Өсләтә бәхет

Башҡортостанда 2020-се йылда тыуған тәүге өс игеҙ балалы ғаилә дәүләттән ярҙам аласаҡ. Сыңғыҙовтарҙың ошо көндәрҙә ике улы һәм ҡыҙы донъяға килде. Мираҫ, Мөхәммәт һәм Гөлли–Сыңғыҙовтар ғаиләһенең өс ҙур бәхете. Исемдәрҙе лә ата-әсә оҙаҡ уйлай, есемдәренә тап килеп, бәрәкәтле булһын тигән теләктә улар.

Беренсе узи өс бала буласағын күрһәткәс, тәүҙә ғаилә ағзалары шаҡ ҡата, аҙаҡ  шатлыҡтарының сиге булмай. Бәләкәстәрҙең һәр береһе ике килограмм ауырлыҡ менән донъяға тыуа. Тәүҙә улар табип күҙәтеүендә дауаханала ҡала. 2020 йылда тәүге өс игеҙ баланың тап перинаталь үҙәктә донъяға килеүе урындағы дауахана хеҙмәткәрҙәре өсөн айырыуса ҙур ҡыуаныс. Сыңғыҙовтар ғаиләһе шатлығын уртаҡлашыу өсөн хатта алыҫ райондарҙан да туғандары килгән.

Хәҙер йәш ғаилә 4 бала тәрбиәләй. Өлкән улдары Самирға ни бары биш йәш. Әйткәндәй, Сыңғыҙовтар нәҫелендә ике йәки өс игеҙ баланың тыуыуы бер ҙә осраҡлы түгел. Сыңғыҙовтар әле баҡса ширҡәтендә йәшәй. Өс игеҙ бала табыусы ғаиләгә республиканан бар яҡлап та ярҙам буласаҡ, тип белдерҙеләр Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығынан.

Улар льготаларға һәм әсәлек капиталына дәғүә итә ала. Сыңғыҙовтар ғаиләһенә хәҙер кәрәкле документтарҙы йыйырға ғына кәрәк. Бынан тыш, күп бала тәрбиәләүсе ғаиләләләр льготалар тураһындағы мәғлүмәтте “Интерактив консультант” мобиль ҡушымтаһы аша ла ҡарай ала. Статистика буйынса, Башҡортостанда өс игеҙ бала табыусы әсә һирәк осрай. 2019-сы йылда республикала, мәҫәлән, бөтәһе ете ғаилә бер юлы өс сабыйлы булған. Уларҙың һәр береһе һау-сәләмәт.

 

Подпишитесь на нас в ВКонтакте


һУҢҒЫ ХӘБӘРҘӘР

Смотреть видео Ауыл тренеры | ГТРК «Башкортостан»

Ауыл тренеры

Башҡортостанда “Ауыл тренеры” программаһы эшләй башланы. Республика етәксеһе Радий Хәбиров белдереүенсә, спорттың 11 төрө буйынса 15 кеше билдәләнгән.  Шулай итеп, спорт көрәше, бокс, көрәш, хоккей, биатлон, ауыр һәм еңел атлетика, йәйәнән атыу, каратэ, спорт ориентиры, тай боксы буйынса...

13 августа 2020
Смотреть видео Батша балығы – Башҡортостан йылғаларында | ГТРК «Башкортостан»

Батша балығы – Башҡортостан йылғаларында

 Республикала тәүгеләрҙән булып асылған бағыр фермаһы уңышлы эшләп килә. Донъяла иң ҡиммәтле балыҡтарҙың бер төрөн – бағырҙы Салауат районындағы Ләүзә йылғаһында төҙөлгән бассейндарҙа үрсетәләр. Бағырҙы йыш ҡына “батша балығы” тип йөрөтәләр. Бөтә донъяла иң ҡиммәтле балыҡтарҙың был төрөн...

13 августа 2020
Смотреть видео Альтаир һауаға күтәрелде | ГТРК «Башкортостан»

Альтаир һауаға күтәрелде

Тәүге тапҡыр. ,,Первушино,, аэродромында яңы самолет менән таныштырыу сараһы үтте. Яңы ғына файҙаланыуға тапшырылған самолетта осорға йыйынабыҙ. Ул ике кешегә иҫәпләнгән. Ерҙән 2000 метрға күтәрелә ала һәм сәғәтенә 150 км юл үтә.,,Альтаир,, тип исемләнгән самолет ғәрәп теленән тәржемә иткәндә –...

13 августа 2020
Смотреть видео Баланы мәктәпкә әҙерләү күпмегә төшә? | ГТРК «Башкортостан»

Баланы мәктәпкә әҙерләү күпмегә төшә?

 Ата-әсәләр, әлбиттә, балаларын мәктәпкә әҙерләй башланы.Беренсе класҡа әҙерлек иң тәүҙә костюмдан башлана. Был Артемдың тәүге классик кейеме – пиджак, салбар, күлдәк, галстук – һәр береһен кейеп ҡарарға тура килә. Килешле костюмдың  еңе лә, балағы ла әҙерәк оҙонораҡ булыуы шарт, ни тиһәң...

13 августа 2020
Смотреть видео Мәктәптәрҙә санитар талаптар | ГТРК «Башкортостан»

Мәктәптәрҙә санитар талаптар

Республиканың мәғариф министрлығы 1 сентябрь-Белем көнөнә бәйле асыҡлыҡ индерҙе.Коронавирусҡа бәйле хәл тотороҡло ҡалһа, балалар мотлаҡ мәктәптәргә барасаҡ. Хәл үҙгәрә  икән, өлкәндәрҙең һәм балаларҙың һаулығын һәм именлеген һаҡлау маҡсатында башҡа ҡарар ҡабул ителәсәк, тип хәбәр иттеләр...

13 августа 2020
Смотреть видео Башҡортостанда Ковид-19 сирен йоҡтороусылар 7 мең 127-гә етте | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостанда Ковид-19 сирен йоҡтороусылар 7 мең 127-гә етте

5 мең 424 кеше һауығып сыҡҡан.  Пандемия башланғандан алып коронавирустан 25 кеше һәләк булған. Белгестәр тағы ауырыуҙан һаҡланыу өсөн битлектәр кейеү кәрәклеге тураһында иҫкәртә. Башҡортостанда әле коронавирус менән симптомһыҙ һәм еңел формала ауырыу осраҡтарының артыуы күҙәтелә. Был турала...

13 августа 2020
Смотреть видео Луиза Хәйруллина суд алдында яуап тота  | ГТРК «Башкортостан»

Луиза Хәйруллина суд алдында яуап тота

Банктан 23 миллион һум аҡса урлаусы Луиза  Хәйруллина  эше буйынса суд ултырышы башланды.  Ултырыштар залына уның ире лә килтерелде. Тап уның уйын ҡомарына бирелеп, ҡатынын аҡса урлауға этәреүе ихтимал.

13 августа 2020
Мәктәптә коронавирусҡа ҡаршы яңы алымдар индерелә | ГТРК «Башкортостан»

Мәктәптә коронавирусҡа ҡаршы яңы алымдар индерелә

Төбәктә коронавирус менән бәйле хәл үҙгәрешһеҙ ҡалһа өс аҙнанан урта белем биреү йорттары уҡыусыларҙы ҡабул итергә әҙерләнә. Мәскәүҙә үткән “Рәсәй именлеге нигеҙе – милләт сәләмәтлеге” Бөтә Рәсәй форумында Башҡортостан Хөкүмәте рәйесенең беренсе урынбаҫары Андрей Назаров “Төбәк уҡыу йорттарында...

12 августа 2020
Көндәр һыуыта | ГТРК «Башкортостан»

Көндәр һыуыта

Башҡортостанда киләһе төндә һалҡынайта. Таулы райондарҙа һауа температураһының ике градус йылыға ҡалыуы ихтимал. Гидрометеорология һәм тирә-яҡ мөхитте күҙәтеү үҙәгенең Башҡортостан идаралығы белгестәре республика райондарында төндә һауа температураһының тик 7-12 градус йылы булырын күҙаллай. 13...

12 августа 2020
“Ауыл тренеры” старт ала | ГТРК «Башкортостан»

“Ауыл тренеры” старт ала

“Ауыл тренеры” программаһы сиктәрендә быйыл спорттың 11 төрө буйынса күнегеүҙәр биргән тәүге 15 кеше 600 мең һум күләмендәге аҡсалата ярҙам аласаҡ. Был хаҡта Республика башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәге сәхифәһендә белдерҙе. Дәүләт ярҙамына лайыҡ беренсе ауыл тренерҙары Архангел, Бәләбәй,...

12 августа 2020