Газ үткәреүгә сертификат

Республика башлығы указына ярашлы шәхси йортҡа газ индерергә теләүселәр өсөн ташлама алыусылар теҙмәһе киңәйтелде. Хәҙер инде бының өсөн милек эйәһе булыу мотлаҡ түгел. Михайловка ауылына газ селтәре 60-сы йылдарҙа  уҡ ингән. Ул ауыл уртаһындағы автомобиль юлы аҫтынан үтә.

Асфальттағы ҡара шаҡмаҡтарға ҡарап кемдең яңыраҡ ҡына йортона тәбиғи яғыулыҡ индергәнен асыҡларға була. 3-сө группа инвалиды Илфат Хәмәҙиев өсөн дә зәңгәр яғыулыҡ  хәҙер зәңгәр хыялдарҙа ғына түгел. Хыял менән маҡсатты бына ошо бер ҡарыш арауыҡ айыра тип көлә хужа.

Хужа йортон газ селтәренә ҡушыу мәшәҡәттәрен ноябрь аҙағында башлаған. Газ компанияһында инвалидтар өсөн ташламалар барлығын белгәс, сертификат алыуға ғариза яҙа. Йортто электр менән йылытыу өсөн айына 5 мең һум тирәһе аҡса киткән. Газ селтәренә ҡушылғас аш бүлмәһендәге баллонды ла ай һайын алыштырып борсолорға  кәрәкмәйәсәк.

Илфат Хәмәҙиевҡа йортто газификациялау өсөн 130 мең тирәһе аҡса киткән. Шуның 60 меңен сертификат ярҙамында ҡаплаясаҡ. Зәңгәр яҡыулыҡ индереү өсөн 60 һәм 100 мең һумлыҡ сертификат Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарына, хәрби хәрәкәттәрҙә яраланғандарға, инвалидтарға, инвалид бала тәрбиәләгән ғаиләләргә һәм күп балалыларға бирелә.

Ә 21 марттан ташлама алыусылар теҙмәһе киңәйтелде. Хәҙер сертификат алыу хоҡуғына 3 йылдан артыҡ инвалид тәрбиәләгән ғаиләләр ҙә инә.Уларҙың милексе булыуы мотлаҡ түгел. Шулай уҡ таунхаустарҙа йәшәүселәр, йәғни төҙөлөш эштәре тотҡарланған йорт хужалары ла хоҡуҡлы.

Өйгә тәбиғи газ индереү буйынса акцияла ҡатнашыу өсөн мөһим шарттарҙың береһе, йорт дөйөм селтәргә тоташтырырлыҡ техник талаптарға тап килергә тейеш. Газ менән тәьмин итеүсе компанияға барып ошо хаҡта белешкәс кенә, кәрәкле документтар менән халыҡты социаль яҡлау йә күп функциялы   үҙәккә мәрәжәғәт итергә кәрәк.

Белорет районының Сосновка ауылында йәшәүсе Хөсәйеновтар ғаиләһенә һалҡын ҡышта йортто йылытырға  3-4 машина утын алдырырға кәрәк. Утын ярыу өсөн дә кеше ялларға тура килә. Сөнки был эш тыумыштын инвалид малай тәрбиәләүсе әсәнең хәленән килерлек түгел.Ә сертификат алыуға рөхсәт бирелмәй. Ташламаларға хәҙер улар ҙа дәғүә итергә тейеш. Тимәк, йортҡа зәңгәр яғыулыҡ инеү менән тормоштары ярайһы уҡ еңеләйер тигән өмөт бар.

 

Читайте нас в Яндекс.Дзен


һУҢҒЫ ХӘБӘРҘӘР

Смотреть видео Нефтекамала букмекер салоны урынына ҡомарлы уйындар залы асҡандар | ГТРК «Башкортостан»

Нефтекамала букмекер салоны урынына ҡомарлы уйындар залы асҡандар

Нефтекама ҡалаһында букмекер контораһы исемле аҫтында йәшенеп эшләгән уйын клубын тикшерҙеләр. Закон боҙоусыларҙы ҡулға алыр өсөн көс структураларына махсус операция үткәрергә тура килгән. Был компанияның букмекер контораһы исемлегендә йәшерен эшләп килеүе һәм кешеләрҙе ылыҡтырыуы күптән билдәле...

1 июня 2020
Смотреть видео Легаль булмаған такси водителдәрен яуапҡа тарттыралар | ГТРК «Башкортостан»

Легаль булмаған такси водителдәрен яуапҡа тарттыралар

Легаль булмаған такси машиналары  йәнә тикшереү органдарының иғтибар үҙәгендә.  Рәсәй Ҡулланыусылар хоҡуғын  күҙәтеү хеҙмәте Башҡортостан идаралығы юл хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһы менән берлектә рейдҡа сыҡты. Хәҙер  юл ҡағыҙын тикшереүҙән тыш санитар нормаларҙың үтәлеүе...

1 июня 2020
Смотреть видео Спиртлы эсемлектәр һатыусы кибеттәр өсөн яңы ҡағиҙә | ГТРК «Башкортостан»

Спиртлы эсемлектәр һатыусы кибеттәр өсөн яңы ҡағиҙә

Торлаҡ йорттарҙа алкоголь эсемлектәр һатыу тыйыла. Өфөлә күп ҡатлы йорттарҙа һәм улар янындағы биләмәләрҙә майҙаны 25 квадрат метрҙан әҙерәк булған йәмәғәт туҡланыу урындарының эшмәкәрлеген тыйыусы закон ҡабул иттеләр. Был кафела закондағы яңы үҙгәрештәр тураһында ишетмәгәндәр. Элеккеләрен дә...

1 июня 2020
Смотреть видео  “Алға” иҡтисади зонаһы төҙөләсәк | ГТРК «Башкортостан»

“Алға” иҡтисади зонаһы төҙөләсәк

Рәсәй Хөкүмәте рәйесе Михаил Мишустин Башҡортостанда “Алға” айырым иҡтисади зона булдырыу тураһындағы Күрһәтмәне раҫланы. Был турала Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәрҙә яҙып сыҡты.  Яңы проект Азиялағы иң ҙур газ һәм химия тауарҙары кластеры буласаҡ. Тап ул урындағы ҡаҙнаға...

1 июня 2020
Смотреть видео Башҡортостан райондары дауылдан зыян күрҙе | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостан райондары дауылдан зыян күрҙе

Уҙған кис республика райондары аша уҙған дауыл арҡаһында зыян күргән ауылдар ҙа бар. Шишмәлә, мәҫәлән, боҙборсаҡтар сейә емешенән ҙурыраҡ булған. Өфө районында яуған боҙборсаҡтың диаметры 4 сантиметрға тиклем етте. Ә Бүздәктә иһә дауыл мәлендә йорттарҙың ҡыйыҡтары емерелә. Хәлдәр Ҡаңны Төркәй...

1 июня 2020
Смотреть видео «Бәләкәй тыуған ил мәҙәниәте» проекты | ГТРК «Башкортостан»

«Бәләкәй тыуған ил мәҙәниәте» проекты

Был  проект республикабыҙҙың тиҫтәнән ашыу райондарында уҙғарылған. Уны тормошҡа ашырыу өсөн 50 миллион һум аҡса бүленгән. Ул аҡсаға ауылдың мәҙәниәт усағына төрлө йыһаздар, музыкаль инструментар, костюм, компьютер, тегеү машиналары алынған. 

29 мая 2020
Смотреть видео “Беҙ бергә” | ГТРК «Башкортостан»

“Беҙ бергә”

Ғәҙәттә, алып барыусылар залда ултырған тамашасыларҙы сәләмләһә, был юлы уларға телевизорҙар аша өндәшергә тура килде. Пандемия сәбәпле, Башҡорт дәүләт филармонияһы 81-се концерт миҙгелен ябыу айҡанлы концертын онлайн режимда уҙғарырға ҡарар итә. “Башҡортостан” дәүләт телерадиокомпанияһы менән...

29 мая 2020
Смотреть видео Һөт кухняһы | ГТРК «Башкортостан»

Һөт кухняһы

Һуңғы ике йылда республикала «Һөт кухнялары» эшен  тергеҙеү әүҙем бара. Нефтекама   ҡалаһындағы   махсуслаштырылған цех бына инде бер нисә аҙна эргә-тирәлә урынлашҡан Әмзә, Энергетик, Арлан һәм Ҡуян ауылдарын һөт продукцияһы менән тәьмин итә. Һөт,кефир, эремсек һәм йогуртты...

29 мая 2020
Смотреть видео Эшҡыуарҙар аҙнаһы үтте | ГТРК «Башкортостан»

Эшҡыуарҙар аҙнаһы үтте

Һәр смена һайын Өфөнөң лак-буяу заводында  5 тоннаға яҡын продукция етештерәләр. Эмаль, буяу, шпатлевканың сифатын лабораторияла тикшереп бар республиканы ошо продукция менән тәъмин итәләр.   Ярты быуат эшләү осоронда етештереү бер генә тапҡыр - коронавирус пандемияһы ваҡытында ике...

29 мая 2020
Смотреть видео Табиптар ҡан плазмаһын тапшырҙы | ГТРК «Башкортостан»

Табиптар ҡан плазмаһын тапшырҙы

Донор булырға теләүселәр ҡан тапшырыр алдынан мотлаҡ рәүештә махсус һорауҙарға яуап бирә. Һуңынан үҙенең ҡан төркөмөн һәм гемоглобинын тикшертә. Ҡан тапшырырға теләүселәр, әлбиттә, бындай процедураны беренсегә үтмәй, шулай ҙа ҡағиҙә иҫкә төшөрөү отошлораҡ.   Короновирус йоҡтороусы...

29 мая 2020
Яндекс.Метрика