Сифатһыҙ лампа өсөн вазифаңдан алыныуың ихтимал

Республика етәксеһе Хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмәлә муниципалитеттарҙың  ауыл урамдарын яҡтыртыу өсөн сифатһыҙ лампалар алыуын ҡаты тәнҡитләне.  Радий Фәрит улы быны яуапһыҙлыҡ тип атаны һәм етди тикшереү буласаҡ, тип вәғәҙәләне. Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров илдә Хәтер һәм дан йылында Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарына иғтибарҙы бермә-бер арттырырға саҡырҙы. Артабан ултырышта ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтарын сығарыу тураһында доклад тыңланылды. Уҙған йылда 17 меңдән ашыу контейнер майҙансығы булдырылған. Яңыраҡ сүп-сарҙы тейәү, сығарыу һәм үтиллшәштереүҙе видеокамералар аша күҙәтә башлағандар.

Был ыңғай һөҙөмтә биргән. Дөйөм алғанда тармаҡта үҫеш һиҙелә башлаған. Бигерәк тә Әбйәлил, Тәтешле райондарында һәм Өфө ҡалаһында хәл яҡшы. Әммә, ҡайһы бер муниципалитеттарҙа тәртип урынлаштырылмаған. Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров контейнер майҙансыҡтары буйынса яңы күрһәтмәләр бирҙе. Уҙған байрам көндәрендә республика трассаларында юл-транспорт ваҡиғалары теркәлмәгән. Әммә, М-5 федераль трассаһында 6 машина бәрелеште. Быға көндөң йылытып тороуы һәм ҡар яуып, буран сығыуы сәбәпсе. Радий Хәбиров ошондай һауа торошо фаразланһа, водителдәрҙе алдан иҫкәртергә бойорҙо.

Бынан тыш, анализ эшләп, профилактиканы көсәйтергә ҡушты. Ә аварияға эләккән кешеләргә ярҙам итеп йөрөгән фельдшерҙы табып, уны дәртләндерергә тәҡдим итте Башҡортостан башлығы.Уҙған аҙнала республикала 113 янғын теркәлгән, уларҙа 8 кешенең ғүмере өҙөлгән. Был уҙған йылдың ошо осоро менән сағыштырғанда аҙыраҡ, ҡорбандар һаны ла кәмерәк. Учалы районында аяныслы хәл булған. 3 бәләкәй бала төтөндән ағыуланған. 2 йәшлек сабый үҙенең тыуған көнөндә медицина хеҙмәткәрҙәре ҡулында йән биргән. Ике бала реанимацияла ҡала. Ата-әсәһе сабыйҙарын бикләп, яңғыҙҙарын ҡалдырып киткән булған.

Ғаилә янғынды иҫкәртеүсе ҡорамал менән тәьмин ителгән, тип билдәләнде ултырышта. Ошонда уҡ яҙғы ташҡынға әҙерлек мәсьәләһе ҡаралды. Башҡортостан башлығы билдәләүенсә, быйыл ҡар күп һәм һыуһаҡлағыстар тула бара. Ул ташҡынға етди әҙерлек эштәре алып барыу кәрәклеген әйтте. Уҙған йылда төбәктә 3 мең 600-ҙән ашыу подъезда ремонт башҡарылған. Был маҡсатта 1 миллиард һумдан ашыу аҡса бүленгән. Быйыл тағы ла 3 мең 300-ҙән ашыуында эштәр ҡаралған. Ремонтты октябрь аҙағына тамамларға иҫәп тота, торлаҡ-коммуналь хужалыҡ белгестәре. Уҙған йылда иң яҡшы подъезд конкурсында өс район еңеү яулаған. Башҡортостан башлығы быйыл да сараны дауам итергә һәм муниципалитеттарҙы дәртләндерергә саҡырҙы. Радий хәбиров шәхсән ҡотларға теләк белдерҙе. Подъездарға пандустар ҡуйыу мәсьәләһе лә көнүҙәк.

Әле республикала 97 подъезда пандус менән тәьмин ителмәгән. Уларҙа 101 мөмкинлеге сикләнгән кеше йәшәй. Был маҡсатта 2 миллион 700 мең һум самаһы аҡса талап ителә. Башҡортостан башлығы кисекмәҫтән аҡса бүлергә ҡушты.Радий Хәбиров урамдарҙы яҡтыртыу мәсьәләһенә лә етди иғтибар бүлә. Уҙған йылда төбәктә 28 меңдән ашыу шәмдәл һәм 5 мең ярым электр бағанаһы ҡуйылған. Әммә, лампаларҙың сифаты насар һәм улар тиҙ арала сафтан сыға, тип билдәләне ултырышта ҡатнашыусылар. Насар шәмдәл килтергән ойошмалар менән хеҙмәттәшлекте туҡтатырға һәм иҫәпләшмәҫкә тине республика етәксеһе. Ул Башҡортостанда эшләгән предприятиеларҙы ҡарарға һәм беҙҙә етештерелгән лампаларға өҫтөнлөк бирергә саҡырҙы.    Оператив ултырышта Ғәҙәттән тыш хеҙмәттәрҙең эшмәкәрлеге тикшерелде.

Уҙған йылда төбәктә Рәсәйҙә тәүгеләрҙән булып берҙәм 112 хеҙмәте ойошторолдо. Бер йыл эсендә ул 2 миллиондан ашыу мөрәжәғәт ҡабул иткән, 3 мең кешегә ярҙам күрһәтелгән. Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров был хеҙмәтте артабан да камиллаштырыу юлдарын барларға ҡушты.Ултырыш һуңында Рәсәй тимер юлдарының Куйбышев бүлексәһе эшмәкәрлеге барланды. Быйыл Өфө тимер юлы вокзалын рекострукциялауҙы тамамлау көтөлә. Ул йәй баштарына асылыр һәм халыҡтың уңайлығы өсөн яңы платформалар эшләй башлар тип күҙаллана. Радий Фәрит улы билдәләүенсә, Рәсәй тимер юлдарын яҡшы партнер булып ҡала һәм төбәк бюджетын тулыландырыуға тос өлөш индерә. 

Подпишитесь на нас в Facebook

һУҢҒЫ ХӘБӘРҘӘР

Смотреть видео «Беҙ бергә!» концерт-марафонды | ГТРК «Башкортостан»

«Беҙ бергә!» концерт-марафонды

Мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре көнөн Башҡорт дәүләт филармонияһы артистары ҙур концерт менән билдәләне. «Беҙ бергә!», тип аталған концерт-марафонды тамашасы « Башҡортостан-24 » каналы аша тура эфирҙа ҡараны. Тамашасы күренмәй, алҡыштар ишетелмәй! Тәү ҡарашҡа был репетиция кеүек. Әммә сағыу костюмдарҙа,...

27 марта 2020
Смотреть видео Онлайн-дәрестәр | ГТРК «Башкортостан»

Онлайн-дәрестәр

Республикала карантин башланыу сәбәпле, хәҙер балалар менән берлектә ололарға ла өйҙәрендә ултырырға тура килә. Ваҡытты файҙалы үткәреү өсөн күптәр интернет аша онлайн-дәрестәргә яҙыла. Берәүҙәр телефон йә иһә компьютер аша  китап уҡыһа, икенселәре иһә бейеү хәрәкәттәрен үҙләштерә. Интернет...

27 марта 2020
Смотреть видео Йөрәккә хәүефһеҙ операция | ГТРК «Башкортостан»

Йөрәккә хәүефһеҙ операция

 Башҡортостанда беренсе тапҡыр аорта кәмселеге менән пациенттарға йөйһөҙ биоклапан ҡуйылды. Айырыуса өлкән йәштәгеләр өсөн бындай алым ҡулайлы. Мәскәү кардиохирургы БДМУ клиникаһы белгестәре менән тәжрибә уртаҡлашты.. Яңы клапанды пациент йөрәгенә ҡуйыр алдынан  Мәскәү хирургы Вадим...

27 марта 2020
Смотреть видео Остеопороз һәм остеортрит буйынса төбәк-ара конференция | ГТРК «Башкортостан»

Остеопороз һәм остеортрит буйынса төбәк-ара конференция

Коронавирус сәбәпле “Остеопороз һәм остеортрит буйынса төбәк-ара конференция” ла онлайн режимда үтте. Мәскәү, Санкт-Петербург, Екатеринбург ҡалаларынан һәм күрше төбәктәрҙән профессорҙар, медицина эшмәкәрҙәре видео аша республика табиптарына лекция уҡыны. Остеопороз һәм остеортрит сирҙәре өлкәндәр...

27 марта 2020
Смотреть видео Коронавирус сәбәпле бөтә донъяла тиерлек карантин иғлан ителгән | ГТРК «Башкортостан»

Коронавирус сәбәпле бөтә донъяла тиерлек карантин иғлан ителгән

Эпидемия киң таралған сит илдәрҙә йәшәүсе милләттәршәтеребеҙ әйтеүенсә, халыҡ үҙҙәрен тыныс тота, аҙыҡ-түлеккә ҡытлыҡ юҡ. Әммә магазиндарға бер-нисә кешене генә индерәләр, шуға сираттар барлыҡҡа килә, ти улар. Хәл киҫкен булған Италияла барыһы ла карантинда ултыра. Тышҡа аҙыҡ-түлек, йәки дарыуҙар...

27 марта 2020
Смотреть видео Коронавирусҡа бәйле һорауҙар буйынса колл-үҙәк эшләй | ГТРК «Башкортостан»

Коронавирусҡа бәйле һорауҙар буйынса колл-үҙәк эшләй

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, Башҡортостанда Коронавирусҡа бәйле һорауҙар буйынса колл-үҙәккә шылтыратырға мөмкин. Бында сиргә бәйле бар мәғлүмәт туплана, республикалағы хәлде лә күҙәтеп баралар. Берҙәм диспетчер хеҙмәтенә мөрәжәғәт итеүселәр көндән көн арта. Тәүлек әйләнәһенә 12 пост бөтә шылтыратыуҙарға...

27 марта 2020
Смотреть видео Башҡортостанда карантин | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостанда карантин

Башҡаланың алты дауаханаһы инфекцион госпиталь ойоштороу ҡағиҙәләре буйынса дәрәжәһен үҙгәртә. Республика хөкүмәте коронавирус инфекцияһы таралыуҙы иҫкәртеүҙең өҫтәмә сараларын видео бәйләнеш кәңәшмәһендә барланы. Йоғошло сиргә юғары кимәлдәге әҙерлек тәртибе тураһындағы Указға бөгөн йәнә яңылыҡтар...

27 марта 2020
Смотреть видео Яҙ нимә сәсһәң, көҙөн шуны урырһың | ГТРК «Башкортостан»

Яҙ нимә сәсһәң, көҙөн шуны урырһың

Март айының икенсе яртыһы - баҡсасылар өсөн ҡыҙыу мәл. Ҡыяр, томат, татлы борос үҫентеләре ултыртылған да инде. Туғыҙынсы тиҫтәһен ҡыуған Анатолий Ивановичтың һәр иртәһе үҫемлектәрен тәрбиәләүҙән, улар менән һөйләшеүҙән башлана. Улар бала кеүек, кәрәкле иғтибар булмағанда, бирешеп баралар, ти...

26 марта 2020
Смотреть видео Йөрәк кәмселеген юҡ итеү | ГТРК «Башкортостан»

Йөрәк кәмселеген юҡ итеү

Республика кардиология үҙәгендә кардиохирургтар махсус ҡоролма ярҙамында йөрәккә операция эшләне. Был ҡоролманы Италия белгесе уйлап тапҡан. Эустахио  Онорато  урындағы хирургтар менән видеобәйләнешкә сығып, тәжрибәһе менән уртаҡлашты. Операция өҫтәлендә 58 йәшлек ир. Ул йөрәк кәмселеге...

26 марта 2020
Смотреть видео Короновирус инфекцияһы өлкән йәштәгеләр өсөн айырыуса ҡурҡыныс | ГТРК «Башкортостан»

Короновирус инфекцияһы өлкән йәштәгеләр өсөн айырыуса ҡурҡыныс

Шуға ла үҙҙәрен изоляциялаған пенсионерҙарға волонтерҙар ярҙамға ашыға. Аҙыҡ-түлек, дарыуҙар һәм башҡа кәрәк-яраҡты йорттарына алып килә. Кемгә аҙыҡ-түлек, кемгә дарыу йә уны алыу өсөн рецепт кәрәк. Студент-ирекмәндәр өлкән йәштәгеләрҙең һәр үтенесен иғтибар менән тыңлап ярҙам итергә тырыша. Нм...

26 марта 2020
Яндекс.Метрика