дауаланыусылар был мәсьәләне хәл итеүҙәрен һорап күҙәтеү органдарына мөрәжәғәт итергә йыйына.Әле республикала 1200-н ашыу кеше ошо ауырыу менән яфалана. Уларҙың һәр береһе дауаланыуға мохтаж. Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, ошо көндәрҙә пациенттарҙың һәр береһе кәрәкле дарыу аласаҡ.

Читайте нас в Яндекс.Дзен


һУҢҒЫ ХӘБӘРҘӘР

Смотреть видео Сирлеләрҙе дауалауҙың яңы ысулы | ГТРК «Башкортостан»

Сирлеләрҙе дауалауҙың яңы ысулы

Республика медицинаһы яңы үрҙәр яулай. Өфөлә, хәҙер ультра тауыш ярҙамында тремор сирен, йәғни, аяҡ-ҡулдар быуындары  ҡалтырауын дауалайҙар. Паркинсон ауырыуы менән яфаланыусыларҙы хәҙер операцияһыҙ ҙа аяҡҡа баҫтырып буласаҡ. Уникаль кадрҙарҙы иһә беҙең телекомпанияға табиптар үҙҙәре тәҡдим...

22 мая 2020
Смотреть видео “Балалар” проекты республика башлығы грантын аласаҡ | ГТРК «Башкортостан»

“Балалар” проекты республика башлығы грантын аласаҡ

Башҡорт телендәге йәнһүрәттәр республика башлығының айырым грантына лайыҡ булды. “Балалар” интернет-проектын бойомға ашырыу менән Өфөлә йәшәүсе ижади ғаилә шөғөлләнә.  “Һаумыһығыҙ, минең исемем Өммөбикә”-, ти өкө. Геройҙарға исемдәрҙе автор тиҙ уйлап сығара, ә уларҙың тышҡы ҡиәфәте өҫтөндлә...

22 мая 2020
Смотреть видео Бизнесҡа ярҙам | ГТРК «Башкортостан»

Бизнесҡа ярҙам

Республиканың иҡтисади үҫеш министрлығы пандемия осоронда бизнесҡа ярҙам итеү өсөн документтар пакетының икенсе өлөшөн әҙерләй. Башҡортостан ҡаҙнаһы был тармаҡҡа йәнә 15  миллиард һум бүлергә тейеш. Әлегә ойошмалар һәм ширҡәттәргә мөлкәт һалымын түләмәү мөмкинлеге бар.  Уйын...

22 мая 2020
Смотреть видео Мосолмандар Ураҙа ғәйетенә әҙерләнә | ГТРК «Башкортостан»

Мосолмандар Ураҙа ғәйетенә әҙерләнә

Башҡортостанда 24 майҙа мосолмандарҙың изге Рамаҙан айы тамамланыу уңайынан Ураҙа байрамы билдәләнә. Был көндә мәсеттәрҙә һәр ваҡыт диндарҙар ҡатнашлығында йәмәғәт намаҙҙары уҡылды. 18 майҙа Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров хөкүмәттәге оператив кәңәшмәлә быйыл Ураҙа байрамы онлайн режимында...

21 мая 2020
Смотреть видео Яңы күпер | ГТРК «Башкортостан»

Яңы күпер

Өфөнөң көньяҡ өлөшөндә, Воровский урамы ҡапҡаһында, Ағиҙел йылғаһы аша яңы күпер төҙөлөшө бара. Оҙонлоғо 668, киңлеге 16,7 метрлы ҡоролма “Имен һәм сифатлы автомобиль юлдары” милли проектын бойомға ашырыу сиктәрендә һалына.  Проект документацияһына ярашлы төҙөлөш ике өлөшкә бүленгән. Тәүҙә...

21 мая 2020
Смотреть видео Яҙ ҡыбырлағандың, ҡыш ауыҙы йыбырлар | ГТРК «Башкортостан»

Яҙ ҡыбырлағандың, ҡыш ауыҙы йыбырлар

Башҡортостанда иген культураларын сәсеү тамамлана. Аграрийҙар яҙғы баҫыу эштәренең киләһе этабына күсте.  Ҡайһы бер ауыл хужалығы хеҙмәткәрҙәре йылы яртҡан культураларҙы – кукуруз, борсаҡ  сәсеүгә тотондо. Бынан тыш республикала беренсе тапҡыр баҫыуҙарға торма һәм етен ултыртыласаҡ....

21 мая 2020
Смотреть видео Күңелле, тик хәүефле | ГТРК «Башкортостан»

Күңелле, тик хәүефле

Өфө хакимиәте йәштәрҙең ирекле һәм күпләп осрашыу урындарын күҙәтеүгә алырға йыйына. Айырыуса Салауат Юлаев майҙаны алдындағы машиналар ҡуйыу урыны иғтибарҙы йәлеп итә. Әлегә тиклем бында битлек режимы үтәләшен полиция һәм йәмәғәт тәртибе һағы хеҙмәткәрҙәре контролдә тота ине.  ...

21 мая 2020
Смотреть видео Тиҙҙән ҡурай тажы асыла | ГТРК «Башкортостан»

Тиҙҙән ҡурай тажы асыла

Өфө эргәһендәге инфекцион госпиталь төҙөлөшө тамамланыуға бара. Объектты ҡулланыуға тапшырыу өсөн бер аҙналай ваҡыт ҡалды. Дауахананың корпустары төҙөлгән, әле биләмәне йәшелләндереү, ҡыйыҡ төҙөү, биҙәү эштәре башҡарыла. Яңы дауахана ниндәй була? Был хаҡта беҙҙең хәбәрселәр әҙерләгән репортажда...

21 мая 2020
Смотреть видео Ат сабыш турниры | ГТРК «Башкортостан»

Ат сабыш турниры

Башҡортостан – Рәсәйҙә коронавирусҡа ҡаршы режимды йомшартыу осоронда спорт ярыштарын уҙғара башлаған беренсе төбәк. 23 майҙа «Аҡбуҙат» ипподромында «Терра Башҡортостан» республика ат-спорт турнирының өсөнсө этабы була. Ярыштар тамашасыһыҙ үткәрелә. Өсөнсө этапта ипподром аттарында Архангел, Бөрө,...

20 мая 2020
Смотреть видео Өфөлә 50 метрлыҡ “Нефтяник” бассейнын реконструкциялау тамамланды | ГТРК «Башкортостан»

Өфөлә 50 метрлыҡ “Нефтяник” бассейнын реконструкциялау тамамланды

Ошо турала социаль селтәрҙәге сәхифәһендә Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров хәбәр итте. Бассейн заманса итеп эшләнгән, залда ҡоролмалар һәм һикереү өсөн вышка урынлаштырылған. 1967 йылда төҙөлгән бинала быға тиклем бер тапҡыр ҙа ремонт башҡарылмаған булған һәм ул 70 процентҡа иҫкергән. Объектта...

20 мая 2020
Яндекс.Метрика