Дауаланыу урынына – штраф

Өфөлә инвалид балаһын реабилитация үҙәгенә алып килгән иргә автомобилен тейешле урынға ҡуймаған өсөн штраф яҙғандар. Ә водитель, үҙ сиратында, медицина учреждениелары янында транспорт ҡалдырырға майҙансыҡтар юҡ һәм юлдар таҙартылмаған, тип зарлана. Артур Ғәлиевҡа мөмкинлектәре сикләнгән балаһын реабилитация үҙәгенә алып кереп сыҡҡансы, штраф тураһындағы ҡағыҙ ҡалдырып киткәндәр. Асыҡланыуынса, ул үҙе лә белмәҫтән, машинаһын хужалыҡ майҙансығында ҡалдырған. Әммә автомобиль ҡуйырға башҡа урын юҡ ине, ти ул.

Медицина учреждениелары янында мөмкинлектәре сикләнгән кешеләргә машина ҡуйыу урындарының аҙ, йәки бөтөнләй булмауы ғәҙәти күренеш. Булған осраҡта ла, уларҙы башҡа автоһәүәҫкәрҙәр алып бөтә. Мәҫәлән, Өфөнөң беренсе поликлиникаһы янындағы туҡталҡала шундай күренеште күҙәтергә мөмкин. Пушкин урамында урынлашҡан Күҙ ауырыуҙары институты бинаһы эргәһендә лә ошондай уҡ хәл.

Машиналар өҫтө-өҫтөнә тора тиергә мөмкин. Ысынлап та, мөмкинлектәре сикләнгән, хәрәкәттәр ауыр бирелгән, сирләгән кешеләргә ҡыйынға тура килә. Әгәр ҙә улар машиналарын йыраҡта ҡалдырһалар, бигерәк тә, ҡышын, көрт аша дауаханаға барып та етә алмайҙар. Ә транспортты медицина учреждениеһына яҡыныраҡ ҡалдырһалар, ҡағиҙәләрҙе боҙорға тура килә. Был осраҡта уларға штраф яҙыуҙары һәм хатта машиналарын эвакуацияуҙары мөмкин.

Водителдәр әйтеүенсә, әгәр ҙә юл буйы ҡарҙан ваҡытында таҙартылған булһа, машина ҡуйырға урындар күберәк булыр ине. Әммә коммуналь хеҙмәттәр кире фекерҙә.Ошолай өҙлөкһөҙ әйләнеш барлыҡҡа килә: юл буйында көрт булғанға транспортты ҡуйырға урын юҡ, ә ҡарҙы алып сығырҙар ине — машиналар ҡамасаулай. Ҡайһы бер водителдәр хатта телефон номерҙарын да ҡалдырмай. Тап шундайҙар арҡаһында юлдарҙың ҡайһы бер участкаларында ҡар өйөмдәре ятып ҡала. Юлдарҙағы тәртипте күҙәтер өсөн Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге инспекторҙары махсус рейдҡа сыға.Ҡар өйөмдәре булған ерҙә юл тарая һәм машиналар хәрәкәте ҡатмарлана.

Бындай хәлдәр ҡабатланмаһын өсөн инспекторҙар коммуналь хеҙмәттәрҙе иҫкәртеп, акт төҙөй. Йыл башынан алып бер ай эсендә генә 4 меңдән ашыу ҡағиҙә боҙоу осрағы теркәлгән. Ҡала хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, юлдарҙы һәм парковкаларҙы ҡарҙан таҙартыу эше тәүлек әйләнәһенә алып барыла. Төп эштәр, башлыса, төнгө ваҡытҡа ҡалдырылһа ла, көндөҙ ҙә туҡтатылмай. Ҡамасаулаған автомобилдәр ваҡытлыса ғына икенсе урынға күсерелеп тора. Тимәк, киләсәктә парковкаларға бәйле мәсьәләләр хәл ителер, тип көтөлә.

Читайте нас в Яндекс.Новостях


һУҢҒЫ ХӘБӘРҘӘР

Шоколад кемгә файҙалы | ГТРК «Башкортостан»

Шоколад кемгә файҙалы

11 июлдә билдәләнгән Бөтә донъя шоколад көнө уңайынан белгестәр был татлы ризыҡтың ыңғай сифаттарына байҡау яһай. Ғилми тикшеренеүҙәр шоколадтың сәләмәтлеккә файҙалы булыуын, бигерәк тә эмоциональ көсөргәнешкә дусар уҡытыусылар, артистар, табиптар өсөн уның алыштырғыһыҙ булыуын дәлилләй. Гормональ...

10 июля 2020
Хәүефһеҙлек ҡағиҙәләре үтәлеше тикшерелә | ГТРК «Башкортостан»

Хәүефһеҙлек ҡағиҙәләре үтәлеше тикшерелә

Өфөнөң сауҙа үҙәктәрендә санитар-эпидемиологик талаптарҙың үтәлешен тикшереү дауам итә. Профилактика рейдтарында Роспотребнадзорҙың төбәк идаралығы белгестәре, полиция һәм киң мәғлүмәт саралары вәкилдәре ҡатнаша. Комсомол, Завод, Һәҙиә Дәүләтшина урамдарында урынлашҡан сауҙа нөктәләрендә...

10 июля 2020
 Эҫелә ... һыуҙан һаҡлан | ГТРК «Башкортостан»

Эҫелә ... һыуҙан һаҡлан

Республика биләмәһендә һыу ҡорбандары һаны арта. 9 июлгә уларҙың һаны 78-гә етте. Шуларҙың 14-е – балалар. Үткән бер тәүлектә генә төбәк һыу ятҡылыҡтарында 9 кеше батып үлгән. Был шарттарҙа күҙәтеү органдары һәм ҡотҡарыусылар иҫкәртеү эшенә бар тырышлығын һала – киң мәғлүмәт саралары, ҡағыҙға...

10 июля 2020
Смотреть видео Ҡорбан байрамы уңайынан Башҡортостанда ял көнө иғлан ителә. | ГТРК «Башкортостан»

Ҡорбан байрамы уңайынан Башҡортостанда ял көнө иғлан ителә.

31 июлдә Ҡорбан байрамы уңайынан Башҡортостанда өҫтәмә ял көнө иғлан ителә. Быйыл Ҡорбан байрамы йомаға тура килә. Шуға өс көн рәттән — 31 июлдә, 1 һәм 2 августа ял итергә мөмкин. 30 июлдә эш көнө бер сәғәткә ҡыҫҡара. «Башҡортостан Республикаһында байрам һәм иҫтәлекле көндәр тураһында»ғы законға...

10 июля 2020
Смотреть видео Балаһын үлтереүсе ҡатын | ГТРК «Башкортостан»

Балаһын үлтереүсе ҡатын

15  йылға төрмәгә. Башҡортостандың Юғары суды үҙенең бер йәшлек сабыйын үлтереп, күмеп ҡуйған ҡатынға ҡарата ошондай хөкөм ҡарарын сығарҙы. Былтыр Дүртөйлөлә булған фажиғә бөтә республика халҡын тетрәндерҙе. 28 йәшлек ҡатын иртән йоҡонан уянғас, үҙенең сабыйын юғалтыуы тураһында белдерә....

10 июля 2020
Смотреть видео Ш.Хоҙайбирҙин исемендәге премияға документтар ҡабул итеү башланды. | ГТРК «Башкортостан»

Ш.Хоҙайбирҙин исемендәге премияға документтар ҡабул итеү башланды.

Башҡортостан Хөкүмәте ҡарамағындағы Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премияны тапшырыу комиссияһы документтар ҡабул итә башланы.Положениеға ярашлы, премия 2019 йылдың сентябренән 2020 йылдың авгусына тиклемге иң яҡшы әҫәрҙәр өсөн журналистарға, шулай уҡ журналистар коллективына бирелә. Дәғүәселәрҙң...

10 июля 2020
Смотреть видео Ҡотҡарыусылар көсөргәнешле режимда эшләй | ГТРК «Башкортостан»

Ҡотҡарыусылар көсөргәнешле режимда эшләй

Аварияларҙы ваҡытында иҫкәртеү, халыҡты һәм биләмәләрҙе тәбиғәт афәттәре, техноген хәүефтән ҡурсалау – ҡотҡарыу хеҙмәтенең төп бурысы. Беҙҙең ижади төркөм  көнө-төнө кеше именлеге һағында тороусылар менән  бер эш көнө уҙғарҙы. Ашығыс саҡырыу – ҡала урамдарында юл-транспорт һәләкәте....

10 июля 2020
Смотреть видео Синоптиктар киләһе көндәрҙә лә эҫе һауа торошо вәғәҙәләй.  | ГТРК «Башкортостан»

Синоптиктар киләһе көндәрҙә лә эҫе һауа торошо вәғәҙәләй.

Республиканың көньяҡ райондарында 40 градусҡа тиклем эҫеткән. Төбәктә субтропик селлә хөкөм һөрә. Хроник сирҙәрҙең киҫкенәлешеүенән, ҡояш тейеүҙән нисек һаҡланырға? Көн эҫе тип, Башҡортостан халҡы яу һала. Яр буйҙары хатта эш көнөнөң иртәнге сәғәттәрендә үк кеше менән тулы. Бәләкәс балалар менән ял...

10 июля 2020
Смотреть видео Өфөлә ҙур тығындар көтөлә | ГТРК «Башкортостан»

Өфөлә ҙур тығындар көтөлә

Республиканың юл хәрәкәте именлеге дәүләт инспекцияһы бөгөн ҙур тығындар тураһында иҫкәртә. Йома күптәр ҡаланан сығып ҡалырға тырыша. Шул сәбәпле саҡырымдарға һуҙылған тығындар барлыҡҡа килә. Шуға ла маршрутты алдан һайларға, бик ҡабалан булмағанда шәмбе иртән юлға сығырға кәңәш ителә.

10 июля 2020
Смотреть видео Ғафури районында мәҙәни үҙәк ойошторола. | ГТРК «Башкортостан»

Ғафури районында мәҙәни үҙәк ойошторола.

Ғафури районында табип амбулаторияһын төҙөкләндереү, ҡошсолоҡ фабрикаһын ҡайтанан ҡороу һәм яңы юлдар һалыу көтөлә. Был хаҡта Республика башлығының төбәккә эш сәфәре барышында ҡарар ҡабул ителде. Родина ауылында эшләгән “ВосходСТ” ҡошсолоҡ фабрикаһында 70 мең тауыҡ аҫрала. Әле етештереү майҙанында...

10 июля 2020
Яндекс.Метрика