Бөгөн Халыҡ ара-туған телдәр көнө

 Ошо айҡанлы республикабыҙҙың Мәҙәниәт министрлығы Башҡортостан Башлығы грантын тормошҡа ашырыу һөҙөмтәләре буйынса семинар уҙғарҙы. Ике йыл дауамында төрлө йүнәлештәге 42 проект ҡаралған. Шуларҙың 12-һе киң йәмәғәтселеккә сығарылды. Глобалләшеү шарттарында һәм күп милләтле мөхиттә башҡорт теле һәм әҙәбиәте нисек үҫешергә тейеш? Башҡорт дәүләт университетында халыҡ –ара туған телдәр көнө уңайынан төбәк башлығы грантын тормошҡа ашырыу һөҙөмтәләре буйынса ҙур семинар үтте.

Презентация формаһында 12 проект киң йәмәғәтселеккә сығарылды. Башҡортостан мәҙәниәт министрының беренсе урынбаҫары Наталья Лапшина белдереүенсә, башҡорт телен һәм башҡорт мәҙәниәтен һаҡлау- беҙҙең мөҡәддәс бурыс. «Балалар» тип аталған башҡорт телен сабыйҙарға өйрәтеү интернет-порталы авторы Илдар Кинйәбулатов Төбәк башлығы грантына 5 йәнһүрәт, әлифба һәм йәнлектәрҙе өйрәнеү буйынса ике ҡушымта тәҡдим итәкән. 3 йәнһүрәт әҙер, тағы икәүһе тиҙҙән донья күрәсәк. Балалар өсөн проекттарҙың үҙ талаптары, ҡанундары бар, ти ул.

Сараның үҙенсәлеге, уҡытыусыларға башҡорт телен өйрәтеүҙә яңы ысулдар, яңы методтар тәҡдим итеү. Семинарҙа ҡатнашыусылар проекттарҙы баһалап үҙ тауышын бирҙе. Авторҙарға һорауҙарын, фекерҙәрен еткерҙе. «Интерактив башҡорт теле» тип аталған онлайн-дәрестәр циклын Башҡортостандың 70-тән артыҡ мәктәбендә ҡулланалар. Контент 30-ар минутлыҡ 34 онлайн-дәресте, һүҙлекте, грамматика буйынса теоретик материалды үҙ эсенә ала. Тел менән генә сикләнмәй мәҙәниәтебеҙҙе, ғөрөф-ғәҙәттәрҙе лә һаҡлауға йүнәлтелгән эштәр ҡаралды. Фильмдар, йәнһүрәттәр, китаптар, йыйынтыҡтар, телевизион проекттар.

Һәр береһе үҙенсә мөһим һәм ҡыҙыҡлы.  Ике йыл дауамында төрлө йүнәлештәге 42 проект һайланған. Иң уңышлы тип билдәләнгәне, илебеҙ төбәктәрендә Башҡортостан көндәрен үткәреү. Шулай уҡ башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының I Бөтә Рәсәй съезы, башҡорт теленән халыҡ-ара диктант, « Урал батыр » эпосын яттан һөйләүселәр бәйгеһе һәм башҡа саралар башҡорт телен үҫтереүгә тос өлөш индерә.

Смотрите нас в YouTube


һУҢҒЫ ХӘБӘРҘӘР

Смотреть видео Миҙгел ауырыуҙары киҫкенләшә | ГТРК «Башкортостан»

Миҙгел ауырыуҙары киҫкенләшә

Эҫе һауа торошо, йә көндәрҙең ҡапыл һыуытыуы миҙгел ауырыуҙарының киҫкенләшеү  ихтималлығын арттыра. Йәйгеһен һаулыҡҡа тағы ла ниҙәр йоғонто яһай, улар менән нисек көрәшергә? Киләһе мәғлүмәт ошо турала.

4 июня 2020
Смотреть видео Мәскәүҙә һабантуй | ГТРК «Башкортостан»

Мәскәүҙә һабантуй

Бөгөн Мәскәүҙә йәшәүсе милләттәштәребеҙ һабантуйға йыйыла, ул быйыл ғәҙәттәгесә Коломенское музей-ҡурсаулығында түгел, ә интернет киңлектәрендә онлайн үтәсәк.  Ойоштороусыларҙың әйтеүенсә, һабан байрамының төп йолалары программала һаҡлана. Ете онлайн-майҙан аша байрам ҡунаҡтары милли көрәш...

4 июня 2020
Смотреть видео Рус теленән диктант | ГТРК «Башкортостан»

Рус теленән диктант

Рус теле көнө алдынан Башҡортостанда “Рус теленән Республика диктанты” тигән белем акцияһы үтәсәк.  Сара 5 июндә онлайн форматта ойошторола. Диктант яҙыуҙың төп маҡсаты – йәмәғәтселек иғтибарын рус телен өйрәнеүгә, белем кимәлен күтәреүгә һәм үҙ-аллы белем алыуға йәлеп итеү.  Рус...

4 июня 2020
Смотреть видео Онлайн уҡырға ин | ГТРК «Башкортостан»

Онлайн уҡырға ин

Эпидемиологик хәл быйылғы ҡабул итеү кампанияһына үҙ йоғонтоһон яһаны. Университет һәм колледждарға быйыл документтар онлайн тапшырыла. Тағы ла ниндәй үҙгәрештәр көтөлгәнен беҙҙең хәбәрселәр асыҡланы.

4 июня 2020
Смотреть видео Ауыл сәғәте | ГТРК «Башкортостан»

Ауыл сәғәте

Тәүге “Ауыл сәғәте”. Башҡортостан башлығың эш графигында яңы кәңәшмә тармағы барлыҡҡа килде. “Ауыл сәғәте” тәртибендә агросәнғәт комплексының көнүҙәк мәсъәләләре ҡараласаҡ. Был хаҡта төбәк етәксеһе Радий Хәбиров Башҡортостан Хөкүмәтендә үткән аҙналыҡ оператив кәңәшмәлә белдерҙе. Беренсе “Ауыл...

4 июня 2020
Смотреть видео Тауыш биреү көнө | ГТРК «Башкортостан»

Тауыш биреү көнө

Ил мөһим ваҡиғаға әҙерләнә – 1-се июль Рәсәй Конституцияһына төҙәтмә индереү буйынса тауыш биреү үтәсәк. Рәсәй президенты был көндө – ял көнө, тип иғлан итте. Роспотребнадзор тәҡдименә ярашлы һәр участокта ҡулдарҙы дезинфекциялау һәм битлек менән бирсәткәләр тапшырыу пункты урынлашасаҡ, шулай уҡ...

4 июня 2020
Смотреть видео “Асыҡ һыу” Халыҡ-ара әрме уйындарына әҙерлек | ГТРК «Башкортостан»

“Асыҡ һыу” Халыҡ-ара әрме уйындарына әҙерлек

Башҡортстанда хәрби инженерҙар төбәктең иң ҙур йылғаһы аша үтеүҙә үҙҙәрен һынаны. Улар “Асыҡ һыу” Халыҡ-ара әрме уйындарының бер этабына әҙерләнә. Тулыраҡ киләһе репортажда. Инженер разведкаһының төп маҡсаты - Һыу аша сығыу өсөн бөтә ҡаршылыҡтарҙы асыҡларға һәм юҡ итергә. Ярҙа күренгән дошманды...

3 июня 2020
Смотреть видео Күп ҡатлы йорттарҙә капиталь ремонт яңынан башланды | ГТРК «Башкортостан»

Күп ҡатлы йорттарҙә капиталь ремонт яңынан башланды

Республикала йорттарҙы капиталь ремонтлау программаһы яңынан башланды. Үҙизоляция ваҡытында ул туҡтатылған ине. Эпидемиологик хәлгә бәйле фасад һәм биналарҙың ҡыйыҡтарын алмаштырыу эштәре генә башҡарыласаҡ. Төбәк операторы битлек режимын һәм санитар-эпидемиологик нормаларҙы үтәүҙе контролдә тота....

3 июня 2020
Смотреть видео Балаларға президент түләүҙәре | ГТРК «Башкортостан»

Балаларға президент түләүҙәре

Республикала әлеге көндә 445 меңдән ашыу балаға президент түләүҙәре күсерелде. 10 мең күләмендәге бер тапҡыр түләнгән аҡса 3 йәштән 16 йәшкә тиклемге балаларға тәғәйен. Был пандемия осоронда ғаиләләргә ярҙам сараһы булараҡ түләнә.     

3 июня 2020
Смотреть видео “Сәләмәтлек аллеяһы” | ГТРК «Башкортостан»

“Сәләмәтлек аллеяһы”

Өфө районында “Сәләмәтлек аллеяһы” барлыҡҡа килде. Ағастарҙы Башҡортостан Хөкүмәте ағзалары республика инфекцион дауаханаһын асыу айҡанлы ултырта. Министрҙар кабинетының күсмә ултырышы был юлы ғәҙәти булмаған форматта -  саф һауала ҡулдарға көрәктәр тотоп үтте. Аллеяның исеме ташҡа яҙылған....

3 июня 2020
Яндекс.Метрика