Йылытыу өсөн икеләтә түләү

Һәр ваҡыттағыса яңы йылдан һуң, кешеләр коммуналь хеҙмәтләндереү өсөн түләүҙәр артыуға зарлана. Был юлы халҡ ғинуар айында йылытыу өсөн килгән ике түләүгә ризаһыҙлыҡ белдерә. Коммуналь хеҙмәтләндереү өсөн килгән яңы түләүҙәр хатта ғүмер буйы иҡдисатсы булып эшләгән Рәшиҙә Абдрахман ҡыҙын да аптырауҙа ҡалдырған. Йылытыу өсөн ике түләү килгән, бындай хәл менән беренсегә осрашыуым, ти ханым. Йылытыу өсөн түләүҙе икенсе квитанцияға ла өҫтәгәндәр. Был йортта йәшәүсе башҡа фатир хужалары ла  ошондай сәйер хәлгә тарыған.

Ғинуар айына фатир һәм коммуналь хеҙмәттәр өсөн килгән түләү ҡағыҙҙары күптәрҙе шаҡ ҡатырғайны, сөнки йылылыҡ өсөн хаҡ ике квитанцияла билдәләнгән. Халыҡ ризаһыҙлыҡ белдереп, үҙҙәрен борсоған һорауҙарға яуап эҙләргә тотондо. Клиенттарҙы хеҙмәтләндереү үҙәгендә бигерәк тә өлкән йәштәгеләр зыҡ ҡуба…. күптәренә ғинуар өсөн  икеләтә түләү яҙғандар… аптырауҙа ҡалған халыҡ ҡайҙа мөрәжәғәт итергә лә белмәй… Күптәрҙе йылы һыу өсөн ике ойошмаға, БАШРТС һәм Өфө Һыу каналына түләү борсой.  Белгестәр әйтеүенсә, уларҙың береһе – һыуҙы йылытыу, икенсеһе — һыу менән тәъмин итеү өсөн аҡса ала.

Ике хаҡ түләргә мәжбүр булған Өфө халҡы клиенттарҙы хеҙмәтләндереү үҙәктәренән аңлатыу талап итә. Күптәрҙе борсоуға һалған ҙур сумманы, белгестәр яңы ҡанун менән бәйләй, хәҙер йылытыу өсөн түләү ҡулланыуға ҡарап сарыф ителәсәк, йәғни, ҡышын коммуналь хеҙмәтләндереү өсөн күберәк, йәйен – аҙыраҡ түләнәсәк.   Хөкүмәт ҡарары буйынса, хаҡтарҙы билдәләү буйынса эш йылдың беренсе өс айында башҡарылып бөтөргә тейеш. Ошоноң менән йылытыу өсөн өҫтәп түләүҙәр тамамланырға тейеш.

Читайте нас в Яндекс.Новостях


һУҢҒЫ ХӘБӘРҘӘР

Смотреть видео Миҙгел ауырыуҙары киҫкенләшә | ГТРК «Башкортостан»

Миҙгел ауырыуҙары киҫкенләшә

Эҫе һауа торошо, йә көндәрҙең ҡапыл һыуытыуы миҙгел ауырыуҙарының киҫкенләшеү  ихтималлығын арттыра. Йәйгеһен һаулыҡҡа тағы ла ниҙәр йоғонто яһай, улар менән нисек көрәшергә? Киләһе мәғлүмәт ошо турала.

4 июня 2020
Смотреть видео Мәскәүҙә һабантуй | ГТРК «Башкортостан»

Мәскәүҙә һабантуй

Бөгөн Мәскәүҙә йәшәүсе милләттәштәребеҙ һабантуйға йыйыла, ул быйыл ғәҙәттәгесә Коломенское музей-ҡурсаулығында түгел, ә интернет киңлектәрендә онлайн үтәсәк.  Ойоштороусыларҙың әйтеүенсә, һабан байрамының төп йолалары программала һаҡлана. Ете онлайн-майҙан аша байрам ҡунаҡтары милли көрәш...

4 июня 2020
Смотреть видео Рус теленән диктант | ГТРК «Башкортостан»

Рус теленән диктант

Рус теле көнө алдынан Башҡортостанда “Рус теленән Республика диктанты” тигән белем акцияһы үтәсәк.  Сара 5 июндә онлайн форматта ойошторола. Диктант яҙыуҙың төп маҡсаты – йәмәғәтселек иғтибарын рус телен өйрәнеүгә, белем кимәлен күтәреүгә һәм үҙ-аллы белем алыуға йәлеп итеү.  Рус...

4 июня 2020
Смотреть видео Онлайн уҡырға ин | ГТРК «Башкортостан»

Онлайн уҡырға ин

Эпидемиологик хәл быйылғы ҡабул итеү кампанияһына үҙ йоғонтоһон яһаны. Университет һәм колледждарға быйыл документтар онлайн тапшырыла. Тағы ла ниндәй үҙгәрештәр көтөлгәнен беҙҙең хәбәрселәр асыҡланы.

4 июня 2020
Смотреть видео Ауыл сәғәте | ГТРК «Башкортостан»

Ауыл сәғәте

Тәүге “Ауыл сәғәте”. Башҡортостан башлығың эш графигында яңы кәңәшмә тармағы барлыҡҡа килде. “Ауыл сәғәте” тәртибендә агросәнғәт комплексының көнүҙәк мәсъәләләре ҡараласаҡ. Был хаҡта төбәк етәксеһе Радий Хәбиров Башҡортостан Хөкүмәтендә үткән аҙналыҡ оператив кәңәшмәлә белдерҙе. Беренсе “Ауыл...

4 июня 2020
Смотреть видео Тауыш биреү көнө | ГТРК «Башкортостан»

Тауыш биреү көнө

Ил мөһим ваҡиғаға әҙерләнә – 1-се июль Рәсәй Конституцияһына төҙәтмә индереү буйынса тауыш биреү үтәсәк. Рәсәй президенты был көндө – ял көнө, тип иғлан итте. Роспотребнадзор тәҡдименә ярашлы һәр участокта ҡулдарҙы дезинфекциялау һәм битлек менән бирсәткәләр тапшырыу пункты урынлашасаҡ, шулай уҡ...

4 июня 2020
Смотреть видео “Асыҡ һыу” Халыҡ-ара әрме уйындарына әҙерлек | ГТРК «Башкортостан»

“Асыҡ һыу” Халыҡ-ара әрме уйындарына әҙерлек

Башҡортстанда хәрби инженерҙар төбәктең иң ҙур йылғаһы аша үтеүҙә үҙҙәрен һынаны. Улар “Асыҡ һыу” Халыҡ-ара әрме уйындарының бер этабына әҙерләнә. Тулыраҡ киләһе репортажда. Инженер разведкаһының төп маҡсаты - Һыу аша сығыу өсөн бөтә ҡаршылыҡтарҙы асыҡларға һәм юҡ итергә. Ярҙа күренгән дошманды...

3 июня 2020
Смотреть видео Күп ҡатлы йорттарҙә капиталь ремонт яңынан башланды | ГТРК «Башкортостан»

Күп ҡатлы йорттарҙә капиталь ремонт яңынан башланды

Республикала йорттарҙы капиталь ремонтлау программаһы яңынан башланды. Үҙизоляция ваҡытында ул туҡтатылған ине. Эпидемиологик хәлгә бәйле фасад һәм биналарҙың ҡыйыҡтарын алмаштырыу эштәре генә башҡарыласаҡ. Төбәк операторы битлек режимын һәм санитар-эпидемиологик нормаларҙы үтәүҙе контролдә тота....

3 июня 2020
Смотреть видео Балаларға президент түләүҙәре | ГТРК «Башкортостан»

Балаларға президент түләүҙәре

Республикала әлеге көндә 445 меңдән ашыу балаға президент түләүҙәре күсерелде. 10 мең күләмендәге бер тапҡыр түләнгән аҡса 3 йәштән 16 йәшкә тиклемге балаларға тәғәйен. Был пандемия осоронда ғаиләләргә ярҙам сараһы булараҡ түләнә.     

3 июня 2020
Смотреть видео “Сәләмәтлек аллеяһы” | ГТРК «Башкортостан»

“Сәләмәтлек аллеяһы”

Өфө районында “Сәләмәтлек аллеяһы” барлыҡҡа килде. Ағастарҙы Башҡортостан Хөкүмәте ағзалары республика инфекцион дауаханаһын асыу айҡанлы ултырта. Министрҙар кабинетының күсмә ултырышы был юлы ғәҙәти булмаған форматта -  саф һауала ҡулдарға көрәктәр тотоп үтте. Аллеяның исеме ташҡа яҙылған....

3 июня 2020
Яндекс.Метрика