Үтескә аҡса алмаһа ла, бурыслы

Башҡортостанда йыш осрай торған фамилиялы кешеләргә аҙаштарының бурыстары өсөн яуап бирергә тура килә. Уларҙың иҫәптәренән аҡса юғала, мөлкәтенә арест һалына. Республикала бындай осраҡтар артҡандан-арта ғына. Ни өсөн ошолай кешеләрҙе бутайҙар һәм ғәйеп кемдә? Рәлиә Сәхибгәрәева асыҡларға тырышты. Стәрлетамаҡ ҡалаһында йәшәүсе Александр Петровтың йыл һайын, уға хәбәр итмәй генә, банктағы аҡсаһын иҫәптән сығаралар. Асыҡланыуынса, ул Салауаттағы колонияла ултырыусы аҙашы өсөн яуап бирә икән. Ошо хеҙмәттәрҙең хатаһын төҙәтеү өсөн Александр Салауат ҡалаһына йыш ҡына йөрөһә лә, был эшкә яңы пристав тотоноуы була — хәл яңынан ҡабатлана.

Аптыраштан, ир кеше адвокат яллай. Был эштә ҙур ғына хата ебәрелгән, сөнки уларҙың исем-шәрифтәре бер үк булһа ла, тыуған көндәре һәм урындары тура килмәй, ти юрист. Арест һалынған аҡсалар ике-өс айҙан һуң ғына ҡайтарыла. Ошо ваҡыт эсендә кешегә ҡытлыҡта йәшәргә тура килә, магазиндарҙа иҫәпләшә алмай, хатта кредитын да түләмәй, пеня йыйыла. Светлананың да картаһынан йыйған аҡсалары юғала башлаған. Псков ҡалаһындағы аҙашының бурыстарын түләгәнен, ул телефонына килгән смс-хәбәр аша ғына белеп ҡала. Фатир һатып алыр өсөн йыйған аҡсаһы тәүге тапҡыр иҫәбенән юҡҡа сыҡҡас, шаҡ ҡатҡан. Тәүге тапҡыр аҡсаларҙы “Хәбәрҙәр”ҙә күрһәтелгән репортаж ярҙамында тиҙ генә ҡайтарҙыҡ, әммә хәбәрселәрҙе даими саҡырып тороп булмай бит инде, ти ҡатын. Өфө районының Ҡамышлы ауылындағы ике ғаилә лә ошондай уҡ хәл ҡабатланған.

Бында йәшәүсе Васильев Владимир Ивановичҡа Мәскәүҙә йәшәүсе аҙашының бурыстары өсөн яуап бирергә тура килә. Ир үҙенең бурыслы аҙашы бар икәнен тәүге тапҡыр “Жигули” автомобилен иҫәптән төшөрә алмағас белеп ҡала. Һөҙөмтәлә, уны металлоломға ғына тапшыра ала. ВАЗ 2110 маркалы машинаһы менән дә ошондай уҡ хәл була. Өҫтәүенә, дәүләт хеҙмәттәре порталына инеп, 94 мең һумға яҡын бурысты күреү менән Владимир Ивановичтың һаулығы ҡаҡшай. 8 миллион һумға тиклем бурысы булған аҙашы бар икәнен белгәндән бирле күңел тыныслығы юҡ, ти Васильевтар. Төрлө хәлдәр була ҡалһа тип, йорт менән ер бүлемен ҡатынының исеменә яҙҙырғандар. Әммә был алым да бер ниндәй ҙә гарантия бирмәй. Благовещен ҡалаһында йәшәүсе Сергей Никитин да бындай аҙашлыҡҡа шат түгел. Яңы автомобилгә тип банкка һалып барған уның аҡсаларынан елдәр иҫкән.

Машина алып һөйөнөр урынға ул 90-сы йылда уҡ алған иҫке тимер атын көйләргә мәжбүр. Баҡтиһәң, аҡсалар Волгоград ҡалаһында йәшәгән аҙашының балаһына киткән. Тегеһе алиментын ваҡытында түләмәгән, ә бөтә бәлә Башҡортостандағы Сергейҙың елкәһенә төшә, хатта ғаиләһендә лә ыҙғыштар булып ала. Ҡатыны алимент һүҙе яҙылған хатты алғанын әле лә тыныс ҡына иҫкә төшөрә алмай. 3 балалы ғаилә бер көндә юҡҡа сыға яҙа. Суд ҡарарын башҡарыусылар үҙҙәрендә ғәйеп күрмәй. Беҙ банк биргән мәғлүмәттәр менән генә эш иттек, тип аҡланған. Ә Башҡортотан буйынса Федераль суд приставтары хеҙмәтендә аңлатыуҙарынса, был башҡарыу эше буйынса закондарҙың камил булмауына бәйле.

Нисек кенә булмаһын, приставтарҙың эшендә бурыслы урынына аҙаштарының ҡармаҡҡа эләгеү осрағы ғәҙәти күренеш. Әлеге мәлдә федераль кимәлдә проблеманы хәл итеү юлдарын эҙләйҙәр. Әммә әлегә бурыслыны исем-фамилияһы аша ғына эҙләйҙәр. Шуға ла күп осраҡта аҙашына барып юлығалар ҙа инде. Әлегә аҡсаларын юғалтҡандарға ҡайтарыу юлы бер: башҡарма эше ҡуҙғатылған суд приставтары хеҙмәтенә хат менән мөрәжәғәт итергә кәрәк. Ул хатҡа паспорт, ИНН, СНИЛС кеүек документтарҙың күсермәһен беркетеп ебәреү зарур. 

Подпишитесь на нас в Google Новости


һУҢҒЫ ХӘБӘРҘӘР

Шоколад кемгә файҙалы | ГТРК «Башкортостан»

Шоколад кемгә файҙалы

11 июлдә билдәләнгән Бөтә донъя шоколад көнө уңайынан белгестәр был татлы ризыҡтың ыңғай сифаттарына байҡау яһай. Ғилми тикшеренеүҙәр шоколадтың сәләмәтлеккә файҙалы булыуын, бигерәк тә эмоциональ көсөргәнешкә дусар уҡытыусылар, артистар, табиптар өсөн уның алыштырғыһыҙ булыуын дәлилләй. Гормональ...

10 июля 2020
Хәүефһеҙлек ҡағиҙәләре үтәлеше тикшерелә | ГТРК «Башкортостан»

Хәүефһеҙлек ҡағиҙәләре үтәлеше тикшерелә

Өфөнөң сауҙа үҙәктәрендә санитар-эпидемиологик талаптарҙың үтәлешен тикшереү дауам итә. Профилактика рейдтарында Роспотребнадзорҙың төбәк идаралығы белгестәре, полиция һәм киң мәғлүмәт саралары вәкилдәре ҡатнаша. Комсомол, Завод, Һәҙиә Дәүләтшина урамдарында урынлашҡан сауҙа нөктәләрендә...

10 июля 2020
 Эҫелә ... һыуҙан һаҡлан | ГТРК «Башкортостан»

Эҫелә ... һыуҙан һаҡлан

Республика биләмәһендә һыу ҡорбандары һаны арта. 9 июлгә уларҙың һаны 78-гә етте. Шуларҙың 14-е – балалар. Үткән бер тәүлектә генә төбәк һыу ятҡылыҡтарында 9 кеше батып үлгән. Был шарттарҙа күҙәтеү органдары һәм ҡотҡарыусылар иҫкәртеү эшенә бар тырышлығын һала – киң мәғлүмәт саралары, ҡағыҙға...

10 июля 2020
Смотреть видео Ҡорбан байрамы уңайынан Башҡортостанда ял көнө иғлан ителә. | ГТРК «Башкортостан»

Ҡорбан байрамы уңайынан Башҡортостанда ял көнө иғлан ителә.

31 июлдә Ҡорбан байрамы уңайынан Башҡортостанда өҫтәмә ял көнө иғлан ителә. Быйыл Ҡорбан байрамы йомаға тура килә. Шуға өс көн рәттән — 31 июлдә, 1 һәм 2 августа ял итергә мөмкин. 30 июлдә эш көнө бер сәғәткә ҡыҫҡара. «Башҡортостан Республикаһында байрам һәм иҫтәлекле көндәр тураһында»ғы законға...

10 июля 2020
Смотреть видео Балаһын үлтереүсе ҡатын | ГТРК «Башкортостан»

Балаһын үлтереүсе ҡатын

15  йылға төрмәгә. Башҡортостандың Юғары суды үҙенең бер йәшлек сабыйын үлтереп, күмеп ҡуйған ҡатынға ҡарата ошондай хөкөм ҡарарын сығарҙы. Былтыр Дүртөйлөлә булған фажиғә бөтә республика халҡын тетрәндерҙе. 28 йәшлек ҡатын иртән йоҡонан уянғас, үҙенең сабыйын юғалтыуы тураһында белдерә....

10 июля 2020
Смотреть видео Ш.Хоҙайбирҙин исемендәге премияға документтар ҡабул итеү башланды. | ГТРК «Башкортостан»

Ш.Хоҙайбирҙин исемендәге премияға документтар ҡабул итеү башланды.

Башҡортостан Хөкүмәте ҡарамағындағы Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премияны тапшырыу комиссияһы документтар ҡабул итә башланы.Положениеға ярашлы, премия 2019 йылдың сентябренән 2020 йылдың авгусына тиклемге иң яҡшы әҫәрҙәр өсөн журналистарға, шулай уҡ журналистар коллективына бирелә. Дәғүәселәрҙң...

10 июля 2020
Смотреть видео Ҡотҡарыусылар көсөргәнешле режимда эшләй | ГТРК «Башкортостан»

Ҡотҡарыусылар көсөргәнешле режимда эшләй

Аварияларҙы ваҡытында иҫкәртеү, халыҡты һәм биләмәләрҙе тәбиғәт афәттәре, техноген хәүефтән ҡурсалау – ҡотҡарыу хеҙмәтенең төп бурысы. Беҙҙең ижади төркөм  көнө-төнө кеше именлеге һағында тороусылар менән  бер эш көнө уҙғарҙы. Ашығыс саҡырыу – ҡала урамдарында юл-транспорт һәләкәте....

10 июля 2020
Смотреть видео Синоптиктар киләһе көндәрҙә лә эҫе һауа торошо вәғәҙәләй.  | ГТРК «Башкортостан»

Синоптиктар киләһе көндәрҙә лә эҫе һауа торошо вәғәҙәләй.

Республиканың көньяҡ райондарында 40 градусҡа тиклем эҫеткән. Төбәктә субтропик селлә хөкөм һөрә. Хроник сирҙәрҙең киҫкенәлешеүенән, ҡояш тейеүҙән нисек һаҡланырға? Көн эҫе тип, Башҡортостан халҡы яу һала. Яр буйҙары хатта эш көнөнөң иртәнге сәғәттәрендә үк кеше менән тулы. Бәләкәс балалар менән ял...

10 июля 2020
Смотреть видео Өфөлә ҙур тығындар көтөлә | ГТРК «Башкортостан»

Өфөлә ҙур тығындар көтөлә

Республиканың юл хәрәкәте именлеге дәүләт инспекцияһы бөгөн ҙур тығындар тураһында иҫкәртә. Йома күптәр ҡаланан сығып ҡалырға тырыша. Шул сәбәпле саҡырымдарға һуҙылған тығындар барлыҡҡа килә. Шуға ла маршрутты алдан һайларға, бик ҡабалан булмағанда шәмбе иртән юлға сығырға кәңәш ителә.

10 июля 2020
Смотреть видео Ғафури районында мәҙәни үҙәк ойошторола. | ГТРК «Башкортостан»

Ғафури районында мәҙәни үҙәк ойошторола.

Ғафури районында табип амбулаторияһын төҙөкләндереү, ҡошсолоҡ фабрикаһын ҡайтанан ҡороу һәм яңы юлдар һалыу көтөлә. Был хаҡта Республика башлығының төбәккә эш сәфәре барышында ҡарар ҡабул ителде. Родина ауылында эшләгән “ВосходСТ” ҡошсолоҡ фабрикаһында 70 мең тауыҡ аҫрала. Әле етештереү майҙанында...

10 июля 2020
Яндекс.Метрика