12 йәштә спорт мастерына кандидат!

Ошо көндәрҙә Мәскәүҙә үткән ярыштарҙа Өфө егете Әзиз Әхмәров  үҙенән ике йәшкә өлкән спортсылар араһында йөҙөү буйынса алтын миҙал  һәм спорт мастерына кандидат исемен алып ҡайтты.  Бындай йәштә дәрәжәле  исем Рәсәй тарихында беренсегә тапшырыла.  Йәш егет күптән үҙен өмөтлө спортсы тип танытҡан. Әзиз тиҫтерҙәре араһында йөҙөү буйынса  Рәсәй  рекорды ҡуйған берҙән-бер спорты. Яҡташыбыҙҙың төп  маҡсаты  — Олимпия чемпионы исемен алыу.  Тренер биргән командалар теүәл һәм ваҡытында үтәлергә тейеш.  Ябай әҙерлек күнекмәләренән һуң  тиҙлеккә һәм көскә тәғәйендәре  айырым.  12 йәшлек  Әзиз Әхмәров  һыуҙа аҙнаһына алты тапҡыр шөғөлләнә.  Һәр  күнекмә ике сәғәт дауам итә.  Ошо  ваҡыт эсендә ул 5 саҡырым самаһы арауыҡты йөҙөп үтә.  Әзиз йөҙөү менән алты йәшенән үк шөғөлләнә.  Ҡыҫҡа ваҡыт  эсендә республикала ғына түгел, Рәсәй һәм халыҡ-ара кимәлдә юғары ҡаҙаныштарға өлгәшеп өлгөрә.  Һәр ярыш тәжрибә тупларға, оҫталыҡты  арттырырға ярҙам итә, ти  Әзиз. Йөҙөү – күптән спортсының йәшәү рәүешенә әүерелгән. Был спорт төрөндә уның үҙ кумиры ла бар.

Брасс, кроль, арҡала йөҙөү, баттерфляй…. Йәш спортсы  үҙен һыуҙа йөҙгән балыҡ кеүек хис итә.  Егет  йөҙөү төрҙәренең бөтә техникаларын  үҙләштергән.   Иң яратҡаны арҡала йөҙөү.  Был техникала уға тиңдәр юҡ.  Хатта  билдәле спортсылар ҙа егеттең һәләтен күреп, уға ҙур өмөттәр бағлап өндәшә. Үткән йылда Әзиз  арҡала йөҙөүсе иң шәп спортсы исемен яулаһа, быйыл иһә,  Mad Wave Challenge халыҡ-ара турнирында бөтә Рәсәй буйынса 100 метрлыҡ арауыҡта рекорд ҡуйған.  Егет дистанцияны  арҡала 1,01 минут  эсендә йөҙөп үткән. Көндәлек күнекмәләр, етди ярыштар. Әзиз менән уның тренеры  биш йыл бергә. Йылына 6-8  тапҡыр ярыштарға сығырға  тура килә.  Был бик күп көс, таһыллыҡ һәм әлбиттә, финанстар талап итә. Һәр ярышта ҡатнашыу кәм тигәндә 50-60 меңгә төшә. Әммә унһыҙ булмай. Спортсыны мәртәбәле ярыштар үҫтерә. Тырышлыҡ  юҡҡа түгел икәнен аңлайбыҙ, ти спортсының атаһы.

Үҙе егет  маҡтанырға яратмай.  Шулай ҙа, һәр миҙалы һәм грамотаһы ҡәҙерле икәнен йәшермәй. Киләсәктә Олимпия чемпионы булыу — был егеттең хыялы түгел, ә ғүмеренең  төп маҡсаты. Дәрәжәле исемгә Әзиз етди аҙымдар менән атлай. Ошо көндәрҙә  Салауат ҡалаһында йөҙөү буйынса «Шаян дельфин» республика беренселегенән ул  бер түгел, ете алтын миҙал менән ҡайтты һәм ярыш һөҙөмтәләре буйынса, ил кимәлендәге  чемпионатта ҡатнашыусылар исемлегенә инде.  Тимәк,  йәш егеттең иң ҙур еңеүҙәре алда әле.

Читайте нас в Яндекс.Новостях


һУҢҒЫ ХӘБӘРҘӘР

Смотреть видео Өфөнөң Ленин урамында урынлашҡан торлаҡ йортто реставрациялау өсөн әҙерлек эштәре башланды | ГТРК «Башкортостан»

Өфөнөң Ленин урамында урынлашҡан торлаҡ йортто реставрациялау өсөн әҙерлек эштәре башланды

Мәҙәни мираҫ объектҡа үткән быуаттың 1930-сы йылдарында “Железнодорожник” төҙөлөш компанияһы хеҙмәткәрҙәре өсөн тәғәйенләнеп нигеҙ һалынған. Тәүҙә уны йоҡлау урыны ғына булыр тип төҙөһәләр, һуңынан бәләкәй фатирҙарға бүлеп сығалар. Күренеүенсә, ике торлаҡ араһын төкәтмә (пристрой) тоташтыра. Тап...

28 мая 2020
Смотреть видео 12 мең битлек таратылған | ГТРК «Башкортостан»

12 мең битлек таратылған

Өфөлә йәмәғәт ойошма активистары 12 мең битлектәр таратҡан.Бының өсөн ирекмәндәр ҡаланың кешеләр күпләп йөрөгән райондарын һайлаған. Пандемия шарттарында ойошторолған файҙалы акция халыҡҡа оҡшаған.  Алты пакетҡа тултырылған һаҡланыу сараларын бер сәғәт эсенлдә таратып бөткәндәр. Бындай...

28 мая 2020
Смотреть видео 28 май –сик буйы һаҡсылары көнө! | ГТРК «Башкортостан»

28 май –сик буйы һаҡсылары көнө!

Бөгөн - 28 май – илебеҙҙең сик буйы һаҡсылары, пограничниктар байрамы көнө. Ул илебеҙҙә 102 йыл рәттән билдәләнә. Был патриотик көн һәр пограничнигыбыҙ өсөн иң мөһим  байрамдарының береһе булып тора. Быйыл  сик һаҡсылары һәм ветерандары үҙ байрамдарын өйҙәрендә ҡаршылаясаҡ. Бындай ҡарар...

28 мая 2020
Смотреть видео Республикала аҡсалата ярҙам аласаҡ ғаиләләр исемлеге артты | ГТРК «Башкортостан»

Республикала аҡсалата ярҙам аласаҡ ғаиләләр исемлеге артты

Республикала аҡсалата ярҙам аласаҡ ғаиләләр исемлеген арттырҙылар. Эшһеҙ ҡалған ата-әсәләрҙең өс йәштән алып ете йәшкә тиклемге балалар өсөн пособие түләнәсәк. Был турала хөкүмәт йортонда үткән оператив кәңәшмәлә һөйләштеләр. 2020 йыл башынан Башҡортостанда эшһеҙҙәр һаны өс тапҡырға артҡан. 60...

28 мая 2020
Смотреть видео Яңы музей комплексы | ГТРК «Башкортостан»

Яңы музей комплексы

Яңы төҙөлөп ятҡан Шүлгәнташ музей- комплексы 2020 йылдың аҙағына әҙер буласаҡ. Ошо хаҡта Радий Хәбиров үҙенең социаль селтәрҙәге сәхифәләрендә белдерҙе.   Бинаның тышҡы һыҙаттары тулыһынса эргәлә музейҙы уратып алған Урал тауҙарының рельефын ҡабатлай. Инеү урыны ла мәмерйә ауыҙын...

27 мая 2020
Смотреть видео Башҡалала ял майҙансыҡтары яңыртыла | ГТРК «Башкортостан»

Башҡалала ял майҙансыҡтары яңыртыла

Йәй – төҙөлөштәр һәм биләмәләрҙе матурлыу мәле. Пандемия ваҡытында ла Өфөлә парктарҙы, скверҙарҙы реконструкциялайҙар. Башҡалала буласаҡ матур урындар тураһында киләһе сюжетта. 86 йәштә булыуына ҡармаҫтан Фауҡинур Шәрипова һәр йыл һайын йәшәгән йортоноң алдын матурлай. Үҙем көрәк тота алғансы,...

27 мая 2020
Смотреть видео Авариялар һаны кәмегән | ГТРК «Башкортостан»

Авариялар һаны кәмегән

Республикала авариялар һаны егерме процентҡа кәмегән. Берәүҙәр бындай һандарҙы үҙаллы изоляция, ә икенселәре иһә быйыл Башҡортостан юлдарында күпләп ҡуйылған фото һәм видеотеркәү камераһына бәйләй. Автоһәүәҫкәрҙәр тураһында бөтә мәғлүмәт сәғәт һайын тиерлек ҡағыҙға баҫылып сығарыла. Һуңғы өс...

27 мая 2020
Смотреть видео Инфекцион госпиталь сафҡа инә | ГТРК «Башкортостан»

Инфекцион госпиталь сафҡа инә

Күптәр быға ышанмай ине. Әммә был дөрөҫлөккә тап килде. Ике ай эсендә Өфө эргаһендә  яңы инфекцион госпиталь ҡалҡып сыҡты. Медицина ҡорамалдарын яйға һалыу һәм персоналды өйрәтеү эше генә ҡалды. 1 июнь дауахана тәүге  пациенттарын ҡабул итәсәк.  Апрель башында  ғына бында...

27 мая 2020
Смотреть видео Мосолман комплексы тергеҙелә | ГТРК «Башкортостан»

Мосолман комплексы тергеҙелә

Өфөнөң Черниковка биҫтәһендә урынлашҡан бинаға алтмыш йыл. Һуңғы биш йылда бында бер ниндәй ҙә төҙөлөш эштәре башҡарылмаған. Герцен урамындағы йорт тиҙҙән икенсе төҫ алыр, тип көтөлә. Мансур хәҙрәт Тимерғәлиев дини тәрбиә менән шөғөлләнеп, республикала исламды үҫтерә. Мосолман үҙәген асыу уның...

26 мая 2020
Смотреть видео Эш сәфәре | ГТРК «Башкортостан»

Эш сәфәре

Илдәге иң ҙур һәм уникаль ҡояш электр станцияларының береһе Бөрйән районында урынлашҡан. Инвестиция күләме 1 миллиард һум. Тап бында ҡояш энергияһы электр энергияһына әйләнә. Әммә станция әле 10 процентҡа ғына эшләй. Техник мәсьәләләрҙе хәл итергә кәрәк. Селтәргә тоташтырыр өсөн “Башкирэнерго”...

26 мая 2020
Яндекс.Метрика