Ветеран вариҫы

Һуғыш ветераны тураһында ҙур иҫтәлек. Ишембай ҡалаһында йәшәүсе 12 йәшлек Тимур Нурисламов үҙенең ҡарт олатаһы тураһында видеояҙма төшөргән. Республика буйынса уҙғарылған конкурста ул беренсе урынға лайыҡ булған. Видеояҙманы үҫмер ҡартатаһы үҙе яҙып ҡалдырған дәфтәр-фотоальбомдарға таянып эшләй.

Бишенсе класста белем алыусы Тимур Нурисламов ҡартатаһының тормош юлын энәһенән ебенә тиклем белә. Әйткәндәй, Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Өлфәт Абраров был ҡалын фотоальбомды үҙе эшләгән, шуға ла үҫмер өсөн ул ҙур ҡомартҡы булып һаҡлана. Өлфәт Абрар улы тыныс холоҡло, түҙемле, бөтәһенә лә өлгө ине, тип хәтерләй уның туғандары.

Өлфәт Абрар улы Ижевск ҡалаһына уҡырға инә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, уҡыуын тамамлап өлгөрмәй, 19 йәшендә фронтҡа алына. Ул танк пушкаһын тоҫҡаусы булып хеҙмәт итә. Һуғыш михнәттәрен ветеран бер кемгә лә һөйләмәгән, уның сер итеп һаҡланған айырым дәфтәре бар ине, ти яҡындары. 

Өлфәт Абраров яҙған был көндәлек туғандары өсөн ҙур иҫтәлек булып һаҡлана. Ветеран уны “Хуш, ауылым!” тип атаған. Өлфәт Абрар улы был көндәлектә үҙенең бала сағын, биографияһын, һуғышта булған хәтирәләрҙе яҙып ҡалдырған. Өҫтәүенә, ул һәр бер тыуған ейән-ейәнсәрҙеренең тыуған ваҡытын һәм исем-шәрифтәрен дә теркәп барған.

Һуғыштан иҫән әйләнеп ҡайтҡас, ветеран өйләнеп, ете балаға ғүмер бүләк итә. Һаулығы ҡаҡшау сәбәпле, дауахана тупһаһын күп тапарға тура килә уға. Тик ниндәй ауырыу менән сирләгәнен дә туғандарына һөйләмәй, ә бары тик үҙенең дәфтәренә яҙып бара. Был хәтирәләрҙе йәнә тергеҙеү маҡсаты менән уның ейәне Тимур ҡартатаһы тураһында видеояҙма төшөрөп конкурста ҡатнаша.

Яҙманы әҙерләү өсөн ике көн ваҡыт уҙҙы, ти үҫмер. Конкурста бөтәһе 76 кеше видео ебәреп, шуларҙың егермеһе, шул иҫәптән Тимур финалға үткән. Конкурс минең өсөн мөһим түгел, ҡартатайымдың тормош юлын башҡаларға ла еткереү бурыс ине, ти ул.Бөйөк Еңеү көнө Нурисламовтар ғаиләһе өсөн айырыуса ҙур байрам. Быйыл 9 май көнө Тимур  туғандары менән Мәскәүҙә үткән парадҡа барырға ниәтләй.

Смотрите нас в YouTube


һУҢҒЫ ХӘБӘРҘӘР

Тел уҡытыусылары фекер алыша | ГТРК «Башкортостан»

Тел уҡытыусылары фекер алыша

Ғафури районы үҙәге Красноусол ҡасабаһында башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының төбәк-ара форумы дауам итә. Хәбәр итеүебеҙсә, ул Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы иғлан иткән Башҡорт теле йылына арнала. Сарала ҡатнашыусылар алдында сығыш яһап, республиканың мәғариф һәм фән министры Айбулат...

24 сентября 2020
Смотреть видео Йәш профессионалдар Өфөгә йыйыла | ГТРК «Башкортостан»

Йәш профессионалдар Өфөгә йыйыла

 “Йәш професионалдар” милли чемпионатының финалы 2021 йылда Башҡортостанда үтәсәк. Ярыштар әләмен Башҡортостан етәксеһе Радий Хәбировҡа Кемерово өлкәһе губернаторы Сергей Цивилев тапшырҙы. Республика етәксеһе билдәләүенсә, финал ярыштарын үткәреү өсөн Башҡортостан өр яңы объекттар төҙөйәсәк. “...

23 сентября 2020
Смотреть видео Башҡортостанда эске туризм ныҡлы үҫеш ала | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостанда эске туризм ныҡлы үҫеш ала

Хәҙер оло быуын вәкилдәре өсөн республика буйлап бушлай сәйәхәт итеү мөмкинлеге бар. Өфөлә үҙенсәлекле  социаль проект үҙ эшен башланы.  Төп маҡсат  - эске туризмды үҫтереү һәм  оло быуын вәкилдәрен республиканың  тәбиғәте, мәҙәниәте һәм тарихы менән ентекле ...

23 сентября 2020
Смотреть видео Өфөлә «Бурыслы» иҫкәртеү операцияһы башланды | ГТРК «Башкортостан»

Өфөлә «Бурыслы» иҫкәртеү операцияһы башланды

Уның төп маҡсаты — штраф түләмәүселәрҙе асыҡлап, яуаплылыҡҡа тарттырыу. Дәүләт автоинспекцияһынанан хәбәр итеүҙәренсә, штрафты ҡарар законлы көсөнә ингәндән һуң 60 көн эсендә түләргә кәрәк.  Һуңлағандар уны икеләтә күләмдә түләргә тейеш. Шулай уҡ ҡануниәт бындай водителдәрҙе 15 тәүлеккә...

23 сентября 2020
Смотреть видео Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре | ГТРК «Башкортостан»

Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре

  Дәүләт Думаһы депутаты Евгений Фёдоров балалар баҡсаһына урын юҡлыҡтан, сабыйҙарын шәхси балалар баҡсаһына йөрөткән өсөн  түләүҙәрҙе  компенсацияларға, тигән  тәҡдим менән сығыш яһаны.  Мөрәжәғәтендә ул, Конституция граждандарға мәктәпкәсә тиклемге белем биреүҙең...

23 сентября 2020
Смотреть видео Бер юлы ике операция | ГТРК «Башкортостан»

Бер юлы ике операция

Башҡорт дәүләт медицина университеты клиникаһы хирургтары пациентҡа бер юлы ике операция эшләгән. Ҡушма операция республикала алтынсы тапҡыр башҡарыла. Бөйөрөндәге яман шеште алып ташлатҡан һәм йөрәгенә операция эшләткән пациенттарҙың хәле нисек? Табиптар операциянан һуң пациенттарҙың хәлен һәр...

23 сентября 2020
Смотреть видео Башҡортостанда яңы коронавирус инфекцияһына ҡаршы вакцинация башланды | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостанда яңы коронавирус инфекцияһына ҡаршы вакцинация башланды

Беренсе ун прививка  Республика инфекцион клиникаһының медицина хеҙмәткәрҙәренә яһалды.  Гам-Ковид-Вак уның менән эш иткән һәр кемдән һаҡлыҡ һәм тиҙлекте талап итә. Башҡаланың 52-се поликиликаһы провизоры талымлы вакцинаны махсус машинала “Башфармация”  һыуытҡысынан һанаулы ваҡыт...

23 сентября 2020
Смотреть видео Башҡортостан 24 каналында Милли йәштәр театры көнө | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостан 24 каналында Милли йәштәр театры көнө

Башҡортостан -24 каналы аша тамашасы театрҙың актерҙары, премьералар тураһында иң ҡыҙыҡлы мәғлүмәттәр менән таныша алды. Иртәнге 7-лә улар «Доброе утро, Республика!»  тапшырыуы алып барыусылары менән театр буйлап экскурсияға юлланды. Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры республикала...

18 сентября 2020
Смотреть видео Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре | ГТРК «Башкортостан»

Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре

Донъяла коронавирус менән ауырыусылар һаны 30 миллион кешенән ашҡан. Европа илдәре араһында иң ҡатмарлы хәл Испанияла күҙәтелә. Шуға властар Мадрид ҡалаһында өлөшләтә карантин иғлан иткән. Америка Ҡушма штаттарына ябырылған Салли ҡойоно электр сымдарын  боҙған. Һөҙөмтәлә ярты миллионға яҡын...

18 сентября 2020
Смотреть видео Йылытыу миҙгеле асыҡ | ГТРК «Башкортостан»

Йылытыу миҙгеле асыҡ

Быйыл был ҡарар һауа торошона ғына бәйләнмәгән. Көҙҙөң тәүге һыуығы менән кисекмәҫтән йылы биреү дауахана өсөн ғәҙәттән тыш хәл түгел. Эшселәр бында йәй буйы йылытыу селтәрен төҙөкләндереү менән шөғөлләнгән. Башҡорт дәүләт медицина университеты клиникаһының йылытыу ҡоролмаларының эшен ресурс...

18 сентября 2020
Яндекс.Метрика