Ташҡынға әҙерлек

Башҡортостанда үткән ҡыш һуңғы 80 йыл эсендә иң йылыһы һәм һуңғы 20 эсендә иң ҡарлыһы булды. Ә йылғаларҙа боҙ ике аҙнаға иртәрәк китә башлар, тип көтөлә. Төбәктә гидрологтар көн һайын йылғаларҙағы һыу кимәлен тикшерә. Ҡышты оҙатып, яҙ үҙ көсөнә инде.  Йылға-күлдәрҙәге боҙ иреп ҡуҙғала башланы, тимәк гидрометүҙәк хеҙмәткәрҙәре өсөн иң ҡыҙыу мәл етте. Улар тәүлегенә ике тапҡыр, республиканың төп һыу артерияһы – Ағиҙелдең кимәлен күҙәтә.

  Йылға кимәлен махсус ҡоролма менән үлсәйҙәр.  Уның ярҙамында йылғалағы һыу кимәленең уртаса күрһәткестән күпмегә ашыуыраҡ булғанын  белергә мөмкин. Һыу кимәле норманан ашыуыраҡ, ти белгестәр.  Бер-нисә көн эсендә күрһәткестәрҙең ҡапыл үҙгәреп китеүе ихтимал, барыһы ла тәбиғәт факторҙары бәйле, ти Гөлназ Йәмилева.

Һәр ваҡыт яҡшыға өмөтләнеп, насарға әҙерләнергә ҡала. Йылғаларҙың ҡапыл ташыуы ихтимал, тип иҫкәртә белгестәр. 2018 йылда ҡарҙың аҙ булыуы арҡаһында ер туңды һәм оло һыу Өфө һәм Иглин райондарындағы ауылдарҙы баҫты. Быйыл хәл бер аҙ икенсе, шулай ҙа, тынысланырға иртәрәк, ти ҡотҡарыусылар. Башҡортостанда 250-нән ашыу ауыл-ҡаланы һыу баҫыуы ихтимал. Уларҙа барлығы 84 мең самаһы кеше йәшәй.

Был биләмәләрҙә уҙған йылда уҡ ташҡынға әҙерлек башланған. Ярҙар нығытылған, юлдар һәм күперҙәр ремонтланған, йылғаларҙың үҙәндәре таҙартылған. Һыу баҫыу ҡурҡынысы булған ерҙә йәшәүселәргә алдан әҙерләнергә тәҡдим ителгән. Кешеләр ҡиммәтле әйберҙәрен һәм документтарын туплап, ихаталарындағы һәм баҙҙарындағы әйберҙәрен нығытып йә күтәреп, эвакуацияға әҙер булырға тейеш. Йылғаның күпмегә күтәрелеүен белгестәр әлегә аныҡ ғына әйтә алмай. Барыһы ла һауа торошонан һәм яҙҙың нисек килеүенән тора, ти улар.

Подпишитесь на нас в Google Новости


һУҢҒЫ ХӘБӘРҘӘР

Смотреть видео Өфөнөң Ленин урамында урынлашҡан торлаҡ йортто реставрациялау өсөн әҙерлек эштәре башланды | ГТРК «Башкортостан»

Өфөнөң Ленин урамында урынлашҡан торлаҡ йортто реставрациялау өсөн әҙерлек эштәре башланды

Мәҙәни мираҫ объектҡа үткән быуаттың 1930-сы йылдарында “Железнодорожник” төҙөлөш компанияһы хеҙмәткәрҙәре өсөн тәғәйенләнеп нигеҙ һалынған. Тәүҙә уны йоҡлау урыны ғына булыр тип төҙөһәләр, һуңынан бәләкәй фатирҙарға бүлеп сығалар. Күренеүенсә, ике торлаҡ араһын төкәтмә (пристрой) тоташтыра. Тап...

28 мая 2020
Смотреть видео 12 мең битлек таратылған | ГТРК «Башкортостан»

12 мең битлек таратылған

Өфөлә йәмәғәт ойошма активистары 12 мең битлектәр таратҡан.Бының өсөн ирекмәндәр ҡаланың кешеләр күпләп йөрөгән райондарын һайлаған. Пандемия шарттарында ойошторолған файҙалы акция халыҡҡа оҡшаған.  Алты пакетҡа тултырылған һаҡланыу сараларын бер сәғәт эсенлдә таратып бөткәндәр. Бындай...

28 мая 2020
Смотреть видео 28 май –сик буйы һаҡсылары көнө! | ГТРК «Башкортостан»

28 май –сик буйы һаҡсылары көнө!

Бөгөн - 28 май – илебеҙҙең сик буйы һаҡсылары, пограничниктар байрамы көнө. Ул илебеҙҙә 102 йыл рәттән билдәләнә. Был патриотик көн һәр пограничнигыбыҙ өсөн иң мөһим  байрамдарының береһе булып тора. Быйыл  сик һаҡсылары һәм ветерандары үҙ байрамдарын өйҙәрендә ҡаршылаясаҡ. Бындай ҡарар...

28 мая 2020
Смотреть видео Республикала аҡсалата ярҙам аласаҡ ғаиләләр исемлеге артты | ГТРК «Башкортостан»

Республикала аҡсалата ярҙам аласаҡ ғаиләләр исемлеге артты

Республикала аҡсалата ярҙам аласаҡ ғаиләләр исемлеген арттырҙылар. Эшһеҙ ҡалған ата-әсәләрҙең өс йәштән алып ете йәшкә тиклемге балалар өсөн пособие түләнәсәк. Был турала хөкүмәт йортонда үткән оператив кәңәшмәлә һөйләштеләр. 2020 йыл башынан Башҡортостанда эшһеҙҙәр һаны өс тапҡырға артҡан. 60...

28 мая 2020
Смотреть видео Яңы музей комплексы | ГТРК «Башкортостан»

Яңы музей комплексы

Яңы төҙөлөп ятҡан Шүлгәнташ музей- комплексы 2020 йылдың аҙағына әҙер буласаҡ. Ошо хаҡта Радий Хәбиров үҙенең социаль селтәрҙәге сәхифәләрендә белдерҙе.   Бинаның тышҡы һыҙаттары тулыһынса эргәлә музейҙы уратып алған Урал тауҙарының рельефын ҡабатлай. Инеү урыны ла мәмерйә ауыҙын...

27 мая 2020
Смотреть видео Башҡалала ял майҙансыҡтары яңыртыла | ГТРК «Башкортостан»

Башҡалала ял майҙансыҡтары яңыртыла

Йәй – төҙөлөштәр һәм биләмәләрҙе матурлыу мәле. Пандемия ваҡытында ла Өфөлә парктарҙы, скверҙарҙы реконструкциялайҙар. Башҡалала буласаҡ матур урындар тураһында киләһе сюжетта. 86 йәштә булыуына ҡармаҫтан Фауҡинур Шәрипова һәр йыл һайын йәшәгән йортоноң алдын матурлай. Үҙем көрәк тота алғансы,...

27 мая 2020
Смотреть видео Авариялар һаны кәмегән | ГТРК «Башкортостан»

Авариялар һаны кәмегән

Республикала авариялар һаны егерме процентҡа кәмегән. Берәүҙәр бындай һандарҙы үҙаллы изоляция, ә икенселәре иһә быйыл Башҡортостан юлдарында күпләп ҡуйылған фото һәм видеотеркәү камераһына бәйләй. Автоһәүәҫкәрҙәр тураһында бөтә мәғлүмәт сәғәт һайын тиерлек ҡағыҙға баҫылып сығарыла. Һуңғы өс...

27 мая 2020
Смотреть видео Инфекцион госпиталь сафҡа инә | ГТРК «Башкортостан»

Инфекцион госпиталь сафҡа инә

Күптәр быға ышанмай ине. Әммә был дөрөҫлөккә тап килде. Ике ай эсендә Өфө эргаһендә  яңы инфекцион госпиталь ҡалҡып сыҡты. Медицина ҡорамалдарын яйға һалыу һәм персоналды өйрәтеү эше генә ҡалды. 1 июнь дауахана тәүге  пациенттарын ҡабул итәсәк.  Апрель башында  ғына бында...

27 мая 2020
Смотреть видео Мосолман комплексы тергеҙелә | ГТРК «Башкортостан»

Мосолман комплексы тергеҙелә

Өфөнөң Черниковка биҫтәһендә урынлашҡан бинаға алтмыш йыл. Һуңғы биш йылда бында бер ниндәй ҙә төҙөлөш эштәре башҡарылмаған. Герцен урамындағы йорт тиҙҙән икенсе төҫ алыр, тип көтөлә. Мансур хәҙрәт Тимерғәлиев дини тәрбиә менән шөғөлләнеп, республикала исламды үҫтерә. Мосолман үҙәген асыу уның...

26 мая 2020
Смотреть видео Эш сәфәре | ГТРК «Башкортостан»

Эш сәфәре

Илдәге иң ҙур һәм уникаль ҡояш электр станцияларының береһе Бөрйән районында урынлашҡан. Инвестиция күләме 1 миллиард һум. Тап бында ҡояш энергияһы электр энергияһына әйләнә. Әммә станция әле 10 процентҡа ғына эшләй. Техник мәсьәләләрҙе хәл итергә кәрәк. Селтәргә тоташтырыр өсөн “Башкирэнерго”...

26 мая 2020
Яндекс.Метрика