Һатып алынған ерҙәр төҙөлөш өсөн ҡулайлы түгел

 Өфө районы Рус Юрмашы ауыл советында урынлашҡан 50 гектар ер бүлемендә  баҡсасылар ширҡәте төҙөлөргә тейеш булған. Әммә һуңынан был участоктарҙың ауыл хужалығы тәғәйенәленешендәге ерҙә урынлашыуы асыҡлана. Хәләл аҡсаһына ер бүлемдәре һатып алып, йор һалыу тураһында хыялланған халыҡ ғәҙеллек эҙләй. Рәфис Дауытов 2014 йылда уҡ ер һатып алған. Хаҡлы ялға сыҡҡас, үҙ йортонда йәшәргә хыялланған ир, суд тупһаларын тапармын, тип һис тә уйламаған. Ҡурай-тау баҡсасылар ширҡәте М5 трассаһынан 5 саҡырым алыҫлыҡта урынлашҡан.  Хужалар үҙҙәренең ер биләмәләренә үтә алмай, юл күптән таҙартылмай.

400 бүлем хужаһы хәҙер төҙөлөш эштәрен башлай алмай. Ер биләмәләрен һатҡан “Өфөградстрой” компанияһы үҙен банкрот, тип иғлан иткән. Шулай ҙа бер нисә ер хужаһы ҙур йорттар һалып өлгөргән. Ҡурайтау баҡсасылар ширҡәтенә юл юҡ. Йорт хужалары көрт аша көн дә тиерлек өйҙәрен килеп ҡарап китергә мәжбүр.

Хәбәрсе. Әҙер йорттарҙың тәҙрәләре, ишектәре, хатта өй эсендәге әйберҙәр урлана. Ҡәүһәр Вәлинуров йәйәүләп эштән ял көндәрендә өйөн һаҡларға килә, сөнки төҙөлөш материалдарынан тыш, йортҡа шәхси әйберҙәр ҙә күсерелгән. Тиҫтәләгән ғаиләләргә ҡуртымға алынған фатирҙарҙа йәшәргә тура килә.  Участоктар тәүҙә баҡсасылыҡ алып барыу өсөн тәғәйенләнгән булһа, йыл ярымдан һуң документтарҙың ялғанлығы асыҡлана. 50 га ер Рус Юрмашы ауыл советы биләмәһенә инә. Алданған халыҡ хакимиәт тупһаларын көн дә тиерлек тапай, әммә ыңғай яуап юҡ. Йәшелсә үҫтереп, ҡош-ҡорт аҫрап йәшәргә теләгән халыҡ һатып алған ерҙәрендә бесән үҫтерергә тейеш.

Ә дөрөҫ ҡулланмаған өсөн штраф һалына, йәйен бәрәңге сәскәндәргә хәҙер 10 мең һум түләргә тура килә. Был  хәл беренсе тапҡыр ғына осрамай. Беҙҙең телеканал алданған милекселәр хаҡында сюжет төшөрөп күрһәткәйне. Билдәле булыуынса, Булгаков баҡсалары, Автомобилист, Престиж коттедж ҡасабаларында суд тикшереүҙәре дауам итә. Рус Юрмашы ауыл советындағы ваҡиға менән прокуратура шөғөлләнә. Ер һатып алыусыларға дәғүә юҡ, тип билдәләй прокуратура. Беренсе суд ултырышы күсерелгән, алданыусыларҙы алда суд ултырыштары көтә.

Читайте нас в Яндекс.Новостях

һУҢҒЫ ХӘБӘРҘӘР

Смотреть видео «Беҙ бергә!» концерт-марафонды | ГТРК «Башкортостан»

«Беҙ бергә!» концерт-марафонды

Мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре көнөн Башҡорт дәүләт филармонияһы артистары ҙур концерт менән билдәләне. «Беҙ бергә!», тип аталған концерт-марафонды тамашасы « Башҡортостан-24 » каналы аша тура эфирҙа ҡараны. Тамашасы күренмәй, алҡыштар ишетелмәй! Тәү ҡарашҡа был репетиция кеүек. Әммә сағыу костюмдарҙа,...

27 марта 2020
Смотреть видео Онлайн-дәрестәр | ГТРК «Башкортостан»

Онлайн-дәрестәр

Республикала карантин башланыу сәбәпле, хәҙер балалар менән берлектә ололарға ла өйҙәрендә ултырырға тура килә. Ваҡытты файҙалы үткәреү өсөн күптәр интернет аша онлайн-дәрестәргә яҙыла. Берәүҙәр телефон йә иһә компьютер аша  китап уҡыһа, икенселәре иһә бейеү хәрәкәттәрен үҙләштерә. Интернет...

27 марта 2020
Смотреть видео Йөрәккә хәүефһеҙ операция | ГТРК «Башкортостан»

Йөрәккә хәүефһеҙ операция

 Башҡортостанда беренсе тапҡыр аорта кәмселеге менән пациенттарға йөйһөҙ биоклапан ҡуйылды. Айырыуса өлкән йәштәгеләр өсөн бындай алым ҡулайлы. Мәскәү кардиохирургы БДМУ клиникаһы белгестәре менән тәжрибә уртаҡлашты.. Яңы клапанды пациент йөрәгенә ҡуйыр алдынан  Мәскәү хирургы Вадим...

27 марта 2020
Смотреть видео Остеопороз һәм остеортрит буйынса төбәк-ара конференция | ГТРК «Башкортостан»

Остеопороз һәм остеортрит буйынса төбәк-ара конференция

Коронавирус сәбәпле “Остеопороз һәм остеортрит буйынса төбәк-ара конференция” ла онлайн режимда үтте. Мәскәү, Санкт-Петербург, Екатеринбург ҡалаларынан һәм күрше төбәктәрҙән профессорҙар, медицина эшмәкәрҙәре видео аша республика табиптарына лекция уҡыны. Остеопороз һәм остеортрит сирҙәре өлкәндәр...

27 марта 2020
Смотреть видео Коронавирус сәбәпле бөтә донъяла тиерлек карантин иғлан ителгән | ГТРК «Башкортостан»

Коронавирус сәбәпле бөтә донъяла тиерлек карантин иғлан ителгән

Эпидемия киң таралған сит илдәрҙә йәшәүсе милләттәршәтеребеҙ әйтеүенсә, халыҡ үҙҙәрен тыныс тота, аҙыҡ-түлеккә ҡытлыҡ юҡ. Әммә магазиндарға бер-нисә кешене генә индерәләр, шуға сираттар барлыҡҡа килә, ти улар. Хәл киҫкен булған Италияла барыһы ла карантинда ултыра. Тышҡа аҙыҡ-түлек, йәки дарыуҙар...

27 марта 2020
Смотреть видео Коронавирусҡа бәйле һорауҙар буйынса колл-үҙәк эшләй | ГТРК «Башкортостан»

Коронавирусҡа бәйле һорауҙар буйынса колл-үҙәк эшләй

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, Башҡортостанда Коронавирусҡа бәйле һорауҙар буйынса колл-үҙәккә шылтыратырға мөмкин. Бында сиргә бәйле бар мәғлүмәт туплана, республикалағы хәлде лә күҙәтеп баралар. Берҙәм диспетчер хеҙмәтенә мөрәжәғәт итеүселәр көндән көн арта. Тәүлек әйләнәһенә 12 пост бөтә шылтыратыуҙарға...

27 марта 2020
Смотреть видео Башҡортостанда карантин | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостанда карантин

Башҡаланың алты дауаханаһы инфекцион госпиталь ойоштороу ҡағиҙәләре буйынса дәрәжәһен үҙгәртә. Республика хөкүмәте коронавирус инфекцияһы таралыуҙы иҫкәртеүҙең өҫтәмә сараларын видео бәйләнеш кәңәшмәһендә барланы. Йоғошло сиргә юғары кимәлдәге әҙерлек тәртибе тураһындағы Указға бөгөн йәнә яңылыҡтар...

27 марта 2020
Смотреть видео Яҙ нимә сәсһәң, көҙөн шуны урырһың | ГТРК «Башкортостан»

Яҙ нимә сәсһәң, көҙөн шуны урырһың

Март айының икенсе яртыһы - баҡсасылар өсөн ҡыҙыу мәл. Ҡыяр, томат, татлы борос үҫентеләре ултыртылған да инде. Туғыҙынсы тиҫтәһен ҡыуған Анатолий Ивановичтың һәр иртәһе үҫемлектәрен тәрбиәләүҙән, улар менән һөйләшеүҙән башлана. Улар бала кеүек, кәрәкле иғтибар булмағанда, бирешеп баралар, ти...

26 марта 2020
Смотреть видео Йөрәк кәмселеген юҡ итеү | ГТРК «Башкортостан»

Йөрәк кәмселеген юҡ итеү

Республика кардиология үҙәгендә кардиохирургтар махсус ҡоролма ярҙамында йөрәккә операция эшләне. Был ҡоролманы Италия белгесе уйлап тапҡан. Эустахио  Онорато  урындағы хирургтар менән видеобәйләнешкә сығып, тәжрибәһе менән уртаҡлашты. Операция өҫтәлендә 58 йәшлек ир. Ул йөрәк кәмселеге...

26 марта 2020
Смотреть видео Короновирус инфекцияһы өлкән йәштәгеләр өсөн айырыуса ҡурҡыныс | ГТРК «Башкортостан»

Короновирус инфекцияһы өлкән йәштәгеләр өсөн айырыуса ҡурҡыныс

Шуға ла үҙҙәрен изоляциялаған пенсионерҙарға волонтерҙар ярҙамға ашыға. Аҙыҡ-түлек, дарыуҙар һәм башҡа кәрәк-яраҡты йорттарына алып килә. Кемгә аҙыҡ-түлек, кемгә дарыу йә уны алыу өсөн рецепт кәрәк. Студент-ирекмәндәр өлкән йәштәгеләрҙең һәр үтенесен иғтибар менән тыңлап ярҙам итергә тырыша. Нм...

26 марта 2020
Яндекс.Метрика