Коронавирус сәбәпле мәктәптәрҙә каникулдарҙың оҙайтылыуы ихтимал

Юғары белем биреү йорттары дистацион уҡыуға күсә. Радий Хәбиров Башҡортостанда коронавирустың таралыу хәүефен сикләүгә йүнәлтелгән ҡарарға ҡул ҡуйҙы. Республика хөкүмәтендә үткән сираттағы оператив кәңәшмә ошо хаҡта белдереүҙән башланды. Башҡортостанда коронавирус инфекцияһы шиге сәбәпле өс тиҫтәнән ашыу кеше дауаханаға һалынған, 300-ҙән ашыу кеше табип күҙәтеүе аҫтында ҡала.

Йоғошло сир асыҡланған осраҡтар юҡ. Әммә төбәккә уны индереү хәүефен сикләү көнүҙәк. Радий Хәбиров яңы коронавирус инфекцияһына бәйле ҡарарҙың 20 апрелгә тиклем ҡулланышта буласағын белдерә. Өфөлә инфекцион дауахана бинаһы төҙөлөшөн тиҙ арала тамамлау, 20 апрелгә тиклем меңдән ашыу кеше ҡатнашҡан күмәк сараларҙы сикләү, хеҙмәткәрҙәрҙең сит ил сәфәрҙәрен кисектереү, Ҡытай, Корея, Европа илдәренән ҡайтҡан граждандарҙың үҙ белдеге менән 14 көнгә үҙен башҡалар менән аралашыуҙан айырыуы һәм башҡа саралар мотлаҡ.

 Коронавирус таралыуын иҫкәртеүсе оператив штаб тәүлек әйләнәһенә эшләй. Йоғошло сирҙән дезинфекция саралары менән бер рәттән республикала көнэлгәре иғлан ителгән таҙалыҡ көндәре ошо аҙнала башлана. Был йәһәттән Радий Хәбиров торлаҡ-коммуналь хужалыҡтар ғына түгел, ойошма-предприятие хеҙмәткәрҙәрен дә әүҙемлек күрһәтергә өндәне.

Юлдарҙы төҙөкләндереүгә иһә рәсми башланғыс һалынған. Республика башлығы хакимиәтенең социаль коммуникациялар бүлеге етәксеһе Елена Прочаковская тәүҙә юл ремонтлаусылар хеҙмәтенә ыңғай баһа биргән кешеләрҙең мөрәжәғәтен килтерә. Соҡорҙарҙы ямау эштәре 15 июнгә тиклем дауам итәсәк. Өфөләге Пугачев, Дағстан урамдары айырым иҫәптә.

 Уларҙа соҡорҙарҙы бөтөрөү генә түгел, яңы япма һалыу талап ителә.

Яратҡан шөғөлдө – килемле эшмәкәрлеккә әйләндереү. Башҡортостанда кесе һәм урта эшҡыуарлыҡҡа булышлыҡ итеү маҡсатына быйыл 1 миллиард 400 миллион һум йүнәлтеләсәк. Былтырғы менән сағыштырғанда был 200 миллионға күберәк.

Башҡортостандың эшҡыуарлыҡ буйынса дәүләт комитеты рәйесе Римма Бойцова билдәләүенсә, эшҡыуарҙар араһында иң ҙур ихтыяж файҙаланғаны финанс ярҙам. Хөкүмәт тарафынан ул дәүләт субсидиялары, льготалы кредитлау, йүнселдәргә тауарын эре күргәҙмәләргә сығарырға булышлыҡ итеү формаһында күрһәтелә.

Республика башлығы Башҡортостандың ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре буйынса министрлыҡты урта һәм кесе эшҡыуарлыҡ субъекттарына ер биләмәләре һәм муниципаль милек объекттарын ҡуртымға биреү буйынса план күрһәткестәрен үтәргә саҡырҙы.

Һаулыҡ һаҡлау министры башҡала табиптарының төбәктәрҙә халыҡты ҡабул итеү эшмәкәрлеге буйынса белдереү яһаны.

 Бөгөнгә 19 ҡаланың 17-һендә табиптарҙың күсмә төркөмдәре эше тамам. Улар биш меңгә яҡын пациентты ҡараған, шуларҙың меңдән ашыуы ентекле тикшереүгә йүнәлтелгән, 271-е стационарҙа дауа ала. 15 июндән Республика дауаханалары табиптары “Сәләмәт республика – сәләмәт төбәк” программаһы буйынса йәнә 6 районға маршрутҡа сығырға әҙерләнә.

Коронавирус инфекцияһы хәүефенә ҡайтҡанда иһә республикалағы хәл тураһында белешмәне һаулыҡ һаҡлау министрлығының рәсми сайтынан алыу хәйерле.

Рәсәй мәғариф министрлығының уҡыу йорттарында ситтән тороп шөғөлләнеү тураһындағы тәҡдиме Башҡортостанда кисектерелеп тора.

Киләһе аҙнала мәктәптәр каникулға китә. Республика башлығы фекеренсә, талап ителһә уларҙы оҙайтыу мөмкинлеге бар.

Читайте нас в Яндекс.Дзен


һУҢҒЫ ХӘБӘРҘӘР

Смотреть видео Өфөнөң Ленин урамында урынлашҡан торлаҡ йортто реставрациялау өсөн әҙерлек эштәре башланды | ГТРК «Башкортостан»

Өфөнөң Ленин урамында урынлашҡан торлаҡ йортто реставрациялау өсөн әҙерлек эштәре башланды

Мәҙәни мираҫ объектҡа үткән быуаттың 1930-сы йылдарында “Железнодорожник” төҙөлөш компанияһы хеҙмәткәрҙәре өсөн тәғәйенләнеп нигеҙ һалынған. Тәүҙә уны йоҡлау урыны ғына булыр тип төҙөһәләр, һуңынан бәләкәй фатирҙарға бүлеп сығалар. Күренеүенсә, ике торлаҡ араһын төкәтмә (пристрой) тоташтыра. Тап...

28 мая 2020
Смотреть видео 12 мең битлек таратылған | ГТРК «Башкортостан»

12 мең битлек таратылған

Өфөлә йәмәғәт ойошма активистары 12 мең битлектәр таратҡан.Бының өсөн ирекмәндәр ҡаланың кешеләр күпләп йөрөгән райондарын һайлаған. Пандемия шарттарында ойошторолған файҙалы акция халыҡҡа оҡшаған.  Алты пакетҡа тултырылған һаҡланыу сараларын бер сәғәт эсенлдә таратып бөткәндәр. Бындай...

28 мая 2020
Смотреть видео 28 май –сик буйы һаҡсылары көнө! | ГТРК «Башкортостан»

28 май –сик буйы һаҡсылары көнө!

Бөгөн - 28 май – илебеҙҙең сик буйы һаҡсылары, пограничниктар байрамы көнө. Ул илебеҙҙә 102 йыл рәттән билдәләнә. Был патриотик көн һәр пограничнигыбыҙ өсөн иң мөһим  байрамдарының береһе булып тора. Быйыл  сик һаҡсылары һәм ветерандары үҙ байрамдарын өйҙәрендә ҡаршылаясаҡ. Бындай ҡарар...

28 мая 2020
Смотреть видео Республикала аҡсалата ярҙам аласаҡ ғаиләләр исемлеге артты | ГТРК «Башкортостан»

Республикала аҡсалата ярҙам аласаҡ ғаиләләр исемлеге артты

Республикала аҡсалата ярҙам аласаҡ ғаиләләр исемлеген арттырҙылар. Эшһеҙ ҡалған ата-әсәләрҙең өс йәштән алып ете йәшкә тиклемге балалар өсөн пособие түләнәсәк. Был турала хөкүмәт йортонда үткән оператив кәңәшмәлә һөйләштеләр. 2020 йыл башынан Башҡортостанда эшһеҙҙәр һаны өс тапҡырға артҡан. 60...

28 мая 2020
Смотреть видео Яңы музей комплексы | ГТРК «Башкортостан»

Яңы музей комплексы

Яңы төҙөлөп ятҡан Шүлгәнташ музей- комплексы 2020 йылдың аҙағына әҙер буласаҡ. Ошо хаҡта Радий Хәбиров үҙенең социаль селтәрҙәге сәхифәләрендә белдерҙе.   Бинаның тышҡы һыҙаттары тулыһынса эргәлә музейҙы уратып алған Урал тауҙарының рельефын ҡабатлай. Инеү урыны ла мәмерйә ауыҙын...

27 мая 2020
Смотреть видео Башҡалала ял майҙансыҡтары яңыртыла | ГТРК «Башкортостан»

Башҡалала ял майҙансыҡтары яңыртыла

Йәй – төҙөлөштәр һәм биләмәләрҙе матурлыу мәле. Пандемия ваҡытында ла Өфөлә парктарҙы, скверҙарҙы реконструкциялайҙар. Башҡалала буласаҡ матур урындар тураһында киләһе сюжетта. 86 йәштә булыуына ҡармаҫтан Фауҡинур Шәрипова һәр йыл һайын йәшәгән йортоноң алдын матурлай. Үҙем көрәк тота алғансы,...

27 мая 2020
Смотреть видео Авариялар һаны кәмегән | ГТРК «Башкортостан»

Авариялар һаны кәмегән

Республикала авариялар һаны егерме процентҡа кәмегән. Берәүҙәр бындай һандарҙы үҙаллы изоляция, ә икенселәре иһә быйыл Башҡортостан юлдарында күпләп ҡуйылған фото һәм видеотеркәү камераһына бәйләй. Автоһәүәҫкәрҙәр тураһында бөтә мәғлүмәт сәғәт һайын тиерлек ҡағыҙға баҫылып сығарыла. Һуңғы өс...

27 мая 2020
Смотреть видео Инфекцион госпиталь сафҡа инә | ГТРК «Башкортостан»

Инфекцион госпиталь сафҡа инә

Күптәр быға ышанмай ине. Әммә был дөрөҫлөккә тап килде. Ике ай эсендә Өфө эргаһендә  яңы инфекцион госпиталь ҡалҡып сыҡты. Медицина ҡорамалдарын яйға һалыу һәм персоналды өйрәтеү эше генә ҡалды. 1 июнь дауахана тәүге  пациенттарын ҡабул итәсәк.  Апрель башында  ғына бында...

27 мая 2020
Смотреть видео Мосолман комплексы тергеҙелә | ГТРК «Башкортостан»

Мосолман комплексы тергеҙелә

Өфөнөң Черниковка биҫтәһендә урынлашҡан бинаға алтмыш йыл. Һуңғы биш йылда бында бер ниндәй ҙә төҙөлөш эштәре башҡарылмаған. Герцен урамындағы йорт тиҙҙән икенсе төҫ алыр, тип көтөлә. Мансур хәҙрәт Тимерғәлиев дини тәрбиә менән шөғөлләнеп, республикала исламды үҫтерә. Мосолман үҙәген асыу уның...

26 мая 2020
Смотреть видео Эш сәфәре | ГТРК «Башкортостан»

Эш сәфәре

Илдәге иң ҙур һәм уникаль ҡояш электр станцияларының береһе Бөрйән районында урынлашҡан. Инвестиция күләме 1 миллиард һум. Тап бында ҡояш энергияһы электр энергияһына әйләнә. Әммә станция әле 10 процентҡа ғына эшләй. Техник мәсьәләләрҙе хәл итергә кәрәк. Селтәргә тоташтырыр өсөн “Башкирэнерго”...

26 мая 2020
Яндекс.Метрика