Йәш быуынға өлгө

84 йәш булыуына ҡарамаҫтан, Өфө ҡалаһында йәшәүсе Наил Яушев әлегә тиклем саңғыла йөрөй һәм саңғы ярыштарында ҡатнаша. Үҙенең балаларында ла спортҡа һөйөү уята.

Наил Яушев өсөн был кубок “Рәсәй саңғыһы” ярышынан иң ҡәҙерлеләренең береһе. Уның коллекцияһында бүләктәр, грамота-дипломдар күп. Ә саңғының беренсе тапҡыр күргәнен әлегеләй хәтерләй, 70 йылдан ашыу ваҡыт үтеп тә киткән, ти ул.

Бәләкәй сағынан күнеккән ғәҙәт уның йәшәү рәүешенә әйләнә. Наил Яушев Өфө приборҙар эшләү заводында программист, инженер булып 40 йылдан ашыу эшләй. Заводтың мәҙәни сараларында әүҙем ҡатнаша, йыш ҡына ойошмалар араһында саңғысылар турнирында завод командаһы алдынғы урындарҙы яулай. Үҙенең хеҙмәттәштәрен спорт менән ҡыҙыҡһындырыу маҡсатында сәләмәт йәшәү рәүеше тураһында завод гәзиттәрендә статьялар баҫтыра һәм уның байтаҡ шиғырҙары ла гәзит биттәрендә урын ала.

Наил Яушев ейәнсәренә спорт  уңыш яулау өсөн түгел, ә сәләмәт йәшәү өсөн кәрәклеген аңлата. Софьяны 6 йәшендә үҙе менән саңғыла бергә йөрөргә алып сыға башлай.

Оҙаҡ паркка барып саңғыла шыумай торһаң, күңелгә ҡыйын булып тора, ти Наил Ғәни улы. Ниндәй генә һауа торошо булмаһын саңғы шыуыҙан бер ҡасан да баш тартмай. Наил Ғәни улының хәләл ефете Гөлсира Мөбәрәк ҡыҙы ла саңғыла 75 йәшкә тиклем йөрөй, һуңғы йылдарҙа ғына ҡатмарлашты, ти ул.

Спорттың был төрө менән шөғөлләнеүселәрҙең кәүҙәһе һәр саҡ формала, шулай уҡ саңғы шыуыу – тын юлдары өсөн дә файҙалы, аяҡ һәм ҡулдар ҙа көслө була, ти Наил Ғәни улы. 84 йәшлек саңғысы артынан ҡыуып етерлек түгел. Көнөнә ул 15 км арауыҡты үтә ала..

Йыл һайын саңғысылар ярышында ҡатнашыу Наил Яушев өсөн йолаға әүерелгән. Быйыл Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығына арналған “Рәсәй саңғыһы” ярышында саңғысылар менән осрашып, аралашып үҙенә тағы ла дәрт алып ҡайтты. 38-се уҙышта бөтә республикананан 10 меңдән ашыу мәктәп, юғары уҡыу йорто, спорт секциялары тәрбиәләнеүселәре һәм сәләмәт йәшәү рәүешен үҙ иткән йәше лә, олоһо ла ҡатнашты. Ә Наил Яушев улар араһында иң өлкән саңғысыларҙың береһе һәм йәш-елкенсәк өсөн өлгө булып тора.

 

Подпишитесь на нас в Google Новости


һУҢҒЫ ХӘБӘРҘӘР

Килмешәктәр яулай | ГТРК «Башкортостан»

Килмешәктәр яулай

Ҡытайҙан сыҡҡан ике йәпле моллюсктар Түбәнге Волга экосистемаһын баҫып алған. Ҡабырсаҡлы моллюсктар үрсер өсөн балыҡтарҙы файҙалана. Глохидия атамалы ҡарышлауыҡтар балыҡ айғолағына берегеп йәшләүектең һәләк булыуына, ә эре балыҡтарҙың сирләүенә килтерә. Килмешәктәр шулай уҡ урындағы умыртҡаһыҙ...

5 часов 17 минут назад
Йәйге ял ... күсерелә | ГТРК «Башкортостан»

Йәйге ял ... күсерелә

Санитар-эпидемиологик хәл балалар өсөн ял шифаханалары менән мәктәп лагерҙарын асыу ваҡытын күсерергә мәжбүр итә. Был хаҡта Башҡортостан Хөкүмәте рәйесе урынбаҫары Фәнүр Йәғәфәров социаль селтәрҙәге сәхифәһендә белдерҙе.  Балалар үҙ алдына көн үткәрә, был ата-әсә өсөн өҫтәмә ҡатмарлыҡтар...

5 часов 22 минуты назад
Дарыу өсөн дә, сәй итеп тә | ГТРК «Башкортостан»

Дарыу өсөн дә, сәй итеп тә

Июль уртаһы – мәтрүшкә йыйыр мәл. Башҡортостанда киң таралған был үләндең шифалы сифаттары борондан билдәле. Элек-электән уны дарыу өсөн дә, сәй итеп тә файҙаланғандар. Күп йыллыҡ үләнде сәскә атҡан мәлендә ҡырҡып алып еләҫ урында киптерәләр. Күптәр уны дауа түгел, хуш еҫле сәй итеп файҙалана....

5 часов 28 минут назад
Смотреть видео Иртә һатыуға сығарылған ҡарбуздан ағыуланырға мөмкин | ГТРК «Башкортостан»

Иртә һатыуға сығарылған ҡарбуздан ағыуланырға мөмкин

Әле ҡаланың һәр мөйөшөндә тиерлек был еләкте алырға була. Дауаханаға эләкмәҫ өсөн уны нисек дөрөҫ һайларға. Юлия Буданова ҡарбуз һатыу миҙгелен көтөп ала. Ул был етәксе йәйҙең ниндәй айында һатылыуға ҡарап түгел, ә тышына ҡарап һайларға, тикшерелгән һатыусыларҙан ғына алырға тәҡдим итә. Йәй уртаһы...

14 июля 2020
Смотреть видео Башҡортостанда кәм тигәндә 3 көн 40 градуслыҡ эҫелек көтөлә | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостанда кәм тигәндә 3 көн 40 градуслыҡ эҫелек көтөлә

Синоптар шундай фараздар яһаны. Табиптар ҡояш һуғыу ихтималлығы тураһында иҫкәртә һәм кешеләргә мөмкин тиклем өйҙәрендә ҡалырға, халыҡ күп йөрөмәгән урындарҙа ял итергә кәңәш бирә. Республиканың ғәҙәттән тыш хәлдәр идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, көньяҡ-көнсығыш райондарҙа янғын сығыу ихтималлығы...

14 июля 2020
Смотреть видео 1 сентябрҙән 1-5-се класс уҡыусылары берҙәм мәктәп формаһына күсә | ГТРК «Башкортостан»

1 сентябрҙән 1-5-се класс уҡыусылары берҙәм мәктәп формаһына күсә

Яңы уҡыу йылы коронавирус инфекцияһының таралыуына юл ҡуймаҫ өсөн барлыҡ хәүефһеҙлек талаптарын иҫәпкә алып башланасаҡ. Мәғариф министрлығының мәктәптә уҡытыу форматынан баш тартырға ниәте юҡ. Башҡортостанға килгәндә инде, 1 сентябрҙән Әбйәлил, Благовар, Федоровка һәм Яңауыл райондарының 1-5-се...

14 июля 2020
Смотреть видео Республикала битлек режимы һаҡлана | ГТРК «Башкортостан»

Республикала битлек режимы һаҡлана

Был вирустан һаҡланыуҙа һөҙөмтәле ысулдарҙың береһе. Табиптар ҙа мәкерле сир менән үҙҙәрен аямайынса көрәшә. Ике сабыйын да Динара Ленник өҙөлөп һағына, тик ҡыҙғанысҡа ҡаршы, уға ғаиләһе менән телефон аша ғына һөйләшергә тура килә. Бер-нисә көн элек ханым әсәһе менән короновирус йоҡтороп Өфөнөң...

14 июля 2020
Смотреть видео Тынысланырға иртәрәк | ГТРК «Башкортостан»

Тынысланырға иртәрәк

Республикала коронавирусҡа бәйле хәл көсөргәнешле булып ҡала. Тынысланырға иртәрәк. Радий Хәбиров был турала Хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмәлә белдерҙе. Башҡортостанда үҙ ҡурсаланыу шарттарын үҙгәртергә әлегә сәбәптәр юҡ. Коронавирус һаман да үҙ көсөндә ҡала. Тап шуға күрә, медицина битлектәрен...

14 июля 2020
Шоколад кемгә файҙалы | ГТРК «Башкортостан»

Шоколад кемгә файҙалы

11 июлдә билдәләнгән Бөтә донъя шоколад көнө уңайынан белгестәр был татлы ризыҡтың ыңғай сифаттарына байҡау яһай. Ғилми тикшеренеүҙәр шоколадтың сәләмәтлеккә файҙалы булыуын, бигерәк тә эмоциональ көсөргәнешкә дусар уҡытыусылар, артистар, табиптар өсөн уның алыштырғыһыҙ булыуын дәлилләй. Гормональ...

10 июля 2020
Хәүефһеҙлек ҡағиҙәләре үтәлеше тикшерелә | ГТРК «Башкортостан»

Хәүефһеҙлек ҡағиҙәләре үтәлеше тикшерелә

Өфөнөң сауҙа үҙәктәрендә санитар-эпидемиологик талаптарҙың үтәлешен тикшереү дауам итә. Профилактика рейдтарында Роспотребнадзорҙың төбәк идаралығы белгестәре, полиция һәм киң мәғлүмәт саралары вәкилдәре ҡатнаша. Комсомол, Завод, Һәҙиә Дәүләтшина урамдарында урынлашҡан сауҙа нөктәләрендә...

10 июля 2020
Яндекс.Метрика