Ветеранға фатир

Тормошҡа ашҡан хыял. Миловка ауылында йәшәүсе Бөйөк Ватан һуғышы ветеранына Сергей Оловянниковҡа фатир бүләк иттеләр. Ул быға тиклем уңайлы шарттары булмаған шәхси йортта йәшәгән. 97 йәшен ҡыуған ветеранға хәрәкәт итеүе ауырға төшкәс, Өфө районы хакимиәтенә ярҙам һорап мөрәжәғәт иткән. Ниһәйәт, бер айҙан һуң Сергей Оловянников фатир туйланы. Уны был шатлыҡлы ваҡиға менән беҙҙең ижади төркөм дә ҡотланы. 97 йәшен ҡыуған Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Сергей Оловянников ҙур тулҡынланыу менән был йорттоң тупһаһына баҫа.

Хәрәкәт итеүе ауыр булһа ла, ул дәртләнеп яңы фатирына юлланды. Өфө районы хакимиәте башлығы Вилорий Угаров Сергей Петровичҡа яу яланында күрһәткән ҡаһарманлығы һәм тыныс күк йөҙө өсөн рәхмәт һүҙҙәрен әйтеп, яңы торлаҡтың асҡысын тапшырҙы. Шунда уҡ, ветеранға фатир буйлап экскурссия үткәрҙеләр. Һаулығы ҡаҡшап торһа ла, кәйефе күтәренке ветерандың.  Йөҙөндә йылмайыу, хатта шаяртып та ала. Быға тиклем Сергей Оловянников үҙ ҡулдары менән һалған шәхси йортта йәшәгән.

Тик унда уңайлы шарттар булмаған. Һуңғы осорҙа һуғышта яраланған аяғы ауыртҡанға күрә, ветеранға тышҡа сығып  йөрөүе ауырға төшкән. Сергей Оловянников ошо һорау менән мөрәжәғәт иткәндән һуң, хакимиәттә проблеманы хәл итеү юлдарын эҙләйҙәр. Бер ай ҙа үтмәй, ветерандың хыялы тормошҡа аша.

Өфө район администрацияһынан — фатир, ә Миловка ауылы хакимиәте шул фатирҙы мебель менән йыһазландырған: диван, карауат, өҫтәл, телевизор, хатта һауыт-һабаға тиклем алып ҡуйғандар. Хисләнеп китеп, ветеран һуғыш хәтирләренә бирелде. 1942 йылда үҙ теләге менән һуғышҡа киткән егет Карелия һәм Украина фронттарында фашист илбаҫарҙарына ҡаршы көрәшкән.

1945-се йылдың апрелендә Будапештты азат иткәндә ҡаты яраланып госпиталгә эләгә, Еңеү көнөн дә шунда ҡаршылай. Хәрби Дан ордены кавалеры, “Батырлыҡ өсөн”, “Хәрби ҡаҙаныштары өсөн” һәм башҡа бихисап миҙалдар эйәһе һуғыштан һуң да тыуған ауылына ҡайта. Сергей Оловянников оҙаҡ йылдар ветеринар фельдшеры эшен башҡара. Фиҙәҡәр хеҙмәте өсөн ауыл халҡы уны хөрмәт итә, рәхмәт һүҙҙәре менән иҫкә ала.  Яңы фатир хужаһын ҡотларға балалары, ейән-ейәнсәрҙәре йыйылды. Байрам өҫтәлендә ветеранға оҙон ғүмер теләктәре яңғыраны.

Сергей Петрович үҙе лә түҙемһеҙләнеп Еңеү көнөн көтә. 9 майға ике ай самаһы ваҡыт ҡалһа ла, республикала байрам саралары йыл башынан ойошторола. Сергей Оловянниковҡа күптән түгел республика башлығы Радий Хәбиров Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығы айҡанлы юбилей миҙалын тапшырғайны. Әйткәндәй, февраль айында Федерация советы рәйесе Валентина Матвиенко Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарының барыһын да уңайлы йәшәү шарттары менән тәьмин итергә ҡушҡайны. Сергей Оловянников Өфө районында йәшәгән алты Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарының береһе. Тағы ла ике ветерандың йортона ремонт талап ителә. Район хакимиәте уларға ла Еңеү көнөнә тиклем ярҙам итергә вәғәҙәләне.

Смотрите нас в YouTube


һУҢҒЫ ХӘБӘРҘӘР

Смотреть видео  “Башҡортостан 24” каналында “Өфө кистәре” | ГТРК «Башкортостан»

“Башҡортостан 24” каналында “Өфө кистәре”

 “Башҡортостан 24” каналында яңы проект башлайбыҙ, ул  бөгөн кис эфирға сыға.  “Өфө кистәре” тип аталған тапшырыуҙы Республика халыҡ ижады үҙәге  директоры Артур Әлибәков алып бара. Унда билдәле музыканттар  башҡорт халыҡ йырҙарының һәм көйҙәренең тарихы, башҡарыу...

2 июня 2020
Смотреть видео  Бөтә Донъя башҡорттары ҡоролтайы ойошторолоуға 25 йыл! | ГТРК «Башкортостан»

Бөтә Донъя башҡорттары ҡоролтайы ойошторолоуға 25 йыл!

Бөтә Донъя башҡорттары ҡоролтайы ойошторолоуға 25 йыл. Йәмәғәт тормошоноң нескә, әммә алыштырғыһыҙ мөһим бер даирәһенә әүерелгән ҡоролтай хәрәкәтенең сирек быуат дауамында өлгәшкән ҡаҙаныштарына, бөгөн бойомға ашырган эшмәкәрлегенә һәм киләсәккә бағлаган өмөттәренә хәбәрсебеҙ Нәфисә Кинйәбаева...

2 июня 2020
Смотреть видео 1 июндән ғәмәлгә ингән үҙгәрештәр | ГТРК «Башкортостан»

1 июндән ғәмәлгә ингән үҙгәрештәр

Рәсәйҙә эске туризм өсөн сикләүҙәр алына. Изоляцияның беренсе өлөшөндә медицина лицензияһы булған шифаханалар ҡайтанан эш башлай. Яңылыҡтарҙың береһе өс йәштән 16  йәшкә тиклемге балалар өсөн пособиелар түләүгә бәйле. Хеҙмәт кенәгәләренең дә хәҙер электрон варианты буласаҡ. Беренсе июндән үҙ...

2 июня 2020
Смотреть видео Һыу инеү миҙгеле ҡасан башлана? | ГТРК «Башкортостан»

Һыу инеү миҙгеле ҡасан башлана?

Рәсәй Ҡулланыусылар хоҡуҡтарын күҙәтеү хеҙмәте башлығы Анна Попова пляждарҙа битлек кеймәҫкә лә ярай, тип белдерҙе. Шулай ҙа  арауыҡ һаҡларға саҡырҙы ул. Башҡортостан халҡынан  да һыу ингәндә хәүефһеҙлек сараларын күреү талап ителә. Һыу инеү миҙгеле быйыл 1-енән 10 июнгә күсерелде....

2 июня 2020
Смотреть видео Сауҙа үҙәктәрен асырға, лагерҙарҙы әҙерләргә, күнекмәләрҙе башларға | ГТРК «Башкортостан»

Сауҙа үҙәктәрен асырға, лагерҙарҙы әҙерләргә, күнекмәләрҙе башларға

Башҡортостанда COVID-19 вирусының таралыу тиҙлеге кәмеүгә бара. Был турала кисә төбәк башлығы менән үткән оператив кәңәшмәлә һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин белдерҙе. Уның әйтеүенсә башлыса 50 йәшкә тиклемге граждандарҙың коронавирусҡа тестары ыңғай һөҙөмтә күрһәтә. 65 йәштән өлкәндәрҙең...

2 июня 2020
Смотреть видео Нефтекамала букмекер салоны урынына ҡомарлы уйындар залы асҡандар | ГТРК «Башкортостан»

Нефтекамала букмекер салоны урынына ҡомарлы уйындар залы асҡандар

Нефтекама ҡалаһында букмекер контораһы исемле аҫтында йәшенеп эшләгән уйын клубын тикшерҙеләр. Закон боҙоусыларҙы ҡулға алыр өсөн көс структураларына махсус операция үткәрергә тура килгән. Был компанияның букмекер контораһы исемлегендә йәшерен эшләп килеүе һәм кешеләрҙе ылыҡтырыуы күптән билдәле...

1 июня 2020
Смотреть видео Легаль булмаған такси водителдәрен яуапҡа тарттыралар | ГТРК «Башкортостан»

Легаль булмаған такси водителдәрен яуапҡа тарттыралар

Легаль булмаған такси машиналары  йәнә тикшереү органдарының иғтибар үҙәгендә.  Рәсәй Ҡулланыусылар хоҡуғын  күҙәтеү хеҙмәте Башҡортостан идаралығы юл хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһы менән берлектә рейдҡа сыҡты. Хәҙер  юл ҡағыҙын тикшереүҙән тыш санитар нормаларҙың үтәлеүе...

1 июня 2020
Смотреть видео Спиртлы эсемлектәр һатыусы кибеттәр өсөн яңы ҡағиҙә | ГТРК «Башкортостан»

Спиртлы эсемлектәр һатыусы кибеттәр өсөн яңы ҡағиҙә

Торлаҡ йорттарҙа алкоголь эсемлектәр һатыу тыйыла. Өфөлә күп ҡатлы йорттарҙа һәм улар янындағы биләмәләрҙә майҙаны 25 квадрат метрҙан әҙерәк булған йәмәғәт туҡланыу урындарының эшмәкәрлеген тыйыусы закон ҡабул иттеләр. Был кафела закондағы яңы үҙгәрештәр тураһында ишетмәгәндәр. Элеккеләрен дә...

1 июня 2020
Смотреть видео  “Алға” иҡтисади зонаһы төҙөләсәк | ГТРК «Башкортостан»

“Алға” иҡтисади зонаһы төҙөләсәк

Рәсәй Хөкүмәте рәйесе Михаил Мишустин Башҡортостанда “Алға” айырым иҡтисади зона булдырыу тураһындағы Күрһәтмәне раҫланы. Был турала Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәрҙә яҙып сыҡты.  Яңы проект Азиялағы иң ҙур газ һәм химия тауарҙары кластеры буласаҡ. Тап ул урындағы ҡаҙнаға...

1 июня 2020
Смотреть видео Башҡортостан райондары дауылдан зыян күрҙе | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостан райондары дауылдан зыян күрҙе

Уҙған кис республика райондары аша уҙған дауыл арҡаһында зыян күргән ауылдар ҙа бар. Шишмәлә, мәҫәлән, боҙборсаҡтар сейә емешенән ҙурыраҡ булған. Өфө районында яуған боҙборсаҡтың диаметры 4 сантиметрға тиклем етте. Ә Бүздәктә иһә дауыл мәлендә йорттарҙың ҡыйыҡтары емерелә. Хәлдәр Ҡаңны Төркәй...

1 июня 2020
Яндекс.Метрика