Ижади һәләт менән физик көстө үҙендә берләштергән ир-уҙаман

Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар байрамы алдынан Альберт Ғәлиев әсәһенә бүләк әҙерләй. Иң яҡшыһы — үҙ ҡулың менән эшләнгәне, ти ул. Яҡын кешеһенең портретына күҙ нурын һәм бөтә оҫталығын һалып төшөрә егет. Ижад эше тамамланыуға барһа ла, барыбер тағы ла нимәлер етмәгән кеүек тойола, ти рәссам.

Рәсәй милли гвардияһында хеҙмәт иткән прапорщик ошо рәүешле ижадта күңеленә йыуаныс таба. Был һәләт уға тыумыштан бирелгән тиһәң дә була. Альберт балалар баҡсаһына йөрөгәндә үк һүрәттәр төшөрә башлаған. Ә мәктәптә уҡығанда иһә хатта шәхси күргәҙмәһен дә ойошторғандар.

Әлегә Альберт Ғәлиевтың төп эше -  хеҙмәт итеү. Ижад менән буш ваҡытында, йәки ял көндәрендә шөғөлләнә. Шулай ҙа, етәкселек хәрбиҙең үҙенсәлекле һәләте барлығын белеп ҡалғандан һуң, хәрби часта ла уның һүрәттәре күренә башлаған.

Рәсәй милли гвардияһы ғәскәрҙәренең Генерал-майор Миңлеғәле Шайморатов исемендәге махсус тәғәйенләнештәге Өфө айырым отрядының тарих музейындағы ике экспозицияны Альберт үҙ ҡулдары менән йәнләндергән. Хеҙмәттәштәре өсөн махсус ял итеү бүлмәһенең стеналарындағы пейзаж да егеттең эше.Рәссамдың эштәре менән хеҙмәттәштәре генә түгел, уларҙың ғаиләләре лә яҡындан таныш. Сағыу тауис, сабып барған аттар, сикһеҙ диңгеҙ – хәрбиҙәр йәшәгән йорттоң подъездарын да Альберт Ғәлиевтың эштәре биҙәй. Был һүрәткә өс йыл булһа ла, шул килеш һаҡланған.

Тимәк, хәрби рәссамдың эштәрен халыҡ ярата. Бигерәк тә, балалар был сәнғәт әҫәре янынан тыныс ҡына үтә алмай. Мотлаҡ туҡтап, стеналарҙа төшөрөлгән йәнлектәрҙе, ҡоштарҙы ентекләп ҡарайҙар. Подъездға килеп инеү менән, әйтерһең дә, йәнһүрәт донъяһына барып эләгәһең, ти улар. Бындай матурлыҡҡа өлкәндәр ҙә битараф ҡалмай. Ысынлап та, егет һәр эшенә бөтә күңелен һалып башҡара.

Рәсемдәренә лә, хәрби хеҙмәткә лә. Шулай ҙа ижад кешеһе һиҙемләүе менән көслө. Бәлки шуғылар ҙа ул хеҙмәттәштәре менән яҡшы мөғәлләмәлә.  Физик көс менән ижади һәләт йәнәш килә алғанын Альберт Ғәлиев миҫалында асыҡ күрергә мөмкин. Ижадта үҙемә йыуаныс табам, әммә булмышым менән хәрби кешемен, ти егет.

Читайте нас в Яндекс.Новостях


һУҢҒЫ ХӘБӘРҘӘР

Смотреть видео  “Башҡортостан 24” каналында “Өфө кистәре” | ГТРК «Башкортостан»

“Башҡортостан 24” каналында “Өфө кистәре”

 “Башҡортостан 24” каналында яңы проект башлайбыҙ, ул  бөгөн кис эфирға сыға.  “Өфө кистәре” тип аталған тапшырыуҙы Республика халыҡ ижады үҙәге  директоры Артур Әлибәков алып бара. Унда билдәле музыканттар  башҡорт халыҡ йырҙарының һәм көйҙәренең тарихы, башҡарыу...

2 июня 2020
Смотреть видео  Бөтә Донъя башҡорттары ҡоролтайы ойошторолоуға 25 йыл! | ГТРК «Башкортостан»

Бөтә Донъя башҡорттары ҡоролтайы ойошторолоуға 25 йыл!

Бөтә Донъя башҡорттары ҡоролтайы ойошторолоуға 25 йыл. Йәмәғәт тормошоноң нескә, әммә алыштырғыһыҙ мөһим бер даирәһенә әүерелгән ҡоролтай хәрәкәтенең сирек быуат дауамында өлгәшкән ҡаҙаныштарына, бөгөн бойомға ашырган эшмәкәрлегенә һәм киләсәккә бағлаган өмөттәренә хәбәрсебеҙ Нәфисә Кинйәбаева...

2 июня 2020
Смотреть видео 1 июндән ғәмәлгә ингән үҙгәрештәр | ГТРК «Башкортостан»

1 июндән ғәмәлгә ингән үҙгәрештәр

Рәсәйҙә эске туризм өсөн сикләүҙәр алына. Изоляцияның беренсе өлөшөндә медицина лицензияһы булған шифаханалар ҡайтанан эш башлай. Яңылыҡтарҙың береһе өс йәштән 16  йәшкә тиклемге балалар өсөн пособиелар түләүгә бәйле. Хеҙмәт кенәгәләренең дә хәҙер электрон варианты буласаҡ. Беренсе июндән үҙ...

2 июня 2020
Смотреть видео Һыу инеү миҙгеле ҡасан башлана? | ГТРК «Башкортостан»

Һыу инеү миҙгеле ҡасан башлана?

Рәсәй Ҡулланыусылар хоҡуҡтарын күҙәтеү хеҙмәте башлығы Анна Попова пляждарҙа битлек кеймәҫкә лә ярай, тип белдерҙе. Шулай ҙа  арауыҡ һаҡларға саҡырҙы ул. Башҡортостан халҡынан  да һыу ингәндә хәүефһеҙлек сараларын күреү талап ителә. Һыу инеү миҙгеле быйыл 1-енән 10 июнгә күсерелде....

2 июня 2020
Смотреть видео Сауҙа үҙәктәрен асырға, лагерҙарҙы әҙерләргә, күнекмәләрҙе башларға | ГТРК «Башкортостан»

Сауҙа үҙәктәрен асырға, лагерҙарҙы әҙерләргә, күнекмәләрҙе башларға

Башҡортостанда COVID-19 вирусының таралыу тиҙлеге кәмеүгә бара. Был турала кисә төбәк башлығы менән үткән оператив кәңәшмәлә һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин белдерҙе. Уның әйтеүенсә башлыса 50 йәшкә тиклемге граждандарҙың коронавирусҡа тестары ыңғай һөҙөмтә күрһәтә. 65 йәштән өлкәндәрҙең...

2 июня 2020
Смотреть видео Нефтекамала букмекер салоны урынына ҡомарлы уйындар залы асҡандар | ГТРК «Башкортостан»

Нефтекамала букмекер салоны урынына ҡомарлы уйындар залы асҡандар

Нефтекама ҡалаһында букмекер контораһы исемле аҫтында йәшенеп эшләгән уйын клубын тикшерҙеләр. Закон боҙоусыларҙы ҡулға алыр өсөн көс структураларына махсус операция үткәрергә тура килгән. Был компанияның букмекер контораһы исемлегендә йәшерен эшләп килеүе һәм кешеләрҙе ылыҡтырыуы күптән билдәле...

1 июня 2020
Смотреть видео Легаль булмаған такси водителдәрен яуапҡа тарттыралар | ГТРК «Башкортостан»

Легаль булмаған такси водителдәрен яуапҡа тарттыралар

Легаль булмаған такси машиналары  йәнә тикшереү органдарының иғтибар үҙәгендә.  Рәсәй Ҡулланыусылар хоҡуғын  күҙәтеү хеҙмәте Башҡортостан идаралығы юл хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһы менән берлектә рейдҡа сыҡты. Хәҙер  юл ҡағыҙын тикшереүҙән тыш санитар нормаларҙың үтәлеүе...

1 июня 2020
Смотреть видео Спиртлы эсемлектәр һатыусы кибеттәр өсөн яңы ҡағиҙә | ГТРК «Башкортостан»

Спиртлы эсемлектәр һатыусы кибеттәр өсөн яңы ҡағиҙә

Торлаҡ йорттарҙа алкоголь эсемлектәр һатыу тыйыла. Өфөлә күп ҡатлы йорттарҙа һәм улар янындағы биләмәләрҙә майҙаны 25 квадрат метрҙан әҙерәк булған йәмәғәт туҡланыу урындарының эшмәкәрлеген тыйыусы закон ҡабул иттеләр. Был кафела закондағы яңы үҙгәрештәр тураһында ишетмәгәндәр. Элеккеләрен дә...

1 июня 2020
Смотреть видео  “Алға” иҡтисади зонаһы төҙөләсәк | ГТРК «Башкортостан»

“Алға” иҡтисади зонаһы төҙөләсәк

Рәсәй Хөкүмәте рәйесе Михаил Мишустин Башҡортостанда “Алға” айырым иҡтисади зона булдырыу тураһындағы Күрһәтмәне раҫланы. Был турала Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәрҙә яҙып сыҡты.  Яңы проект Азиялағы иң ҙур газ һәм химия тауарҙары кластеры буласаҡ. Тап ул урындағы ҡаҙнаға...

1 июня 2020
Смотреть видео Башҡортостан райондары дауылдан зыян күрҙе | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостан райондары дауылдан зыян күрҙе

Уҙған кис республика райондары аша уҙған дауыл арҡаһында зыян күргән ауылдар ҙа бар. Шишмәлә, мәҫәлән, боҙборсаҡтар сейә емешенән ҙурыраҡ булған. Өфө районында яуған боҙборсаҡтың диаметры 4 сантиметрға тиклем етте. Ә Бүздәктә иһә дауыл мәлендә йорттарҙың ҡыйыҡтары емерелә. Хәлдәр Ҡаңны Төркәй...

1 июня 2020
Яндекс.Метрика