Өфөнөң Урмансылар паркындағы вольерҙа айыуҙар уянған

Ҡыш йылы булыу сәбәпле улар йоҡоһоҙлоҡтан яфаланһа ла, үҙҙәрен яҡшы тоя. Тайыштабандарҙың һаны ла артҡан. Балалары ғинуар айында уҡ донъяға килһә лә, өңдәренән әлегә сыҡмаған. Настя ҡушаматлы айыу, бигерәк тә, татлы ризыҡтар ярата, ти вольер хеҙмәткәрҙәре.

Оҫта итеп ашарға ла өйрәнеп алған, шәкәр киҫәген ырғытмаҫ элек тәмлетамаҡ ауыҙын асып әҙерләнеп үк тора.Радик Шакиров ошо рәүешле алдаштырып, айыуҙы балаларын күрһәтергә өгөтләй. Улар ғинуар айҙарында уҡ донъяға килһә лә, көндәр йылытҡас ҡына, инә айыу бәләкәстәрен өңөнән алып сыға.

Кескәй тайыштабандарҙың тауыштары ишетелде, үҙҙерен генә күрмәнек әле, ти Радик. Был көндө хужалыҡта түҙемһеҙләнеп көтәләр. Улар әйтеүенсә, иң ҡыҙығы айыу балаларының тәүге аҙымдарын күҙәтеү. Ҡышҡы йоҡонан уянған айыуҙарға әле күп ризыҡ кәрәк. Йәнлектәр ике-өс аҙнан ғына үҙҙәренең ғәҙәти йәшәү рәүешенә инә.

Ғөмүмән, ҡыш йылы булыу арҡаһында тайыштабандар йоҡоһоҙлоҡтан интеккән, өңдәренән сығып, йыш ҡына тышта йөрөнөләр, өҫтәүенә, иртә уяндылар, ти вольер хеҙмәткәрҙәре. Вольерҙағы ете айыуҙың берәүһе генә ата. Потапыч ҡушаматлы тайыштабан үҙе теләгән айыубикә янында көнөн үткәрә.

Шулай уҡ, хужалыҡта башҡа йәнлектәр ҙә күп: ҡабандар, ҡуштояҡлылар, төлкөләр һәм бүреләр. Уларҙың һәр ҡайһыһы ашатыуҙан тыш, яҡшы мөнәсәбәт һәм һөйөүгә мохтаж, ти 14 йылдан ашыу вольерҙа эшләгән Радик Шакиров. Осраҡлы рәүештә генә бында эләкһә лә, хәҙер йәнлектәрһеҙ ғүмерен күҙ алдына ла килтермәй егет.

Ҡалала йәшәүселәр ҙә тәбиғәткә, йәнлектәргә ынтыла. Бигерәк тә, ата-әсәләр йыш ҡына балаларын бына алып килә. Хайуандарҙы китаптағы һүрәттәрҙән генә түгел, ә үҙ күҙҙәре менән күреп, яҡындан танышыу кескәйҙәрҙең үҫешенә ыңғай йоғонто яһай, ти әсәләр. Хайуандарҙы яҡындан күрергә теләүселәр Өфөнөң Урмансылар паркына килә ала.

Балалар һөм өлкәндәр өсөн махсус экскурсиялар ҙа ойошторола. Ғәҙәттә, вольерға килеүселәр хайуандарҙы ашатырға теләп, үҙҙәре менән ризыҡ алып килә. Әммә күп осраҡта был аҙыҡ йәнлектәргә барып етмәй, ситлек менән ҡойма араһында ятып ҡала. Әлбиттә, йыртҡыс хайуандарға яҡын бармау хәйерлерәк, әммә ишәк менән кәзә-һарыҡтарҙы ҡулдан ашатып ҡарарға рөхсәт иттеләр. 

Читайте нас в Яндекс.Новостях


һУҢҒЫ ХӘБӘРҘӘР

Смотреть видео  “Башҡортостан 24” каналында “Өфө кистәре” | ГТРК «Башкортостан»

“Башҡортостан 24” каналында “Өфө кистәре”

 “Башҡортостан 24” каналында яңы проект башлайбыҙ, ул  бөгөн кис эфирға сыға.  “Өфө кистәре” тип аталған тапшырыуҙы Республика халыҡ ижады үҙәге  директоры Артур Әлибәков алып бара. Унда билдәле музыканттар  башҡорт халыҡ йырҙарының һәм көйҙәренең тарихы, башҡарыу...

2 июня 2020
Смотреть видео  Бөтә Донъя башҡорттары ҡоролтайы ойошторолоуға 25 йыл! | ГТРК «Башкортостан»

Бөтә Донъя башҡорттары ҡоролтайы ойошторолоуға 25 йыл!

Бөтә Донъя башҡорттары ҡоролтайы ойошторолоуға 25 йыл. Йәмәғәт тормошоноң нескә, әммә алыштырғыһыҙ мөһим бер даирәһенә әүерелгән ҡоролтай хәрәкәтенең сирек быуат дауамында өлгәшкән ҡаҙаныштарына, бөгөн бойомға ашырган эшмәкәрлегенә һәм киләсәккә бағлаган өмөттәренә хәбәрсебеҙ Нәфисә Кинйәбаева...

2 июня 2020
Смотреть видео 1 июндән ғәмәлгә ингән үҙгәрештәр | ГТРК «Башкортостан»

1 июндән ғәмәлгә ингән үҙгәрештәр

Рәсәйҙә эске туризм өсөн сикләүҙәр алына. Изоляцияның беренсе өлөшөндә медицина лицензияһы булған шифаханалар ҡайтанан эш башлай. Яңылыҡтарҙың береһе өс йәштән 16  йәшкә тиклемге балалар өсөн пособиелар түләүгә бәйле. Хеҙмәт кенәгәләренең дә хәҙер электрон варианты буласаҡ. Беренсе июндән үҙ...

2 июня 2020
Смотреть видео Һыу инеү миҙгеле ҡасан башлана? | ГТРК «Башкортостан»

Һыу инеү миҙгеле ҡасан башлана?

Рәсәй Ҡулланыусылар хоҡуҡтарын күҙәтеү хеҙмәте башлығы Анна Попова пляждарҙа битлек кеймәҫкә лә ярай, тип белдерҙе. Шулай ҙа  арауыҡ һаҡларға саҡырҙы ул. Башҡортостан халҡынан  да һыу ингәндә хәүефһеҙлек сараларын күреү талап ителә. Һыу инеү миҙгеле быйыл 1-енән 10 июнгә күсерелде....

2 июня 2020
Смотреть видео Сауҙа үҙәктәрен асырға, лагерҙарҙы әҙерләргә, күнекмәләрҙе башларға | ГТРК «Башкортостан»

Сауҙа үҙәктәрен асырға, лагерҙарҙы әҙерләргә, күнекмәләрҙе башларға

Башҡортостанда COVID-19 вирусының таралыу тиҙлеге кәмеүгә бара. Был турала кисә төбәк башлығы менән үткән оператив кәңәшмәлә һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин белдерҙе. Уның әйтеүенсә башлыса 50 йәшкә тиклемге граждандарҙың коронавирусҡа тестары ыңғай һөҙөмтә күрһәтә. 65 йәштән өлкәндәрҙең...

2 июня 2020
Смотреть видео Нефтекамала букмекер салоны урынына ҡомарлы уйындар залы асҡандар | ГТРК «Башкортостан»

Нефтекамала букмекер салоны урынына ҡомарлы уйындар залы асҡандар

Нефтекама ҡалаһында букмекер контораһы исемле аҫтында йәшенеп эшләгән уйын клубын тикшерҙеләр. Закон боҙоусыларҙы ҡулға алыр өсөн көс структураларына махсус операция үткәрергә тура килгән. Был компанияның букмекер контораһы исемлегендә йәшерен эшләп килеүе һәм кешеләрҙе ылыҡтырыуы күптән билдәле...

1 июня 2020
Смотреть видео Легаль булмаған такси водителдәрен яуапҡа тарттыралар | ГТРК «Башкортостан»

Легаль булмаған такси водителдәрен яуапҡа тарттыралар

Легаль булмаған такси машиналары  йәнә тикшереү органдарының иғтибар үҙәгендә.  Рәсәй Ҡулланыусылар хоҡуғын  күҙәтеү хеҙмәте Башҡортостан идаралығы юл хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһы менән берлектә рейдҡа сыҡты. Хәҙер  юл ҡағыҙын тикшереүҙән тыш санитар нормаларҙың үтәлеүе...

1 июня 2020
Смотреть видео Спиртлы эсемлектәр һатыусы кибеттәр өсөн яңы ҡағиҙә | ГТРК «Башкортостан»

Спиртлы эсемлектәр һатыусы кибеттәр өсөн яңы ҡағиҙә

Торлаҡ йорттарҙа алкоголь эсемлектәр һатыу тыйыла. Өфөлә күп ҡатлы йорттарҙа һәм улар янындағы биләмәләрҙә майҙаны 25 квадрат метрҙан әҙерәк булған йәмәғәт туҡланыу урындарының эшмәкәрлеген тыйыусы закон ҡабул иттеләр. Был кафела закондағы яңы үҙгәрештәр тураһында ишетмәгәндәр. Элеккеләрен дә...

1 июня 2020
Смотреть видео  “Алға” иҡтисади зонаһы төҙөләсәк | ГТРК «Башкортостан»

“Алға” иҡтисади зонаһы төҙөләсәк

Рәсәй Хөкүмәте рәйесе Михаил Мишустин Башҡортостанда “Алға” айырым иҡтисади зона булдырыу тураһындағы Күрһәтмәне раҫланы. Был турала Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәрҙә яҙып сыҡты.  Яңы проект Азиялағы иң ҙур газ һәм химия тауарҙары кластеры буласаҡ. Тап ул урындағы ҡаҙнаға...

1 июня 2020
Смотреть видео Башҡортостан райондары дауылдан зыян күрҙе | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостан райондары дауылдан зыян күрҙе

Уҙған кис республика райондары аша уҙған дауыл арҡаһында зыян күргән ауылдар ҙа бар. Шишмәлә, мәҫәлән, боҙборсаҡтар сейә емешенән ҙурыраҡ булған. Өфө районында яуған боҙборсаҡтың диаметры 4 сантиметрға тиклем етте. Ә Бүздәктә иһә дауыл мәлендә йорттарҙың ҡыйыҡтары емерелә. Хәлдәр Ҡаңны Төркәй...

1 июня 2020
Яндекс.Метрика