Ауыл ипотекаһы

Башҡортостанда ауыл ипотекаһын биреү башланды.  Уны беренсе  булып   Өфө ҡыҙы Татьяна Карнилова  алды.  Дәүләт яҡлауы программаһы ғинуарҙа  эшләй башлағайны.  Уға ярашлы, һәр теләгән кеше 3 процентлы ставка  менән ташламалы ипотека алыу мөмкинлегенә эйә. Был программаның үҙенсәлеге нимәлә һәм уның менән кемдәр ҡуллана ала?

Татьяна Карнилова дәүләт яҡлауы программаһына эләгеүенә шатлығын йәшермәй.  Ул күптән районға, ата-әсәһе янына яҡыныраҡ күсергә хыялланған, төҙөлгән йортта фатир ҙа ҡарап ҡуйған.  Эште бары тик юғары процентлы ставка  ғына туҡтатҡан.  Ауыл ипотекаһы тураһында ишетеү менән  банкка мөрәжәғәт иткән. Ауыл ипотекаһы  программаһы ғинуарҙа эшләй башлағайны.

Уның төп маҡсаты күберәк кешене ауыл еренә  йәлеп итеү һәм ауыл биләмәләрендә йәшәгән халыҡтың торлаҡ шарттарын яҡшыртыу. Программа теләгән кешегә 3 процент менән ташламалы ипотека алыу мөмкинлеген бирә. Ҡалған процент ставкаһын дәүләт үҙ өҫтөнә ала.   Ауыл ерендә төпләнеп урындағы хужалыҡта эшләүселәр, йә фермерлыҡ менән шөғөлләнеүселәргә айырым шарттар ҡаралған.

Анастасия Лозунова яңы иркен йорт тураһында күптән хыяллана. Әлеге ваҡытта ул күңеленә ятырҙайын ҡараштыра. Күп балалы әсәй йортто ауыл ипотекаһы программаһы буйынса алырға ниәтләй. Махсус ипотеканы ауыл ерендә әҙер, йә төҙөлөп бөтмәгән  йорт,  йорт һалыу өсөн ер бүлеме, төҙөлә башлаған йортта фатир алыу өсөн тотонорға мөмкин.

Программала  16 банк ҡатнашасаҡ. Әлегә бер банк ҡына ғаризалар ҡабул итә. Талаптар ҡәҙимге ипотека менән оҡшаш.  Дәүләт яҡлауы программаһы халыҡ араһында оло ҡыҙыҡһыныу уятты. Әлеге көнгә  ауыл ипотекаһын юлларға теләүселәр һаны меңгә яҡын. Ауыл хужалығы министры белдереүенсә төп баҫым ауыл ерендә төпләнергә теләүселәргә яһаласаҡ.

Ипотека алыуға ғаризалар ентекле тикшереү үтә. Банк рөхсәтенән һуң  документтар ауыл хужалығы министрлығына тапшырыла. Ташламалы кредитты алырға теләүселәр күп булыуға ҡарамаҫтан,  документтар ваҡытында ҡараласаҡ, тип вәғәҙәләй банк хеҙмәткәрҙәре.  Рәсәй граждандарына ауыл ипотекаһы бер тапҡыр ғына бирелә.

Кредиттың максималь суммаһы — 3 миллион һум. Уны 25 йылға тиклем алырға мөмкин. Тәүге иғәнә 10 проценттан кәм булмаҫҡа тейеш.

Читайте нас в Яндекс.Дзен


һУҢҒЫ ХӘБӘРҘӘР

Смотреть видео  “Башҡортостан 24” каналында “Өфө кистәре” | ГТРК «Башкортостан»

“Башҡортостан 24” каналында “Өфө кистәре”

 “Башҡортостан 24” каналында яңы проект башлайбыҙ, ул  бөгөн кис эфирға сыға.  “Өфө кистәре” тип аталған тапшырыуҙы Республика халыҡ ижады үҙәге  директоры Артур Әлибәков алып бара. Унда билдәле музыканттар  башҡорт халыҡ йырҙарының һәм көйҙәренең тарихы, башҡарыу...

2 июня 2020
Смотреть видео  Бөтә Донъя башҡорттары ҡоролтайы ойошторолоуға 25 йыл! | ГТРК «Башкортостан»

Бөтә Донъя башҡорттары ҡоролтайы ойошторолоуға 25 йыл!

Бөтә Донъя башҡорттары ҡоролтайы ойошторолоуға 25 йыл. Йәмәғәт тормошоноң нескә, әммә алыштырғыһыҙ мөһим бер даирәһенә әүерелгән ҡоролтай хәрәкәтенең сирек быуат дауамында өлгәшкән ҡаҙаныштарына, бөгөн бойомға ашырган эшмәкәрлегенә һәм киләсәккә бағлаган өмөттәренә хәбәрсебеҙ Нәфисә Кинйәбаева...

2 июня 2020
Смотреть видео 1 июндән ғәмәлгә ингән үҙгәрештәр | ГТРК «Башкортостан»

1 июндән ғәмәлгә ингән үҙгәрештәр

Рәсәйҙә эске туризм өсөн сикләүҙәр алына. Изоляцияның беренсе өлөшөндә медицина лицензияһы булған шифаханалар ҡайтанан эш башлай. Яңылыҡтарҙың береһе өс йәштән 16  йәшкә тиклемге балалар өсөн пособиелар түләүгә бәйле. Хеҙмәт кенәгәләренең дә хәҙер электрон варианты буласаҡ. Беренсе июндән үҙ...

2 июня 2020
Смотреть видео Һыу инеү миҙгеле ҡасан башлана? | ГТРК «Башкортостан»

Һыу инеү миҙгеле ҡасан башлана?

Рәсәй Ҡулланыусылар хоҡуҡтарын күҙәтеү хеҙмәте башлығы Анна Попова пляждарҙа битлек кеймәҫкә лә ярай, тип белдерҙе. Шулай ҙа  арауыҡ һаҡларға саҡырҙы ул. Башҡортостан халҡынан  да һыу ингәндә хәүефһеҙлек сараларын күреү талап ителә. Һыу инеү миҙгеле быйыл 1-енән 10 июнгә күсерелде....

2 июня 2020
Смотреть видео Сауҙа үҙәктәрен асырға, лагерҙарҙы әҙерләргә, күнекмәләрҙе башларға | ГТРК «Башкортостан»

Сауҙа үҙәктәрен асырға, лагерҙарҙы әҙерләргә, күнекмәләрҙе башларға

Башҡортостанда COVID-19 вирусының таралыу тиҙлеге кәмеүгә бара. Был турала кисә төбәк башлығы менән үткән оператив кәңәшмәлә һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин белдерҙе. Уның әйтеүенсә башлыса 50 йәшкә тиклемге граждандарҙың коронавирусҡа тестары ыңғай һөҙөмтә күрһәтә. 65 йәштән өлкәндәрҙең...

2 июня 2020
Смотреть видео Нефтекамала букмекер салоны урынына ҡомарлы уйындар залы асҡандар | ГТРК «Башкортостан»

Нефтекамала букмекер салоны урынына ҡомарлы уйындар залы асҡандар

Нефтекама ҡалаһында букмекер контораһы исемле аҫтында йәшенеп эшләгән уйын клубын тикшерҙеләр. Закон боҙоусыларҙы ҡулға алыр өсөн көс структураларына махсус операция үткәрергә тура килгән. Был компанияның букмекер контораһы исемлегендә йәшерен эшләп килеүе һәм кешеләрҙе ылыҡтырыуы күптән билдәле...

1 июня 2020
Смотреть видео Легаль булмаған такси водителдәрен яуапҡа тарттыралар | ГТРК «Башкортостан»

Легаль булмаған такси водителдәрен яуапҡа тарттыралар

Легаль булмаған такси машиналары  йәнә тикшереү органдарының иғтибар үҙәгендә.  Рәсәй Ҡулланыусылар хоҡуғын  күҙәтеү хеҙмәте Башҡортостан идаралығы юл хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһы менән берлектә рейдҡа сыҡты. Хәҙер  юл ҡағыҙын тикшереүҙән тыш санитар нормаларҙың үтәлеүе...

1 июня 2020
Смотреть видео Спиртлы эсемлектәр һатыусы кибеттәр өсөн яңы ҡағиҙә | ГТРК «Башкортостан»

Спиртлы эсемлектәр һатыусы кибеттәр өсөн яңы ҡағиҙә

Торлаҡ йорттарҙа алкоголь эсемлектәр һатыу тыйыла. Өфөлә күп ҡатлы йорттарҙа һәм улар янындағы биләмәләрҙә майҙаны 25 квадрат метрҙан әҙерәк булған йәмәғәт туҡланыу урындарының эшмәкәрлеген тыйыусы закон ҡабул иттеләр. Был кафела закондағы яңы үҙгәрештәр тураһында ишетмәгәндәр. Элеккеләрен дә...

1 июня 2020
Смотреть видео  “Алға” иҡтисади зонаһы төҙөләсәк | ГТРК «Башкортостан»

“Алға” иҡтисади зонаһы төҙөләсәк

Рәсәй Хөкүмәте рәйесе Михаил Мишустин Башҡортостанда “Алға” айырым иҡтисади зона булдырыу тураһындағы Күрһәтмәне раҫланы. Был турала Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәрҙә яҙып сыҡты.  Яңы проект Азиялағы иң ҙур газ һәм химия тауарҙары кластеры буласаҡ. Тап ул урындағы ҡаҙнаға...

1 июня 2020
Смотреть видео Башҡортостан райондары дауылдан зыян күрҙе | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостан райондары дауылдан зыян күрҙе

Уҙған кис республика райондары аша уҙған дауыл арҡаһында зыян күргән ауылдар ҙа бар. Шишмәлә, мәҫәлән, боҙборсаҡтар сейә емешенән ҙурыраҡ булған. Өфө районында яуған боҙборсаҡтың диаметры 4 сантиметрға тиклем етте. Ә Бүздәктә иһә дауыл мәлендә йорттарҙың ҡыйыҡтары емерелә. Хәлдәр Ҡаңны Төркәй...

1 июня 2020
Яндекс.Метрика