Өфөлә Рәсәй рекорды ҡуйылды

 Был көндәрҙә Башҡортостанда Рәсәй Кубогына Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Бөтә Рәсәй янғын һүндереү-ҡотҡарыу спорты буйынса ярыштары үтә. Унда төрлө өлкәләрҙән иң көслө 12 команда, шул иҫәптән Башҡортостан вәкилдәре көс һынаша. Марсель Сәлимов 10 йылдан ашыу янғын һүндереү-ҡотҡарыу спорты менән шөғөлләнә. Бындай саралар һәм физик әҙерлек эштә ныҡ ярҙам итә, ти янғын һүндереүсе. Бушҡа ғына халыҡ “Күнекмәләрҙә ауырға тура килһә, яуҙа еңел буласаҡ” тимәгән.

Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы Кубогына иң көслө 12 команда дәғүә итә. Ярышта барлығы 350 кеше көс һынаша. Лидерҙар тип Мәскәү, Санкт-Петербург ҡалалары, Татарстан һәм Башҡортостан республикалары, Ханты-Мансы автономия округы вәкилдәре һанала. Иң өлкән спортсыға 39, иң кесеһенә 13 йәш. Улар араһында 3 атҡаҙанған спорт мастеры, 4 халыҡ-ара спорт мастеры, 86 спорт мастеры һәм 46 кандидат бар. Ярышта ҡатын-ҡыҙҙар ҙа иң етеҙҙәрҙе асыҡлай. Әйткәндәй, беренсе көндә ике Рәсәй рекорды ҡуйылды.

100 метрға йүгереүҙә республика вәкиле Даяна Нафиҡоваға етеүсе булмаһа, Санкт-Петербург спортсыһы баҫҡыс менән тәҙрә аша ҡаттарға үрмәләүҙә иң яҡшыһы тип танылды. Ярыш программаһы буйынса бөгөн дә командалар 100 метрға йүгерә һәм баҫҡыс менән ҡаттарҙы штурмлай. Кисен иһә шәхси һәм команда беренселеге еңеүселәре билдәләнә. 

Подпишитесь на нас в ВКонтакте


һУҢҒЫ ХӘБӘРҘӘР

Смотреть видео  “Башҡортостан 24” каналында “Өфө кистәре” | ГТРК «Башкортостан»

“Башҡортостан 24” каналында “Өфө кистәре”

 “Башҡортостан 24” каналында яңы проект башлайбыҙ, ул  бөгөн кис эфирға сыға.  “Өфө кистәре” тип аталған тапшырыуҙы Республика халыҡ ижады үҙәге  директоры Артур Әлибәков алып бара. Унда билдәле музыканттар  башҡорт халыҡ йырҙарының һәм көйҙәренең тарихы, башҡарыу...

2 июня 2020
Смотреть видео  Бөтә Донъя башҡорттары ҡоролтайы ойошторолоуға 25 йыл! | ГТРК «Башкортостан»

Бөтә Донъя башҡорттары ҡоролтайы ойошторолоуға 25 йыл!

Бөтә Донъя башҡорттары ҡоролтайы ойошторолоуға 25 йыл. Йәмәғәт тормошоноң нескә, әммә алыштырғыһыҙ мөһим бер даирәһенә әүерелгән ҡоролтай хәрәкәтенең сирек быуат дауамында өлгәшкән ҡаҙаныштарына, бөгөн бойомға ашырган эшмәкәрлегенә һәм киләсәккә бағлаган өмөттәренә хәбәрсебеҙ Нәфисә Кинйәбаева...

2 июня 2020
Смотреть видео 1 июндән ғәмәлгә ингән үҙгәрештәр | ГТРК «Башкортостан»

1 июндән ғәмәлгә ингән үҙгәрештәр

Рәсәйҙә эске туризм өсөн сикләүҙәр алына. Изоляцияның беренсе өлөшөндә медицина лицензияһы булған шифаханалар ҡайтанан эш башлай. Яңылыҡтарҙың береһе өс йәштән 16  йәшкә тиклемге балалар өсөн пособиелар түләүгә бәйле. Хеҙмәт кенәгәләренең дә хәҙер электрон варианты буласаҡ. Беренсе июндән үҙ...

2 июня 2020
Смотреть видео Һыу инеү миҙгеле ҡасан башлана? | ГТРК «Башкортостан»

Һыу инеү миҙгеле ҡасан башлана?

Рәсәй Ҡулланыусылар хоҡуҡтарын күҙәтеү хеҙмәте башлығы Анна Попова пляждарҙа битлек кеймәҫкә лә ярай, тип белдерҙе. Шулай ҙа  арауыҡ һаҡларға саҡырҙы ул. Башҡортостан халҡынан  да һыу ингәндә хәүефһеҙлек сараларын күреү талап ителә. Һыу инеү миҙгеле быйыл 1-енән 10 июнгә күсерелде....

2 июня 2020
Смотреть видео Сауҙа үҙәктәрен асырға, лагерҙарҙы әҙерләргә, күнекмәләрҙе башларға | ГТРК «Башкортостан»

Сауҙа үҙәктәрен асырға, лагерҙарҙы әҙерләргә, күнекмәләрҙе башларға

Башҡортостанда COVID-19 вирусының таралыу тиҙлеге кәмеүгә бара. Был турала кисә төбәк башлығы менән үткән оператив кәңәшмәлә һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин белдерҙе. Уның әйтеүенсә башлыса 50 йәшкә тиклемге граждандарҙың коронавирусҡа тестары ыңғай һөҙөмтә күрһәтә. 65 йәштән өлкәндәрҙең...

2 июня 2020
Смотреть видео Нефтекамала букмекер салоны урынына ҡомарлы уйындар залы асҡандар | ГТРК «Башкортостан»

Нефтекамала букмекер салоны урынына ҡомарлы уйындар залы асҡандар

Нефтекама ҡалаһында букмекер контораһы исемле аҫтында йәшенеп эшләгән уйын клубын тикшерҙеләр. Закон боҙоусыларҙы ҡулға алыр өсөн көс структураларына махсус операция үткәрергә тура килгән. Был компанияның букмекер контораһы исемлегендә йәшерен эшләп килеүе һәм кешеләрҙе ылыҡтырыуы күптән билдәле...

1 июня 2020
Смотреть видео Легаль булмаған такси водителдәрен яуапҡа тарттыралар | ГТРК «Башкортостан»

Легаль булмаған такси водителдәрен яуапҡа тарттыралар

Легаль булмаған такси машиналары  йәнә тикшереү органдарының иғтибар үҙәгендә.  Рәсәй Ҡулланыусылар хоҡуғын  күҙәтеү хеҙмәте Башҡортостан идаралығы юл хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһы менән берлектә рейдҡа сыҡты. Хәҙер  юл ҡағыҙын тикшереүҙән тыш санитар нормаларҙың үтәлеүе...

1 июня 2020
Смотреть видео Спиртлы эсемлектәр һатыусы кибеттәр өсөн яңы ҡағиҙә | ГТРК «Башкортостан»

Спиртлы эсемлектәр һатыусы кибеттәр өсөн яңы ҡағиҙә

Торлаҡ йорттарҙа алкоголь эсемлектәр һатыу тыйыла. Өфөлә күп ҡатлы йорттарҙа һәм улар янындағы биләмәләрҙә майҙаны 25 квадрат метрҙан әҙерәк булған йәмәғәт туҡланыу урындарының эшмәкәрлеген тыйыусы закон ҡабул иттеләр. Был кафела закондағы яңы үҙгәрештәр тураһында ишетмәгәндәр. Элеккеләрен дә...

1 июня 2020
Смотреть видео  “Алға” иҡтисади зонаһы төҙөләсәк | ГТРК «Башкортостан»

“Алға” иҡтисади зонаһы төҙөләсәк

Рәсәй Хөкүмәте рәйесе Михаил Мишустин Башҡортостанда “Алға” айырым иҡтисади зона булдырыу тураһындағы Күрһәтмәне раҫланы. Был турала Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәрҙә яҙып сыҡты.  Яңы проект Азиялағы иң ҙур газ һәм химия тауарҙары кластеры буласаҡ. Тап ул урындағы ҡаҙнаға...

1 июня 2020
Смотреть видео Башҡортостан райондары дауылдан зыян күрҙе | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостан райондары дауылдан зыян күрҙе

Уҙған кис республика райондары аша уҙған дауыл арҡаһында зыян күргән ауылдар ҙа бар. Шишмәлә, мәҫәлән, боҙборсаҡтар сейә емешенән ҙурыраҡ булған. Өфө районында яуған боҙборсаҡтың диаметры 4 сантиметрға тиклем етте. Ә Бүздәктә иһә дауыл мәлендә йорттарҙың ҡыйыҡтары емерелә. Хәлдәр Ҡаңны Төркәй...

1 июня 2020
Яндекс.Метрика