Республиканың көньяҡ-көнбайыш өлөшө бөгөн нисек йәшәй?

Республика башлығының Бәләбәйгә эшлекле сәфәре һәм ул булған беренсе обьект тураһында айырым әйтергә кәрәк. Ниһәйәт, ҡалала, 5 йыл буйына ябыҡ торған клиника — бала табыу йорто файҙаланыуға тапшырылды.  Республика бүлгән 180  миллион һумға төҙөкләндереү тамамланып клиника үҙ ишектәрен асты. Тап был аҙнала дауаханала биш йылдан һуң яңы тыуған беренсе сабыйҙың  тәүге тауышы яңғыраны. Тағы ла бер мәғлүмәт. Бәләбәйҙәге был үҙәккә алынған ҡоролмалар хаҡы ғына 205 миллион һум. Башҡортостан башлығы бинаның мөмкинлектәре менән танышыуҙан тыш, эш шарттары менән ҡыҙыҡһынды, белгестәр һүҙен ишетте. Әйткәндәй, Бәләбәйҙәге дауахана ҡала менән районды ғына түгел, ә Йәрмәкәйҙе лә хеҙмәтләндерә.

Ғөмүмән, Башҡортостандың хәҙер йөҙө үҙгәрә. Республикала парктар яңыртыла, халыҡҡа мәҙәни ял итеү өсөн урындар булдырыла. Бәләбәйҙәлә ошо йәһәттән яңы проекттар бар. “Йырсы шишмәләр” комплексы ла ҡала биҙәге булырға тейеш. Әйткәндәй, паркты тулыһынса яңыртыу, биләмәне тәртипкә килтереүгә 234 миллион һум кәрәк. Сумманың бер өлөшө федераль бюджеттан алына. Рәсәй ҡаҙнаһы Бәләбәйгә 85  миллион һум күсерә.  Радий Хәбиров “Йырсы шишмәләр” паркының быйыл һәм ваҡытында асыласағын вәғәҙәләне.

Бәләбәйҙең алдынғы үҫеш биләмәһе булыуын да оноторға ярамай. Ҡалала резиденттар бар. Эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнергә теләгән йүнселдәр һаны арта. Муниципаль берәмектә әле 2  меңдән ашыу эшҡыуарлыҡ субьекты иҫәпләнә. Улар 28 меңдән ашыу кешене хеҙмәт урындары менән тәьмин иткән. Башҡортостан башлығы Радий хәбировтың Бәләбәй йүнселдәре менән осрашыуын да ла һүҙ бәләкәй һәм урта бизнесты үҫтереү, иҡтисадтың был секторына дәүләт ярҙамы тураһында һүҙ барҙы. 

Октябрьскийҙағы “Яҙ” һәм “Спартак” торлаҡ комплексынан фатир алып, алданыусыларға республика мөмкин тиклем ярҙам күрһәтәсәк. Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров менән осрашыу барышында килеп тыуған мәсьәләне хәл итеү өсөн ҡабул ителгән “Юл картаһы” проекты ҡаралды.

Башҡортостандың көнбайыш ҡапҡаһы – Октябрьский республиканың сәнәғәт үҙәге генә түгел. Ҡалала мәҙәниәт усаҡтары уңышлы эшләй. Сәнғәт мәктәптәренең береһе – музыкаль колледж. Тик белем усағына бөгөн техник ярҙам кәрәк. Белем усағы ҡарамағына тапшырылған тамаша залын ремонтлау, уны яңыртыу көнүҙәк. Башҡортостан башлығының ҡалаға эш сәфәре барышында был мәсьәлә айырым  һәм ентекле тикшерелде.

Октябрьскийҙа иҡтисади һәм социаль өлкәгә ҡағылышлы яңы проекттар Башҡортостан етәкселеге яғынан хуплау табасаҡ. Радий Хәбиров ҡалала “Хакимиәт башлығы” сәғәтен үҫтереү мәлендә был хаҡта айырым әйтте.

Читайте нас в Яндекс.Дзен


һУҢҒЫ ХӘБӘРҘӘР

Смотреть видео  “Башҡортостан 24” каналында “Өфө кистәре” | ГТРК «Башкортостан»

“Башҡортостан 24” каналында “Өфө кистәре”

 “Башҡортостан 24” каналында яңы проект башлайбыҙ, ул  бөгөн кис эфирға сыға.  “Өфө кистәре” тип аталған тапшырыуҙы Республика халыҡ ижады үҙәге  директоры Артур Әлибәков алып бара. Унда билдәле музыканттар  башҡорт халыҡ йырҙарының һәм көйҙәренең тарихы, башҡарыу...

2 июня 2020
Смотреть видео  Бөтә Донъя башҡорттары ҡоролтайы ойошторолоуға 25 йыл! | ГТРК «Башкортостан»

Бөтә Донъя башҡорттары ҡоролтайы ойошторолоуға 25 йыл!

Бөтә Донъя башҡорттары ҡоролтайы ойошторолоуға 25 йыл. Йәмәғәт тормошоноң нескә, әммә алыштырғыһыҙ мөһим бер даирәһенә әүерелгән ҡоролтай хәрәкәтенең сирек быуат дауамында өлгәшкән ҡаҙаныштарына, бөгөн бойомға ашырган эшмәкәрлегенә һәм киләсәккә бағлаган өмөттәренә хәбәрсебеҙ Нәфисә Кинйәбаева...

2 июня 2020
Смотреть видео 1 июндән ғәмәлгә ингән үҙгәрештәр | ГТРК «Башкортостан»

1 июндән ғәмәлгә ингән үҙгәрештәр

Рәсәйҙә эске туризм өсөн сикләүҙәр алына. Изоляцияның беренсе өлөшөндә медицина лицензияһы булған шифаханалар ҡайтанан эш башлай. Яңылыҡтарҙың береһе өс йәштән 16  йәшкә тиклемге балалар өсөн пособиелар түләүгә бәйле. Хеҙмәт кенәгәләренең дә хәҙер электрон варианты буласаҡ. Беренсе июндән үҙ...

2 июня 2020
Смотреть видео Һыу инеү миҙгеле ҡасан башлана? | ГТРК «Башкортостан»

Һыу инеү миҙгеле ҡасан башлана?

Рәсәй Ҡулланыусылар хоҡуҡтарын күҙәтеү хеҙмәте башлығы Анна Попова пляждарҙа битлек кеймәҫкә лә ярай, тип белдерҙе. Шулай ҙа  арауыҡ һаҡларға саҡырҙы ул. Башҡортостан халҡынан  да һыу ингәндә хәүефһеҙлек сараларын күреү талап ителә. Һыу инеү миҙгеле быйыл 1-енән 10 июнгә күсерелде....

2 июня 2020
Смотреть видео Сауҙа үҙәктәрен асырға, лагерҙарҙы әҙерләргә, күнекмәләрҙе башларға | ГТРК «Башкортостан»

Сауҙа үҙәктәрен асырға, лагерҙарҙы әҙерләргә, күнекмәләрҙе башларға

Башҡортостанда COVID-19 вирусының таралыу тиҙлеге кәмеүгә бара. Был турала кисә төбәк башлығы менән үткән оператив кәңәшмәлә һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин белдерҙе. Уның әйтеүенсә башлыса 50 йәшкә тиклемге граждандарҙың коронавирусҡа тестары ыңғай һөҙөмтә күрһәтә. 65 йәштән өлкәндәрҙең...

2 июня 2020
Смотреть видео Нефтекамала букмекер салоны урынына ҡомарлы уйындар залы асҡандар | ГТРК «Башкортостан»

Нефтекамала букмекер салоны урынына ҡомарлы уйындар залы асҡандар

Нефтекама ҡалаһында букмекер контораһы исемле аҫтында йәшенеп эшләгән уйын клубын тикшерҙеләр. Закон боҙоусыларҙы ҡулға алыр өсөн көс структураларына махсус операция үткәрергә тура килгән. Был компанияның букмекер контораһы исемлегендә йәшерен эшләп килеүе һәм кешеләрҙе ылыҡтырыуы күптән билдәле...

1 июня 2020
Смотреть видео Легаль булмаған такси водителдәрен яуапҡа тарттыралар | ГТРК «Башкортостан»

Легаль булмаған такси водителдәрен яуапҡа тарттыралар

Легаль булмаған такси машиналары  йәнә тикшереү органдарының иғтибар үҙәгендә.  Рәсәй Ҡулланыусылар хоҡуғын  күҙәтеү хеҙмәте Башҡортостан идаралығы юл хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһы менән берлектә рейдҡа сыҡты. Хәҙер  юл ҡағыҙын тикшереүҙән тыш санитар нормаларҙың үтәлеүе...

1 июня 2020
Смотреть видео Спиртлы эсемлектәр һатыусы кибеттәр өсөн яңы ҡағиҙә | ГТРК «Башкортостан»

Спиртлы эсемлектәр һатыусы кибеттәр өсөн яңы ҡағиҙә

Торлаҡ йорттарҙа алкоголь эсемлектәр һатыу тыйыла. Өфөлә күп ҡатлы йорттарҙа һәм улар янындағы биләмәләрҙә майҙаны 25 квадрат метрҙан әҙерәк булған йәмәғәт туҡланыу урындарының эшмәкәрлеген тыйыусы закон ҡабул иттеләр. Был кафела закондағы яңы үҙгәрештәр тураһында ишетмәгәндәр. Элеккеләрен дә...

1 июня 2020
Смотреть видео  “Алға” иҡтисади зонаһы төҙөләсәк | ГТРК «Башкортостан»

“Алға” иҡтисади зонаһы төҙөләсәк

Рәсәй Хөкүмәте рәйесе Михаил Мишустин Башҡортостанда “Алға” айырым иҡтисади зона булдырыу тураһындағы Күрһәтмәне раҫланы. Был турала Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәрҙә яҙып сыҡты.  Яңы проект Азиялағы иң ҙур газ һәм химия тауарҙары кластеры буласаҡ. Тап ул урындағы ҡаҙнаға...

1 июня 2020
Смотреть видео Башҡортостан райондары дауылдан зыян күрҙе | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостан райондары дауылдан зыян күрҙе

Уҙған кис республика райондары аша уҙған дауыл арҡаһында зыян күргән ауылдар ҙа бар. Шишмәлә, мәҫәлән, боҙборсаҡтар сейә емешенән ҙурыраҡ булған. Өфө районында яуған боҙборсаҡтың диаметры 4 сантиметрға тиклем етте. Ә Бүздәктә иһә дауыл мәлендә йорттарҙың ҡыйыҡтары емерелә. Хәлдәр Ҡаңны Төркәй...

1 июня 2020
Яндекс.Метрика