Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Ишҡол Мәхмүтов

Йылдан йыл Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары кәмей бара. Әммә, күптән инде 90-ды уҙған ветерандар иҫән әле һәм улар киләсәк быуынға һуғыш афәттәрен, фашистарҙың йыртҡыслығын һөйләргә әҙер. Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Ишҡол Мәхмүтов фашистар менән алышып та, 9 ай әсирлектә булып та өлгөрә. Ҡаҙмаш ауылында йәшәүсе Ишҡол Хәмзә улы Мәхмүтов 1941 йылдың 22-се июнен яҡшы хәтерләй. Уҡыусыларҙы Йәнгел ауылы янына баҫыу утарға алып баралар һәм шунда ул фашистик Германияның илебеҙгә һөжүм итеүен ишетә. Малайҙар колхоз эшендә бил нығытып, беләккә көс туплап, фашистарҙы дөмбәҫләргә әҙерләнә башлай.

Ун һигеҙен тултырмаған Ишҡол Хәмзә улы ла йәшен өҫтәп яҙҙыртып, һуғышҡа алына. 1943 йылдың декабрендә ул Өфө янындағы Алкин хәрби часына килтерелә һәм әҙерлек үтә. Ишҡол Хәмзә улы пехота ғәскәрҙәренә эләгә, уларҙы иң беренсе Смоленск өлкәһенә ташлайҙар. Ошонда ул хәҙер инде еңеләсәген аңлаған немец илбаҫарҙарының йыртҡыслығын күрә.

Әммә, күп тә үтмәй, яугир фашистарҙың ҡулына эләгә. Тәүҙә уны Вильнюс ҡалаһына алып баралар, һуңынан баржаларҙа Германияға оҙаталар. Һыу юлы менән барғанда фашистарҙың яралылары тулған баржаһы беҙҙең әсирҙәр араһында йөҙә. Был Совет летчиктары һөжүм итмәһен өсөн эшләнә. Германияның Ганновер ҡалаһында Ишҡол Мәхмүтов кирбес һуға, бомбаларҙан ышыҡланыу нығытмаһы эшләй. Совет һәм союздаш ғәскәрҙәр яҡынлашҡас, фашистар күпселек әсирҙәрҙе юҡ итә. Бәхеткә күрә Ишҡол Мәхмүтов иҫән ҡала.

Әсирҙәрҙе Америка Ҡушма штаттары азат итә. Әммә, бының менән генә яугирҙың михнәттәре тамамланмай әле. 2016 йылда Әбйәлилгә сәфәрәбеҙ барышында 13 Бөйөк Ватан һуғышы ветераны иҫән ине. Хәҙер бында 6 ветеран йәшәй. Амангилде ауыл биләмәһендә берәү генә – Ишҡол Мәхмүтов.  Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарын Өфөлә үтәсәк хәрби парадҡа ла саҡырҙы. 94 йәшен ҡыуалаған Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Ишҡол Мәхмүтов үҙен яҡшы тоя һәм был сараға барырға әҙерләнә. 

Башҡортостанда 22 мең самаһы Бөйөк Ватан һуғышы ветераны, уларға тиңләштерелгәндәр һәм тыл хеҙмәтсәндәре йәшәй. Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығына Бөйөк Ватан һуғышы яугирҙары 75 мең, тыл ветерандары 50 мең һум аласаҡ. Бынан тыш, илебеҙгә тыныслыҡ килтергән шәхестәребеҙгә Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығы уңайынан миҙал тапшырыла.

Подпишитесь на нас в Instagram


һУҢҒЫ ХӘБӘРҘӘР

Смотреть видео Миҙгел ауырыуҙары киҫкенләшә | ГТРК «Башкортостан»

Миҙгел ауырыуҙары киҫкенләшә

Эҫе һауа торошо, йә көндәрҙең ҡапыл һыуытыуы миҙгел ауырыуҙарының киҫкенләшеү  ихтималлығын арттыра. Йәйгеһен һаулыҡҡа тағы ла ниҙәр йоғонто яһай, улар менән нисек көрәшергә? Киләһе мәғлүмәт ошо турала.

4 июня 2020
Смотреть видео Мәскәүҙә һабантуй | ГТРК «Башкортостан»

Мәскәүҙә һабантуй

Бөгөн Мәскәүҙә йәшәүсе милләттәштәребеҙ һабантуйға йыйыла, ул быйыл ғәҙәттәгесә Коломенское музей-ҡурсаулығында түгел, ә интернет киңлектәрендә онлайн үтәсәк.  Ойоштороусыларҙың әйтеүенсә, һабан байрамының төп йолалары программала һаҡлана. Ете онлайн-майҙан аша байрам ҡунаҡтары милли көрәш...

4 июня 2020
Смотреть видео Рус теленән диктант | ГТРК «Башкортостан»

Рус теленән диктант

Рус теле көнө алдынан Башҡортостанда “Рус теленән Республика диктанты” тигән белем акцияһы үтәсәк.  Сара 5 июндә онлайн форматта ойошторола. Диктант яҙыуҙың төп маҡсаты – йәмәғәтселек иғтибарын рус телен өйрәнеүгә, белем кимәлен күтәреүгә һәм үҙ-аллы белем алыуға йәлеп итеү.  Рус...

4 июня 2020
Смотреть видео Онлайн уҡырға ин | ГТРК «Башкортостан»

Онлайн уҡырға ин

Эпидемиологик хәл быйылғы ҡабул итеү кампанияһына үҙ йоғонтоһон яһаны. Университет һәм колледждарға быйыл документтар онлайн тапшырыла. Тағы ла ниндәй үҙгәрештәр көтөлгәнен беҙҙең хәбәрселәр асыҡланы.

4 июня 2020
Смотреть видео Ауыл сәғәте | ГТРК «Башкортостан»

Ауыл сәғәте

Тәүге “Ауыл сәғәте”. Башҡортостан башлығың эш графигында яңы кәңәшмә тармағы барлыҡҡа килде. “Ауыл сәғәте” тәртибендә агросәнғәт комплексының көнүҙәк мәсъәләләре ҡараласаҡ. Был хаҡта төбәк етәксеһе Радий Хәбиров Башҡортостан Хөкүмәтендә үткән аҙналыҡ оператив кәңәшмәлә белдерҙе. Беренсе “Ауыл...

4 июня 2020
Смотреть видео Тауыш биреү көнө | ГТРК «Башкортостан»

Тауыш биреү көнө

Ил мөһим ваҡиғаға әҙерләнә – 1-се июль Рәсәй Конституцияһына төҙәтмә индереү буйынса тауыш биреү үтәсәк. Рәсәй президенты был көндө – ял көнө, тип иғлан итте. Роспотребнадзор тәҡдименә ярашлы һәр участокта ҡулдарҙы дезинфекциялау һәм битлек менән бирсәткәләр тапшырыу пункты урынлашасаҡ, шулай уҡ...

4 июня 2020
Смотреть видео “Асыҡ һыу” Халыҡ-ара әрме уйындарына әҙерлек | ГТРК «Башкортостан»

“Асыҡ һыу” Халыҡ-ара әрме уйындарына әҙерлек

Башҡортстанда хәрби инженерҙар төбәктең иң ҙур йылғаһы аша үтеүҙә үҙҙәрен һынаны. Улар “Асыҡ һыу” Халыҡ-ара әрме уйындарының бер этабына әҙерләнә. Тулыраҡ киләһе репортажда. Инженер разведкаһының төп маҡсаты - Һыу аша сығыу өсөн бөтә ҡаршылыҡтарҙы асыҡларға һәм юҡ итергә. Ярҙа күренгән дошманды...

3 июня 2020
Смотреть видео Күп ҡатлы йорттарҙә капиталь ремонт яңынан башланды | ГТРК «Башкортостан»

Күп ҡатлы йорттарҙә капиталь ремонт яңынан башланды

Республикала йорттарҙы капиталь ремонтлау программаһы яңынан башланды. Үҙизоляция ваҡытында ул туҡтатылған ине. Эпидемиологик хәлгә бәйле фасад һәм биналарҙың ҡыйыҡтарын алмаштырыу эштәре генә башҡарыласаҡ. Төбәк операторы битлек режимын һәм санитар-эпидемиологик нормаларҙы үтәүҙе контролдә тота....

3 июня 2020
Смотреть видео Балаларға президент түләүҙәре | ГТРК «Башкортостан»

Балаларға президент түләүҙәре

Республикала әлеге көндә 445 меңдән ашыу балаға президент түләүҙәре күсерелде. 10 мең күләмендәге бер тапҡыр түләнгән аҡса 3 йәштән 16 йәшкә тиклемге балаларға тәғәйен. Был пандемия осоронда ғаиләләргә ярҙам сараһы булараҡ түләнә.     

3 июня 2020
Смотреть видео “Сәләмәтлек аллеяһы” | ГТРК «Башкортостан»

“Сәләмәтлек аллеяһы”

Өфө районында “Сәләмәтлек аллеяһы” барлыҡҡа килде. Ағастарҙы Башҡортостан Хөкүмәте ағзалары республика инфекцион дауаханаһын асыу айҡанлы ултырта. Министрҙар кабинетының күсмә ултырышы был юлы ғәҙәти булмаған форматта -  саф һауала ҡулдарға көрәктәр тотоп үтте. Аллеяның исеме ташҡа яҙылған....

3 июня 2020
Яндекс.Метрика