Шанлы йылдар ауазы

Өфө мәктәптәренең береһендә Бөйөк Ватан һуғышына арналған үҙенсәлекле күргәҙмә асылған. Урындағы халыҡ экспозицияны тулыландырып тора. Был һандал төҫтәге итектәргә 78 йыл. БВҺ йылдарында Максимовка аэродромында уларҙы самолет тәгәрмәсенең резинаһынан ҡойғандар.Итектәрҙең хужаһы Анастасия Кирилловна әле лә уларҙан айырылаһы килмәй.  Хәҙер инде Максимовка мәктәбе музейында ҡыҙыҡлы экспонаттар араһында урын алған итектәр тураһында һөйләргә 95-се йәшен ваҡлаған ханым һаман да ҡыйынһына. 

Ни тиһәң дә ул ваҡытта итек түгел бер ус бойҙай өсөн дә яуапҡа тарттырғандар. Юнкерс самолеттарының шассиһынан ҡойолған сағыу итектәргә ғаиләлә ихтыяж ҙур була. Кем өлгөрә шул кейә.Башлыса мин кейә инем, тей беҙҙең героиня. Сөнки таңғы алтынан тороп көн дә йәйәү моторҙар әшләү заводына эшкә йөрөй. 1941 йылда Бөйөк Ватан Һуғышы башланғас Рыбинск ҡалаһынан Өфөгә авиация двигателдәрен төҙөүсе 26-сы завод эвакуациялана.Хәҙер беҙ уны Өфө моторҙар эшләү берекмәһе тип беләбеҙ. Ә Максимовкала двигателдәрҙе һынау өсөн аэродром булдырыла. Һуғыштан һуң бында юғары наградалы кешеләр эшләй. Максимовка ҡасабаһындағы 53-сө мәктәптә 2007-се йылдан музей эшләп килә. 

Аэродром хаҡында бында экспозиция төп урындарҙың береһен алған.Бөйөк ватан һуғышына алынған ауылдаштары, улар хаҡында тулы мәғлүмәт тупланған сағыу китап сығара алыуҙары менән мәктәп хеҙмәткәрҙәре хаҡлы ғорурлана. Был эште атҡарып сығыуҙа ошо ауылда ата-бабалары йәшәгән Анатолий Горшунов ҙур тырышлыҡ һалған. Яу яланында ҡулланылған телефондар  музейға килеүсе уҡыусыларҙа айырыуса ҡыҙыҡһыныу уята. Уны һуғыш яланынан алып сыҡҡан олатаһы хаҡында Гөлнара Әүхәҙиева бәйән итте. 

Һуғыштан иҫән һау әйләнеп ҡайтып уҡытыусы, мәктәп директоры  булып хеҙмәт юлын дауам итәкән ауылдаштарына айырым иғтибар бүленгән. Ә эстәлекле лә, һағышлы ла һалдат хаттарын балаларға гел дә уҡып ишеттерегә тырышам тей, музей мөдире. 2020 йыл Рәсәйҙә Хәтер һәм дан йылы тип иғлан ителде.Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығы уңайынан яу юлы үткән һалдаттарҙы данлау, исемдәрен ҡайтарыу, мәңгеләштереү йәһәтенән һәр кем үҙ өлөшөн индерергә ашыға. 

Подпишитесь на нас в Facebook


һУҢҒЫ ХӘБӘРҘӘР

Смотреть видео Ауыл тренеры | ГТРК «Башкортостан»

Ауыл тренеры

Башҡортостанда “Ауыл тренеры” программаһы эшләй башланы. Республика етәксеһе Радий Хәбиров белдереүенсә, спорттың 11 төрө буйынса 15 кеше билдәләнгән.  Шулай итеп, спорт көрәше, бокс, көрәш, хоккей, биатлон, ауыр һәм еңел атлетика, йәйәнән атыу, каратэ, спорт ориентиры, тай боксы буйынса...

9 часов 57 минут назад
Смотреть видео Батша балығы – Башҡортостан йылғаларында | ГТРК «Башкортостан»

Батша балығы – Башҡортостан йылғаларында

 Республикала тәүгеләрҙән булып асылған бағыр фермаһы уңышлы эшләп килә. Донъяла иң ҡиммәтле балыҡтарҙың бер төрөн – бағырҙы Салауат районындағы Ләүзә йылғаһында төҙөлгән бассейндарҙа үрсетәләр. Бағырҙы йыш ҡына “батша балығы” тип йөрөтәләр. Бөтә донъяла иң ҡиммәтле балыҡтарҙың был төрөн...

9 часов 58 минут назад
Смотреть видео Альтаир һауаға күтәрелде | ГТРК «Башкортостан»

Альтаир һауаға күтәрелде

Тәүге тапҡыр. ,,Первушино,, аэродромында яңы самолет менән таныштырыу сараһы үтте. Яңы ғына файҙаланыуға тапшырылған самолетта осорға йыйынабыҙ. Ул ике кешегә иҫәпләнгән. Ерҙән 2000 метрға күтәрелә ала һәм сәғәтенә 150 км юл үтә.,,Альтаир,, тип исемләнгән самолет ғәрәп теленән тәржемә иткәндә –...

9 часов 58 минут назад
Смотреть видео Баланы мәктәпкә әҙерләү күпмегә төшә? | ГТРК «Башкортостан»

Баланы мәктәпкә әҙерләү күпмегә төшә?

 Ата-әсәләр, әлбиттә, балаларын мәктәпкә әҙерләй башланы.Беренсе класҡа әҙерлек иң тәүҙә костюмдан башлана. Был Артемдың тәүге классик кейеме – пиджак, салбар, күлдәк, галстук – һәр береһен кейеп ҡарарға тура килә. Килешле костюмдың  еңе лә, балағы ла әҙерәк оҙонораҡ булыуы шарт, ни тиһәң...

9 часов 59 минут назад
Смотреть видео Мәктәптәрҙә санитар талаптар | ГТРК «Башкортостан»

Мәктәптәрҙә санитар талаптар

Республиканың мәғариф министрлығы 1 сентябрь-Белем көнөнә бәйле асыҡлыҡ индерҙе.Коронавирусҡа бәйле хәл тотороҡло ҡалһа, балалар мотлаҡ мәктәптәргә барасаҡ. Хәл үҙгәрә  икән, өлкәндәрҙең һәм балаларҙың һаулығын һәм именлеген һаҡлау маҡсатында башҡа ҡарар ҡабул ителәсәк, тип хәбәр иттеләр...

10 часов 7 секунд назад
Смотреть видео Башҡортостанда Ковид-19 сирен йоҡтороусылар 7 мең 127-гә етте | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостанда Ковид-19 сирен йоҡтороусылар 7 мең 127-гә етте

5 мең 424 кеше һауығып сыҡҡан.  Пандемия башланғандан алып коронавирустан 25 кеше һәләк булған. Белгестәр тағы ауырыуҙан һаҡланыу өсөн битлектәр кейеү кәрәклеге тураһында иҫкәртә. Башҡортостанда әле коронавирус менән симптомһыҙ һәм еңел формала ауырыу осраҡтарының артыуы күҙәтелә. Был турала...

10 часов 42 секунды назад
Смотреть видео Луиза Хәйруллина суд алдында яуап тота  | ГТРК «Башкортостан»

Луиза Хәйруллина суд алдында яуап тота

Банктан 23 миллион һум аҡса урлаусы Луиза  Хәйруллина  эше буйынса суд ултырышы башланды.  Ултырыштар залына уның ире лә килтерелде. Тап уның уйын ҡомарына бирелеп, ҡатынын аҡса урлауға этәреүе ихтимал.

10 часов 1 минута назад
Мәктәптә коронавирусҡа ҡаршы яңы алымдар индерелә | ГТРК «Башкортостан»

Мәктәптә коронавирусҡа ҡаршы яңы алымдар индерелә

Төбәктә коронавирус менән бәйле хәл үҙгәрешһеҙ ҡалһа өс аҙнанан урта белем биреү йорттары уҡыусыларҙы ҡабул итергә әҙерләнә. Мәскәүҙә үткән “Рәсәй именлеге нигеҙе – милләт сәләмәтлеге” Бөтә Рәсәй форумында Башҡортостан Хөкүмәте рәйесенең беренсе урынбаҫары Андрей Назаров “Төбәк уҡыу йорттарында...

12 августа 2020
Көндәр һыуыта | ГТРК «Башкортостан»

Көндәр һыуыта

Башҡортостанда киләһе төндә һалҡынайта. Таулы райондарҙа һауа температураһының ике градус йылыға ҡалыуы ихтимал. Гидрометеорология һәм тирә-яҡ мөхитте күҙәтеү үҙәгенең Башҡортостан идаралығы белгестәре республика райондарында төндә һауа температураһының тик 7-12 градус йылы булырын күҙаллай. 13...

12 августа 2020
“Ауыл тренеры” старт ала | ГТРК «Башкортостан»

“Ауыл тренеры” старт ала

“Ауыл тренеры” программаһы сиктәрендә быйыл спорттың 11 төрө буйынса күнегеүҙәр биргән тәүге 15 кеше 600 мең һум күләмендәге аҡсалата ярҙам аласаҡ. Был хаҡта Республика башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәге сәхифәһендә белдерҙе. Дәүләт ярҙамына лайыҡ беренсе ауыл тренерҙары Архангел, Бәләбәй,...

12 августа 2020