Ижад өсөн сиктәр ҙә, кәртәләр ҙә юҡ

Ҡырмыҫҡалыла йәшәүсе  Әхәт Нурушев ойошторған ижади төркөм йәй үтәсәк фольклориадаға әҙерләнә. Бынан 15 йыл элек сувенирҙар эшләү менән мауыға башлаған Әхәт Нурышев хәҙер шөғөлөн киң йәйелдерергә ниәтләй. Ике йыл элек ҡул эштәре менән мауыҡҡан ҡатын-ҡыҙҙар менән берләшеп ижади төркөм ойошторалар.

Әхәт ағайҙың төркөмөнә Сабирйән Низамов та ҡушыла. Күршеһе оҫтаға ағастан төрлө һындар эшләргә, уларҙы бысып, әҙерләп бирергә ярҙамлаша. Буш ваҡыттарымда ағас эштәре менән шөғөлләнергә, яҡшы кешегә ярҙам итеү үҙе бер кинәнес, ти Сабирйән. Ҡырмыҫҡалы районы үҙәгендә йәшәүсе Әхәт Нурушев был кәсебе менән көтмәгәндә шөғөлләнә башлай. Әрме сафынан хеҙмәт итеп ҡайтҡас колхозға эшкә килә. 1993 йылда трактор аҫтында ҡалып, умыртҡа һөйәген имгәтә. Хәҙер инде 20 йылдан ашыу инвалид креслоһында. Замандашыбыҙҙың бар тормошо селперәмә килә… 

Шулай ҙа Әхәт Нурушев юғалып ҡалмай, үҙ шөғөлөн дә таба. Әле ойошторған ижади төркөмдә биш кеше. Оҫталар араһында ниндәй генә һөнәр эйәләре юҡ, әммә уларҙың барыһын да ижадҡа һөйөү берләштерә. Әлбиттә ижадҡа ваҡыт, тормош мәшәҡәттәренән бер аҙ бушап торған саҡта бүленә. Әхәт Миҙхәт улы туғыҙынсы тиҫтәһен ҡыуып барған атаһын тәрбиәләүҙе бар эштәрҙән дә өҫтөнөрәк, тип билдәләй. Ижади төркөм вәкилдәре Ҡырмыҫҡалы районының төрлө нөктәһенән.

Һәүәләй ауылында йәшәүсе Гүзәл Искәндәрова милли кейемдәр тегә, таҫмаларҙан картиналар яһай. Әхәт Нурушевтың төркөмөнә ҡушылып, ул да ижад емештәренең матди файҙаһын күрә башлаған.  Һәләтле кеше бар яҡтан да һәләтле, тиҙәр бит. Әхәт Миҙхәт улы гуашь ярҙамында төрлө һүрәттәр төшөрөргә лә әүәҫ. Ижади төркөм төрлө халыҡ кәсептәре һәм сувенирҙар күргәҙмәһендә лә ҡатнашалар. Киләсәктә улар үҙҙәренең кәсепханаһын да асырға хыяллана. Әлегә инде беҙ заказдар ҡабул итеп, мөрәжәғәт итеүселәрҙе зауыҡлы ла, үҙенсәлекле лә ҡул эштәре менән ҡыуандырырға әҙер, ти Әхәт Нурышев.

Подпишитесь на нас в Google Новости


һУҢҒЫ ХӘБӘРҘӘР

Смотреть видео  “Башҡортостан 24” каналында “Өфө кистәре” | ГТРК «Башкортостан»

“Башҡортостан 24” каналында “Өфө кистәре”

 “Башҡортостан 24” каналында яңы проект башлайбыҙ, ул  бөгөн кис эфирға сыға.  “Өфө кистәре” тип аталған тапшырыуҙы Республика халыҡ ижады үҙәге  директоры Артур Әлибәков алып бара. Унда билдәле музыканттар  башҡорт халыҡ йырҙарының һәм көйҙәренең тарихы, башҡарыу...

2 июня 2020
Смотреть видео  Бөтә Донъя башҡорттары ҡоролтайы ойошторолоуға 25 йыл! | ГТРК «Башкортостан»

Бөтә Донъя башҡорттары ҡоролтайы ойошторолоуға 25 йыл!

Бөтә Донъя башҡорттары ҡоролтайы ойошторолоуға 25 йыл. Йәмәғәт тормошоноң нескә, әммә алыштырғыһыҙ мөһим бер даирәһенә әүерелгән ҡоролтай хәрәкәтенең сирек быуат дауамында өлгәшкән ҡаҙаныштарына, бөгөн бойомға ашырган эшмәкәрлегенә һәм киләсәккә бағлаган өмөттәренә хәбәрсебеҙ Нәфисә Кинйәбаева...

2 июня 2020
Смотреть видео 1 июндән ғәмәлгә ингән үҙгәрештәр | ГТРК «Башкортостан»

1 июндән ғәмәлгә ингән үҙгәрештәр

Рәсәйҙә эске туризм өсөн сикләүҙәр алына. Изоляцияның беренсе өлөшөндә медицина лицензияһы булған шифаханалар ҡайтанан эш башлай. Яңылыҡтарҙың береһе өс йәштән 16  йәшкә тиклемге балалар өсөн пособиелар түләүгә бәйле. Хеҙмәт кенәгәләренең дә хәҙер электрон варианты буласаҡ. Беренсе июндән үҙ...

2 июня 2020
Смотреть видео Һыу инеү миҙгеле ҡасан башлана? | ГТРК «Башкортостан»

Һыу инеү миҙгеле ҡасан башлана?

Рәсәй Ҡулланыусылар хоҡуҡтарын күҙәтеү хеҙмәте башлығы Анна Попова пляждарҙа битлек кеймәҫкә лә ярай, тип белдерҙе. Шулай ҙа  арауыҡ һаҡларға саҡырҙы ул. Башҡортостан халҡынан  да һыу ингәндә хәүефһеҙлек сараларын күреү талап ителә. Һыу инеү миҙгеле быйыл 1-енән 10 июнгә күсерелде....

2 июня 2020
Смотреть видео Сауҙа үҙәктәрен асырға, лагерҙарҙы әҙерләргә, күнекмәләрҙе башларға | ГТРК «Башкортостан»

Сауҙа үҙәктәрен асырға, лагерҙарҙы әҙерләргә, күнекмәләрҙе башларға

Башҡортостанда COVID-19 вирусының таралыу тиҙлеге кәмеүгә бара. Был турала кисә төбәк башлығы менән үткән оператив кәңәшмәлә һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин белдерҙе. Уның әйтеүенсә башлыса 50 йәшкә тиклемге граждандарҙың коронавирусҡа тестары ыңғай һөҙөмтә күрһәтә. 65 йәштән өлкәндәрҙең...

2 июня 2020
Смотреть видео Нефтекамала букмекер салоны урынына ҡомарлы уйындар залы асҡандар | ГТРК «Башкортостан»

Нефтекамала букмекер салоны урынына ҡомарлы уйындар залы асҡандар

Нефтекама ҡалаһында букмекер контораһы исемле аҫтында йәшенеп эшләгән уйын клубын тикшерҙеләр. Закон боҙоусыларҙы ҡулға алыр өсөн көс структураларына махсус операция үткәрергә тура килгән. Был компанияның букмекер контораһы исемлегендә йәшерен эшләп килеүе һәм кешеләрҙе ылыҡтырыуы күптән билдәле...

1 июня 2020
Смотреть видео Легаль булмаған такси водителдәрен яуапҡа тарттыралар | ГТРК «Башкортостан»

Легаль булмаған такси водителдәрен яуапҡа тарттыралар

Легаль булмаған такси машиналары  йәнә тикшереү органдарының иғтибар үҙәгендә.  Рәсәй Ҡулланыусылар хоҡуғын  күҙәтеү хеҙмәте Башҡортостан идаралығы юл хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһы менән берлектә рейдҡа сыҡты. Хәҙер  юл ҡағыҙын тикшереүҙән тыш санитар нормаларҙың үтәлеүе...

1 июня 2020
Смотреть видео Спиртлы эсемлектәр һатыусы кибеттәр өсөн яңы ҡағиҙә | ГТРК «Башкортостан»

Спиртлы эсемлектәр һатыусы кибеттәр өсөн яңы ҡағиҙә

Торлаҡ йорттарҙа алкоголь эсемлектәр һатыу тыйыла. Өфөлә күп ҡатлы йорттарҙа һәм улар янындағы биләмәләрҙә майҙаны 25 квадрат метрҙан әҙерәк булған йәмәғәт туҡланыу урындарының эшмәкәрлеген тыйыусы закон ҡабул иттеләр. Был кафела закондағы яңы үҙгәрештәр тураһында ишетмәгәндәр. Элеккеләрен дә...

1 июня 2020
Смотреть видео  “Алға” иҡтисади зонаһы төҙөләсәк | ГТРК «Башкортостан»

“Алға” иҡтисади зонаһы төҙөләсәк

Рәсәй Хөкүмәте рәйесе Михаил Мишустин Башҡортостанда “Алға” айырым иҡтисади зона булдырыу тураһындағы Күрһәтмәне раҫланы. Был турала Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәрҙә яҙып сыҡты.  Яңы проект Азиялағы иң ҙур газ һәм химия тауарҙары кластеры буласаҡ. Тап ул урындағы ҡаҙнаға...

1 июня 2020
Смотреть видео Башҡортостан райондары дауылдан зыян күрҙе | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостан райондары дауылдан зыян күрҙе

Уҙған кис республика райондары аша уҙған дауыл арҡаһында зыян күргән ауылдар ҙа бар. Шишмәлә, мәҫәлән, боҙборсаҡтар сейә емешенән ҙурыраҡ булған. Өфө районында яуған боҙборсаҡтың диаметры 4 сантиметрға тиклем етте. Ә Бүздәктә иһә дауыл мәлендә йорттарҙың ҡыйыҡтары емерелә. Хәлдәр Ҡаңны Төркәй...

1 июня 2020
Яндекс.Метрика