Башҡортостан барыһы өсөн дә асыҡ

Өфөлә асылған Рәсәй сәнәғәт форумында республика етәксеһе Радий Хәбиров инвесторҙар менән осрашыуҙа шулай тип белдерҙе. Ошонда уҡ Европала иң ҙуры, ә Рәсәйҙә берҙән-бер ҡояш электр станцияһы эшмәкәрлегенә рәсми старт бирелде. Яңы объект Бөрйән районы халҡы өсөн уңайлы шарттар булдыра.

19-сы тапҡыр ойошторолған Рәсәй сәнәғәте форумында быйыл Рәсәйҙең 15 төбәгенән компаниялар, шулай уҡ, Германия, Италия һәм Белоруссиянан вәкилдәр ҡатнаша, барлығы 150-нән ашыу предприятие саҡырылған. Ҡунаҡтарҙы сәләмләп республика башлығы Радий Хәбиров Башҡортостандың мөмкинлектәре хаҡында бәйән итте. Ошонда уҡ, Бөрйән районында урынлашҡан ҡояш электр станцияһын асыу тантанаһы үтте. Европала иң ҙуры, ә Рәсәйҙә берҙән-бер ошондай станция энергияны туплау ҡоролмаһы менән тәьмин ителгән. Быға тиклем Бөрйәндә даими рәүештә электр уты һүнә ине.

Форумды асыу тантанаһында Башҡортостан хөкүмәте һәм Хевел компанияһы араһында оҙайлы хеҙмәттәшлек тураһында килешеүгә ҡул ҡуйылды. Уға ярашлы, предприятие инвестиция мөхитен киңәйтә һәм киләсәктә 5 миллиард ярым һумлыҡ проекттарын тормошҡа ашырасаҡ. Йәғни, инвестор тағы ла 5 ҡояш электр станцияһын төҙөргә йыйына. Быға тиклем компания Хәйбулла һәм Көйөргәҙе райондарында ошондай объекттарҙы сафҡа индерҙе. Хәҙер Башҡортостан — илдә ҡояш электр станциялары буйынса лидер.  Форумдың пленар ултырышы “Сәнәғәт үҫешенең стратегияһы. Өҫтөнлөктөр һәм уңышлы тәжрибә” тип аталды.

Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров форумдан тәъҫораттары менән уртаҡлашты. Уның әйтеүенсә, Рәсәйҙә сәнәғәт йәшәй һәм алға бара. Республика етәксеһе тармаҡ белгестәренә рәхмәт белдереп, төбәктә тармаҡты үҫтереүгә арналған саралар хаҡында һөйләне. Ултырышта Башлеспром һәм Күмертау вертолеттар эшләү заводын аяҡҡа баҫтырыу тураһында ла һүҙ булды. Радий Хәбиров билдәләүенсә, республика хөкүмәте инвесторҙар менән һөйләшеүҙәр алып бара һәм килеп тыуған хәлдән сығыу юлдарын эҙләй. Радий Фәрит улы һуңғы арала еңел сәнәғәткә лә иғтибар артыуын әйтте. Быға тиклем 40-50 миллион һум бүленһә, быйыл тармаҡҡа 180 миллион һум һалынған. Ә 2024 йылға тиклем 1 миллиард ярым һум ҡаралған. Сәнәғәтселәр менән аралашыу барышында хеҙмәт етештереүсәнлеген арттырыу мәсьәләһе лә күтәрелде. Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров линияларҙы камиллаштырғанда эшселәрҙе ҡыҫҡартыуға юл ҡуймаҫҡа саҡырҙы.

Республика етәксеһе ”Машиналар эшләү. Өфөнөң инновация көс-ҡеүәте” тип аталған күргәҙмә менән дә танышты. Бында Рәсәйҙә һәм Башҡортостанда эшләгән алдынғы компанияларҙың тауарҙары ҡуйылған. Форум өс көн дауам итә. Ошо арауыҡ эсендә компаниялар араһында миллиардтарса һумлыҡ килешеүҙәргә ҡул ҡуйылыр тип күҙаллана.

Подпишитесь на нас в Instagram

һУҢҒЫ ХӘБӘРҘӘР

Смотреть видео «Беҙ бергә!» концерт-марафонды | ГТРК «Башкортостан»

«Беҙ бергә!» концерт-марафонды

Мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре көнөн Башҡорт дәүләт филармонияһы артистары ҙур концерт менән билдәләне. «Беҙ бергә!», тип аталған концерт-марафонды тамашасы « Башҡортостан-24 » каналы аша тура эфирҙа ҡараны. Тамашасы күренмәй, алҡыштар ишетелмәй! Тәү ҡарашҡа был репетиция кеүек. Әммә сағыу костюмдарҙа,...

27 марта 2020
Смотреть видео Онлайн-дәрестәр | ГТРК «Башкортостан»

Онлайн-дәрестәр

Республикала карантин башланыу сәбәпле, хәҙер балалар менән берлектә ололарға ла өйҙәрендә ултырырға тура килә. Ваҡытты файҙалы үткәреү өсөн күптәр интернет аша онлайн-дәрестәргә яҙыла. Берәүҙәр телефон йә иһә компьютер аша  китап уҡыһа, икенселәре иһә бейеү хәрәкәттәрен үҙләштерә. Интернет...

27 марта 2020
Смотреть видео Йөрәккә хәүефһеҙ операция | ГТРК «Башкортостан»

Йөрәккә хәүефһеҙ операция

 Башҡортостанда беренсе тапҡыр аорта кәмселеге менән пациенттарға йөйһөҙ биоклапан ҡуйылды. Айырыуса өлкән йәштәгеләр өсөн бындай алым ҡулайлы. Мәскәү кардиохирургы БДМУ клиникаһы белгестәре менән тәжрибә уртаҡлашты.. Яңы клапанды пациент йөрәгенә ҡуйыр алдынан  Мәскәү хирургы Вадим...

27 марта 2020
Смотреть видео Остеопороз һәм остеортрит буйынса төбәк-ара конференция | ГТРК «Башкортостан»

Остеопороз һәм остеортрит буйынса төбәк-ара конференция

Коронавирус сәбәпле “Остеопороз һәм остеортрит буйынса төбәк-ара конференция” ла онлайн режимда үтте. Мәскәү, Санкт-Петербург, Екатеринбург ҡалаларынан һәм күрше төбәктәрҙән профессорҙар, медицина эшмәкәрҙәре видео аша республика табиптарына лекция уҡыны. Остеопороз һәм остеортрит сирҙәре өлкәндәр...

27 марта 2020
Смотреть видео Коронавирус сәбәпле бөтә донъяла тиерлек карантин иғлан ителгән | ГТРК «Башкортостан»

Коронавирус сәбәпле бөтә донъяла тиерлек карантин иғлан ителгән

Эпидемия киң таралған сит илдәрҙә йәшәүсе милләттәршәтеребеҙ әйтеүенсә, халыҡ үҙҙәрен тыныс тота, аҙыҡ-түлеккә ҡытлыҡ юҡ. Әммә магазиндарға бер-нисә кешене генә индерәләр, шуға сираттар барлыҡҡа килә, ти улар. Хәл киҫкен булған Италияла барыһы ла карантинда ултыра. Тышҡа аҙыҡ-түлек, йәки дарыуҙар...

27 марта 2020
Смотреть видео Коронавирусҡа бәйле һорауҙар буйынса колл-үҙәк эшләй | ГТРК «Башкортостан»

Коронавирусҡа бәйле һорауҙар буйынса колл-үҙәк эшләй

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, Башҡортостанда Коронавирусҡа бәйле һорауҙар буйынса колл-үҙәккә шылтыратырға мөмкин. Бында сиргә бәйле бар мәғлүмәт туплана, республикалағы хәлде лә күҙәтеп баралар. Берҙәм диспетчер хеҙмәтенә мөрәжәғәт итеүселәр көндән көн арта. Тәүлек әйләнәһенә 12 пост бөтә шылтыратыуҙарға...

27 марта 2020
Смотреть видео Башҡортостанда карантин | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостанда карантин

Башҡаланың алты дауаханаһы инфекцион госпиталь ойоштороу ҡағиҙәләре буйынса дәрәжәһен үҙгәртә. Республика хөкүмәте коронавирус инфекцияһы таралыуҙы иҫкәртеүҙең өҫтәмә сараларын видео бәйләнеш кәңәшмәһендә барланы. Йоғошло сиргә юғары кимәлдәге әҙерлек тәртибе тураһындағы Указға бөгөн йәнә яңылыҡтар...

27 марта 2020
Смотреть видео Яҙ нимә сәсһәң, көҙөн шуны урырһың | ГТРК «Башкортостан»

Яҙ нимә сәсһәң, көҙөн шуны урырһың

Март айының икенсе яртыһы - баҡсасылар өсөн ҡыҙыу мәл. Ҡыяр, томат, татлы борос үҫентеләре ултыртылған да инде. Туғыҙынсы тиҫтәһен ҡыуған Анатолий Ивановичтың һәр иртәһе үҫемлектәрен тәрбиәләүҙән, улар менән һөйләшеүҙән башлана. Улар бала кеүек, кәрәкле иғтибар булмағанда, бирешеп баралар, ти...

26 марта 2020
Смотреть видео Йөрәк кәмселеген юҡ итеү | ГТРК «Башкортостан»

Йөрәк кәмселеген юҡ итеү

Республика кардиология үҙәгендә кардиохирургтар махсус ҡоролма ярҙамында йөрәккә операция эшләне. Был ҡоролманы Италия белгесе уйлап тапҡан. Эустахио  Онорато  урындағы хирургтар менән видеобәйләнешкә сығып, тәжрибәһе менән уртаҡлашты. Операция өҫтәлендә 58 йәшлек ир. Ул йөрәк кәмселеге...

26 марта 2020
Смотреть видео Короновирус инфекцияһы өлкән йәштәгеләр өсөн айырыуса ҡурҡыныс | ГТРК «Башкортостан»

Короновирус инфекцияһы өлкән йәштәгеләр өсөн айырыуса ҡурҡыныс

Шуға ла үҙҙәрен изоляциялаған пенсионерҙарға волонтерҙар ярҙамға ашыға. Аҙыҡ-түлек, дарыуҙар һәм башҡа кәрәк-яраҡты йорттарына алып килә. Кемгә аҙыҡ-түлек, кемгә дарыу йә уны алыу өсөн рецепт кәрәк. Студент-ирекмәндәр өлкән йәштәгеләрҙең һәр үтенесен иғтибар менән тыңлап ярҙам итергә тырыша. Нм...

26 марта 2020
Яндекс.Метрика