Бүреләр ҡотора

Башҡортостандың ҡайһы бер райондарында бүреләр эттәрҙе һәм малдарҙы тамаҡлаған. Кешеләр хәҙер төндәрен генә түгел, ә көндөҙ ҙә урамға сығырға ҡурҡа. Иртән йоҡоһонан тороп, этен ашатырға сыҡҡан Любовь Николай ҡыҙы тәүҙә нимә булғанын аңламай. Ул төндә күп итеп ҡар яуып ишек алдын тотош ҡаплағайны, тип хәтерләй ул. 

Көрәй башлағас ҡан күреп иҫе китә. Бүреләр кәртә бейеклек булып өйөлгән көр аша инеп йорт хужаһының этен тамаҡлай, бынан ике көн үткәс, көтөлмәгән төнгө ҡунаҡтар тағы ла килә. Хәҙер төндәрен түгел, көндөҙ ҙә тышҡа сығырға ҡурҡам, ти ханым. Шул уҡ төндө күрше йорттағы эттең дә башына етә бүреләр.

Эҙҙәр буйынса улар бер-нисәү була. Бынан бер-нисә сҡырым алыҫлыҡта урынлашҡан Александровка ауылындағы халыҡ, ҡурҡыштарынан йорттарынан бөтөнләй тышҡа сыҡмай тиерлек. Быға тиклем бүреләрҙе тик урмандан ғына атып ала торғайнылар, хәҙер иһә улар иркенләп урам буйлап йөрөй, ихата эсенә инә, тип аптырай халыҡ. Эттәрен дә йыртҡыс тамаҡлап ҡуймаһын өсөн төнгөлөккә ихатала ҡалдырмайҙар.

Һунарсылар әйтеүенсә, бүреләр ауылға яҡынлашһа, эттәр өрә башлай. Ә урам эсенә килеп инһә, йорт һаҡсыларының тауыш-тыны ла сыҡмай. Бүреләр көндөҙ үҙҙәренә ҡорбан эҙләй. Йәғни, урман эсенән һәм тау баштарынан йорт ихаталарын күҙәтә, ә төндә килеп  иһә, тышта ҡалған йәнлектәргә һөжүм итә.

Егерҙар бер ошондай рейд барышында ғына 150 саҡырымға яҡын юл үтә… БЫндай ваҡытта бүреләрҙе табыуы бик еңелдән түгел, сөнки аҡыллы хайуандар еҫкә һәм тауышҡа бик һиҙгер, ти һунарсылар. Ауыл халҡы балалар өсөн борсола, уларҙы өйҙән сығарырға, мәктәпкә ебәрергә ҡурҡа, сөнки хәҙер туҡталышҡа тиклем барыу бик хәүефле.

Ун өс йыл эшләү дәүерндә бындай хәл менән беренсегә осрашыуым, ти Әлиф Шәйәхов. Халҡтан бүреләрҙең ауылға  һөжөм итеүе хаҡында ишетеү менән, беҙ бар кәрәкле сараларҙы ла күрә башланыҡ, ти урындағы хакимиәт вәкилдәре. Район халыҡ әйтеүенсә, ҡайһы бер ауылдарҙа бүреләр — йыш ҡунаҡ. Төндәрен улар  малға ғына түгел, ә тышҡа сыҡҡан кешеләргә һөжүм итеү ҡурҡынысы янай. Йыртҡыстарға һунар итеү мәсьәләһен, һунарсылар ил кимәлендә хәл итеү кәрәк, тип белдерә.

Читайте нас в Яндекс.Дзен


һУҢҒЫ ХӘБӘРҘӘР

Смотреть видео  “Башҡортостан 24” каналында “Өфө кистәре” | ГТРК «Башкортостан»

“Башҡортостан 24” каналында “Өфө кистәре”

 “Башҡортостан 24” каналында яңы проект башлайбыҙ, ул  бөгөн кис эфирға сыға.  “Өфө кистәре” тип аталған тапшырыуҙы Республика халыҡ ижады үҙәге  директоры Артур Әлибәков алып бара. Унда билдәле музыканттар  башҡорт халыҡ йырҙарының һәм көйҙәренең тарихы, башҡарыу...

2 июня 2020
Смотреть видео  Бөтә Донъя башҡорттары ҡоролтайы ойошторолоуға 25 йыл! | ГТРК «Башкортостан»

Бөтә Донъя башҡорттары ҡоролтайы ойошторолоуға 25 йыл!

Бөтә Донъя башҡорттары ҡоролтайы ойошторолоуға 25 йыл. Йәмәғәт тормошоноң нескә, әммә алыштырғыһыҙ мөһим бер даирәһенә әүерелгән ҡоролтай хәрәкәтенең сирек быуат дауамында өлгәшкән ҡаҙаныштарына, бөгөн бойомға ашырган эшмәкәрлегенә һәм киләсәккә бағлаган өмөттәренә хәбәрсебеҙ Нәфисә Кинйәбаева...

2 июня 2020
Смотреть видео 1 июндән ғәмәлгә ингән үҙгәрештәр | ГТРК «Башкортостан»

1 июндән ғәмәлгә ингән үҙгәрештәр

Рәсәйҙә эске туризм өсөн сикләүҙәр алына. Изоляцияның беренсе өлөшөндә медицина лицензияһы булған шифаханалар ҡайтанан эш башлай. Яңылыҡтарҙың береһе өс йәштән 16  йәшкә тиклемге балалар өсөн пособиелар түләүгә бәйле. Хеҙмәт кенәгәләренең дә хәҙер электрон варианты буласаҡ. Беренсе июндән үҙ...

2 июня 2020
Смотреть видео Һыу инеү миҙгеле ҡасан башлана? | ГТРК «Башкортостан»

Һыу инеү миҙгеле ҡасан башлана?

Рәсәй Ҡулланыусылар хоҡуҡтарын күҙәтеү хеҙмәте башлығы Анна Попова пляждарҙа битлек кеймәҫкә лә ярай, тип белдерҙе. Шулай ҙа  арауыҡ һаҡларға саҡырҙы ул. Башҡортостан халҡынан  да һыу ингәндә хәүефһеҙлек сараларын күреү талап ителә. Һыу инеү миҙгеле быйыл 1-енән 10 июнгә күсерелде....

2 июня 2020
Смотреть видео Сауҙа үҙәктәрен асырға, лагерҙарҙы әҙерләргә, күнекмәләрҙе башларға | ГТРК «Башкортостан»

Сауҙа үҙәктәрен асырға, лагерҙарҙы әҙерләргә, күнекмәләрҙе башларға

Башҡортостанда COVID-19 вирусының таралыу тиҙлеге кәмеүгә бара. Был турала кисә төбәк башлығы менән үткән оператив кәңәшмәлә һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин белдерҙе. Уның әйтеүенсә башлыса 50 йәшкә тиклемге граждандарҙың коронавирусҡа тестары ыңғай һөҙөмтә күрһәтә. 65 йәштән өлкәндәрҙең...

2 июня 2020
Смотреть видео Нефтекамала букмекер салоны урынына ҡомарлы уйындар залы асҡандар | ГТРК «Башкортостан»

Нефтекамала букмекер салоны урынына ҡомарлы уйындар залы асҡандар

Нефтекама ҡалаһында букмекер контораһы исемле аҫтында йәшенеп эшләгән уйын клубын тикшерҙеләр. Закон боҙоусыларҙы ҡулға алыр өсөн көс структураларына махсус операция үткәрергә тура килгән. Был компанияның букмекер контораһы исемлегендә йәшерен эшләп килеүе һәм кешеләрҙе ылыҡтырыуы күптән билдәле...

1 июня 2020
Смотреть видео Легаль булмаған такси водителдәрен яуапҡа тарттыралар | ГТРК «Башкортостан»

Легаль булмаған такси водителдәрен яуапҡа тарттыралар

Легаль булмаған такси машиналары  йәнә тикшереү органдарының иғтибар үҙәгендә.  Рәсәй Ҡулланыусылар хоҡуғын  күҙәтеү хеҙмәте Башҡортостан идаралығы юл хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһы менән берлектә рейдҡа сыҡты. Хәҙер  юл ҡағыҙын тикшереүҙән тыш санитар нормаларҙың үтәлеүе...

1 июня 2020
Смотреть видео Спиртлы эсемлектәр һатыусы кибеттәр өсөн яңы ҡағиҙә | ГТРК «Башкортостан»

Спиртлы эсемлектәр һатыусы кибеттәр өсөн яңы ҡағиҙә

Торлаҡ йорттарҙа алкоголь эсемлектәр һатыу тыйыла. Өфөлә күп ҡатлы йорттарҙа һәм улар янындағы биләмәләрҙә майҙаны 25 квадрат метрҙан әҙерәк булған йәмәғәт туҡланыу урындарының эшмәкәрлеген тыйыусы закон ҡабул иттеләр. Был кафела закондағы яңы үҙгәрештәр тураһында ишетмәгәндәр. Элеккеләрен дә...

1 июня 2020
Смотреть видео  “Алға” иҡтисади зонаһы төҙөләсәк | ГТРК «Башкортостан»

“Алға” иҡтисади зонаһы төҙөләсәк

Рәсәй Хөкүмәте рәйесе Михаил Мишустин Башҡортостанда “Алға” айырым иҡтисади зона булдырыу тураһындағы Күрһәтмәне раҫланы. Был турала Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәрҙә яҙып сыҡты.  Яңы проект Азиялағы иң ҙур газ һәм химия тауарҙары кластеры буласаҡ. Тап ул урындағы ҡаҙнаға...

1 июня 2020
Смотреть видео Башҡортостан райондары дауылдан зыян күрҙе | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостан райондары дауылдан зыян күрҙе

Уҙған кис республика райондары аша уҙған дауыл арҡаһында зыян күргән ауылдар ҙа бар. Шишмәлә, мәҫәлән, боҙборсаҡтар сейә емешенән ҙурыраҡ булған. Өфө районында яуған боҙборсаҡтың диаметры 4 сантиметрға тиклем етте. Ә Бүздәктә иһә дауыл мәлендә йорттарҙың ҡыйыҡтары емерелә. Хәлдәр Ҡаңны Төркәй...

1 июня 2020
Яндекс.Метрика