Башҡортостанда коронавирус менән ауырыусылар юҡ

Рәсми мәғлүмәттәргә ярашлы, Башҡортостанда  коронавирус менән ауырыусылар юҡ.  Республикала сирҙе  алдан иҫкәртеү саралары теүәл үтәлә. Өфө аэропортынан алыҫ түгел обсерватор булдырылған. Ул инфекция ҡоторған илдәрҙән ҡайтҡан кешеләр өсөн тәғәйенләнә. Бындай карантин зоналары Рәсәйҙең бөтә төбәктәрендә лә ойошторолған. 

Нижегородка биҫтәһенең профилакторийында урын алған обсерватор  кешеләрҙе ҡабул итергә әҙер. Махсус бокстар   инфекция ҡоторған  илдәрҙән ҡайтҡан, әммә төрлө сәбәптәр арҡаһында карантинда өйҙә ултыра алмаған сәләмәт кешеләр өсөн генә тәғәйен. Обсерваторҙа йәшәү һәм туҡланыу  бушлай. 

Бер талап  — карантинға ябылған кеше 14 көн дауамында бүлмәнән сыҡмаҫҡа, башҡалар менән аралашмаҫҡа тейеш. Рәсми мәғлүмәттәр буйынса, республикала әле коронавирус менән сирләүселәр юҡ. Башҡортостан дауаханаларында был вирусты йоҡтороуҙа  шикләнеп 4 тиҫтәнән ашыу пациент ята, уларҙың алтыһы – балалар. 

  Хәүефле сиргә тикшереү өс тапҡыр – дауаханаға эләккән көндә, өсөнсө һәм унынсы көнөнә алына.  Бындай пациенттарға табиптар махсус костюмда ғына инә.Мәктәптәрҙә әлегә коронавирус сәбәпле карантин иғлан ителмәй. Киләһе аҙнала уҡыусылар каникулға китә. Талап ителһә, ялды оҙайтыу мөмкинлеге ҡарала.

Әлегә, уҡыусылар кабинеттан кабинетҡа күсеп йөрөмәй, бер бүлмәлә генә уҡырға тейеш.  Юғары белем биреү йорттары дистанцион уҡыуға күсә. Был  хаҡта Хөкүмәттәге брифингта әйтелде.  Башҡортостанда коронавирусты иҫкәртеүгә йүнәлтелгән  етди саралар күрелә.  Һаулыҡ һаҡлау министрлығы  тарафынан тәүлеке әйләнәһенә  эшләгән ҡыҙыу бәйләнеш булдырылған.

286-58-27 телефоны аша  сиргә ҡағылышлы бөтә һорауҙарға белгестәр яуап бирә. Унан тыш, Һаулыҡ һаҡлау министрлығының рәсми сайтында вирусҡа бәйле бөтә мәғлүмәтте табырға мәмкин.  Максим Забелин әйтеүенсә, Башҡортостанға яҡын арала ҙур партия һаҡланыу саралары ҡайтарыласаҡ. Әлегә  ҡала дарыуханаларында улар юҡ тиерлек.

Башҡортостанда коронавирус тураһында ялған мәғлүмәт таратыусыларға  ҡарата етди саралар күреләсәк. Республика етәксеһе Радий Хәбиров  сир тураһында тулы һәм теүәл мәғлүмәт бирергә саҡырҙы.Коронавирус таралыу хәүефен кәметеү маҡстанда республикала ҙур күләмле саралар ойоштороу тыйылды, хеҙмәткәрҙәрҙең сит ил сәфәрҙәре кисектерелде. 

Шулай ҙа, хәүефләнергә кәрәкмәй, иң мөһиме, һаҡлыҡ сараларын иҫтә тотоу хәйерле. Йоғошло сирҙән дезинфекция саралары менән бер рәттән, һаулыҡ һаҡлау министрлығы  тарафынан төҙөлгән тәҡдимдәрҙе теүәл үтәргә, үҙ-аллы дауаланмаҫҡа, вирусҡа оҡшаш билдәләр барлыҡҡа килеү менән табипҡа мөрәжәғәт итергә кәңәш итә белгестәр.

Читайте нас в Яндекс.Дзен


һУҢҒЫ ХӘБӘРҘӘР

Смотреть видео  “Башҡортостан 24” каналында “Өфө кистәре” | ГТРК «Башкортостан»

“Башҡортостан 24” каналында “Өфө кистәре”

 “Башҡортостан 24” каналында яңы проект башлайбыҙ, ул  бөгөн кис эфирға сыға.  “Өфө кистәре” тип аталған тапшырыуҙы Республика халыҡ ижады үҙәге  директоры Артур Әлибәков алып бара. Унда билдәле музыканттар  башҡорт халыҡ йырҙарының һәм көйҙәренең тарихы, башҡарыу...

2 июня 2020
Смотреть видео  Бөтә Донъя башҡорттары ҡоролтайы ойошторолоуға 25 йыл! | ГТРК «Башкортостан»

Бөтә Донъя башҡорттары ҡоролтайы ойошторолоуға 25 йыл!

Бөтә Донъя башҡорттары ҡоролтайы ойошторолоуға 25 йыл. Йәмәғәт тормошоноң нескә, әммә алыштырғыһыҙ мөһим бер даирәһенә әүерелгән ҡоролтай хәрәкәтенең сирек быуат дауамында өлгәшкән ҡаҙаныштарына, бөгөн бойомға ашырган эшмәкәрлегенә һәм киләсәккә бағлаган өмөттәренә хәбәрсебеҙ Нәфисә Кинйәбаева...

2 июня 2020
Смотреть видео 1 июндән ғәмәлгә ингән үҙгәрештәр | ГТРК «Башкортостан»

1 июндән ғәмәлгә ингән үҙгәрештәр

Рәсәйҙә эске туризм өсөн сикләүҙәр алына. Изоляцияның беренсе өлөшөндә медицина лицензияһы булған шифаханалар ҡайтанан эш башлай. Яңылыҡтарҙың береһе өс йәштән 16  йәшкә тиклемге балалар өсөн пособиелар түләүгә бәйле. Хеҙмәт кенәгәләренең дә хәҙер электрон варианты буласаҡ. Беренсе июндән үҙ...

2 июня 2020
Смотреть видео Һыу инеү миҙгеле ҡасан башлана? | ГТРК «Башкортостан»

Һыу инеү миҙгеле ҡасан башлана?

Рәсәй Ҡулланыусылар хоҡуҡтарын күҙәтеү хеҙмәте башлығы Анна Попова пляждарҙа битлек кеймәҫкә лә ярай, тип белдерҙе. Шулай ҙа  арауыҡ һаҡларға саҡырҙы ул. Башҡортостан халҡынан  да һыу ингәндә хәүефһеҙлек сараларын күреү талап ителә. Һыу инеү миҙгеле быйыл 1-енән 10 июнгә күсерелде....

2 июня 2020
Смотреть видео Сауҙа үҙәктәрен асырға, лагерҙарҙы әҙерләргә, күнекмәләрҙе башларға | ГТРК «Башкортостан»

Сауҙа үҙәктәрен асырға, лагерҙарҙы әҙерләргә, күнекмәләрҙе башларға

Башҡортостанда COVID-19 вирусының таралыу тиҙлеге кәмеүгә бара. Был турала кисә төбәк башлығы менән үткән оператив кәңәшмәлә һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин белдерҙе. Уның әйтеүенсә башлыса 50 йәшкә тиклемге граждандарҙың коронавирусҡа тестары ыңғай һөҙөмтә күрһәтә. 65 йәштән өлкәндәрҙең...

2 июня 2020
Смотреть видео Нефтекамала букмекер салоны урынына ҡомарлы уйындар залы асҡандар | ГТРК «Башкортостан»

Нефтекамала букмекер салоны урынына ҡомарлы уйындар залы асҡандар

Нефтекама ҡалаһында букмекер контораһы исемле аҫтында йәшенеп эшләгән уйын клубын тикшерҙеләр. Закон боҙоусыларҙы ҡулға алыр өсөн көс структураларына махсус операция үткәрергә тура килгән. Был компанияның букмекер контораһы исемлегендә йәшерен эшләп килеүе һәм кешеләрҙе ылыҡтырыуы күптән билдәле...

1 июня 2020
Смотреть видео Легаль булмаған такси водителдәрен яуапҡа тарттыралар | ГТРК «Башкортостан»

Легаль булмаған такси водителдәрен яуапҡа тарттыралар

Легаль булмаған такси машиналары  йәнә тикшереү органдарының иғтибар үҙәгендә.  Рәсәй Ҡулланыусылар хоҡуғын  күҙәтеү хеҙмәте Башҡортостан идаралығы юл хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһы менән берлектә рейдҡа сыҡты. Хәҙер  юл ҡағыҙын тикшереүҙән тыш санитар нормаларҙың үтәлеүе...

1 июня 2020
Смотреть видео Спиртлы эсемлектәр һатыусы кибеттәр өсөн яңы ҡағиҙә | ГТРК «Башкортостан»

Спиртлы эсемлектәр һатыусы кибеттәр өсөн яңы ҡағиҙә

Торлаҡ йорттарҙа алкоголь эсемлектәр һатыу тыйыла. Өфөлә күп ҡатлы йорттарҙа һәм улар янындағы биләмәләрҙә майҙаны 25 квадрат метрҙан әҙерәк булған йәмәғәт туҡланыу урындарының эшмәкәрлеген тыйыусы закон ҡабул иттеләр. Был кафела закондағы яңы үҙгәрештәр тураһында ишетмәгәндәр. Элеккеләрен дә...

1 июня 2020
Смотреть видео  “Алға” иҡтисади зонаһы төҙөләсәк | ГТРК «Башкортостан»

“Алға” иҡтисади зонаһы төҙөләсәк

Рәсәй Хөкүмәте рәйесе Михаил Мишустин Башҡортостанда “Алға” айырым иҡтисади зона булдырыу тураһындағы Күрһәтмәне раҫланы. Был турала Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәрҙә яҙып сыҡты.  Яңы проект Азиялағы иң ҙур газ һәм химия тауарҙары кластеры буласаҡ. Тап ул урындағы ҡаҙнаға...

1 июня 2020
Смотреть видео Башҡортостан райондары дауылдан зыян күрҙе | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостан райондары дауылдан зыян күрҙе

Уҙған кис республика райондары аша уҙған дауыл арҡаһында зыян күргән ауылдар ҙа бар. Шишмәлә, мәҫәлән, боҙборсаҡтар сейә емешенән ҙурыраҡ булған. Өфө районында яуған боҙборсаҡтың диаметры 4 сантиметрға тиклем етте. Ә Бүздәктә иһә дауыл мәлендә йорттарҙың ҡыйыҡтары емерелә. Хәлдәр Ҡаңны Төркәй...

1 июня 2020
Яндекс.Метрика