Республикала тулы әҙерлек режимы индерелде

Республика башлығы Радий Хәбиров коронавирус инфекцияһының таралыу ихтималлығын иҫкәртеү маҡсатында тулы әҙерлек режимын индерҙе. Уның сиктәрендә  штабтың тәүлек әйләнәһенә эшләүе ойошторола,  тирә-яҡ мөхит торошона контроль көсәйтелә, республикаға килеүселәр ентекләп тикшерелә, ғәҙәттән тыш хәлде иҫкәртеү буйынса ашығыс саралар күрелә.

Республика етәксеһе был турала инфекцияны иҫкәртеү буйынса оператив штаб ултырышында белдерҙе. Тулы әҙерлек режимы ғәҙәттән тыш хәл килеп сығыу ҡурҡынысы булғанда индерелә. Башҡортостанда короновирус менән сирләүселәр теркәлмәгән. Әммә, донъяла һәм Рәсәйҙә сир көндән көн яңы төбәктәрҙә тарала.

Мәҫәлән, 18-се мартҡа алынған мәғлүмәттәр буйынса, короновирус илдең 40 өлкәһендә асыҡланған.Юғары әҙерлек режимында оператив штаб тәүлек әйләнәһенә эшләү тәртибенә күсте. Республикаға килеүселәрҙең барыһы ла короновирусҡа тикшерелә. Ғәҙәттән тыш хәлде булдырмау, артабан үҫтермәү һәм киҫәтеү буйынса саралар күрелә.

Радий Хәбиров ҡул ҡуйған бойороҡҡа ярашлы, балалар баҡсаларында, мәктәптәрҙә, юғары уҡыу йорттарында, өҫтәмә белем биреү һәм башҡа социаль учреждениеларҙа карантин индерелә. Йәғни, кешеләрҙе объекттарға индереү сикләнә, эстә көн һайын дезинфекция саралары күрелә.

Мәктәп каникулдары 23 марттан 6 апрелгә тиклем дауам итә. Кәрәк булһа, тағы ла оҙайтыла йә ситтән тороп уҡыу режимына күсерелә. Бының өсөн мәктәптәр техник һәм методик яҡтан әҙер булырға тейеш.Балалар баҡсалары эшләйәсәк, мәҙәни учреждениеларҙа ла тамашалар күрһәтеләсәк.

Спорт секциялары эшен дауам итә. Әммә, балалар араһында тымау тейҙереүселәр була ҡалһа, улар шунда уҡ ябыласаҡ. Сит илдән ҡайтҡан ватандаштарыбыҙға төп иғтибар. Сөнки, әлегә тап сит дәүләттәрҙән был сир индерелә. Яҡташтарыбыҙ ҡайтыуҙары хаҡында хәбәр итергә бурыслы.

Короновирусты иртә стадияла асыҡлау бурысы ҡуйыла. Сирлеләр менән эшләгән табиптар, хоҡуҡ һаҡсылары һәм башҡа оператив хеҙмәттәр тәү сиратта маскалар менән тәьмин ителергә тейеш. Бынан тыш, уларға хеҙмәт хаҡын арттырыу мәсьәләһе өйрәнелә. Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров хөкүмәткә был һорауҙы тикшерергә ҡушты.

Маскаларға килгәндә, Башфармация дарыуханаларында улар бар. Компания көн һайын күп ҡулланылыштағы 3 мең масканы һатыуға сығарып тора. Эсендә 3 маска булған ҡаптың хаҡы сама менән 70 һум торасаҡ, тип күҙаллана. Төп иғтибар республикалағы хәлде күҙәтеүгә лә йүнәлтелә.

Шуныһы көн кеүек асыҡ. Башҡортостанда аҙыҡ-түлек дефициты булмаясаҡ. Сөнки, беҙҙә етерлек продукция тупланған. Бынан тыш, республика нисек кенә булмаһын ризыҡ менән үҙ-үҙен тәьмин итә ала.Короновирус асыҡланған осраҡта оператив штаб шунда уҡ әҙер булырға һәм сирлене дауалау буйынса саралар күрергә тейеш.

Ә район һәм ҡала хакимиәттәре башлыҡтарына үҙ биләмәлерәнән рөхсәтһеҙ сығып йөрөргә тыйылды. Радий Хәбиров Башҡортостан хөкүмәтенә башлыҡтарҙы буштан бушҡа ҡаңғыртмаҫҡа ҡушты. Ә кәңәшмә, ултырыштар видеоконференция форматында уҙғарыласаҡ. Төп маҡсат – короновирусты иҫкәртеү һәм таралыуына юл ҡуймау.

Читайте нас в Яндекс.Дзен


һУҢҒЫ ХӘБӘРҘӘР

Смотреть видео  “Башҡортостан 24” каналында “Өфө кистәре” | ГТРК «Башкортостан»

“Башҡортостан 24” каналында “Өфө кистәре”

 “Башҡортостан 24” каналында яңы проект башлайбыҙ, ул  бөгөн кис эфирға сыға.  “Өфө кистәре” тип аталған тапшырыуҙы Республика халыҡ ижады үҙәге  директоры Артур Әлибәков алып бара. Унда билдәле музыканттар  башҡорт халыҡ йырҙарының һәм көйҙәренең тарихы, башҡарыу...

2 июня 2020
Смотреть видео  Бөтә Донъя башҡорттары ҡоролтайы ойошторолоуға 25 йыл! | ГТРК «Башкортостан»

Бөтә Донъя башҡорттары ҡоролтайы ойошторолоуға 25 йыл!

Бөтә Донъя башҡорттары ҡоролтайы ойошторолоуға 25 йыл. Йәмәғәт тормошоноң нескә, әммә алыштырғыһыҙ мөһим бер даирәһенә әүерелгән ҡоролтай хәрәкәтенең сирек быуат дауамында өлгәшкән ҡаҙаныштарына, бөгөн бойомға ашырган эшмәкәрлегенә һәм киләсәккә бағлаган өмөттәренә хәбәрсебеҙ Нәфисә Кинйәбаева...

2 июня 2020
Смотреть видео 1 июндән ғәмәлгә ингән үҙгәрештәр | ГТРК «Башкортостан»

1 июндән ғәмәлгә ингән үҙгәрештәр

Рәсәйҙә эске туризм өсөн сикләүҙәр алына. Изоляцияның беренсе өлөшөндә медицина лицензияһы булған шифаханалар ҡайтанан эш башлай. Яңылыҡтарҙың береһе өс йәштән 16  йәшкә тиклемге балалар өсөн пособиелар түләүгә бәйле. Хеҙмәт кенәгәләренең дә хәҙер электрон варианты буласаҡ. Беренсе июндән үҙ...

2 июня 2020
Смотреть видео Һыу инеү миҙгеле ҡасан башлана? | ГТРК «Башкортостан»

Һыу инеү миҙгеле ҡасан башлана?

Рәсәй Ҡулланыусылар хоҡуҡтарын күҙәтеү хеҙмәте башлығы Анна Попова пляждарҙа битлек кеймәҫкә лә ярай, тип белдерҙе. Шулай ҙа  арауыҡ һаҡларға саҡырҙы ул. Башҡортостан халҡынан  да һыу ингәндә хәүефһеҙлек сараларын күреү талап ителә. Һыу инеү миҙгеле быйыл 1-енән 10 июнгә күсерелде....

2 июня 2020
Смотреть видео Сауҙа үҙәктәрен асырға, лагерҙарҙы әҙерләргә, күнекмәләрҙе башларға | ГТРК «Башкортостан»

Сауҙа үҙәктәрен асырға, лагерҙарҙы әҙерләргә, күнекмәләрҙе башларға

Башҡортостанда COVID-19 вирусының таралыу тиҙлеге кәмеүгә бара. Был турала кисә төбәк башлығы менән үткән оператив кәңәшмәлә һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин белдерҙе. Уның әйтеүенсә башлыса 50 йәшкә тиклемге граждандарҙың коронавирусҡа тестары ыңғай һөҙөмтә күрһәтә. 65 йәштән өлкәндәрҙең...

2 июня 2020
Смотреть видео Нефтекамала букмекер салоны урынына ҡомарлы уйындар залы асҡандар | ГТРК «Башкортостан»

Нефтекамала букмекер салоны урынына ҡомарлы уйындар залы асҡандар

Нефтекама ҡалаһында букмекер контораһы исемле аҫтында йәшенеп эшләгән уйын клубын тикшерҙеләр. Закон боҙоусыларҙы ҡулға алыр өсөн көс структураларына махсус операция үткәрергә тура килгән. Был компанияның букмекер контораһы исемлегендә йәшерен эшләп килеүе һәм кешеләрҙе ылыҡтырыуы күптән билдәле...

1 июня 2020
Смотреть видео Легаль булмаған такси водителдәрен яуапҡа тарттыралар | ГТРК «Башкортостан»

Легаль булмаған такси водителдәрен яуапҡа тарттыралар

Легаль булмаған такси машиналары  йәнә тикшереү органдарының иғтибар үҙәгендә.  Рәсәй Ҡулланыусылар хоҡуғын  күҙәтеү хеҙмәте Башҡортостан идаралығы юл хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһы менән берлектә рейдҡа сыҡты. Хәҙер  юл ҡағыҙын тикшереүҙән тыш санитар нормаларҙың үтәлеүе...

1 июня 2020
Смотреть видео Спиртлы эсемлектәр һатыусы кибеттәр өсөн яңы ҡағиҙә | ГТРК «Башкортостан»

Спиртлы эсемлектәр һатыусы кибеттәр өсөн яңы ҡағиҙә

Торлаҡ йорттарҙа алкоголь эсемлектәр һатыу тыйыла. Өфөлә күп ҡатлы йорттарҙа һәм улар янындағы биләмәләрҙә майҙаны 25 квадрат метрҙан әҙерәк булған йәмәғәт туҡланыу урындарының эшмәкәрлеген тыйыусы закон ҡабул иттеләр. Был кафела закондағы яңы үҙгәрештәр тураһында ишетмәгәндәр. Элеккеләрен дә...

1 июня 2020
Смотреть видео  “Алға” иҡтисади зонаһы төҙөләсәк | ГТРК «Башкортостан»

“Алға” иҡтисади зонаһы төҙөләсәк

Рәсәй Хөкүмәте рәйесе Михаил Мишустин Башҡортостанда “Алға” айырым иҡтисади зона булдырыу тураһындағы Күрһәтмәне раҫланы. Был турала Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәрҙә яҙып сыҡты.  Яңы проект Азиялағы иң ҙур газ һәм химия тауарҙары кластеры буласаҡ. Тап ул урындағы ҡаҙнаға...

1 июня 2020
Смотреть видео Башҡортостан райондары дауылдан зыян күрҙе | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостан райондары дауылдан зыян күрҙе

Уҙған кис республика райондары аша уҙған дауыл арҡаһында зыян күргән ауылдар ҙа бар. Шишмәлә, мәҫәлән, боҙборсаҡтар сейә емешенән ҙурыраҡ булған. Өфө районында яуған боҙборсаҡтың диаметры 4 сантиметрға тиклем етте. Ә Бүздәктә иһә дауыл мәлендә йорттарҙың ҡыйыҡтары емерелә. Хәлдәр Ҡаңны Төркәй...

1 июня 2020
Яндекс.Метрика