Радий Хәбиров Өфөләге “аҡыллы туҡталыштарҙы” тәнҡитләне

Мәғлүмәт-бәйләнештәр үҙәге мөмкинлектәре ҡала хәүефһеҙлеген тәьмин итеүҙә төп ҡоралдарҙың береһе буласаҡ. Республика башлығы Радий Хәбиров башҡала буйлап эш сәфәре барышында Интеллектуаль видеокүҙәтеү системаhы эше менән танышты. Башҡала урамдарындағы йәмәғәт тәртибен меңгә яҡын видеокамера күҙәтә. Шуларҙың 178-ҙе Ленин урамын, 773-ө Ингорс биҫтәһендә урынлашҡан. Республика мәғлүмәт-бәйләнеш технологиялары үҙәгендә интеллектуаль видеокүҙәтеү комплекслы системаһы эше яйға һалынған. Үҙәктәге яңылыҡтар менән Радий Хәбиров ҡыҙыҡһына. Ҡала урамдары, күмәк ял майҙандарында камералар селтәрен ҡороу  республика башлығының тәҡдиме. Йәмәғәт тәртибе һағы халыҡ именлеге һәм ҡала хәүефһеҙлеге өсөн мөһим. Башҡала хакимиәте башлығы фекеренсә, бындай камералар күмәк саралар ойошторолған “Ватан” паркында ла талап ителә. Цифра үҫеше министры иһә “Башҡортостан ихаталары” программаһы сиктәрендә күп фатирлы йорт ихаталарында ла видеокүҙәтеү урынлаштырыу яҡлы.

Калинин районының Инорс биҫтәһендә йәмәғәт транспорты өсөн 20 “аҡыллы” туҡталыш та интеллектуаль видеокүҙәтеү комплекслы системаһы сиктәрендә төҙөлгән. Бында транспорт йөрөшө таблоһынан тыш 112 хеҙмәтен ашығыс саҡырыу мөмкинлеге бар.  Бушлай Wi-Fi, Интернетҡа инеү, USB-порты, диодлы яҡтыртҡыстар, ғәҙәттән тыш хәл осрағында белдереү ҡоролмаһы ҡуйылған.  Заманса  ҡорамалдар менән Инорстағы элекке туҡталыштар ҙа йыһазландырыласаҡ. Радий Хәбиров аҡыллы йыһаздарҙың эшен ғәмәлдә тикшереп ҡарай.  

Инорс микрорайонында енәйәттәр һанын 20 процентҡа кәмегән Былтыр көҙ асылған йәмәғәт именлеге участка пункты хеҙмәткәрҙәре ла тәртип һағында. Пункт ҡарамағында 13 мең кеше, шуларҙың 3 меңе балалар. Нөктәлә балиғ йәшенә етмәгәндәр эше буйынса инспектор ҙа бар. Радий Хәбиров балалар һәм үҫмерҙәр араһында енәйәтселекте иҫкәртеү сараларын күрергә ҡушты. Йәш ғаиләләр күпләп фатир һатып алған яңы торлаҡ кварталында оҙаҡламай Өфөләге иң ҙур мәктәп төҙөлөшө башланған. Ул 1650 уҡыусыға иҫәпләнгән. Әлегә иһә бында өс ҡатлы бинала заманса балалар баҡсаһы әҙер. Республика башлығы музыка һәм физкультура залдарын, балаларға өҫтәмә белем биреү бүлмәләрен ҡараны. Бинаның айырым видеокүҙәтеү селтәре, янғын иҫкәртеү системаһы бар. Балалар баҡсаһы бөгөндән 15 төркөмгә 345 баланы ҡабул итергә әҙер.

Зауыҡлы биләмәләр йылында башҡаланың Беренсе май паркын төҙөкләндереү тамамланыу алдында. Биләмәлә “Ғашиҡтар аллеяһы” барлыҡҡа киләсәк. Радий Хәбиров фекеренсә, бындай парктар тотош республика өсөн юғары сифатлы ял майҙандары стандартын нығыта. Паркты ҡайтанан ҡороу ике этапта үтә. Төҙөүселәр яһалма һыу ятҡылығы, уның ярында концерт залы менән амфитеатр ҡорорға ниәтләй. Калинин районындағы Йылы күл дә республика башлығының иғтибарынан ситтә ҡалманы. Радий Хәбиров был биләмәне лә Өфө халҡының яратҡан ял урыны итеп күрергә теләй. Хакимиәт башлыҡтарына яр буйын нығытыу, күләмле төҙөкләндереү проектын әҙерләргә һәм эштәрҙе 2022 йылға тиклем атҡарып сығырға тәҡдим итә. Сипайлово биҫтәһендә Ҡашҡаҙан күлен таҙартыу эштәре иһә күптән бара.

Подряд ойошмаһы вәкилдәре белдереүенсә бөгөнгә күл төбөнән оҙаҡ йылдар йыйылған ләм һәм батҡаҡты 400 машинаға тейәп сығарылған. Бер ыңғай күл төбөн тәрәнәйтеү эштәре алып барыла. Төҙөүселәрҙең һәр хәрәкәте урындағы халыҡтың етди йәмәғәт күҙәтеүе аҫтында.

Күл буйын төҙөкләндереү һыу ятҡылығының тәбиғи үҙенсәлеген тергеҙеүҙе күҙ уңында тота. Бында һыу үҫемлектәре сәселә, микроорганизмдар үрсетелә, аэрация фонтандары ҡуйыла, ә яр буйында ағастар ултыртылып йәйәүлеләр һуҡмағы һалынасаҡ.

Күл төбөн таҙартыу эштәре махсус рәүештә ҡышын башҡарыла. Төҙөүселәр фекеренсә, был ысул тирә-яҡ мөхиткә зарарҙы кәметә һәм халыҡҡа уңайһыҙлыҡтар тыуҙырмай. Ҡашҡаҙан күлен тулыһынса төҙөкләндереү эштәре көҙгә тамамланыр, тип көтөлә.

Читайте нас в Яндекс.Новостях


һУҢҒЫ ХӘБӘРҘӘР

Смотреть видео Хеҙмәт ҡаһарманлығы ҡалаһы  | ГТРК «Башкортостан»

Хеҙмәт ҡаһарманлығы ҡалаһы

Өфөлә «Хеҙмәт ҡаһарманлығы ҡалаһы» стеллаһын ҡуйыу урынын һайлау буйынса онлайн-тауыш биреү башланды. Мемориалды урынлаштырыу өсөн ике урын тәҡдим ителә. Уның беренсеһе Беренсе Май урамында Еңеү паркындағы Еңеү аллеяһы, икенсеһе – Ленин һәм Зәки Вәлиди урамдары киҫелешендә, парк алдындағы майҙансыҡ...

6 часов 27 минут назад
Смотреть видео Автомобиль ҡуйыу урындары түләүле булыуы ихтимал | ГТРК «Башкортостан»

Автомобиль ҡуйыу урындары түләүле булыуы ихтимал

Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаттары беренсе уҡыуҙа түләүле парковкалар тураһында законпроект ҡабул итте. Шулай итеп, халыҡ вәкилдәре баш ҡалабыҙҙың үҙәк урамдарын машиналарҙан бушатыу, дәүләт һәм муниципаль ерҙәрҙә туҡталҡа өсөн түләү индереүҙе планлаштыра. Башҡаланың тарихи үҙәгендә ...

6 часов 28 минут назад
Смотреть видео Башҡортостанда аҙна аҙағына тиклем эҫе буласаҡ | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостанда аҙна аҙағына тиклем эҫе буласаҡ

Һауа температураһы урыны менән 35 градусҡа етер, тип көтөлә. Урман хужалығы һәм Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлыҡтары ҡырға сыҡҡанда айырыуса уяу булырға саҡыра. Һуңғы тәүлектә 17 гектарҙа янғын сығыу осрағы теркәлгән. Бөрйән һәм Белорет райондарында ут һүндерелгән. Хәүефле миҙгел башланғандан алып...

6 часов 28 минут назад
Смотреть видео Коронавирус сигенергә ашыҡмай | ГТРК «Башкортостан»

Коронавирус сигенергә ашыҡмай

Көн һайын 3 тиҫтәнән ашыу кеше Ковид 19 сиренә дусар була. Башҡортостанда сир йоҡтороусыларҙың дөйөм һаны 7 меңгә яҡынлаша. Эпидемия башланғандан алып 5 мең 300 кеше һауығып сыҡҡан, 23 кеше һәләк булған. Ил буйынса 860 меңдән ашыу кеше коронавирус йоҡторған. Һәләк булыусылар-14 меңдән ашыу....

6 часов 29 минут назад
Смотреть видео Йүнсел йүнен таба | ГТРК «Башкортостан»

Йүнсел йүнен таба

Ишембай районы Ҡанаҡай ауылында йәшәүсе Йыһанбаевтар ғаиләһе 1 йыл элек үҙ фермер хужалығы менән шөғөлләнә башлай. Үҙ хужалығың менән шөғөлләнер өсөн эшләргә лә эшләргә кәрәк. Был донъяла ниндәй генә үҙенсәлекле кәсептәр юҡ. Шуларҙың береһен күрер өсөн ошо йорттоң баҙына төшәбеҙ. Ә бында......

7 часов 23 минуты назад
Смотреть видео Хеҙмәт ҡаһарманлығы ҡалаһы | ГТРК «Башкортостан»

Хеҙмәт ҡаһарманлығы ҡалаһы

Өфөлә «Хеҙмәт ҡаһарманлығы ҡалаһы» стеллаһын ҡуйыу урынын һайлау буйынса онлайн-тауыш биреү башланды. Мемориалды урынлаштырыу өсөн ике урын тәҡдим ителә. Уның беренсеһе Беренсе Май урамында Еңеү паркындағы Еңеү аллеяһы, икенсеһе – Ленин һәм Зәки Вәлиди урамдары киҫелешендә, парк алдындағы майҙансыҡ...

7 часов 25 минут назад
Смотреть видео Автомобиль ҡуйыу урындары түләүле булыуы ихтимал | ГТРК «Башкортостан»

Автомобиль ҡуйыу урындары түләүле булыуы ихтимал

Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаттары беренсе уҡыуҙа түләүле парковкалар тураһында законпроект ҡабул итте. Шулай итеп, халыҡ вәкилдәре баш ҡалабыҙҙың үҙәк урамдарын машиналарҙан бушатыу, дәүләт һәм муниципаль ерҙәрҙә туҡталҡа өсөн түләү индереүҙе планлаштыра. Башҡаланың тарихи үҙәгендә ...

7 часов 27 минут назад
Смотреть видео Башҡортостанда аҙна аҙағына тиклем эҫе буласаҡ | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостанда аҙна аҙағына тиклем эҫе буласаҡ

Һауа температураһы урыны менән 35 градусҡа етер, тип көтөлә. Урман хужалығы һәм Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлыҡтары ҡырға сыҡҡанда айырыуса уяу булырға саҡыра. Һуңғы тәүлектә 17 гектарҙа янғын сығыу осрағы теркәлгән. Бөрйән һәм Белорет райондарында ут һүндерелгән. Хәүефле миҙгел башланғандан алып...

7 часов 28 минут назад
Смотреть видео Башҡортостанда аҙна аҙағына тиклем эҫе буласаҡ | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостанда аҙна аҙағына тиклем эҫе буласаҡ

Һауа температураһы урыны менән 35 градусҡа етер, тип көтөлә. Урман хужалығы һәм Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлыҡтары ҡырға сыҡҡанда айырыуса уяу булырға саҡыра. Һуңғы тәүлектә 17 гектарҙа янғын сығыу осрағы теркәлгән. Бөрйән һәм Белорет райондарында ут һүндерелгән. Хәүефле миҙгел башланғандан алып...

7 часов 28 минут назад
Смотреть видео Коронавирус сигенергә ашыҡмай | ГТРК «Башкортостан»

Коронавирус сигенергә ашыҡмай

Көн һайын 3 тиҫтәнән ашыу кеше Ковид 19 сиренә дусар була. Башҡортостанда сир йоҡтороусыларҙың дөйөм һаны 7 меңгә яҡынлаша. Эпидемия башланғандан алып 5 мең 300 кеше һауығып сыҡҡан, 23 кеше һәләк булған. Ил буйынса 860 меңдән ашыу кеше коронавирус йоҡторған. Һәләк булыусылар-14 меңдән ашыу....

7 часов 30 минут назад
Яндекс.Метрика