Өфөлә йәмәғәт транспорттарын һәм туҡталыштарын дезинфекциялайҙар

Пандемия ваҡытында Рәсәй хөкүмәте икенсе илдәр менән авиабәйләнеште тағы ла нығыраҡ сикләргә ҡарар итте.  Мостай Кәрим исемендәге Өфө аэропорты  сит илдәргә рейстарҙы туҡтатты. Осоуҙар эске рейстар буйынса ғына башҡарыла. Был сара республикаға коронавирустың үтеп инеүен тотҡарлау  маҡсатында башҡарыла. 

Башҡортостанда юғары  әҙерлек режимында  профилактика сараларына айырыуса иғтибар бүленә.  Ойошмалар хеҙмәткәрҙәрен дистанцион  эшкә күсерә. Өфөлә  йәмәғәт транспорттарын һәм  туҡталыштарын дезинфекциялау эше башланды. Йорт шарттарында рәсми осрашыуҙар, скайп аша кәңәшмәләр, клиенттар менән бәйләнеш.

Айрат Ғилманов  икенсе  аҙна үҙ эшен дистанцион рәүештә башҡара. Егет керамогранит етештереү компанияһының Башҡортостан буйынса вәкиллегенә етәкселек итә. Күптән түгел, эш биреүсе хеҙмәткәрҙәрен алыҫтан эшләү ысулына күсергән.  Хәҙер бөтә эш телефон һәм компьютер аша башҡарыла.

Рәсәйҙә коронавирус таралыу сәбәпле  үҙ хеҙмәткәрҙәрен дистанцион эшләү ысулына дәүләт ҡарамағындағы ҙур ойошмалар ҙа күсерә.  Ирина Вяткина  Рәсәй почтаһында тауарҙар  һатыу алыу эшен алып бара.  Бөтә эш электрон рәүештә башҡарыла. Шуға ла эш урынын үҙ йортонда булдырған ҡатынға ваҡытлыса сара ҡатмарлыҡтар тыуҙырмай.

Барыһын да эштең онлайн форматына күсереү әлегә мөмкин түгел, ти эш биреүселәр. Шуға ла урындарҙа ҡалған хеҙмәткәрҙәргә  шәхси гигиена ҡәғиҙәләрен теүәл үтәргә, эш урындарында  дезинфекция үткәрергә, бүлмәләрҙе елләтергә, мотлаҡ рәүештә битлектәр кейергә ҡушыла.

Республикаға коронавирустың үтеп инеүен тотҡарлау  маҡсатында, йәмәғәт транспорты туҡталыштарын дезинфекциялау эше лә  башланды.  Санитар эшкәртеүгә айырым кешеләр  йәлеп ителде.  Дезинфекция эше бер нисә этаптан үтә.  Башта туҡталыштар  бысраҡ, туҙандан йыуыла,  һуңынан хлорланған һыу менән эшкәртелә.

Тулыһынса киптерелгәндән һуң ғына туҡталыш ҡулланыуға әҙер, тип иҫәпләнә. Яҡын арала Өфөлә бөтә йәмәғәт транспорты туҡталыштарын санитар эшкәртеү планлаштырыла. Водителдәр  маршрутҡа сығырға әҙерләнә. Көндәлек әҙерлек эштәренә хәҙер автобус салонын  санитар эшкәртеү ҙа өҫтәлде.

Һәр автобуста  көнөнә ике тапҡыр дезинфекция үткәрелә.  Ултырыу урындары, тотҡалар махсус ҡатнашма менән таҙартыла. Дезинфекциянан һуң автобус  йәнә һабынлы һыу менән йыуыла. Киптереп, елләткәндән һуң ғына  үҙ маршрутына сығарыла. Республикала бөтә водителдәргә һәм кеше менән эшләгән башҡа транспорт өлкәһе хеҙмәткәрҙәренә  битлек кейергә ҡушылды.  Медицина битлеген   халыҡ күп йөрөгән урындарға сыҡҡан һәр кемгә лә кейергә кәңәш итә белгестәр.

Подпишитесь на нас в Google Новости

һУҢҒЫ ХӘБӘРҘӘР

Смотреть видео «Беҙ бергә!» концерт-марафонды | ГТРК «Башкортостан»

«Беҙ бергә!» концерт-марафонды

Мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре көнөн Башҡорт дәүләт филармонияһы артистары ҙур концерт менән билдәләне. «Беҙ бергә!», тип аталған концерт-марафонды тамашасы « Башҡортостан-24 » каналы аша тура эфирҙа ҡараны. Тамашасы күренмәй, алҡыштар ишетелмәй! Тәү ҡарашҡа был репетиция кеүек. Әммә сағыу костюмдарҙа,...

27 марта 2020
Смотреть видео Онлайн-дәрестәр | ГТРК «Башкортостан»

Онлайн-дәрестәр

Республикала карантин башланыу сәбәпле, хәҙер балалар менән берлектә ололарға ла өйҙәрендә ултырырға тура килә. Ваҡытты файҙалы үткәреү өсөн күптәр интернет аша онлайн-дәрестәргә яҙыла. Берәүҙәр телефон йә иһә компьютер аша  китап уҡыһа, икенселәре иһә бейеү хәрәкәттәрен үҙләштерә. Интернет...

27 марта 2020
Смотреть видео Йөрәккә хәүефһеҙ операция | ГТРК «Башкортостан»

Йөрәккә хәүефһеҙ операция

 Башҡортостанда беренсе тапҡыр аорта кәмселеге менән пациенттарға йөйһөҙ биоклапан ҡуйылды. Айырыуса өлкән йәштәгеләр өсөн бындай алым ҡулайлы. Мәскәү кардиохирургы БДМУ клиникаһы белгестәре менән тәжрибә уртаҡлашты.. Яңы клапанды пациент йөрәгенә ҡуйыр алдынан  Мәскәү хирургы Вадим...

27 марта 2020
Смотреть видео Остеопороз һәм остеортрит буйынса төбәк-ара конференция | ГТРК «Башкортостан»

Остеопороз һәм остеортрит буйынса төбәк-ара конференция

Коронавирус сәбәпле “Остеопороз һәм остеортрит буйынса төбәк-ара конференция” ла онлайн режимда үтте. Мәскәү, Санкт-Петербург, Екатеринбург ҡалаларынан һәм күрше төбәктәрҙән профессорҙар, медицина эшмәкәрҙәре видео аша республика табиптарына лекция уҡыны. Остеопороз һәм остеортрит сирҙәре өлкәндәр...

27 марта 2020
Смотреть видео Коронавирус сәбәпле бөтә донъяла тиерлек карантин иғлан ителгән | ГТРК «Башкортостан»

Коронавирус сәбәпле бөтә донъяла тиерлек карантин иғлан ителгән

Эпидемия киң таралған сит илдәрҙә йәшәүсе милләттәршәтеребеҙ әйтеүенсә, халыҡ үҙҙәрен тыныс тота, аҙыҡ-түлеккә ҡытлыҡ юҡ. Әммә магазиндарға бер-нисә кешене генә индерәләр, шуға сираттар барлыҡҡа килә, ти улар. Хәл киҫкен булған Италияла барыһы ла карантинда ултыра. Тышҡа аҙыҡ-түлек, йәки дарыуҙар...

27 марта 2020
Смотреть видео Коронавирусҡа бәйле һорауҙар буйынса колл-үҙәк эшләй | ГТРК «Башкортостан»

Коронавирусҡа бәйле һорауҙар буйынса колл-үҙәк эшләй

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, Башҡортостанда Коронавирусҡа бәйле һорауҙар буйынса колл-үҙәккә шылтыратырға мөмкин. Бында сиргә бәйле бар мәғлүмәт туплана, республикалағы хәлде лә күҙәтеп баралар. Берҙәм диспетчер хеҙмәтенә мөрәжәғәт итеүселәр көндән көн арта. Тәүлек әйләнәһенә 12 пост бөтә шылтыратыуҙарға...

27 марта 2020
Смотреть видео Башҡортостанда карантин | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостанда карантин

Башҡаланың алты дауаханаһы инфекцион госпиталь ойоштороу ҡағиҙәләре буйынса дәрәжәһен үҙгәртә. Республика хөкүмәте коронавирус инфекцияһы таралыуҙы иҫкәртеүҙең өҫтәмә сараларын видео бәйләнеш кәңәшмәһендә барланы. Йоғошло сиргә юғары кимәлдәге әҙерлек тәртибе тураһындағы Указға бөгөн йәнә яңылыҡтар...

27 марта 2020
Смотреть видео Яҙ нимә сәсһәң, көҙөн шуны урырһың | ГТРК «Башкортостан»

Яҙ нимә сәсһәң, көҙөн шуны урырһың

Март айының икенсе яртыһы - баҡсасылар өсөн ҡыҙыу мәл. Ҡыяр, томат, татлы борос үҫентеләре ултыртылған да инде. Туғыҙынсы тиҫтәһен ҡыуған Анатолий Ивановичтың һәр иртәһе үҫемлектәрен тәрбиәләүҙән, улар менән һөйләшеүҙән башлана. Улар бала кеүек, кәрәкле иғтибар булмағанда, бирешеп баралар, ти...

26 марта 2020
Смотреть видео Йөрәк кәмселеген юҡ итеү | ГТРК «Башкортостан»

Йөрәк кәмселеген юҡ итеү

Республика кардиология үҙәгендә кардиохирургтар махсус ҡоролма ярҙамында йөрәккә операция эшләне. Был ҡоролманы Италия белгесе уйлап тапҡан. Эустахио  Онорато  урындағы хирургтар менән видеобәйләнешкә сығып, тәжрибәһе менән уртаҡлашты. Операция өҫтәлендә 58 йәшлек ир. Ул йөрәк кәмселеге...

26 марта 2020
Смотреть видео Короновирус инфекцияһы өлкән йәштәгеләр өсөн айырыуса ҡурҡыныс | ГТРК «Башкортостан»

Короновирус инфекцияһы өлкән йәштәгеләр өсөн айырыуса ҡурҡыныс

Шуға ла үҙҙәрен изоляциялаған пенсионерҙарға волонтерҙар ярҙамға ашыға. Аҙыҡ-түлек, дарыуҙар һәм башҡа кәрәк-яраҡты йорттарына алып килә. Кемгә аҙыҡ-түлек, кемгә дарыу йә уны алыу өсөн рецепт кәрәк. Студент-ирекмәндәр өлкән йәштәгеләрҙең һәр үтенесен иғтибар менән тыңлап ярҙам итергә тырыша. Нм...

26 марта 2020
Яндекс.Метрика