“Бәпембә” йорт туйлай

 Өфө районы Зубов ауылында 1954 йылдан эшләгән балалар баҡсаһы яңы бинаға күсте. Киләһе дүшәмбенән ул балаларҙы тулы төркөмдәргә ҡабул итә башлай. Зубов ауылында йәшәгән йәштәр был балалар баҡсаһын түҙемһеҙләнеп көтөп алған. Дилара Шарбанова өс бала әсәһе. Олоһо мәктәп уҡыусыһы, уртансыһы ауылдағы иҫке балалар баҡсаһына йөрөгән, кесеһенә унда урын булмағас, эшкә сығыр ваҡытын кисектереп торорға мәжбүр. Хәҙер инде 17 февралгә тиклем генә. Тап ошо көндән улы балалар баҡсаһына йөрөй башлай. Ата-әсәнән һуң яңы бинаға тәрбиәселәр шат. Гөлнара Яҡупова балалар баҡсаһында һигеҙ йыл эшләй.

Тәүҙә Өфөлә, һуңынан районда тәрбиәсе хеҙмәтендә. Сағыштырыр тәжрибә бар, ти. Яңы бүлмәләрҙә иркен, яҡты, ижад мөмкинлектәре киң.  Балалар ғына түгел, педагогтар өсөн дә. Иркенлеккә килгәндә иһә бинаның майҙаны өс мең квадрат метрҙан ашыу. 12 төркөм бүлмәләренән тыш методик кабинеттар, психолог, логопед бүлмәһе, туған тел өйрәнеү кабинеты, медицина блогы, кер йыуыу һәм үтекләү майҙандары, заман талаптары буйынса ҡоролған айырым туҡланыу блогы бар. Балалар өсөн музыка һәм спорт залдары заманса йыһазландырылған. Бында барыһы ла балаларҙың һаулығы һағында. Әлегә бер нисә гөлдән торған мөйөштә оҙаҡламай ҡышҡы баҡса буласаҡ.

Ә спорт залы бәләкәстәр генә түгел ата-әсәне һоҡландырырлыҡ. Кескәй сағыу тренажерҙар, йомшаҡ келәм, физик күнегеү йыһаздары – барыһы ла сәләмәт йәшәү тәртибенә нигеҙ һала. Бәләкәстәрҙең һөйөнөсөн район һәм республика етәкселеге уртаҡлашты. Зубов ауылында йәмғеһе 11 мең кеше йәшәй. Хакимиәт халыҡ уңайлығы өсөн тырышлығын йәлләмәй. Яңы баҡса 260 баланы мәктәпкәсә белем биреү йортонда урын менән тәьмин итте. 

Читайте нас в Яндекс.Дзен

һУҢҒЫ ХӘБӘРҘӘР

Смотреть видео Өҫтәмә ял көнө | ГТРК «Башкортостан»

Өҫтәмә ял көнө

Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнөн уңайынан Рәсәй халҡын өҫтәмә ял көтә. Башҡортостандың Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, Хеҙмәт кодексына ярашлы, 8 Март – Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө. Ул йәкшәмбегә тура килә. Шуға ла 8 марттағы ял йәкшәмбенән 9 мартҡа, дүшәмбегә...

1 час 56 минут назад
Смотреть видео Майлы ҡоймаҡ аҙнаһы | ГТРК «Башкортостан»

Майлы ҡоймаҡ аҙнаһы

Өфөлә Ҡышты оҙатыу байрамы ойошторола. Быйыл майлы ҡоймаҡ аҙнаһы 24 февралдә башланды. Төп саралар 29 февралдән 1 мартҡа тиклем дауам итә, тип хәбәр итә мэрияның матбуғат хеҙмәте.  Тамашасыларҙы, ғәҙәттәгесә, әйлән-бәйлән, уйындар, эстафеталар, конкурстар, оҫталыҡ дәрестәре көтә.Байрам...

1 час 57 минут назад
Смотреть видео Юлда һәр кем бер тигеҙ | ГТРК «Башкортостан»

Юлда һәр кем бер тигеҙ

Ҡанаттарым үҫкәндәй кеүек, ти руль артына ултырған мөмкинлектәре сикләнгән водителдәр. Водитель таныҡлығына уларҙы Өфө инструкторы өйрәтә. Сергей Веселевта уҡыр өсөн республиканан ғына түгел, ә күрше өлкәләрҙән дә  киләләр. Ул үҙенең уҡыусыларын ҡулда ғына йөрөтә. Альберт Минеевҡа 33 йәш....

1 час 57 минут назад
Смотреть видео Тишелгән тәгәрмәстәрҙе кем ямар? | ГТРК «Башкортостан»

Тишелгән тәгәрмәстәрҙе кем ямар?

Урау булһа ла, юл яҡшы. Автоһәүәҫкәрҙәрҙең күбеһе хәҙер ошо әйтемгә таяна. Өфө урамдарынан үтеүе ҡыйын, машина тәгәрмәстәрен миҙгел һайын түгел, ә соҡорға төшкән һайын алыштырырға тура килә, тип зарлана улар. Тишелгән тәгәрмәстәр өсөн кем яуап бирә? Фирҙәт Ғәлиевҡа телеүҙәккә эшкә барыу өсөн...

1 час 59 минут назад
Смотреть видео Торлаҡ-коммуналь хужалыҡтан һөҙөмтәле эш талап ителә | ГТРК «Башкортостан»

Торлаҡ-коммуналь хужалыҡтан һөҙөмтәле эш талап ителә

Күрһәткән хеҙмәттәрҙең сифатын яҡшыртырға, кешеләр өсөн уңайлы һәм имен шарттар булдырырға, халыҡ менән аралашыу психологияһын үҙгәртергә. Республиканың торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры Борис Беляев тармаҡ алдында шундай бурыстар ҡуя. Башҡортостан етәксеһе Радий Хәбировтың сентябрь Указына ярашлы...

1 час 59 минут назад
Смотреть видео Башҡортостан парламентаризмы тарихы | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостан парламентаризмы тарихы

Башҡорт Дәүләт Университетының Хоҡуҡ институты студенттары юридик фәндәр докторы Константин Борисович Толкачевтың Башҡортостан парламентаризмы тарихы тураһында лекция тыңланы. Сара Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтайҙың 25 йыллығын билдәләү планына ярашлы ойошторолдо. Парламент рәйесе белдереүенсә,...

2 часа 1 минута назад
Смотреть видео Милли проекттар | ГТРК «Башкортостан»

Милли проекттар

Республика етәкселеге Башҡортостанда милли проекттарҙы тормошҡа ашырыу буйынса маҡсатлы эш талап итә. Уҙған йыл Милли проекттарҙы тормошҡа ашырыу сиктәрендә төбәктә ҙур социаль объекттар, 28 фельдшер-акушер пункты һәм 2 балалар поликлиникаһы файҙаланыуға тапшырылған. 21 мәктәп, 3 мең 200-ҙән ашыу...

2 часа 4 минуты назад
Смотреть видео Сәләмәтлек сәғәте | ГТРК «Башкортостан»

Сәләмәтлек сәғәте

Яҡын арала Башҡортостандың барлыҡ медицина учреждениелары тулыһынса электрон документтарға күсәсәк. Был турала Хөкүмәттә үткән “Сәләмәтлек сәғәтендә” билдәле булды. Былтыр Берҙәм медицина порталы һәм мобиль ҡушымта аша миллиондан ашыу кеше табипҡа яҙылған. Киләсәктә бөтә фельдшер-акушерлыҡ...

2 часа 6 минут назад
Смотреть видео Аҡыллы видеокүҙәтеүҙең системаһы | ГТРК «Башкортостан»

Аҡыллы видеокүҙәтеүҙең системаһы

Өфөлә интеллектуаль видеокүҙәтеү  системаһы ойошторола. Был турала Хөкүмәттә беренсе тапҡыр үткән “цифралы сәғәт” кәңәшмәһендә хәбәр ителде. Республика башлығы Радий Хәбиров әйтеүенсә, цифралы иҡтисадты үҫтереү өсөн бөтә административ ресурстарҙы берләштерергә кәрәк. Күптән түгел Башҡортостан...

2 часа 8 минут назад
Смотреть видео Башҡортостан барыһы өсөн дә асыҡ | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостан барыһы өсөн дә асыҡ

Өфөлә асылған Рәсәй сәнәғәт форумында республика етәксеһе Радий Хәбиров инвесторҙар менән осрашыуҙа шулай тип белдерҙе. Ошонда уҡ Европала иң ҙуры, ә Рәсәйҙә берҙән-бер ҡояш электр станцияһы эшмәкәрлегенә рәсми старт бирелде. Яңы объект Бөрйән районы халҡы өсөн уңайлы шарттар булдыра. 19-сы...

2 часа 50 минут назад
Яндекс.Метрика