Республика Башлығының Әлшәйгә эш сәфәре

Әлшәй районында быйыл 2 яңы фельдшер-акушер пункты төҙөләсәк, киләсәктә район үҙәгендәге балалар спорт мәктәбенең үҙ боҙ һарайы буласаҡ. Был турала Радий Хәбировтың районға эш сәфәре барышында билдәле булды. Республика Башлығы Рәсәйҙәге тәүге заманса ауыл хужалығы лабораторияһы менән дә танышты. Илдәге иң боронғо колледжда хәҙер ауыл хужаллығы өсөн киләсәк белгестәрен әҙерләйәсәктәр. Бойҙайҙың сифатын, составын, он тартыуға яраҡлымы, юҡмы икәнлеген ошо бәләкәй генә ҡоролма бер нисә секунд эсендә асыҡлай. Бындай заманса ҡоролмалар яңы лабораторияла бихисап.  

123 йыллыҡ тарихы булған Аксенов ауыл сәнәғәте колледжы федераль грантҡа эйә булған. Милли проект сиктәрендә декабрь айында Уорлд Скиллс йүнәлеше буйынса йыһазландырылған лаборатория эш башлай. Ул аграр тармаҡ өсөн киләсәк быуын белгестәрен әҙерләргә ярҙам итәсәк ти уҡыу йорто етәкселеге. Ауыл хужалығы район өсөн төп тармаҡтарҙан һанала. Радий Хәбиров Исток кооперативы эше менән танышты. Йүнселдәр халыҡтан һөт йыйыу менән шөғөлләнә. Яҡын арала май, ҡаймаҡ, эремсек етештереү цехын асырға ниәтләй улар. Былтыр ойошма 10 миллион ярымлыҡ дәүләт ярҙамы алған.  Шафран ауылында Радий Хәбиров туғандар ҡәберлегенә сәскәләр һалды. Бында 369 Совет һалдаты, шулай уҡ Афған һәм Төнъяҡ Кавказ хәрби бәрелеш ҡорбандары ерләнгәню Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Рәшит Ғөбәйҙуллинды Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығы менән тәбрикләп Радий Хәбиров телевизор бүләк итте һәм Өфөлә үтәсәк парадҡа саҡырҙы.

Район үҙәге Раевкала Республика етәксеһе милли көрәш буйынса ярыш барышын ҡараны. Ыласын спорт мәктәбендә 19 йүнәлеш буйынса 1 мең ярымдан ашыу бала шөғөлләнә. Рәсәй ярыштарында еңеүҙәр яулаған Дим хоккей клубы Радий Хәбировтан боҙ һарайы төҙөүҙә ярҙам һораны. Тиҙҙән район үҙәгендә балалар тағы бер спорт төрө менән бушлай шөғөлләнә аласаҡ. 100 йыллыҡҡа 100 объект программаһы буйынса төҙөлгән бассейн март аҙағына үҙ ишектәрен асыр тип көтөлә. “Заманса ҡала мөхите” программаһы буйынса үткән йыл төҙөкләндерелгән паркта ҡарағандан Әлшәйҙәр уҡыусылар өсөн юл ҡағиҙәләрен өйрәтеү майҙансығын булдырған. Радий Хәбиров был тәжрибәне ыңғай баһаланы. Район хакимиәтендә айырым мөрәжәғәттәр буйынса аныҡ һөйләшеү булды. Дим хоккейсылары өсөн боҙ һарайы буласаҡ тип һәғәҙәләне Радий Хәбиров.

Подпишитесь на нас в ВКонтакте


һУҢҒЫ ХӘБӘРҘӘР

Смотреть видео Геройҙар беҙҙең арала | ГТРК «Башкортостан»

Геройҙар беҙҙең арала

Башҡортостан буйынса янғынға ҡаршы федераль хеҙмәт  әлеге ваҡытта көсәйтелгән режимда эшләй. Утты үҙенә буйһондороусылар кеше ғүмерен ҡотҡара, йорттарҙы һәм мөлкәтте янғындан һаҡлай.  Әммә бының өсөн улар көн дә үҙ ғүмерен хәүеф аҫтына ҡуя. Беҙҙең ижади төркөм  янғын ваҡытында күп...

7 июля 2020
Смотреть видео Республикала көслө янғындар сығыуы ихтимал | ГТРК «Башкортостан»

Республикала көслө янғындар сығыуы ихтимал

 Көндәрҙең эҫе тороуы сәбәпле айырым райондарҙа ут сығыу хәүефе арта. Ҡотҡарыусылар тағы ла бер тапҡыр республика халҡын урмандарҙа, баҡсаларҙа уяу булырға саҡыра. Сүп-сар яғыу ҡәтғи тыйыла. Киләһе көндәрҙә республика биләмәһендә һауа торошо 30-32 градус эҫе буласаҡ, тип хәбәр итәләр...

7 июля 2020
Смотреть видео БДИ-ның быйылғы үҙенсәлеге | ГТРК «Башкортостан»

БДИ-ның быйылғы үҙенсәлеге

Бөгөн республикала сығарылыш класс уҡыусылары рус теленән берҙәм дәүләт имтиханын тапшыра. Ул ике көн дауамында барасаҡ. Уҡыусылар 3 июлдә, рус әҙәбиәтенән, географиянан һәм информатиканан һынау тотто.Пандемия быйыл имтихандарға ла ҙур үҙгәрештәр индерҙе. Беренсенән- ул һуңлабыраҡ башланды,...

7 июля 2020
Смотреть видео Мәктәпкә йыйынырға ярҙам ит | ГТРК «Башкортостан»

Мәктәпкә йыйынырға ярҙам ит

Башҡортостанда “Мәктәпкә йыйынырға ярҙам ит” хәйриә акцияһы башланды. Уның барышында күп балалы, аҙ-тәьмин ителгән ғаиләләрҙә тәрбиәләнгән, йәки инвалид, ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған балаларға уҡыу кәрәк-яраҡтары йыйыла.Акция  август аҙағына тиклем дауам итә. Әйберҙәр социаль приюттарҙа,...

7 июля 2020
Смотреть видео Ҡарасәй-Черкес республикаһынан Башҡортостан табиптары ҡайтты | ГТРК «Башкортостан»

Ҡарасәй-Черкес республикаһынан Башҡортостан табиптары ҡайтты

Ҡарасәй-Черкес республикаһында короновирус менән сирлеләрҙе дауалау өсөн ебәрелгән Башҡортостан табиптары тыуған яҡтарына әйләнеп ҡайтты. Дүрт табип дәүләт наградаһына лайыҡ булды. Сит республикала пациенттарҙы дауалау алымдары нисек барған? Ҡарасай-Черкес республикаһында короновирус менән...

7 июля 2020
Смотреть видео Оператив штабтар эше тергеҙелә | ГТРК «Башкортостан»

Оператив штабтар эше тергеҙелә

Республика башлығы район һәм ҡалаларҙың хакимиәт башлыҡтарына оператив штабтарҙың ултырышын үткәрергә саҡырҙы. Социаль дистанция һаҡлауға, битлек режимын үтәүгә иғтибарҙы бермә-бер арттырырға кәрәк. Аҙна республика һәм илдәге ваҡиғаларға бай булды. Радий Хәбиров оператив кәңәшмәне асып 1 июлдә...

7 июля 2020
Смотреть видео Башҡортостанда коронавирусҡа бәйле хәл көсөргәнешле булып ҡала.  | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостанда коронавирусҡа бәйле хәл көсөргәнешле булып ҡала.

Республика Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, әле  5 мең 638 сирле иҫәпләнә. Стационарҙарҙа — 412, амбулатор шарттарҙа 1 мең 817 кеше дауалана. Коронавирус теркәлгәндән алып 3 мең 304 кеше һауыҡҡан. Республика башлығы Радий Хәбиров билдәләүенсә, COVID-19 буйынса хәл «бик шәптән...

7 июля 2020
Антисептиктың зарары бар | ГТРК «Башкортостан»

Антисептиктың зарары бар

Составында этанол булған антисептиктар етди ауырыуға килтереүе ихтимал. Был хаҡта Америка Ҡушма Штарттарының аҙыҡ-түлек һәм медикаменттарҙың сифатын санитар күҙәтеү идаралығы белгестәре хәбәр итә. Һуңғы ваҡытта антисептиктан ағыуланыу осраҡтары йышайған. Тирене зарарһыҙландырыу сараларына метанол...

7 июля 2020
Ҡурай еләге мәле етте | ГТРК «Башкортостан»

Ҡурай еләге мәле етте

Балланып ҡурай еләге беште. Был үҫемлектең дауалау ҡөҙрәте халҡыбыҙҙа электән билдәле. Уның шифаһын белгән боронғолар еләген япрағы менән йыйып, ҡышҡылыҡҡа киптереп ҡуйғандар. Боронғо Грецияла уның бит-тән тиреһе өсөн файҙалы сифаттарын киң файҙаланғандар. Һутлы, яңы өҙөлгән ҡурай еләгендә файҙалы...

7 июля 2020
Эҫе көндәр көтөлә | ГТРК «Башкортостан»

Эҫе көндәр көтөлә

Башҡортостанда бер нисә көн ғәҙәттәгенән тыш эҫе көтөлә. 7-9 июлдә һауа температураһы 35 градустан юғары күтәрелеүе ихтимал. 7 июлдә урыны менән ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр яуыуы, йәшен йәшнәүе, көслө ел сығыуы мөмкин. Гидрометеоүҙәктән алынған мәғлүмәттәр буйынса  8 июлдә яуым-төшөм көтөлмәй. Һауа...

7 июля 2020
Яндекс.Метрика