Борис Лынник хәтирәләре...

Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡандарҙың күбеһе иҫән булмаһа ла, уларҙың ҡаһарманлығы бөгөн дә йәшәп килә. Ветерандарҙың яҡындары улар тураһындағы хәтирәләрҙе ҡәҙерләп һаҡлап килә. Благовар районы Языков ауылында йәшәүсе Борис Лынник үҙенең хәтирәләренә һәм архив материалдарына таянып атаһы тураһында китап та яҙған. Бөйөк Ватан һуғышы башланғанда үҙенә ни бары биш йәш кенә булһа ла, Борис Лынник атаһын фронтҡа оҙатҡан көндө бөгөнгөләй хәтерләй. Әле биналар ултырған урында ҡола ялан һәм ул тулыһынса халыҡ менән тулғайны. Һуғышҡа йыйынған ирҙәр, уларҙы оҙатыусы ҡатындар, ҡыҙҙар, һығылып илаған балалар — йөрәктәрҙе әрнетерлек ошо күренеш һаман да күҙ алдымда, ти Борис Михаилович. 
Хәтирәләренә һәм архив материалдарына таянып,  Борис Лынник ауылдаштары менән бергә Языковтан һалдаттарҙың арбаларға тейәлеп, фронтҡа китеү мәлен дә реконструкциялаған. Атаһының фоторәсемен һәм уның тураһындағы хәтирәләрҙе Борис Лынник ҡәҙерләп һаҡлай. Бигерәк тә, ҡыйын саҡтарҙа фотоһын ҡулына йыш ала. Әле иҫән булһа, минең менән нимә тураһында һөйләшер ине икән тип, йыш уйлана ветеран. Михаил Лынниктың биш йыл буйына гимнастеркаһының кеҫәһендә һаҡлап йөрөткән ҡыҙыл армеец кенәгәһенә ҡарап, уның хәрби юлын белергә мөмкин. 

1941 йылдың авгусынан сапер булып хеҙмәт итә башлаған егет, Таллинды, Риганы, Көнсығыш Пруссияны фашистарҙан азат итеүҙә ҡатнашҡан. 1943 йылда Торопец ҡалаһы янында Михаил Лынник минала шартлап, ныҡ ҡына контузия алған. Бер ай дауаханала ятып сыҡҡас, ун көнгә уны өйөнә ҡайтарып ебәргәндәр. Фронтта саҡта ғаилә менән бергә атайҙың хаттарын өҙөлөп көтә инек, тип иҫләй Борис Михаилович. Өсмөйөш хат булһа, бөтә ауыл менән шатланып уҡыныҡ. Әммә иң ҡурҡҡаныбыҙ — мисәт ҡуйылған дүрткел конверттың килеүе ине. Бәхеткә күрә, Лынниктар ғаиләһе бындай ҡайғы кисермәй. Шулай ҙа, бала сағы һуғыш йылдарына тура килгән Борис Михаиловичҡа күп кенә күҙ йәштәрен түгерә һәм күрергә тура килә. 

Ҡайғы-борсолоуҙар артынан, шатлыҡ-ҡыуаныстары килә. Лынниктарҙың ғаилә башлығы Бөйөк Ватан һуғышын иҫән-һау үтеп, Еңеү көнөн Кенинсберг ҡалаһында ҡаршылай. Әммә тыуған яҡтарына ҡайтҡансы, уға көнсығыш фронтҡа барып, япон самурайҙарына ҡаршы барған дәһшәтле алыштарҙың береһендә ҡатнаша. Һуғыштан әйләнеп ҡайтҡан ир-егеттәр икенсе көндө үк колхозға эшкә сыҡҡан. Тирмәнсе булараҡ Михаил Лынник нигеҙенә тиклем емерелгән тирмәнде бер йыл эсендә яңынан тергеҙеп, ауыл халҡын икмәк менән тәьмин иткән.  Ҡыҙғанысҡа, ғүмере ҡыҫҡа булды, һаулығы ныҡ ҡаҡшағанға күрә, атайым бик иртә, 44 йәшендә генә яҡты донъя менән хушлашты, тип иҫләй Борис Михаилович. Әйткәндәй, уның тураһындағы хәтирәләр китапта урын алған. Борис Лынник биш йыл эсендә мәғлүмәттәр туплап, үҙенең шәжәрәһен өйрәнә. 

Һөҙөмтәлә “Ваҡыт һәм үҙем тураһында” тип аталған китап барлыҡҡа килә. Атаһының ғүмеренә байҡау яһап, Борис Михайлович шундай һығымтаға килгән: һуғыштан һуңғы ауыр, аслыҡ йылдарында йәшәһәләр ҙә, ул заман кешеләре һәр көнгә шатланып, үҙҙҙәрен бәхетле кеше, тип һанаған икән, тимәк, беҙ бөгөн тағы ла бәхетлерәк. Үҙе ошо фекергә таянып ғүмер итә. Йәш быуынға ла аяҙ күкте һәм тыныс тормоштоң ҡәҙерен белергә саҡыра. 
 

Читайте нас в Яндекс.Дзен


һУҢҒЫ ХӘБӘРҘӘР

Смотреть видео Ауыл тренеры | ГТРК «Башкортостан»

Ауыл тренеры

Башҡортостанда “Ауыл тренеры” программаһы эшләй башланы. Республика етәксеһе Радий Хәбиров белдереүенсә, спорттың 11 төрө буйынса 15 кеше билдәләнгән.  Шулай итеп, спорт көрәше, бокс, көрәш, хоккей, биатлон, ауыр һәм еңел атлетика, йәйәнән атыу, каратэ, спорт ориентиры, тай боксы буйынса...

13 августа 2020
Смотреть видео Батша балығы – Башҡортостан йылғаларында | ГТРК «Башкортостан»

Батша балығы – Башҡортостан йылғаларында

 Республикала тәүгеләрҙән булып асылған бағыр фермаһы уңышлы эшләп килә. Донъяла иң ҡиммәтле балыҡтарҙың бер төрөн – бағырҙы Салауат районындағы Ләүзә йылғаһында төҙөлгән бассейндарҙа үрсетәләр. Бағырҙы йыш ҡына “батша балығы” тип йөрөтәләр. Бөтә донъяла иң ҡиммәтле балыҡтарҙың был төрөн...

13 августа 2020
Смотреть видео Альтаир һауаға күтәрелде | ГТРК «Башкортостан»

Альтаир һауаға күтәрелде

Тәүге тапҡыр. ,,Первушино,, аэродромында яңы самолет менән таныштырыу сараһы үтте. Яңы ғына файҙаланыуға тапшырылған самолетта осорға йыйынабыҙ. Ул ике кешегә иҫәпләнгән. Ерҙән 2000 метрға күтәрелә ала һәм сәғәтенә 150 км юл үтә.,,Альтаир,, тип исемләнгән самолет ғәрәп теленән тәржемә иткәндә –...

13 августа 2020
Смотреть видео Баланы мәктәпкә әҙерләү күпмегә төшә? | ГТРК «Башкортостан»

Баланы мәктәпкә әҙерләү күпмегә төшә?

 Ата-әсәләр, әлбиттә, балаларын мәктәпкә әҙерләй башланы.Беренсе класҡа әҙерлек иң тәүҙә костюмдан башлана. Был Артемдың тәүге классик кейеме – пиджак, салбар, күлдәк, галстук – һәр береһен кейеп ҡарарға тура килә. Килешле костюмдың  еңе лә, балағы ла әҙерәк оҙонораҡ булыуы шарт, ни тиһәң...

13 августа 2020
Смотреть видео Мәктәптәрҙә санитар талаптар | ГТРК «Башкортостан»

Мәктәптәрҙә санитар талаптар

Республиканың мәғариф министрлығы 1 сентябрь-Белем көнөнә бәйле асыҡлыҡ индерҙе.Коронавирусҡа бәйле хәл тотороҡло ҡалһа, балалар мотлаҡ мәктәптәргә барасаҡ. Хәл үҙгәрә  икән, өлкәндәрҙең һәм балаларҙың һаулығын һәм именлеген һаҡлау маҡсатында башҡа ҡарар ҡабул ителәсәк, тип хәбәр иттеләр...

13 августа 2020
Смотреть видео Башҡортостанда Ковид-19 сирен йоҡтороусылар 7 мең 127-гә етте | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостанда Ковид-19 сирен йоҡтороусылар 7 мең 127-гә етте

5 мең 424 кеше һауығып сыҡҡан.  Пандемия башланғандан алып коронавирустан 25 кеше һәләк булған. Белгестәр тағы ауырыуҙан һаҡланыу өсөн битлектәр кейеү кәрәклеге тураһында иҫкәртә. Башҡортостанда әле коронавирус менән симптомһыҙ һәм еңел формала ауырыу осраҡтарының артыуы күҙәтелә. Был турала...

13 августа 2020
Смотреть видео Луиза Хәйруллина суд алдында яуап тота  | ГТРК «Башкортостан»

Луиза Хәйруллина суд алдында яуап тота

Банктан 23 миллион һум аҡса урлаусы Луиза  Хәйруллина  эше буйынса суд ултырышы башланды.  Ултырыштар залына уның ире лә килтерелде. Тап уның уйын ҡомарына бирелеп, ҡатынын аҡса урлауға этәреүе ихтимал.

13 августа 2020
Мәктәптә коронавирусҡа ҡаршы яңы алымдар индерелә | ГТРК «Башкортостан»

Мәктәптә коронавирусҡа ҡаршы яңы алымдар индерелә

Төбәктә коронавирус менән бәйле хәл үҙгәрешһеҙ ҡалһа өс аҙнанан урта белем биреү йорттары уҡыусыларҙы ҡабул итергә әҙерләнә. Мәскәүҙә үткән “Рәсәй именлеге нигеҙе – милләт сәләмәтлеге” Бөтә Рәсәй форумында Башҡортостан Хөкүмәте рәйесенең беренсе урынбаҫары Андрей Назаров “Төбәк уҡыу йорттарында...

12 августа 2020
Көндәр һыуыта | ГТРК «Башкортостан»

Көндәр һыуыта

Башҡортостанда киләһе төндә һалҡынайта. Таулы райондарҙа һауа температураһының ике градус йылыға ҡалыуы ихтимал. Гидрометеорология һәм тирә-яҡ мөхитте күҙәтеү үҙәгенең Башҡортостан идаралығы белгестәре республика райондарында төндә һауа температураһының тик 7-12 градус йылы булырын күҙаллай. 13...

12 августа 2020
“Ауыл тренеры” старт ала | ГТРК «Башкортостан»

“Ауыл тренеры” старт ала

“Ауыл тренеры” программаһы сиктәрендә быйыл спорттың 11 төрө буйынса күнегеүҙәр биргән тәүге 15 кеше 600 мең һум күләмендәге аҡсалата ярҙам аласаҡ. Был хаҡта Республика башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәге сәхифәһендә белдерҙе. Дәүләт ярҙамына лайыҡ беренсе ауыл тренерҙары Архангел, Бәләбәй,...

12 августа 2020