Республикала үҙәкләштерелгән лабораториялар эш башлай

 Өфө ҡалаһының 13-сө клиник дауаханаһында заман талаптарына яуап биргән яңы лаборатория асылды. Медицина учреждениеһы баш ҡалала йәшәүселәрҙең өстән бер өлөшөн хеҙмәтләндерәсәк. Анализдарҙы тиҙҙән элекке кеүек сиратта тормайынса  тапшырырға мөмкин буласаҡ. Һөҙөмтәләр электрон почта аша пациентҡа, йә иһә табипҡа йүнәлтелә. Лаборатория баш ҡаланың төньяҡ өлөшөндә йәшәүселәрҙе хеҙмәтләндерәсәк, унда алты поликлиникала тапшырылған анализдарҙы килтереү ҡаралған. Йүнәлтмәләге штрих-код ярҙамында пациентҡа ниндәй анализдар тапшырыу кәрәклеге компьютерҙа күренә.

Дөйөм тикшереүҙән тыш, онкомаркер, биохимия, гормондарға айырым пробиркалар билдәләнгән. Бар эштәр ҙә электрон форматта башҡарыла. Табиптар әйтеүенсә, лабораторияла бер белгескә 30 мең, ә үҙәкләштерелгән лабораторияларҙа – 85 мең тикшереү тура килә. Шулай итеп, яңы технологиялар эште тиҙләтергә һәм уңайлыраҡ, сифатлыраҡ итергә ярҙам итә.

Табиптар әйтеүенсә, был үҙгәрештәр халыҡҡа уңайлыраҡ булһын өсөн эшләнә. Үҙәкләштерелгән лаборатория хеҙмәттәре илдең 29 төбәгендә асылған. Күләмле проектта Өфөләге 13-сө клиник дауахананан тыш, Ҡыуатов исемендәге республика клиник дауаханаһы ла ҡатнаша.Диагнозды дөрөҫ ҡуйыуҙың 80 проценты анализды теүәл тикшереүҙән тора,  яңы ҡорамалдар ярҙамында хаталар ҙа китмәй, ти белгестәр. Был ҡоролма бер сәғәт эсендә 1200 анализ эшләй ала. Бер үк ваҡытта 60 төрлө күрһәтмә әҙер була. Киләсәктә бер ыңғай 5000 төрлө анализ әҙерләй торған ҡоролма ла урынлаштырыласаҡ, ти белгестәр.

Подпишитесь на нас в ВКонтакте


һУҢҒЫ ХӘБӘРҘӘР

Башҡортостан еләк-емеш баҡсаһы | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостан еләк-емеш баҡсаһы

“Столыпино” агрокомплексы биләмәһендә Рәсәйҙә иң ҙур еләк баҡсаһы барлыҡҡа килеүе ихтимал. Хужалыҡ илдең алдынғы селекция институттары һәм Рәсәй предприятиелары менән хеҙмәттәшлек тураһында лицензион килешеүҙәр төҙөүгә өлгәшкән. Был турала Республика башлығы Радий Хәбировтың Кушнаренко районына эш...

3 июля 2020
Изгелек бумерангы | ГТРК «Башкортостан»

Изгелек бумерангы

Ғаилә аҙнаһы уңайынан  Башҡортостанда “Изгелек бумерангы” акцияһы иғлан ителә. Республиканың төрлө ҡала райондарында 6 июлдән 31-нә тиклем мохтаж ғаиләләр өсөн бала кәрәк-яраҡтары, кейем-һалым, уйынсыҡ, мебель, коляска, велосипед кеүек алмаш ҡулланышлы әйберҙәр ҡабул ителә. Улар өр-яңы ла,...

3 июля 2020
Такси бушлай | ГТРК «Башкортостан»

Такси бушлай

Өфөлә социаль такси эшләй башланы.  «Deafмобиль» хеҙмәтен физик мөмкинлеге сикләнгән балалар, уларҙы оҙатып йөрөүселәр, беренсе группа инвалидтары айына биш тапҡыр бушлай файҙалана ала. Водителдәр сәғәт иртәнге етенән киске унға тиклем ял һәм тәнәфесһеҙ эшләй. Пассажирға таксиға ултырыр...

3 июля 2020
Смотреть видео Боден күле өҫтөндәге авиафажиғәгә 18 йыл | ГТРК «Башкортостан»

Боден күле өҫтөндәге авиафажиғәгә 18 йыл

2002 йылдың 2-се июленә ҡарай төндә Башҡортостандан Испанияға ялға осҡан балалар самолеты Германия биләмәһендә һәләкәткә осрай. Авиадиспетчер хатаһы арҡаһында Башҡортостан һауа юлдарының ТУ-154М самолеты һәм «Боинг 757» йөк самолеты бәрелешә. Фажиғәлә 71 кеше, шул иҫәптән 52 баланың ғүмере өҙөлә....

3 июля 2020
Смотреть видео Башҡортостанда Рәсәйҙәге тәүге аграр аҙыҡ-түлек кластеры төҙөлә | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостанда Рәсәйҙәге тәүге аграр аҙыҡ-түлек кластеры төҙөлә

Был ҡарар республика хөкүмәтендә Радий Хәбиров онлайн-кәңәшмә тәртибендә үткәргән “Ауыл сәғәтендә”  ҡабул ителде. Беҙ аграр төбәктә йәшәйбеҙ, халыҡҡа Башҡортостанда етештерелгән тауар һатып алыу мөмкинлеге кәрәк, тине республика башлығы. Радий Хәбиров ауыл хужалығы министрлығы менән сауҙа һәм...

3 июля 2020
Смотреть видео Хаҡтар арта | ГТРК «Башкортостан»

Хаҡтар арта

1-се июлдән үҙгәрештәр ғәмәлгә инде. Бигерәк тә ул пенсионерҙар, студенттар, водителдәр, үҙмәшғүллек менән булышҡандар һәм инвалидтарға ҡағыла. Ә иң ҙур ярҙамдарҙың береһен 16 йәшкә тиклемге балаһы булған ғаиләләр көтә. Улар 10 мең һум күләмендә бер тапҡыр бирелә торған түләү ала. Бер бүлмәле...

3 июля 2020
Смотреть видео Үҙгәрештәр хупланды | ГТРК «Башкортостан»

Үҙгәрештәр хупланды

Илдә Конституцияға үҙгәрештәр индереү буйынса тауыш биреүгә яҡынса йомғаҡ яһалды. Рәсәй халҡы Президент Владимир Путин тәҡдим иткән төҙәтмәләргә ыңғай яуап бирҙе. Башҡортостанда ла электораттың 89 процентҡа яҡыны үҙгәрештәрҙе хуплаған. Ил киләсәге ил граждандары ҡулында. Рәсәй Конституцияһына...

3 июля 2020
Мәктәпкә әҙерләнергә ярҙам | ГТРК «Башкортостан»

Мәктәпкә әҙерләнергә ярҙам

Башҡортостанда “Мәктәпкә әҙерләнергә ярҙам ит” хәйриә акцияһы иғлан ителде. Республиканың ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы был сараны быйыл 10-сы тапҡыр ойоштора. Ғәҙәттә акция 1 июлдән 31 августҡа тиклем дауам итә. Уның маҡсаты – киҫкен хәлдә ҡалған ғаиләләргә балаларын яңы уҡыу...

2 июля 2020
Помидор татлы булһын өсөн  | ГТРК «Башкортостан»

Помидор татлы булһын өсөн

Ҡайһы саҡта помодорҙың уңышы мул, ә емеше тәмһеҙ була. Был күренеш тик сортҡа бәйләнмәгән. Был үҫемлек калий һәм фосфорға мохтаж.  Тәжрибәле баҡсасылар томатҡа татлы тәм бирер өсөн махсус  ашлама ҡуллана. Уның нигеҙендә ... банан ҡабығы. Банан кеше генә түгел, баҡса үҫентеләре өсөн дә бай...

2 июля 2020
«Башҡорт теле йылы» проекты 3 млн һумлыҡ грант алды | ГТРК «Башкортостан»

«Башҡорт теле йылы» проекты 3 млн һумлыҡ грант алды

«Башҡорт теле йылы» проектын тормошҡа ашырыуҙа Башҡортостандың гражданлыҡ йәмғиәтенә булышлыҡ итеү фонды ярҙам итә. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, проект Башҡортостан Башлығының республикабыҙ халыҡтары телдәрен һаҡлауға һәм үҫтереүгә тәғәйенләнгән грантына лайыҡ булды. Бөгөн Башҡортостандың гражданлыҡ...

2 июля 2020
Яндекс.Метрика