Шул уҡ ваҡытта республикала һауа торошо киҫкен һаҡлана

Өсөнсө көн республиканың байтаҡ райондарында буран күтәрелеп, ҡар яуа. Юлдарҙа авариялар һаны ҡырҡа артты, Өфөлә тығындар 9 баллға етә. Махсус техника тәүлек әйләнәһенә юлдарҙы таҙарта. Ҡыштың һуңғы айынан тағы нимә көтөргә?

Хәлисә Шайморатова ҡыштың үткәнен түҙемһеҙлек менән көтә. Бер йылыта, бер һыуыта, бер бураны менән йонсота, ҡарлы көндәрҙә  оло кешегә  тышҡа сығыуы ла хәүефле, тип зарлана ҡатын. Элек-электән февраль үҙенең ыжғыр бурандары һәм йонсоу көндәре менән билдәле. Быйыл да ул уҙенең ” ике йөҙлөлөгө” менән аптырата. Аҙна башынан  алып епшек ҡар яуа,  айырым райондарҙа буран уйнай. Торлаҡ хужалығы  көсәйтелгән режимда эшләй. Әлеге ваҡытта Өфө урамдарында  ҡар таҙартыуҙға 1300-ҙән ашыу кеше һәм 500-гә яҡын берәмек техника йәлеп ителгән. Көнөнә ҡала урамдарынан ғына 700, юлдарҙан 30 мең кубометр  ҡар сығарыла.  Эш күп, әммә беҙ уны  планлы рәүештә башҡарырға тырышабыҙ, ти торлаҡ хужалығы идаралығы хеҙмәткәрҙәре.

Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса баш идаралығы төбәктә көслө ел сығасағы тураһында алдан иҫкәрткәйне. Көслө буран сәбәпле Өфө-Инйәр-Белорет юлында хәрәкәт ваҡытлыса сикләнгәйне, әлеге ваҡытта скләү алынған. Рнспублика  юлдарын ҡарҙан  таҙартыуға 822  техника берәмеге йәлеп ителгән. Федераль трассаларҙа ла хеҙмәтләндереү штатҡа ярашлы башҡарыла. Әлеге ваҡытта федераль юлдарҙа 120 техника берәмеге эшләй. Юлдарҙағы хәүефле участкаларға  өҫтәмә махсус техника йүнәлтелгән.

Бөгөн республикала артабан да епшек ҡар яуыуы, айырым райондарҙа буран сығыуы көтөлә, юлдарға көрт һалыуы ихтимал. Юл хәрәкәте именлеге дәүләт инспекцияһы төндәрен һәм иртән юлдарҙа боҙлауыҡ булыуы тураһында иҫкәртә. Шуға ла  Юлға сыҡҡанда мотлаҡ һауа шарттарын иҫәпкә алырға саҡыра. Һаман да һауа торошон республикала төнъяҡ атлантик циклон билдәләй, шуға күрә ваҡыты менән төрлө интенсив ҡар, епшек ҡар яуа, ямғыр менән ҡар күҙәтелә, урыны менән боҙлауыҡ.төннә урыны менән буран һаҡлана. Елдең тиҙлеге 15-20 метр секундына. Һауа температураһы норманан 10-12 градус юғарыраҡ күҙәтелә..

Шулай ҙа,  ҡар-бураны оҙаҡ йонсотмаҫ. Башгидромет фараздарына ярашлы, аҙнаның икенсе яртыһында  атмосфера баҫымы күтәрелә башлар, һөҙөмтәлә, яуым-төшөм дә яйлап кәмер. Һауа температураһы 21 февральгә аяҙ ваҡыттарҙа 4-9 градус һалҡын, көндөҙ 1 градус йылы, 4 градус һалҡын көтөлә. Март айында иһә яуым-төшөмдөң ғәҙәттәгенән кәмерәк булыуы күҙаллана.

Подпишитесь на нас в Instagram


һУҢҒЫ ХӘБӘРҘӘР

Смотреть видео Ауыл тренеры | ГТРК «Башкортостан»

Ауыл тренеры

Башҡортостанда “Ауыл тренеры” программаһы эшләй башланы. Республика етәксеһе Радий Хәбиров белдереүенсә, спорттың 11 төрө буйынса 15 кеше билдәләнгән.  Шулай итеп, спорт көрәше, бокс, көрәш, хоккей, биатлон, ауыр һәм еңел атлетика, йәйәнән атыу, каратэ, спорт ориентиры, тай боксы буйынса...

13 августа 2020
Смотреть видео Батша балығы – Башҡортостан йылғаларында | ГТРК «Башкортостан»

Батша балығы – Башҡортостан йылғаларында

 Республикала тәүгеләрҙән булып асылған бағыр фермаһы уңышлы эшләп килә. Донъяла иң ҡиммәтле балыҡтарҙың бер төрөн – бағырҙы Салауат районындағы Ләүзә йылғаһында төҙөлгән бассейндарҙа үрсетәләр. Бағырҙы йыш ҡына “батша балығы” тип йөрөтәләр. Бөтә донъяла иң ҡиммәтле балыҡтарҙың был төрөн...

13 августа 2020
Смотреть видео Альтаир һауаға күтәрелде | ГТРК «Башкортостан»

Альтаир һауаға күтәрелде

Тәүге тапҡыр. ,,Первушино,, аэродромында яңы самолет менән таныштырыу сараһы үтте. Яңы ғына файҙаланыуға тапшырылған самолетта осорға йыйынабыҙ. Ул ике кешегә иҫәпләнгән. Ерҙән 2000 метрға күтәрелә ала һәм сәғәтенә 150 км юл үтә.,,Альтаир,, тип исемләнгән самолет ғәрәп теленән тәржемә иткәндә –...

13 августа 2020
Смотреть видео Баланы мәктәпкә әҙерләү күпмегә төшә? | ГТРК «Башкортостан»

Баланы мәктәпкә әҙерләү күпмегә төшә?

 Ата-әсәләр, әлбиттә, балаларын мәктәпкә әҙерләй башланы.Беренсе класҡа әҙерлек иң тәүҙә костюмдан башлана. Был Артемдың тәүге классик кейеме – пиджак, салбар, күлдәк, галстук – һәр береһен кейеп ҡарарға тура килә. Килешле костюмдың  еңе лә, балағы ла әҙерәк оҙонораҡ булыуы шарт, ни тиһәң...

13 августа 2020
Смотреть видео Мәктәптәрҙә санитар талаптар | ГТРК «Башкортостан»

Мәктәптәрҙә санитар талаптар

Республиканың мәғариф министрлығы 1 сентябрь-Белем көнөнә бәйле асыҡлыҡ индерҙе.Коронавирусҡа бәйле хәл тотороҡло ҡалһа, балалар мотлаҡ мәктәптәргә барасаҡ. Хәл үҙгәрә  икән, өлкәндәрҙең һәм балаларҙың һаулығын һәм именлеген һаҡлау маҡсатында башҡа ҡарар ҡабул ителәсәк, тип хәбәр иттеләр...

13 августа 2020
Смотреть видео Башҡортостанда Ковид-19 сирен йоҡтороусылар 7 мең 127-гә етте | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостанда Ковид-19 сирен йоҡтороусылар 7 мең 127-гә етте

5 мең 424 кеше һауығып сыҡҡан.  Пандемия башланғандан алып коронавирустан 25 кеше һәләк булған. Белгестәр тағы ауырыуҙан һаҡланыу өсөн битлектәр кейеү кәрәклеге тураһында иҫкәртә. Башҡортостанда әле коронавирус менән симптомһыҙ һәм еңел формала ауырыу осраҡтарының артыуы күҙәтелә. Был турала...

13 августа 2020
Смотреть видео Луиза Хәйруллина суд алдында яуап тота  | ГТРК «Башкортостан»

Луиза Хәйруллина суд алдында яуап тота

Банктан 23 миллион һум аҡса урлаусы Луиза  Хәйруллина  эше буйынса суд ултырышы башланды.  Ултырыштар залына уның ире лә килтерелде. Тап уның уйын ҡомарына бирелеп, ҡатынын аҡса урлауға этәреүе ихтимал.

13 августа 2020
Мәктәптә коронавирусҡа ҡаршы яңы алымдар индерелә | ГТРК «Башкортостан»

Мәктәптә коронавирусҡа ҡаршы яңы алымдар индерелә

Төбәктә коронавирус менән бәйле хәл үҙгәрешһеҙ ҡалһа өс аҙнанан урта белем биреү йорттары уҡыусыларҙы ҡабул итергә әҙерләнә. Мәскәүҙә үткән “Рәсәй именлеге нигеҙе – милләт сәләмәтлеге” Бөтә Рәсәй форумында Башҡортостан Хөкүмәте рәйесенең беренсе урынбаҫары Андрей Назаров “Төбәк уҡыу йорттарында...

12 августа 2020
Көндәр һыуыта | ГТРК «Башкортостан»

Көндәр һыуыта

Башҡортостанда киләһе төндә һалҡынайта. Таулы райондарҙа һауа температураһының ике градус йылыға ҡалыуы ихтимал. Гидрометеорология һәм тирә-яҡ мөхитте күҙәтеү үҙәгенең Башҡортостан идаралығы белгестәре республика райондарында төндә һауа температураһының тик 7-12 градус йылы булырын күҙаллай. 13...

12 августа 2020
“Ауыл тренеры” старт ала | ГТРК «Башкортостан»

“Ауыл тренеры” старт ала

“Ауыл тренеры” программаһы сиктәрендә быйыл спорттың 11 төрө буйынса күнегеүҙәр биргән тәүге 15 кеше 600 мең һум күләмендәге аҡсалата ярҙам аласаҡ. Был хаҡта Республика башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәге сәхифәһендә белдерҙе. Дәүләт ярҙамына лайыҡ беренсе ауыл тренерҙары Архангел, Бәләбәй,...

12 августа 2020