Башҡортостан донъяны ялмап алған пандемияға әҙер

Ауырыуҙы сикләүҙең төп юлдары тураһында республика етәксеһе Радий Хәбиров ҡатнашлығындағы кәңәшмәлә әйтелде. Башҡортостан коронавирусҡа әҙер булырға тейеш. Был ауырыу бөгөн йәки иртәгә республика биләмәләренә барыбер үтеп инәсәк. Сиргә иғтибар итмәү, йә уны бөтөнләй һанға һуҡмау алйотлоҡҡа тиң.

Әгәр Башҡортостанда ауырыусылар табыла икән, етәкселек быны йәшермәйәсәк. Ошо хаҡта Радий Хәбиров Хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмәлә белдерҙе. Тағы бер яңылыҡ, сирлеләрҙе дауалаусы табип-инфекционистарға өҫтәмә түләүҙәр ҡарала. Башҡортостан башлығы финанстар министрлығы алдында ошондай бурыс ҡуйҙы.

Республика етәксеһе дүшәмбелә Башҡортостан халҡына махсус мөрәжәғәт яһаны. Ҡағиҙә боҙоусоларҙы яза көтә. Башҡортостан етәкселеге араһында карантинға китеүселәр бар. Исемлектә Өфө ҡалаһы хакимиәте башлығы, финанстар министры һәм Өфө районы хакимиәте башлығы бар. Һуңғы арала Башҡортостанда 15 мең ярым кеше сит илдәрҙә булып ҡайтҡан.

Сәйәхәтселәр араһынан 4 ярым проценты тейешле ҡағиҙәләргә бөтөнләй ҡолаҡ һалмаған. Радий Хәбировтың айырым бойороғона ярашлы, район-ҡалаларҙа махсус тикшереүҙәр тамамланырға тейеш. Уның һөҙөмтәләренән һуң урындарҙа тағы бер тапҡыр тикшереү көтөлә. Был юлы иһә коронавирус таралған Рәсәй субьекттарынан ҡайтыусылар сәләмәтлеге аныҡлана.

Республика дарыуханаларын медицина битлектәре менән тәьмин итеү беренсе урынға сығарыла. Ковид19 вирусы сәләмәтлеккә генә түгел, иҡтисадҡа ла йоғонто яһай. Башҡортостан хәҙер күп кенә обьекттарҙы төҙөүҙән баш тартырға мәжбүр буласаҡ. Был бюджет аҡсаларын экономиялау өсөн яһалған аҙым.

Коронавирус иҡтисад ҡына түгел, ә йәшәйештең бөтә өлкәһенә үҙ ҡағиҙәһен индерә. Мәктәптәр беренсе апрелгә тиклем яҙғы каникулдарға ябылһа, апрелдең алтыһына тиклем дистанцион уҡытыу алып барыласаҡ.Дүшәмбенән республикалағы барлыҡ колледж һәм техникумдар, университет, институттар ябыла.

Студенттар йорттарына ҡайтарылып, белем биреү дистанцион режимға күсерелә. Коронавирус арҡаһында республика халҡында ҡурҡыныс тыуғайны. Күптәр ризыҡты алдан һатып алыуҙы хуп күрҙе. Шуныһы ла бар. Башҡортостан халҡына аслыҡ янамай. Хаҡтар ҙа элекке кимәлдә ҡала.

Ковид19 вирусы сәбәпле, Башҡортостан бөтә мөмкинлектәр күрә. Республика бассейндар, кинотеатрҙарҙы тулыһынса яба. Башҡортостан, короновирус сәбәпле сит илдә ҡалған граждандарын ҡайтарыуҙы үҙ өҫтөнә ала. Пандемия менән бергә тағы ла бер  мәсьәләгә иғтибар кәрәк. Ул – Башҡортостан башлығы тарафынан иғлан ителгән “таҙалыҡ көндәре”.

Тик әлегә Радий Хәбировтың һүҙенә 9 район башлығы бөтөнләй ҡолаҡ һалмаған. Республиканы короновирус ҡына түгел, ә көндәлектең башҡа хәүефһеҙ шарттары борсой. Башҡортостан бөгөн янғындар, авариялар һанын кәметеү юлдарын барлай. Ҙур ташҡынды имен уҙғарыу ҙа беренсе урынға сығарыла.

Республикала Бөйөк Еңеүҙең 75  йыллығына бағышланған сараларҙы күҙ уңынан ысҡындырмай. Короновирусҡа бәйле Башҡортостан иҡтисадтың хәле тотороҡло булһын өсөн, кесаҙнала махсус Бойороҡ донъя күрәсәк.

Подпишитесь на нас в Facebook


һУҢҒЫ ХӘБӘРҘӘР

Смотреть видео Сирлеләрҙе дауалауҙың яңы ысулы | ГТРК «Башкортостан»

Сирлеләрҙе дауалауҙың яңы ысулы

Республика медицинаһы яңы үрҙәр яулай. Өфөлә, хәҙер ультра тауыш ярҙамында тремор сирен, йәғни, аяҡ-ҡулдар быуындары  ҡалтырауын дауалайҙар. Паркинсон ауырыуы менән яфаланыусыларҙы хәҙер операцияһыҙ ҙа аяҡҡа баҫтырып буласаҡ. Уникаль кадрҙарҙы иһә беҙең телекомпанияға табиптар үҙҙәре тәҡдим...

22 мая 2020
Смотреть видео “Балалар” проекты республика башлығы грантын аласаҡ | ГТРК «Башкортостан»

“Балалар” проекты республика башлығы грантын аласаҡ

Башҡорт телендәге йәнһүрәттәр республика башлығының айырым грантына лайыҡ булды. “Балалар” интернет-проектын бойомға ашырыу менән Өфөлә йәшәүсе ижади ғаилә шөғөлләнә.  “Һаумыһығыҙ, минең исемем Өммөбикә”-, ти өкө. Геройҙарға исемдәрҙе автор тиҙ уйлап сығара, ә уларҙың тышҡы ҡиәфәте өҫтөндлә...

22 мая 2020
Смотреть видео Бизнесҡа ярҙам | ГТРК «Башкортостан»

Бизнесҡа ярҙам

Республиканың иҡтисади үҫеш министрлығы пандемия осоронда бизнесҡа ярҙам итеү өсөн документтар пакетының икенсе өлөшөн әҙерләй. Башҡортостан ҡаҙнаһы был тармаҡҡа йәнә 15  миллиард һум бүлергә тейеш. Әлегә ойошмалар һәм ширҡәттәргә мөлкәт һалымын түләмәү мөмкинлеге бар.  Уйын...

22 мая 2020
Смотреть видео Мосолмандар Ураҙа ғәйетенә әҙерләнә | ГТРК «Башкортостан»

Мосолмандар Ураҙа ғәйетенә әҙерләнә

Башҡортостанда 24 майҙа мосолмандарҙың изге Рамаҙан айы тамамланыу уңайынан Ураҙа байрамы билдәләнә. Был көндә мәсеттәрҙә һәр ваҡыт диндарҙар ҡатнашлығында йәмәғәт намаҙҙары уҡылды. 18 майҙа Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров хөкүмәттәге оператив кәңәшмәлә быйыл Ураҙа байрамы онлайн режимында...

21 мая 2020
Смотреть видео Яңы күпер | ГТРК «Башкортостан»

Яңы күпер

Өфөнөң көньяҡ өлөшөндә, Воровский урамы ҡапҡаһында, Ағиҙел йылғаһы аша яңы күпер төҙөлөшө бара. Оҙонлоғо 668, киңлеге 16,7 метрлы ҡоролма “Имен һәм сифатлы автомобиль юлдары” милли проектын бойомға ашырыу сиктәрендә һалына.  Проект документацияһына ярашлы төҙөлөш ике өлөшкә бүленгән. Тәүҙә...

21 мая 2020
Смотреть видео Яҙ ҡыбырлағандың, ҡыш ауыҙы йыбырлар | ГТРК «Башкортостан»

Яҙ ҡыбырлағандың, ҡыш ауыҙы йыбырлар

Башҡортостанда иген культураларын сәсеү тамамлана. Аграрийҙар яҙғы баҫыу эштәренең киләһе этабына күсте.  Ҡайһы бер ауыл хужалығы хеҙмәткәрҙәре йылы яртҡан культураларҙы – кукуруз, борсаҡ  сәсеүгә тотондо. Бынан тыш республикала беренсе тапҡыр баҫыуҙарға торма һәм етен ултыртыласаҡ....

21 мая 2020
Смотреть видео Күңелле, тик хәүефле | ГТРК «Башкортостан»

Күңелле, тик хәүефле

Өфө хакимиәте йәштәрҙең ирекле һәм күпләп осрашыу урындарын күҙәтеүгә алырға йыйына. Айырыуса Салауат Юлаев майҙаны алдындағы машиналар ҡуйыу урыны иғтибарҙы йәлеп итә. Әлегә тиклем бында битлек режимы үтәләшен полиция һәм йәмәғәт тәртибе һағы хеҙмәткәрҙәре контролдә тота ине.  ...

21 мая 2020
Смотреть видео Тиҙҙән ҡурай тажы асыла | ГТРК «Башкортостан»

Тиҙҙән ҡурай тажы асыла

Өфө эргәһендәге инфекцион госпиталь төҙөлөшө тамамланыуға бара. Объектты ҡулланыуға тапшырыу өсөн бер аҙналай ваҡыт ҡалды. Дауахананың корпустары төҙөлгән, әле биләмәне йәшелләндереү, ҡыйыҡ төҙөү, биҙәү эштәре башҡарыла. Яңы дауахана ниндәй була? Был хаҡта беҙҙең хәбәрселәр әҙерләгән репортажда...

21 мая 2020
Смотреть видео Ат сабыш турниры | ГТРК «Башкортостан»

Ат сабыш турниры

Башҡортостан – Рәсәйҙә коронавирусҡа ҡаршы режимды йомшартыу осоронда спорт ярыштарын уҙғара башлаған беренсе төбәк. 23 майҙа «Аҡбуҙат» ипподромында «Терра Башҡортостан» республика ат-спорт турнирының өсөнсө этабы була. Ярыштар тамашасыһыҙ үткәрелә. Өсөнсө этапта ипподром аттарында Архангел, Бөрө,...

20 мая 2020
Смотреть видео Өфөлә 50 метрлыҡ “Нефтяник” бассейнын реконструкциялау тамамланды | ГТРК «Башкортостан»

Өфөлә 50 метрлыҡ “Нефтяник” бассейнын реконструкциялау тамамланды

Ошо турала социаль селтәрҙәге сәхифәһендә Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров хәбәр итте. Бассейн заманса итеп эшләнгән, залда ҡоролмалар һәм һикереү өсөн вышка урынлаштырылған. 1967 йылда төҙөлгән бинала быға тиклем бер тапҡыр ҙа ремонт башҡарылмаған булған һәм ул 70 процентҡа иҫкергән. Объектта...

20 мая 2020
Яндекс.Метрика