Ейәнсура районында йыртҡыс аулаусылар боронғо һунар ысулын ҡуллана

Иҙелбәк ауылында йәшәгән эшҡыуар бүрене олоп саҡыра. Атыр өсөн түгел, ә фото һәм видеоға төшөрөргә. Алик Тоҡомбәтов бала сағынан йәнлектәр тураһында китаптар уҡый. Журналдар алдырып, тәбиғәтте өйрәнә. Атаһы һәм ҡартатаһы иһә һунарсылыҡ серҙәренә төшөндөрә. Ҡуян ҡыуалағанда ул бүрегә юлыға. Ата-бабалар ҙа боронғо ысул менән бүре аулаған. Йыртҡыс эҙенән йәштәр төшөп ҡыуалап барған.

Ә өлкәндәр бүреләрҙе тәрән ҡарҙа һыбай баҫтырып, тәүҙәрәк суҡмар, йә ҡороҡ, һуңынан мылтыҡ менән алған, ти һунарсы.  Закир Шәрипов. Беҙ ауылдан 5-6 саҡрым киттек һәм беренсе бүре эҙҙенә юлыҡтыҡ. Йәнлектәрҙе ҡурҡытмаҫ өсөн шым ғына һөйләшәбеҙ. Был тирәлә ул һикергән, һикергән арауығы 1 метр самаһы. Бүре иң йылғыр һәм шомло йыртҡыстарҙың береһе. Ул 2 метрҙы ла еңел һикереп үтә. “Беҙҙең яҡта кешеләргә ташланған осраҡтары теркәлмәне”, тип бәйән итә һунарсы. Алик Тоҡомбәтов бүреләрҙе олоп саҡыра. Русса ул – Ваба йә вабить тип атала. Был ысул Рәсәйҙә онотолған тиерлек. Бүре урынына беҙ кешеләрҙе тап иттек.

Улар йыртҡыстар олой тип ҡурҡып, шау-шыу күтәрҙе. Күпмелер ваҡыттан Ырымбур өлкәһенән килгән автомобиль дә күренде. Уларҙың браконьерҙар булыуы асыҡланды. Бүре ҡыҙыҡһыныусан йәнлек, ти белгестәр. Әгәр, уларҙы олоп саҡырырға өйрәнһәң, мотлаҡ киләсәк. Әммә, бының өсөн бөтә яҡтан әҙер булырға кәрәк. Иң ҡыҙығы шул, һағышланып һәм моңһоуланып олоһаң, улар яуап бирә һәм ҡаршыңа сыға, тип һөйләй Алик Тоҡомбәтов.  Иҙелбәк ауылы янында бер өйөр йөрөй. Төркөмгә 7 бүре инә. Тәжрибәле һунарсы уларҙың нисә йәштә икәнен дә яҡшы белә.

Быныһы ҡурҡа-ҡурҡа үткән, икенсеһе олораҡ бүре. Улар разведкаға килгән, һуңынан йыйылып һунар итер өсөн.  Совет осоронда бында меңәрләгән һарыҡ аҫыралған. Ә был бүре  үрсер өсөн уңай шарт. Уҙған йылда, мәҫәлән, Иҙелбәк ауылында бүреләр 30-ға яҡын төрлө малды тамаҡлаған. Алик Тоҡомбәтовтың ҡартатаһы һәм атаһы урман хужалығында эшләгән. Ул да ғүмеренең 22 йылын ошо тармаҡҡа бағышлаған. Хәҙер йүнсел яҡындағы урмандарҙы ҡуртымға алған.Совет замамында һунарсыларға инә бүрене аулаған өсөн – 150, ата бүре өсөн – 100 һум биргәндәр. Бынан тыш, бүләккә бер һарыҡ та өҫтәгәндәр. Халҡыбыҙ борондан һунарсылыҡ менән шөғөлләнгән.

Улар бүрене лә аулаған. Был тәү сиратта мал күпләп ҡырыла башлаһа, эшләнгән. Шулай ата-бабаларыбыҙ йыртҡыстарҙың һанын иҫәптә тотҡан. Сөнки, электән ололар бүре – урмандың санитары икәнен яҡшы аңлаған.Эшҡыуар тыуып үҫкән еренә һаҡсыл ҡарай. Әгәр, йыртҡыстар зыян итмәһә буштан-буш һунар итмәй. Шуға Шайтан-тау буйында йәнлектәрҙе күҙәтеүҙе ғәҙәт итеп алған.Бүреләрҙе олоп саҡырыусылар юҡ тиерлек. Һунарсы әйтеүенсә, Пермь крайында ғына бер кеше булыша. Ә бына Белоруссия һәм Ҡаҙағстан республикаларында был һөнәр йыш осрай. Алик Тоҡомбәтов үҙенсәлекле шөғөлөн балаларына өйрәтеп, киләсәк быуынға тапшырырға теләй.

 

Подпишитесь на нас в Google Новости


һУҢҒЫ ХӘБӘРҘӘР

Башҡортостан еләк-емеш баҡсаһы | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостан еләк-емеш баҡсаһы

“Столыпино” агрокомплексы биләмәһендә Рәсәйҙә иң ҙур еләк баҡсаһы барлыҡҡа килеүе ихтимал. Хужалыҡ илдең алдынғы селекция институттары һәм Рәсәй предприятиелары менән хеҙмәттәшлек тураһында лицензион килешеүҙәр төҙөүгә өлгәшкән. Был турала Республика башлығы Радий Хәбировтың Кушнаренко районына эш...

3 июля 2020
Изгелек бумерангы | ГТРК «Башкортостан»

Изгелек бумерангы

Ғаилә аҙнаһы уңайынан  Башҡортостанда “Изгелек бумерангы” акцияһы иғлан ителә. Республиканың төрлө ҡала райондарында 6 июлдән 31-нә тиклем мохтаж ғаиләләр өсөн бала кәрәк-яраҡтары, кейем-һалым, уйынсыҡ, мебель, коляска, велосипед кеүек алмаш ҡулланышлы әйберҙәр ҡабул ителә. Улар өр-яңы ла,...

3 июля 2020
Такси бушлай | ГТРК «Башкортостан»

Такси бушлай

Өфөлә социаль такси эшләй башланы.  «Deafмобиль» хеҙмәтен физик мөмкинлеге сикләнгән балалар, уларҙы оҙатып йөрөүселәр, беренсе группа инвалидтары айына биш тапҡыр бушлай файҙалана ала. Водителдәр сәғәт иртәнге етенән киске унға тиклем ял һәм тәнәфесһеҙ эшләй. Пассажирға таксиға ултырыр...

3 июля 2020
Смотреть видео Боден күле өҫтөндәге авиафажиғәгә 18 йыл | ГТРК «Башкортостан»

Боден күле өҫтөндәге авиафажиғәгә 18 йыл

2002 йылдың 2-се июленә ҡарай төндә Башҡортостандан Испанияға ялға осҡан балалар самолеты Германия биләмәһендә һәләкәткә осрай. Авиадиспетчер хатаһы арҡаһында Башҡортостан һауа юлдарының ТУ-154М самолеты һәм «Боинг 757» йөк самолеты бәрелешә. Фажиғәлә 71 кеше, шул иҫәптән 52 баланың ғүмере өҙөлә....

3 июля 2020
Смотреть видео Башҡортостанда Рәсәйҙәге тәүге аграр аҙыҡ-түлек кластеры төҙөлә | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостанда Рәсәйҙәге тәүге аграр аҙыҡ-түлек кластеры төҙөлә

Был ҡарар республика хөкүмәтендә Радий Хәбиров онлайн-кәңәшмә тәртибендә үткәргән “Ауыл сәғәтендә”  ҡабул ителде. Беҙ аграр төбәктә йәшәйбеҙ, халыҡҡа Башҡортостанда етештерелгән тауар һатып алыу мөмкинлеге кәрәк, тине республика башлығы. Радий Хәбиров ауыл хужалығы министрлығы менән сауҙа һәм...

3 июля 2020
Смотреть видео Хаҡтар арта | ГТРК «Башкортостан»

Хаҡтар арта

1-се июлдән үҙгәрештәр ғәмәлгә инде. Бигерәк тә ул пенсионерҙар, студенттар, водителдәр, үҙмәшғүллек менән булышҡандар һәм инвалидтарға ҡағыла. Ә иң ҙур ярҙамдарҙың береһен 16 йәшкә тиклемге балаһы булған ғаиләләр көтә. Улар 10 мең һум күләмендә бер тапҡыр бирелә торған түләү ала. Бер бүлмәле...

3 июля 2020
Смотреть видео Үҙгәрештәр хупланды | ГТРК «Башкортостан»

Үҙгәрештәр хупланды

Илдә Конституцияға үҙгәрештәр индереү буйынса тауыш биреүгә яҡынса йомғаҡ яһалды. Рәсәй халҡы Президент Владимир Путин тәҡдим иткән төҙәтмәләргә ыңғай яуап бирҙе. Башҡортостанда ла электораттың 89 процентҡа яҡыны үҙгәрештәрҙе хуплаған. Ил киләсәге ил граждандары ҡулында. Рәсәй Конституцияһына...

3 июля 2020
Мәктәпкә әҙерләнергә ярҙам | ГТРК «Башкортостан»

Мәктәпкә әҙерләнергә ярҙам

Башҡортостанда “Мәктәпкә әҙерләнергә ярҙам ит” хәйриә акцияһы иғлан ителде. Республиканың ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы был сараны быйыл 10-сы тапҡыр ойоштора. Ғәҙәттә акция 1 июлдән 31 августҡа тиклем дауам итә. Уның маҡсаты – киҫкен хәлдә ҡалған ғаиләләргә балаларын яңы уҡыу...

2 июля 2020
Помидор татлы булһын өсөн  | ГТРК «Башкортостан»

Помидор татлы булһын өсөн

Ҡайһы саҡта помодорҙың уңышы мул, ә емеше тәмһеҙ була. Был күренеш тик сортҡа бәйләнмәгән. Был үҫемлек калий һәм фосфорға мохтаж.  Тәжрибәле баҡсасылар томатҡа татлы тәм бирер өсөн махсус  ашлама ҡуллана. Уның нигеҙендә ... банан ҡабығы. Банан кеше генә түгел, баҡса үҫентеләре өсөн дә бай...

2 июля 2020
«Башҡорт теле йылы» проекты 3 млн һумлыҡ грант алды | ГТРК «Башкортостан»

«Башҡорт теле йылы» проекты 3 млн һумлыҡ грант алды

«Башҡорт теле йылы» проектын тормошҡа ашырыуҙа Башҡортостандың гражданлыҡ йәмғиәтенә булышлыҡ итеү фонды ярҙам итә. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, проект Башҡортостан Башлығының республикабыҙ халыҡтары телдәрен һаҡлауға һәм үҫтереүгә тәғәйенләнгән грантына лайыҡ булды. Бөгөн Башҡортостандың гражданлыҡ...

2 июля 2020
Яндекс.Метрика