Коронавирус тураһында

Коронавирус тураһында. Һуңғы мәғлүмәттәргә ҡарағанда, ер шарында  был ҡурҡыныс ауырыуҙы йоҡтороуҙың 83 меңдән ашыу осрағы теркәлгән. 2 мең 858 кеше һәләк булған. Башҡортостандан Мухиндар ғаиләһе Ҡытайҙа бер аҙна тирәһе карантинда булып, тыуған яғына ваҡытында әйләнеп ҡайтырға өлгөрҙө. 

Һуңғы мәғлүмәттәргә ҡарағанда, ер шарында  был ҡурҡыныс ауырыуҙы йоҡтороуҙың 80 мең осрағы теркәлгән. 2 мең 619 кеше һәләк булған. Башҡортостандан Мухиндар ғаиләһе Ҡытайҙа бер аҙна тирәһе карантинда булып, тыуған яғына ваҡытында әйләнеп ҡайтырға өлгөрҙө. Мухиндар ғаиләһе Ҡытайҙа ҡоторған короновирус һөҙөмтәләрен хәҙер ҡурҡыныс төш һымаҡ хәтерләй. Һуңғы айҙа ҡала урамдарында бер кеше күренмәне, ти улар. Йәш ғаилә лә бер аҙна тирәһе өйҙәренән тышҡа сыҡмай. Улар бигерәк тә, дүрт йәшлек улдары Максим өсөн борсола. Мухиндар карантиндан һуң тыуған яҡтарына әйләнеп ҡайтырға хәл итә, әммә магазин һәм дарыуханаларҙа битлектәр булмай сыға.

Һөҙөмтәлә йәш ғаиләгә аоэропортта сит кешеләр битлек бирә. Урам буйында һәм самолетта кешеләр бер-береһе менән аралашырға тырышмай ине, тип хәтерләй Рәйсә. Ә иң мөһиме, аэропортта санитар-эпидимиологик ҡағиҙәләр үтәлеп, һәр кем махсус анализдар тапшырған. Мухиндар ғаиләһендә медицина тикшереүҙәре короновирустың юҡлығын иҫбатлай.

Дүрт йәшлек Максим полиглот, ул инглиз, француз, испан, башҡорт, рус телдәрен яҡшы белә. Ҡытай телен дә өйрәнеү маҡсаты менән Мухиндар ғаиләһе ике йыл элек Шанхай ҡалаһына күсеп сығып китә. Бында улар махсус дәрестәргә йөрөй, улдары өсөн уҡытыусы таба.
Ҡытайҙан Рәсәйгә тиҙ арала әйләнеп ҡайтырға уйламаған ғаилә. Әле Максим уҡытыусыһы менән телефон аша бәйләнешкә сығып яңы телде өйрәнеүҙе дауам итә. Өфөлә улар ваҡытлыса туғандарында йәшәй. Ҡытайҙа ҡоторған короновирус гигиенаға ла ныҡлы иғтибар бүлергә өйрәтте, ти ғаилә.

Үлемесле вирусты йоҡтормау һәм тиҙ арала тыуған яҡҡа әйләнеп ҡайтыу-беҙҙең өсөн иң мөһиме ине, ти ғаилә. Ҡытайға барырға Мухиндар әлегә ашыҡмай. Ә телде өйрәнеүҙе улар дауам итәсәк.
 

Читайте нас в Яндекс.Дзен


һУҢҒЫ ХӘБӘРҘӘР

Смотреть видео Ауыл тренеры | ГТРК «Башкортостан»

Ауыл тренеры

Башҡортостанда “Ауыл тренеры” программаһы эшләй башланы. Республика етәксеһе Радий Хәбиров белдереүенсә, спорттың 11 төрө буйынса 15 кеше билдәләнгән.  Шулай итеп, спорт көрәше, бокс, көрәш, хоккей, биатлон, ауыр һәм еңел атлетика, йәйәнән атыу, каратэ, спорт ориентиры, тай боксы буйынса...

13 августа 2020
Смотреть видео Батша балығы – Башҡортостан йылғаларында | ГТРК «Башкортостан»

Батша балығы – Башҡортостан йылғаларында

 Республикала тәүгеләрҙән булып асылған бағыр фермаһы уңышлы эшләп килә. Донъяла иң ҡиммәтле балыҡтарҙың бер төрөн – бағырҙы Салауат районындағы Ләүзә йылғаһында төҙөлгән бассейндарҙа үрсетәләр. Бағырҙы йыш ҡына “батша балығы” тип йөрөтәләр. Бөтә донъяла иң ҡиммәтле балыҡтарҙың был төрөн...

13 августа 2020
Смотреть видео Альтаир һауаға күтәрелде | ГТРК «Башкортостан»

Альтаир һауаға күтәрелде

Тәүге тапҡыр. ,,Первушино,, аэродромында яңы самолет менән таныштырыу сараһы үтте. Яңы ғына файҙаланыуға тапшырылған самолетта осорға йыйынабыҙ. Ул ике кешегә иҫәпләнгән. Ерҙән 2000 метрға күтәрелә ала һәм сәғәтенә 150 км юл үтә.,,Альтаир,, тип исемләнгән самолет ғәрәп теленән тәржемә иткәндә –...

13 августа 2020
Смотреть видео Баланы мәктәпкә әҙерләү күпмегә төшә? | ГТРК «Башкортостан»

Баланы мәктәпкә әҙерләү күпмегә төшә?

 Ата-әсәләр, әлбиттә, балаларын мәктәпкә әҙерләй башланы.Беренсе класҡа әҙерлек иң тәүҙә костюмдан башлана. Был Артемдың тәүге классик кейеме – пиджак, салбар, күлдәк, галстук – һәр береһен кейеп ҡарарға тура килә. Килешле костюмдың  еңе лә, балағы ла әҙерәк оҙонораҡ булыуы шарт, ни тиһәң...

13 августа 2020
Смотреть видео Мәктәптәрҙә санитар талаптар | ГТРК «Башкортостан»

Мәктәптәрҙә санитар талаптар

Республиканың мәғариф министрлығы 1 сентябрь-Белем көнөнә бәйле асыҡлыҡ индерҙе.Коронавирусҡа бәйле хәл тотороҡло ҡалһа, балалар мотлаҡ мәктәптәргә барасаҡ. Хәл үҙгәрә  икән, өлкәндәрҙең һәм балаларҙың һаулығын һәм именлеген һаҡлау маҡсатында башҡа ҡарар ҡабул ителәсәк, тип хәбәр иттеләр...

13 августа 2020
Смотреть видео Башҡортостанда Ковид-19 сирен йоҡтороусылар 7 мең 127-гә етте | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостанда Ковид-19 сирен йоҡтороусылар 7 мең 127-гә етте

5 мең 424 кеше һауығып сыҡҡан.  Пандемия башланғандан алып коронавирустан 25 кеше һәләк булған. Белгестәр тағы ауырыуҙан һаҡланыу өсөн битлектәр кейеү кәрәклеге тураһында иҫкәртә. Башҡортостанда әле коронавирус менән симптомһыҙ һәм еңел формала ауырыу осраҡтарының артыуы күҙәтелә. Был турала...

13 августа 2020
Смотреть видео Луиза Хәйруллина суд алдында яуап тота  | ГТРК «Башкортостан»

Луиза Хәйруллина суд алдында яуап тота

Банктан 23 миллион һум аҡса урлаусы Луиза  Хәйруллина  эше буйынса суд ултырышы башланды.  Ултырыштар залына уның ире лә килтерелде. Тап уның уйын ҡомарына бирелеп, ҡатынын аҡса урлауға этәреүе ихтимал.

13 августа 2020
Мәктәптә коронавирусҡа ҡаршы яңы алымдар индерелә | ГТРК «Башкортостан»

Мәктәптә коронавирусҡа ҡаршы яңы алымдар индерелә

Төбәктә коронавирус менән бәйле хәл үҙгәрешһеҙ ҡалһа өс аҙнанан урта белем биреү йорттары уҡыусыларҙы ҡабул итергә әҙерләнә. Мәскәүҙә үткән “Рәсәй именлеге нигеҙе – милләт сәләмәтлеге” Бөтә Рәсәй форумында Башҡортостан Хөкүмәте рәйесенең беренсе урынбаҫары Андрей Назаров “Төбәк уҡыу йорттарында...

12 августа 2020
Көндәр һыуыта | ГТРК «Башкортостан»

Көндәр һыуыта

Башҡортостанда киләһе төндә һалҡынайта. Таулы райондарҙа һауа температураһының ике градус йылыға ҡалыуы ихтимал. Гидрометеорология һәм тирә-яҡ мөхитте күҙәтеү үҙәгенең Башҡортостан идаралығы белгестәре республика райондарында төндә һауа температураһының тик 7-12 градус йылы булырын күҙаллай. 13...

12 августа 2020
“Ауыл тренеры” старт ала | ГТРК «Башкортостан»

“Ауыл тренеры” старт ала

“Ауыл тренеры” программаһы сиктәрендә быйыл спорттың 11 төрө буйынса күнегеүҙәр биргән тәүге 15 кеше 600 мең һум күләмендәге аҡсалата ярҙам аласаҡ. Был хаҡта Республика башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәге сәхифәһендә белдерҙе. Дәүләт ярҙамына лайыҡ беренсе ауыл тренерҙары Архангел, Бәләбәй,...

12 августа 2020