Беҙ үҙебеҙҙекеләрҙе ташламайбыҙ

Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмәлә Нефтеюганск ҡалаһында бәләгә тарыған яҡташыбыҙга һәм уның ғаиләһенә ярҙам күрһәтергә ҡушты. Өфөлә Федор Шаляпин исемендәге Халыҡ-ара вокал сәнғәте академияһы асыла. Март башында уның эшмәкәрлегенә лицензия алынған.

“Минең фекеремсә, юғары һөҙөмтә. Донъя кимәлендә йырсылар әҙерләйәсәкбеҙ”, тине Радий Хәбиров. Кәңәшмәлә яҙғы ташҡынға әҙерлек һәм башҡа мәсьәләләр ҡаралды. Оператив кәңәшмә, ғәҙәттәгесә, Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрының докладынан башланды.

Йылытыу миҙгеле ғәҙәти тәртиптә бара, уҙған аҙнала тармаҡта авариялар теркәлмәгән. Һауа торошоноң үҙгәреүсән булыуын иҫәпкә алғанда, ҡар һәм ҡыйыҡтарҙан боҙбармаҡтарҙы таҙартыуға төп көстәр йүнәлтелгән. Ял көндәрендә юлдарҙа һәм тротуарҙарҙа боҙлауыҡ барлыҡҡа килде. Шуға күрә, ҡом һәм тоҙ ҡатнашмаһын һибеүҙе әүҙемләштерергә ҡушылды.

Сөнки, көндөҙ ямғыр яуыуы, ә төндәрен һалҡынайтыуы көтөлә. Республикала контейнерҙар урынлаштырыу, улар өсөн майҙансыҡтар булдырыу эше әүҙем бара. Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров юридик шәхестәр менән килешеүҙәр төҙөүгә айырым туҡталды.

Уҙған аҙнала республика биләмәһендә 59 юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлгән, уларҙа 69 кеше зыян күргән, икәүһенең ғүмере өҙөлгән. Был уҙған йылдың ошо осоро менән сағыштырғанда аҙыраҡ, тип билдәләнде ултырышта. Томан һәм боҙлауыҡ булыу сәбәпле, ҡатмарлыҡтар бар. Өфө аэропортынан 4 рейс кисектерелгән.

Төбәк юлдарында 695 техника эшләй, федераль кимәлдәге трассаларға 133 берәмек йәлеп ителгән. Хөкүмәт ағзалары экспортҡа ярҙам итеү һәм 2020 йылға маҡсаттар тураһында ла фекер алышты. Уҙған йылда Башҡортостандан ситкә тауар оҙатыу менән шөғөлләнгән 44 компанияға 40 миллион һумлыҡ дәүләт ярҙамы күрһәтелгән.

Бындай тәжрибә беренселәрҙән булып республикала индерелгән. Был сумманы ике тапҡырға арттырыу планлаштырыла. Шулай уҡ, экспортланған продукция хаҡын 2 миллиард ярым һумға еткерергә һәм Башҡортостандың экспорт ҡеүәтен тикшереү бурысы ҡуйыла. Башҡортостанда таҙалыҡ көнө булдырыла.

Ул кәмендә айына ике тапҡыр уҙғарыласаҡ. Республика башлығы Радий Хәбиров ошо туралағы Указға ҡул ҡуйҙы. Быйыл ғына ошондай 16 таҙалыҡ көнө үткәреү ҡарала. Документты әҙерләгәндә Учалы районы һәм Раевка ауылы тәжрибәһе өйрәнелгән.

Төп иғтибар Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығына арналған сараларға бүленә. Башҡортостан башлығы тағы бер документты имзаланы. Уға ярашлы, шифахана-курорттарҙы үҫтереү буйынса эшсе төркөм ойошторола. “Республиканың һауыҡтыу комплексы Рәсәйҙә иң ҙурҙарҙан һанала.

Хәлде анализлағандан һуң, төбәктең реакреация ҡеүәте менән идара итеүҙе юғалта барыуыбыҙҙы аңланыҡ”, тине Радий Хәбиров һәм яңы маҡсаттар билдәләне. Ултырышта яҙғы ташҡынға төп иғтибар бүленде. Көндәр йылытыу сәбәпле быйыл боҙҙоң иртәрәк китер тип күҙаллана.

Йылғалар ғәҙәттәгенән 8-13 көнгә алдараҡ әрселәсәк, тип фаразлай гидрометеорология үҙәге белгестәре. Йылғаларҙа һыу запасы нормаға ярашлы, ә һыу баҫа торған ерҙәрҙә дым 50-60 процентҡа күберәк. Шуға күрә, ташҡындың көслө булыуы ихтимал, тип хәбәр итә белгестәр. Әммә, яҙғы ташҡын буйынса әлегә аныҡ мәғлүмәттәр юҡ. Республикала боҙ сама менән март аҙаҡтарында китә башлай, тип фаразлана.

Тығындар барлыҡҡа килгәндә боҙ шартлатыусы ете  отряд юғары әҙерлектә тора. Быйыл йылғаларҙа һыу норманан 30-160 сантиметрға юғарыраҡ булыр тип фаразлана.

Мәҫәлән, Өфө янында Ағиҙелдең кимәле — 830, Бөрө янында — 820, Шаҡша тирәһендә — 870, Стәрлетамаҡ эргәһендә — 840 сантиметрға етер тип күҙаллана. Бындай осраҡта аҫта ултырған йорт-биналарға һыу аҫтында ҡалыу ҡурҡынысы янай. Башҡортостан ҡаҙнаһынан ташҡынға ҡаршы сараларға 6 миллион 630 мең һум аҡса йүнәлтелә.

Боҙҙоң ҡалынлығы республика йылға-күлдәрендә 5 сантиметрҙан алып 50 сантиметрға тиклем. Шуға күрә, күпселек боҙ күперҙәр ябылған. Тик Краснокама районында ғына эшләп килә, уныһын да даими тикшереп торалар.

Шуныһы ла, мартта һауа температураһы ғәҙәттәгенән 1-2 градусҡа юғарыраҡ көтөлә. Ә был аҙна аҙағына төндәрен һалҡынайта тип белдерә синоптиктар. 17 муниципалитетта 31 боҙ тығылыу хәүефе булған урын иҫәпләнә. Уларҙы бысыу, ҡарайтыу эштәре башланған. Республикала 46 гидропост булдырылған, улар тәүлегенә 2 тапҡыр йылғаларҙың кимәле тураһында мәғлүмәт бирәсәк.

Ауыл-ҡалаларҙы оло һыу баҫа ҡалһа, халыҡты эвакуациялау өсөн 480-дән ашыу урын билдәләнгән. Унда 100 меңгә яҡын кеше урынлаштырырға була. Башҡортостан хөкүмәте Нефтеюганск ҡалаһында бәләгә тарыған яҡташыбыҙ, 5 бала атаһының хәлен контролдә тота. 45 йәшлек ир бейектән ҡолап төшөп бихисап йәрәхәттәр алған. Радий Хәбиров Баҡалыла йәшәгән ғаиләгә ярҙам итергә, Рәмил Инсафетдиновты Өфөгә алып ҡайтып дауаларға, һуңынан эшкә урынлаштырырға ҡушты.

Смотрите нас в YouTube


һУҢҒЫ ХӘБӘРҘӘР

Смотреть видео Өфөнөң Ленин урамында урынлашҡан торлаҡ йортто реставрациялау өсөн әҙерлек эштәре башланды | ГТРК «Башкортостан»

Өфөнөң Ленин урамында урынлашҡан торлаҡ йортто реставрациялау өсөн әҙерлек эштәре башланды

Мәҙәни мираҫ объектҡа үткән быуаттың 1930-сы йылдарында “Железнодорожник” төҙөлөш компанияһы хеҙмәткәрҙәре өсөн тәғәйенләнеп нигеҙ һалынған. Тәүҙә уны йоҡлау урыны ғына булыр тип төҙөһәләр, һуңынан бәләкәй фатирҙарға бүлеп сығалар. Күренеүенсә, ике торлаҡ араһын төкәтмә (пристрой) тоташтыра. Тап...

28 мая 2020
Смотреть видео 12 мең битлек таратылған | ГТРК «Башкортостан»

12 мең битлек таратылған

Өфөлә йәмәғәт ойошма активистары 12 мең битлектәр таратҡан.Бының өсөн ирекмәндәр ҡаланың кешеләр күпләп йөрөгән райондарын һайлаған. Пандемия шарттарында ойошторолған файҙалы акция халыҡҡа оҡшаған.  Алты пакетҡа тултырылған һаҡланыу сараларын бер сәғәт эсенлдә таратып бөткәндәр. Бындай...

28 мая 2020
Смотреть видео 28 май –сик буйы һаҡсылары көнө! | ГТРК «Башкортостан»

28 май –сик буйы һаҡсылары көнө!

Бөгөн - 28 май – илебеҙҙең сик буйы һаҡсылары, пограничниктар байрамы көнө. Ул илебеҙҙә 102 йыл рәттән билдәләнә. Был патриотик көн һәр пограничнигыбыҙ өсөн иң мөһим  байрамдарының береһе булып тора. Быйыл  сик һаҡсылары һәм ветерандары үҙ байрамдарын өйҙәрендә ҡаршылаясаҡ. Бындай ҡарар...

28 мая 2020
Смотреть видео Республикала аҡсалата ярҙам аласаҡ ғаиләләр исемлеге артты | ГТРК «Башкортостан»

Республикала аҡсалата ярҙам аласаҡ ғаиләләр исемлеге артты

Республикала аҡсалата ярҙам аласаҡ ғаиләләр исемлеген арттырҙылар. Эшһеҙ ҡалған ата-әсәләрҙең өс йәштән алып ете йәшкә тиклемге балалар өсөн пособие түләнәсәк. Был турала хөкүмәт йортонда үткән оператив кәңәшмәлә һөйләштеләр. 2020 йыл башынан Башҡортостанда эшһеҙҙәр һаны өс тапҡырға артҡан. 60...

28 мая 2020
Смотреть видео Яңы музей комплексы | ГТРК «Башкортостан»

Яңы музей комплексы

Яңы төҙөлөп ятҡан Шүлгәнташ музей- комплексы 2020 йылдың аҙағына әҙер буласаҡ. Ошо хаҡта Радий Хәбиров үҙенең социаль селтәрҙәге сәхифәләрендә белдерҙе.   Бинаның тышҡы һыҙаттары тулыһынса эргәлә музейҙы уратып алған Урал тауҙарының рельефын ҡабатлай. Инеү урыны ла мәмерйә ауыҙын...

27 мая 2020
Смотреть видео Башҡалала ял майҙансыҡтары яңыртыла | ГТРК «Башкортостан»

Башҡалала ял майҙансыҡтары яңыртыла

Йәй – төҙөлөштәр һәм биләмәләрҙе матурлыу мәле. Пандемия ваҡытында ла Өфөлә парктарҙы, скверҙарҙы реконструкциялайҙар. Башҡалала буласаҡ матур урындар тураһында киләһе сюжетта. 86 йәштә булыуына ҡармаҫтан Фауҡинур Шәрипова һәр йыл һайын йәшәгән йортоноң алдын матурлай. Үҙем көрәк тота алғансы,...

27 мая 2020
Смотреть видео Авариялар һаны кәмегән | ГТРК «Башкортостан»

Авариялар һаны кәмегән

Республикала авариялар һаны егерме процентҡа кәмегән. Берәүҙәр бындай һандарҙы үҙаллы изоляция, ә икенселәре иһә быйыл Башҡортостан юлдарында күпләп ҡуйылған фото һәм видеотеркәү камераһына бәйләй. Автоһәүәҫкәрҙәр тураһында бөтә мәғлүмәт сәғәт һайын тиерлек ҡағыҙға баҫылып сығарыла. Һуңғы өс...

27 мая 2020
Смотреть видео Инфекцион госпиталь сафҡа инә | ГТРК «Башкортостан»

Инфекцион госпиталь сафҡа инә

Күптәр быға ышанмай ине. Әммә был дөрөҫлөккә тап килде. Ике ай эсендә Өфө эргаһендә  яңы инфекцион госпиталь ҡалҡып сыҡты. Медицина ҡорамалдарын яйға һалыу һәм персоналды өйрәтеү эше генә ҡалды. 1 июнь дауахана тәүге  пациенттарын ҡабул итәсәк.  Апрель башында  ғына бында...

27 мая 2020
Смотреть видео Мосолман комплексы тергеҙелә | ГТРК «Башкортостан»

Мосолман комплексы тергеҙелә

Өфөнөң Черниковка биҫтәһендә урынлашҡан бинаға алтмыш йыл. Һуңғы биш йылда бында бер ниндәй ҙә төҙөлөш эштәре башҡарылмаған. Герцен урамындағы йорт тиҙҙән икенсе төҫ алыр, тип көтөлә. Мансур хәҙрәт Тимерғәлиев дини тәрбиә менән шөғөлләнеп, республикала исламды үҫтерә. Мосолман үҙәген асыу уның...

26 мая 2020
Смотреть видео Эш сәфәре | ГТРК «Башкортостан»

Эш сәфәре

Илдәге иң ҙур һәм уникаль ҡояш электр станцияларының береһе Бөрйән районында урынлашҡан. Инвестиция күләме 1 миллиард һум. Тап бында ҡояш энергияһы электр энергияһына әйләнә. Әммә станция әле 10 процентҡа ғына эшләй. Техник мәсьәләләрҙе хәл итергә кәрәк. Селтәргә тоташтырыр өсөн “Башкирэнерго”...

26 мая 2020
Яндекс.Метрика