Хеҙмәт ҡаһарманлығы ҡалаһы

Дәүләт Думаһы Рәсәй Федерацияһының «Хеҙмәт ҡаһарманлығы  ҡалаһы» тигән почетлы исем тураһында закон проектын ҡабул итте. Был дәрәжә   Бөйөк еңеүгә үҙ өлөш индергән муниципаль берәмектәргә бирелә.  Маҡтаулы исемгә Башҡортостан ҡалалары ла дәғүә итә.

Бөйөк Ватан һуғышының яу яланында ғына түгел, тылында оло ҡаһарманлыҡ күрһәткән ватандаштарыбыҙҙың хеҙмәте баһалап бөткөһөҙ. Тап улар фронтты аҙыҡ-түлек, кейем, ҡорал һәм хәрби йыһаздар меннә тотҡарлыҡһыҙ тәьмин итә.

Һуғыш башланғас Советтар Созының 172 етештереү предприятиеһы Башҡортостанға  күсерелгән. Өфөлә генә  етештереү майҙандары өсөн 75 мең квадрат метр  ер бүленгән. 1942 йылдың уртаһынан күсерелгән предприятиеларҙың барыһы ла тулы ҡеүәттә эшләй.

Бөйөк Ватан һуғышы осоронда Өфө — илебеҙҙең терәк үҙәктәренең береһенә әүерелә. Башҡалала 40-тан ашыу завод, предприятие урынлаша.  М-105 моторҙарын етештергән Рыбинск авиация заводы иң күп двигатель әҙерләүселәр исемлегенә инә.  Өфө моторҙар эшләү берекмәһе  музейында Ленинград  янындағы яуҙарҙа  һаҙлыҡта табылған  был моторҙың төп нөсхәһе иң ҡәҙерле экспонат булып  һаҡлана. Музей хеҙмәткәрҙәре әйтеүенсә, был авиация моторы тулыһынса ҡораллы булыуы менән уникаль.

Һуғыш йылдарында Өфө моторҙар эшләү берекмәһе фронтҡа 51 меңдән ашыу авиадвигатель оҙата.  Һауалағы һәр дүртенсе хәрби самолеттың двигателе ошо заводта йыйыла.

Башҡортостанда Бөйөк еңеү көнөн яҡынайтыуға  ғәйәт күп көс һалған ҡалалар һаны байтаҡ. 1941-1945 йылдарҙа Ишембай халҡы  ғына фронтҡа 4,5 млн тонна нефть тапшыра. Һуғышта һәр өсөнсө танк Ишембай нефтенән етештерелгән яғыулыҡта эшләй. Баймаҡ предприятиелары тапҡан алтын да, Стәрлетамаҡтың «Авангард» заводы етештергән снаряд деталдәре лә “Барыһы ла фронт, барыһы ла Еңеү өсөн” тип оҙатылған. Одессанан Стәрлетамаҡҡа эвакуацияланған станоктар эшләү заводы илдең иң ҡеүәтле предприятиеларының береһенә әйләнгән. Унда 30-ҙан ашыу станок төрҙәре сығарылған. 

Станок артында тәүлек әйләнәһенә ҡатын-ҡыҙҙар,  үҫмерҙәр  һәм ҡарттар  ал-ял белмәй эшләй. Улар бөтә ауырлыҡты үҙ иңенә алған. Яңы закон пректына ярашлы, тырыш халҡы менән дан тотҡан ҡалаларыбыҙ    Ватан алдындағы фиҙакәр хеҙмәте өсөн  «Хеҙмәт ҡаһарманлығы  ҡалаһы»  тигән почетлы исемгә дәғүә итә ала.

Әле иһә, тылда  ҡаһарманлыҡ күрһәткән ватандаштарыбыҙ иҫтәлеген баш ҡаланың Еңеү паркында урын алған мөһабәт һәйкәл тасуирлай.

Композицияла тыл хеҙмәткәрҙәренең төп һөнәрҙәре-нефтсе, ҡорос ҡойоусы, тегенсе, бәләкәй ҡыҙ менән ураҡсы ҡатын, станок артында оло йәштәге кеше менән уның ейәне. Һәйкәл ерлегендә иһә Башғортостандан фронтҡа оҙатылған авиация двигателдәре, ҡорос, нефть һәм аҙыҡ-түлек һүрәтләнгән.

Закон проектына  ярашлы, Хеҙмәт ҡаһарманлығы ҡалаһы исемен  биреү инициативаһы шул ҡалала йәшәгән граждандарҙың үҙҙәренән, йә иһә урындағы  үҙидара органдарынан сығырға тейеш.

Подпишитесь на нас в Google Новости


һУҢҒЫ ХӘБӘРҘӘР

Смотреть видео  “Башҡортостан 24” каналында “Өфө кистәре” | ГТРК «Башкортостан»

“Башҡортостан 24” каналында “Өфө кистәре”

 “Башҡортостан 24” каналында яңы проект башлайбыҙ, ул  бөгөн кис эфирға сыға.  “Өфө кистәре” тип аталған тапшырыуҙы Республика халыҡ ижады үҙәге  директоры Артур Әлибәков алып бара. Унда билдәле музыканттар  башҡорт халыҡ йырҙарының һәм көйҙәренең тарихы, башҡарыу...

2 июня 2020
Смотреть видео  Бөтә Донъя башҡорттары ҡоролтайы ойошторолоуға 25 йыл! | ГТРК «Башкортостан»

Бөтә Донъя башҡорттары ҡоролтайы ойошторолоуға 25 йыл!

Бөтә Донъя башҡорттары ҡоролтайы ойошторолоуға 25 йыл. Йәмәғәт тормошоноң нескә, әммә алыштырғыһыҙ мөһим бер даирәһенә әүерелгән ҡоролтай хәрәкәтенең сирек быуат дауамында өлгәшкән ҡаҙаныштарына, бөгөн бойомға ашырган эшмәкәрлегенә һәм киләсәккә бағлаган өмөттәренә хәбәрсебеҙ Нәфисә Кинйәбаева...

2 июня 2020
Смотреть видео 1 июндән ғәмәлгә ингән үҙгәрештәр | ГТРК «Башкортостан»

1 июндән ғәмәлгә ингән үҙгәрештәр

Рәсәйҙә эске туризм өсөн сикләүҙәр алына. Изоляцияның беренсе өлөшөндә медицина лицензияһы булған шифаханалар ҡайтанан эш башлай. Яңылыҡтарҙың береһе өс йәштән 16  йәшкә тиклемге балалар өсөн пособиелар түләүгә бәйле. Хеҙмәт кенәгәләренең дә хәҙер электрон варианты буласаҡ. Беренсе июндән үҙ...

2 июня 2020
Смотреть видео Һыу инеү миҙгеле ҡасан башлана? | ГТРК «Башкортостан»

Һыу инеү миҙгеле ҡасан башлана?

Рәсәй Ҡулланыусылар хоҡуҡтарын күҙәтеү хеҙмәте башлығы Анна Попова пляждарҙа битлек кеймәҫкә лә ярай, тип белдерҙе. Шулай ҙа  арауыҡ һаҡларға саҡырҙы ул. Башҡортостан халҡынан  да һыу ингәндә хәүефһеҙлек сараларын күреү талап ителә. Һыу инеү миҙгеле быйыл 1-енән 10 июнгә күсерелде....

2 июня 2020
Смотреть видео Сауҙа үҙәктәрен асырға, лагерҙарҙы әҙерләргә, күнекмәләрҙе башларға | ГТРК «Башкортостан»

Сауҙа үҙәктәрен асырға, лагерҙарҙы әҙерләргә, күнекмәләрҙе башларға

Башҡортостанда COVID-19 вирусының таралыу тиҙлеге кәмеүгә бара. Был турала кисә төбәк башлығы менән үткән оператив кәңәшмәлә һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин белдерҙе. Уның әйтеүенсә башлыса 50 йәшкә тиклемге граждандарҙың коронавирусҡа тестары ыңғай һөҙөмтә күрһәтә. 65 йәштән өлкәндәрҙең...

2 июня 2020
Смотреть видео Нефтекамала букмекер салоны урынына ҡомарлы уйындар залы асҡандар | ГТРК «Башкортостан»

Нефтекамала букмекер салоны урынына ҡомарлы уйындар залы асҡандар

Нефтекама ҡалаһында букмекер контораһы исемле аҫтында йәшенеп эшләгән уйын клубын тикшерҙеләр. Закон боҙоусыларҙы ҡулға алыр өсөн көс структураларына махсус операция үткәрергә тура килгән. Был компанияның букмекер контораһы исемлегендә йәшерен эшләп килеүе һәм кешеләрҙе ылыҡтырыуы күптән билдәле...

1 июня 2020
Смотреть видео Легаль булмаған такси водителдәрен яуапҡа тарттыралар | ГТРК «Башкортостан»

Легаль булмаған такси водителдәрен яуапҡа тарттыралар

Легаль булмаған такси машиналары  йәнә тикшереү органдарының иғтибар үҙәгендә.  Рәсәй Ҡулланыусылар хоҡуғын  күҙәтеү хеҙмәте Башҡортостан идаралығы юл хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһы менән берлектә рейдҡа сыҡты. Хәҙер  юл ҡағыҙын тикшереүҙән тыш санитар нормаларҙың үтәлеүе...

1 июня 2020
Смотреть видео Спиртлы эсемлектәр һатыусы кибеттәр өсөн яңы ҡағиҙә | ГТРК «Башкортостан»

Спиртлы эсемлектәр һатыусы кибеттәр өсөн яңы ҡағиҙә

Торлаҡ йорттарҙа алкоголь эсемлектәр һатыу тыйыла. Өфөлә күп ҡатлы йорттарҙа һәм улар янындағы биләмәләрҙә майҙаны 25 квадрат метрҙан әҙерәк булған йәмәғәт туҡланыу урындарының эшмәкәрлеген тыйыусы закон ҡабул иттеләр. Был кафела закондағы яңы үҙгәрештәр тураһында ишетмәгәндәр. Элеккеләрен дә...

1 июня 2020
Смотреть видео  “Алға” иҡтисади зонаһы төҙөләсәк | ГТРК «Башкортостан»

“Алға” иҡтисади зонаһы төҙөләсәк

Рәсәй Хөкүмәте рәйесе Михаил Мишустин Башҡортостанда “Алға” айырым иҡтисади зона булдырыу тураһындағы Күрһәтмәне раҫланы. Был турала Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәрҙә яҙып сыҡты.  Яңы проект Азиялағы иң ҙур газ һәм химия тауарҙары кластеры буласаҡ. Тап ул урындағы ҡаҙнаға...

1 июня 2020
Смотреть видео Башҡортостан райондары дауылдан зыян күрҙе | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостан райондары дауылдан зыян күрҙе

Уҙған кис республика райондары аша уҙған дауыл арҡаһында зыян күргән ауылдар ҙа бар. Шишмәлә, мәҫәлән, боҙборсаҡтар сейә емешенән ҙурыраҡ булған. Өфө районында яуған боҙборсаҡтың диаметры 4 сантиметрға тиклем етте. Ә Бүздәктә иһә дауыл мәлендә йорттарҙың ҡыйыҡтары емерелә. Хәлдәр Ҡаңны Төркәй...

1 июня 2020
Яндекс.Метрика