Республика яҙғы ташҡынға әҙерләнә

Башҡаланың Өфө-Арена майҙанында  махсус техниканың мөһим осорға әҙерлеге тикшерелде.  Граждандарҙы һаҡлау идаралығы хеҙмәткәрҙәре  халыҡты иҫкәртеү  эштәрен  башланы. Төп бурыс-кешеләрҙең ташҡынға әҙер булыуына һәм тыныс үткәреүенә өлгәшеү. Быйылғы яҙғы ташҡын ҡасан башлана һәм был тәбиғәт ғәрәсәтенән нимә көтөргә?

Зөһрә Бикмәтова һыу баҫыуҙың нимә икән яҡшы белә. Шуға ла йорт-ҡура именлеген ул  алдан уҡ хәстәрләй башлаған. Аҙыҡ-түлек, кәрәк-яраҡтар күптән бейегерәк урынға күсерелгән. Яҙғы ташҡын Нижегородка биҫтәһендә йәшәүселәргә  йыл һайын  хәүеф менән янай. 84 йәшлек Рифҡәт Хөсәйеновтың  ташҡын осрағына кәмәһе лә әҙер.

  Һыу һорап тормай, көтмәгәндә килеп баҫа,  ти оло йәштәге ир. Әле граждандарҙы һаҡлау идаралығы хеҙмәткәрҙәре  халыҡҡа аңлатыу эштәре алып бара, кәрәкле телефон номерҙары менән белешмәләр тарата,  бында йәшәүселәрҙең исемлеген барлай. Башлыса, оло  йәштәгеләр, яңғыҙ йәшәгәндәр һәм йөклө ҡатындар иғтибар үҙәгендә. 

Нижегородка биҫтәһе һыубаҫар ерҙә урынлашҡан. Белгестәр фаразлауынса,  Ағиҙел  норманан 8 метрҙа 30 см самаһына күтәреләсәк. Был күрһәткес Нижегородка биҫтәһендге  йорттарға һыу  инәсәк тигәнде аңлата.

Ташҡын башланмаһа ла,  ҡала хеҙмәттәре көсәйтелгән әҙерлек режимында эшләй. Ҡарҙың ныҡ иреүе сәбәпле һәр ваҡыт һыу баҫҡан урамдарҙан ҡар сығарыла, һыу һурҙырыла. Бында нижегородка биҫтәһенең иң түбән урыны. Тап ошонда Благовар урамына бөтә ҡар һыуҙары ағып төшә.

Яҙғы ташҡын менән хәл киҫкенләшмәһен өсөн һыуҙы һурҙырыу эштәре күптән бапшҡарыла.Оло һыу менән көрәштә махсус техниканын әһәмиәте алыштырғыһыҙ. Ошо көндәрҙә башҡаланың Өфө-Арена майҙаны алдында   бөтә  махсус техника барланды, уның эшкә әҙерлеге тикшерелде.

 Ташҡынға  ҡаршы штабтарҙың эшмәкәрлеге һәм махсус техниканың торошо менән   Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары  Ирек Сәғитов та танышты.  Быйыл яҙғы ташҡын ваҡытына 12  меңдәң ашыу кеше һәм 3 меңдән ашыу берәмек техника йәлеп ителәсәк. Күптәрҙең иғтибарын мобиль авиация йәлеп итте.

Был техника 2013 йылдан алып ҡотҡарыу эштәренә әүҙем йәлеп ителә. Пилотһыҙ осоу аппаратттарының өҫтөнлөклө яҡтары бихисап.  Ташҡындарҙың ни тиклем кеше мөлкәте, тотош ғүмере өсөн хәүефле икәне барыһына ла  мәғлүм.  Быға тиклем республика тарихында  көслө ташҡындар күп булған. 

1998 йылдың  Белорет районының Тирлән ауылындағы һыу баҫыу ғына ни тора.  Сәбәпсеһе яҙғы ташҡын булмаһа ла,  һыу баҫыуҙың ни тиклем ҡурҡыныс хәл икәнен йәнә берҙе хәтергә төшөрә.  Һыуҙан һәм уттан бер нимә лә ҡалмай, мөлкәтте генә түгел, кеше ғүмерен дә алып китеүен оноторға ярамай. 

Быйыл  йылғалар ғәҙәттәгенән иртәрәк асыласаҡ, тип фаразлай белгестәр. Яҙғы ташҡындың ни тиклем көслө булыуы хаҡында һүҙ йөрөтөү әлегә иртәрәк, сөнки тәбиғәт күренештәрен алдан тулыһынса күҙаллап булмай. Яҙғы ташҡынға әҙерлек республиканың бөтә райондарында үтәсәк. Белгестәр тәбиғәттең көтөлмәгән хәленә алдан уҡ әҙерләнә башларға саҡыра. 

Подпишитесь на нас в Facebook


һУҢҒЫ ХӘБӘРҘӘР

Смотреть видео “Янған-тау” геопаркы Юнесконың глобаль селтәренә инде | ГТРК «Башкортостан»

“Янған-тау” геопаркы Юнесконың глобаль селтәренә инде

 “Янған-тау” геопаркы Рәсәйҙә беренсе булып Юнесконың глобаль селтәренә инде. Ойошма Ассамблеяһында ошо турала хәбәр ителде, ултырыш коронавирус таралыу сәбәпле онлайн үтте. Сит ил туристары өсөн бындай статус сифат һәм именлек күрһәткесен аңлата. Илнур Камалов ҡымыҙ фермаһын дәүләт грантына...

9 июля 2020
Смотреть видео Өфөлә ғалимдар самолет двигателе өсөн титан иретмәһен яҡшыртҡан | ГТРК «Башкортостан»

Өфөлә ғалимдар самолет двигателе өсөн титан иретмәһен яҡшыртҡан

Өфөлә ғалимдар самолет двигателе өсөн титан иретмәһен яҡшыртҡан

9 июля 2020
Смотреть видео Ҡатын-ҡыҙ сәләмәтлеге заман техникаһы ярҙамында тикшереләсәк | ГТРК «Башкортостан»

Ҡатын-ҡыҙ сәләмәтлеге заман техникаһы ярҙамында тикшереләсәк

Радий Хәбиров республика табиптарына күсмә маммография автомашинаҙы асҡыстарын тапшырҙы. Тәгәрмәсле биш маммография кабинеты Белорет, Бөрө, Нефтекама, Сибай, Күмертау үҙәк дауаханаларына юлланды. Был техника күкрәк биҙе яман шешен башланғыс мәлендә асыҡлау мөмкинлеген бирә һәм сиргә дусар...

9 июля 2020
Смотреть видео Нефтекамала өлөшсөләр өй туйланы | ГТРК «Башкортостан»

Нефтекамала өлөшсөләр өй туйланы

Нефтекамала “Интеграл” компанияһы өлөшсөләренә, ниһәйәт, фатир асҡыстары тапшырылды.  Күптәрҙе йылдар дауамында борсоған мәсьәлә республика етәксеһе Радий Хәбиров ярҙамында хәл ителде. 15 ғаилә фатир асҡыстарын алып ҡыуанды. Киләһе йылда тағы ла бер йорт файҙаланыуға тапшырылыр, 38 ғаилә өй...

9 июля 2020
Смотреть видео Өлөшсөләрҙең хоҡуҡтарын махсус штаб күҙәтәсәк  | ГТРК «Башкортостан»

Өлөшсөләрҙең хоҡуҡтарын махсус штаб күҙәтәсәк

Башҡортостанда күп фатирлы йорттар төҙөлөшөн тамамлауҙы координациялау буйынса штаб ойошторола. Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров ошо туралағы бойороҡҡа ҡул ҡуйып уның рәйесе итеп хөкүмәте премьер-министрының беренсе урынбаҫары Андрей Назаров тәғәйенләне. Тәү сиратта штаб «Эрмитаж. Горсовет», «...

9 июля 2020
Күсмә элемтәгә хаҡ артыуы көтөлә | ГТРК «Башкортостан»

Күсмә элемтәгә хаҡ артыуы көтөлә

Рәсәйҙә күсмә телефон аша аралашыуҙың хаҡы 14 процентҡа ҡиммәтләнеүе ихтимал. Был фаразды Content Review агентлығы тикшереренүҙәренә таянып "Российская газета" килтерә. Коронавирус пандемияһының ҡабатланыу ихтималлығы иһә иҫәпкә алынмаған. Йылдың тәүге яртыһында минималь тариф пакеттары 8 процентҡа...

8 июля 2020
Отпускынан эшкә нисек дөрөҫ сығырға | ГТРК «Башкортостан»

Отпускынан эшкә нисек дөрөҫ сығырға

Йыл буйына көтөп алған йәйге әүҙем ялдан һуң эшкә сығыр алдынан үҙеңә өҫтәмә ваҡыт ҡалдырырға кәрәк, ти психологтар. Сәйәхәттән бер нисә көн алдан ҡайтып тәнгә һәм күңелгә ғәҙәти тормошҡа яраҡлашыу мәлен бирергә кәрәк. Кешенең йәкшәмбе кис ҡайтып  дүшәмбе иртән эшкә барыуға бәйле биоритмдары...

8 июля 2020
Эҫенән һаҡланыу сараһы бармы | ГТРК «Башкортостан»

Эҫенән һаҡланыу сараһы бармы

Башҡортостанда эҫе көндәр дауам итә. Төбәктә субтропик селлә хөкөм һөрә. Һауа температураһы 35 градустан да юғары. Табиптар кешеләргә баш кейемен ҡалдырмаҫҡа, ҡара күҙлек, аҡ төҫтәге әйберҙәр кейеп йөрөргә, саф йә минераль һыу, емеш-еләк һуттарын күберәк эсергә кәңәш итә.  Ҡыҙыу ҡояш нурҙары...

8 июля 2020
Смотреть видео Рәсәйҙә «Берҙәм фольклор көнө» акцияһы ойошторола. | ГТРК «Башкортостан»

Рәсәйҙә «Берҙәм фольклор көнө» акцияһы ойошторола.

2020 йылдың 17 июлендә Рәсәй Федерацияһында «Берҙәм фольклор көнө» акцияһы ойошторола. Артабан уны йыл һайын уҙғарыу ҡарала. Башҡортостандың халыҡ ижады үҙәге акцияға ҡушылырға һәм социаль селтәрҙәргә, рәсми сайттарға УфаРЦНТРБ; МКРБ; ДеньФольклораРБ2020 хештегы менән тематик фотолар,...

8 июля 2020
Смотреть видео Бөгөн Ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ көнө.  | ГТРК «Башкортостан»

Бөгөн Ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ көнө.

Беҙҙең хәбәрселәр күп балалы Куликовтар ғаиләһе  менән танышып ҡайтты. Ата менән әсә үҙҙәренең өс балаһы янына балалар йортонан тағы ла алты бәләкәсте тәрбиәгә алып ҡайтҡан. Өфө ҡалаһында йәшәүсе Куликовтарҙың йорто иртә-таңдан гөрләп тора. Уянып, иртәнге ашты ашап алғандан һуң ғаиләнең һәр...

8 июля 2020
Яндекс.Метрика