Рәсәй коронавирустан ныҡлы һаҡлана. Өфөлә тест үҙәге асылды

Рәсәйҙә һаҡланыу һәм көрәш саралары көслө булғанға күрә коронавирусҡа бәйле хәл башҡа илдәргә ҡарағанда күпкә яҡшыраҡ. Донъяла сирлеләр һаны 116 мең 600-гә етһә, Рәсәйҙә ауырыу 20 кешелә генә асыҡланған. Әйткәндәй, хәҙер Рәсәйҙең һәр төбәгендә коронавирусты асыҡлау мөмкиндлеге бар. Үтә лә хәүефле инфекцияларҙы тикшереү лабораторияһы ошо ябыҡ ишек артында урынлашҡан.  Унда сит кешеләрҙең инеүе бөтөнләй тыйыла. Коронавирусҡа анализдар бөтә республиканан  тап ошонда килтерелә.

Гигиена һәм эпидемиология үҙәге белгестәре генә хәүефле биологик материалдар менән эшләү хоҡуғына эйә. Әлегә Өфөнөң 4-се клиник инфекцион дауаханаһынан һәм башҡа медицина учреждениеларынан йүнәлтелгән 400-ҙән ашыу өлгө тикшерелгән. Яңы тест-системаларҙы Новосибирскиҙағы “Вектор” институты ғалимдары уйлап сығарған. Улар Рәсәйҙең бөтә төбәктәренә бушлай таратыла. Роспотребнадзор ҡарамағындағы учреждениелар тап ошо тест-системалар нигеҙендә эшләй. Был ысул теүәл һөҙөмтәләр һәм аныҡ мәғлүмәт алырға ярҙам итә. Өҫтәүенә, анализдар бер юлы ике ерҙә тикшерелә.

Шулай уҡ, гигиена һәм эпидемиология үҙәгенә аэропорттарҙа алынған анализдар ҙа ебәрелә. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, коронавирус ҡоторған дәүләттәрҙән ҡайтҡан һәр бер турист Мәскәүҙәге аэропорттарҙа махсус ҡоролма — тепловизор ярҙамында ентекле тикшереү үтә. Шунда уҡ алынған анализ материалдары кеше йәшәгән төбәккә һәм Новосибирскийҙғы вирустарҙы тикшереү үҙәгенә йүнәлтелә. Шик булған осраҡта пациент 14 көнгә медицина күҙәтеүе аҫтына алына.

Күрше Татарстан республикаһында профилактика эштәре көсәйтелгән. Аэропортта кешеләрҙе термометрия менән тикшереүҙе дауам итәләр. Әйткәндәй, 14 көнгә Ҡазандың инфекцион дауаханаһына карантинға һалынған Дайменд принцез лайнеры пассажирҙарын өйҙәренә ҡайтарғандар. Уларҙың барыһы ла үҙҙәрен яҡшы тоя һәм һау-сәләмәт. Ҙур компанияларға вирустан һаҡланыу саралары тураһында мәғлүмәт ҡағыҙҙары таратылған. Медицина битлектәренә хаҡ даими контролдә, иң осһоҙон алты, иң ҡиммәтен 15 һумға һатып алырға мөмкин. Ә бына күрше Удмурт республикаһында иһә хәл киҫкенерәк, Бөтә Рәсәй Халыҡ фронты вәкилдәре ауыл-ҡалаларҙағы 50-нән ашыу дарыуханаларҙы урап сыҡҡас, медицина битлектәренә ҡытлыҡ барлығы асыҡлаған. Уларҙың хаҡы ла 25 һумға тиклем күтәрелгән. Ә ҡайһы бер дарыуханаларҙа бөтөнләй сикләү индергәндәр – бер кешегә ике битлек кенә һатыла.

Башҡортостанда иһә тотош илдәге кеүек үк медицина битлектәрен һатыу күләме артһа ла, уларға ҡытлыҡ күҙәтелмәй, үтә лә юғары хаҡ ҡуйыу осраҡтары теркәлмәгән. Эре дауахана селтәрҙәрендә бер битлекте ун һумға һатып алырға мөмин. Шулай уҡ, коронавирусты иҫкәртеү штабының өсөнсө ултырышында республикала аптека келәттәрендә битлектәр һаны 100 меңдән дә кәм булмаҫҡа тейеш тигән талап ҡуйылды. Ғөмүмән, төбәктә иҫкәртеү саралары теүәл үтәлә. Властар кешеләрҙе санитар-эпидимиология талаптарын һәм ябай һаҡланыу саралын үтәргә саҡыра. Ә сит илдән ҡайтҡандарға үҙендә ауырыуҙың ниндәйҙер симптомдарын һиҙә ҡалһа, бер ҡайҙа ла сыҡмаҫҡа, ә ашығыс медицина ярҙамын саҡыртырға, йәки йәшәгән урыны буйынса беркетелгән поликлиникаға шылтыратып, участка табибын саҡыртырға кәңәш итә белгестәр.

Читайте нас в Яндекс.Новостях


һУҢҒЫ ХӘБӘРҘӘР

Смотреть видео Өфөнөң Ленин урамында урынлашҡан торлаҡ йортто реставрациялау өсөн әҙерлек эштәре башланды | ГТРК «Башкортостан»

Өфөнөң Ленин урамында урынлашҡан торлаҡ йортто реставрациялау өсөн әҙерлек эштәре башланды

Мәҙәни мираҫ объектҡа үткән быуаттың 1930-сы йылдарында “Железнодорожник” төҙөлөш компанияһы хеҙмәткәрҙәре өсөн тәғәйенләнеп нигеҙ һалынған. Тәүҙә уны йоҡлау урыны ғына булыр тип төҙөһәләр, һуңынан бәләкәй фатирҙарға бүлеп сығалар. Күренеүенсә, ике торлаҡ араһын төкәтмә (пристрой) тоташтыра. Тап...

28 мая 2020
Смотреть видео 12 мең битлек таратылған | ГТРК «Башкортостан»

12 мең битлек таратылған

Өфөлә йәмәғәт ойошма активистары 12 мең битлектәр таратҡан.Бының өсөн ирекмәндәр ҡаланың кешеләр күпләп йөрөгән райондарын һайлаған. Пандемия шарттарында ойошторолған файҙалы акция халыҡҡа оҡшаған.  Алты пакетҡа тултырылған һаҡланыу сараларын бер сәғәт эсенлдә таратып бөткәндәр. Бындай...

28 мая 2020
Смотреть видео 28 май –сик буйы һаҡсылары көнө! | ГТРК «Башкортостан»

28 май –сик буйы һаҡсылары көнө!

Бөгөн - 28 май – илебеҙҙең сик буйы һаҡсылары, пограничниктар байрамы көнө. Ул илебеҙҙә 102 йыл рәттән билдәләнә. Был патриотик көн һәр пограничнигыбыҙ өсөн иң мөһим  байрамдарының береһе булып тора. Быйыл  сик һаҡсылары һәм ветерандары үҙ байрамдарын өйҙәрендә ҡаршылаясаҡ. Бындай ҡарар...

28 мая 2020
Смотреть видео Республикала аҡсалата ярҙам аласаҡ ғаиләләр исемлеге артты | ГТРК «Башкортостан»

Республикала аҡсалата ярҙам аласаҡ ғаиләләр исемлеге артты

Республикала аҡсалата ярҙам аласаҡ ғаиләләр исемлеген арттырҙылар. Эшһеҙ ҡалған ата-әсәләрҙең өс йәштән алып ете йәшкә тиклемге балалар өсөн пособие түләнәсәк. Был турала хөкүмәт йортонда үткән оператив кәңәшмәлә һөйләштеләр. 2020 йыл башынан Башҡортостанда эшһеҙҙәр һаны өс тапҡырға артҡан. 60...

28 мая 2020
Смотреть видео Яңы музей комплексы | ГТРК «Башкортостан»

Яңы музей комплексы

Яңы төҙөлөп ятҡан Шүлгәнташ музей- комплексы 2020 йылдың аҙағына әҙер буласаҡ. Ошо хаҡта Радий Хәбиров үҙенең социаль селтәрҙәге сәхифәләрендә белдерҙе.   Бинаның тышҡы һыҙаттары тулыһынса эргәлә музейҙы уратып алған Урал тауҙарының рельефын ҡабатлай. Инеү урыны ла мәмерйә ауыҙын...

27 мая 2020
Смотреть видео Башҡалала ял майҙансыҡтары яңыртыла | ГТРК «Башкортостан»

Башҡалала ял майҙансыҡтары яңыртыла

Йәй – төҙөлөштәр һәм биләмәләрҙе матурлыу мәле. Пандемия ваҡытында ла Өфөлә парктарҙы, скверҙарҙы реконструкциялайҙар. Башҡалала буласаҡ матур урындар тураһында киләһе сюжетта. 86 йәштә булыуына ҡармаҫтан Фауҡинур Шәрипова һәр йыл һайын йәшәгән йортоноң алдын матурлай. Үҙем көрәк тота алғансы,...

27 мая 2020
Смотреть видео Авариялар һаны кәмегән | ГТРК «Башкортостан»

Авариялар һаны кәмегән

Республикала авариялар һаны егерме процентҡа кәмегән. Берәүҙәр бындай һандарҙы үҙаллы изоляция, ә икенселәре иһә быйыл Башҡортостан юлдарында күпләп ҡуйылған фото һәм видеотеркәү камераһына бәйләй. Автоһәүәҫкәрҙәр тураһында бөтә мәғлүмәт сәғәт һайын тиерлек ҡағыҙға баҫылып сығарыла. Һуңғы өс...

27 мая 2020
Смотреть видео Инфекцион госпиталь сафҡа инә | ГТРК «Башкортостан»

Инфекцион госпиталь сафҡа инә

Күптәр быға ышанмай ине. Әммә был дөрөҫлөккә тап килде. Ике ай эсендә Өфө эргаһендә  яңы инфекцион госпиталь ҡалҡып сыҡты. Медицина ҡорамалдарын яйға һалыу һәм персоналды өйрәтеү эше генә ҡалды. 1 июнь дауахана тәүге  пациенттарын ҡабул итәсәк.  Апрель башында  ғына бында...

27 мая 2020
Смотреть видео Мосолман комплексы тергеҙелә | ГТРК «Башкортостан»

Мосолман комплексы тергеҙелә

Өфөнөң Черниковка биҫтәһендә урынлашҡан бинаға алтмыш йыл. Һуңғы биш йылда бында бер ниндәй ҙә төҙөлөш эштәре башҡарылмаған. Герцен урамындағы йорт тиҙҙән икенсе төҫ алыр, тип көтөлә. Мансур хәҙрәт Тимерғәлиев дини тәрбиә менән шөғөлләнеп, республикала исламды үҫтерә. Мосолман үҙәген асыу уның...

26 мая 2020
Смотреть видео Эш сәфәре | ГТРК «Башкортостан»

Эш сәфәре

Илдәге иң ҙур һәм уникаль ҡояш электр станцияларының береһе Бөрйән районында урынлашҡан. Инвестиция күләме 1 миллиард һум. Тап бында ҡояш энергияһы электр энергияһына әйләнә. Әммә станция әле 10 процентҡа ғына эшләй. Техник мәсьәләләрҙе хәл итергә кәрәк. Селтәргә тоташтырыр өсөн “Башкирэнерго”...

26 мая 2020
Яндекс.Метрика