Республика тулы әҙерлек режимында йәшәй

Башҡортостанда короновирус менән сирләүселәр теркәлмәгән. Әммә, донъяла сир көндән көн яңы төбәктәрҙә тарала.  Шуға ла Республикаға килеүселәрҙең барыһы ла короновирусҡа тикшерелә. Ғәҙәттән тыш хәлде булдырмау, артабан үҫтермәү һәм иҫкәртеү буйынса саралар күрелә.

Балалар баҡсаларында, мәктәптәрҙә, юғары уҡыу йорттарында, өҫтәмә белем биреү һәм башҡа социаль учреждениеларҙа карантин индерелә. Мәктәптәрҙә каникулдар 23 марттан 6 апрелгә тиклем дауам итә. Кәрәк булһа, тағы ла оҙайтылыуы ихтимал. Республикала короновирусты иртә стадияла асыҡлау бурысы ҡуйыла.

Сирлеләр менән эшләгән табиптар, хоҡуҡ һаҡсылары һәм башҡа оператив хеҙмәттәр тәү сиратта маскалар менән тәьмин ителергә тейеш. Бынан тыш, уларға хеҙмәт хаҡын арттырыу мәсьәләһе өйрәнелә. Республика башлығы Радий Хәбиров коронавирус инфекцияһының таралыу ихтималлығын иҫкәртеү маҡсатында тулы әҙерлек режимын индергәйне.

Уның сиктәрендә  штабтың тәүлек әйләнәһенә эшләүе ойошторола,  тирә-яҡ мөхит торошона контроль көсәйтелә, республикаға килеүселәр ентекләп тикшерелә, ғәҙәттән тыш хәлде иҫкәртеү буйынса ашығыс саралар күрелә. Тулы әҙерлек режимы ғәҙәттән тыш хәл килеп сығыу ҡурҡынысы булғанда индерелә.

Смотрите нас в YouTube


һУҢҒЫ ХӘБӘРҘӘР

Смотреть видео Сирлеләрҙе дауалауҙың яңы ысулы | ГТРК «Башкортостан»

Сирлеләрҙе дауалауҙың яңы ысулы

Республика медицинаһы яңы үрҙәр яулай. Өфөлә, хәҙер ультра тауыш ярҙамында тремор сирен, йәғни, аяҡ-ҡулдар быуындары  ҡалтырауын дауалайҙар. Паркинсон ауырыуы менән яфаланыусыларҙы хәҙер операцияһыҙ ҙа аяҡҡа баҫтырып буласаҡ. Уникаль кадрҙарҙы иһә беҙең телекомпанияға табиптар үҙҙәре тәҡдим...

22 мая 2020
Смотреть видео “Балалар” проекты республика башлығы грантын аласаҡ | ГТРК «Башкортостан»

“Балалар” проекты республика башлығы грантын аласаҡ

Башҡорт телендәге йәнһүрәттәр республика башлығының айырым грантына лайыҡ булды. “Балалар” интернет-проектын бойомға ашырыу менән Өфөлә йәшәүсе ижади ғаилә шөғөлләнә.  “Һаумыһығыҙ, минең исемем Өммөбикә”-, ти өкө. Геройҙарға исемдәрҙе автор тиҙ уйлап сығара, ә уларҙың тышҡы ҡиәфәте өҫтөндлә...

22 мая 2020
Смотреть видео Бизнесҡа ярҙам | ГТРК «Башкортостан»

Бизнесҡа ярҙам

Республиканың иҡтисади үҫеш министрлығы пандемия осоронда бизнесҡа ярҙам итеү өсөн документтар пакетының икенсе өлөшөн әҙерләй. Башҡортостан ҡаҙнаһы был тармаҡҡа йәнә 15  миллиард һум бүлергә тейеш. Әлегә ойошмалар һәм ширҡәттәргә мөлкәт һалымын түләмәү мөмкинлеге бар.  Уйын...

22 мая 2020
Смотреть видео Мосолмандар Ураҙа ғәйетенә әҙерләнә | ГТРК «Башкортостан»

Мосолмандар Ураҙа ғәйетенә әҙерләнә

Башҡортостанда 24 майҙа мосолмандарҙың изге Рамаҙан айы тамамланыу уңайынан Ураҙа байрамы билдәләнә. Был көндә мәсеттәрҙә һәр ваҡыт диндарҙар ҡатнашлығында йәмәғәт намаҙҙары уҡылды. 18 майҙа Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров хөкүмәттәге оператив кәңәшмәлә быйыл Ураҙа байрамы онлайн режимында...

21 мая 2020
Смотреть видео Яңы күпер | ГТРК «Башкортостан»

Яңы күпер

Өфөнөң көньяҡ өлөшөндә, Воровский урамы ҡапҡаһында, Ағиҙел йылғаһы аша яңы күпер төҙөлөшө бара. Оҙонлоғо 668, киңлеге 16,7 метрлы ҡоролма “Имен һәм сифатлы автомобиль юлдары” милли проектын бойомға ашырыу сиктәрендә һалына.  Проект документацияһына ярашлы төҙөлөш ике өлөшкә бүленгән. Тәүҙә...

21 мая 2020
Смотреть видео Яҙ ҡыбырлағандың, ҡыш ауыҙы йыбырлар | ГТРК «Башкортостан»

Яҙ ҡыбырлағандың, ҡыш ауыҙы йыбырлар

Башҡортостанда иген культураларын сәсеү тамамлана. Аграрийҙар яҙғы баҫыу эштәренең киләһе этабына күсте.  Ҡайһы бер ауыл хужалығы хеҙмәткәрҙәре йылы яртҡан культураларҙы – кукуруз, борсаҡ  сәсеүгә тотондо. Бынан тыш республикала беренсе тапҡыр баҫыуҙарға торма һәм етен ултыртыласаҡ....

21 мая 2020
Смотреть видео Күңелле, тик хәүефле | ГТРК «Башкортостан»

Күңелле, тик хәүефле

Өфө хакимиәте йәштәрҙең ирекле һәм күпләп осрашыу урындарын күҙәтеүгә алырға йыйына. Айырыуса Салауат Юлаев майҙаны алдындағы машиналар ҡуйыу урыны иғтибарҙы йәлеп итә. Әлегә тиклем бында битлек режимы үтәләшен полиция һәм йәмәғәт тәртибе һағы хеҙмәткәрҙәре контролдә тота ине.  ...

21 мая 2020
Смотреть видео Тиҙҙән ҡурай тажы асыла | ГТРК «Башкортостан»

Тиҙҙән ҡурай тажы асыла

Өфө эргәһендәге инфекцион госпиталь төҙөлөшө тамамланыуға бара. Объектты ҡулланыуға тапшырыу өсөн бер аҙналай ваҡыт ҡалды. Дауахананың корпустары төҙөлгән, әле биләмәне йәшелләндереү, ҡыйыҡ төҙөү, биҙәү эштәре башҡарыла. Яңы дауахана ниндәй була? Был хаҡта беҙҙең хәбәрселәр әҙерләгән репортажда...

21 мая 2020
Смотреть видео Ат сабыш турниры | ГТРК «Башкортостан»

Ат сабыш турниры

Башҡортостан – Рәсәйҙә коронавирусҡа ҡаршы режимды йомшартыу осоронда спорт ярыштарын уҙғара башлаған беренсе төбәк. 23 майҙа «Аҡбуҙат» ипподромында «Терра Башҡортостан» республика ат-спорт турнирының өсөнсө этабы була. Ярыштар тамашасыһыҙ үткәрелә. Өсөнсө этапта ипподром аттарында Архангел, Бөрө,...

20 мая 2020
Смотреть видео Өфөлә 50 метрлыҡ “Нефтяник” бассейнын реконструкциялау тамамланды | ГТРК «Башкортостан»

Өфөлә 50 метрлыҡ “Нефтяник” бассейнын реконструкциялау тамамланды

Ошо турала социаль селтәрҙәге сәхифәһендә Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров хәбәр итте. Бассейн заманса итеп эшләнгән, залда ҡоролмалар һәм һикереү өсөн вышка урынлаштырылған. 1967 йылда төҙөлгән бинала быға тиклем бер тапҡыр ҙа ремонт башҡарылмаған булған һәм ул 70 процентҡа иҫкергән. Объектта...

20 мая 2020
Яндекс.Метрика