Спектакль һәм концерттарҙы онлайн ҡарау мөмкинлеге

Тулыраҡ: Спектакль һәм концерттарҙы онлайн ҡарау мөмкинлеге

Илдә коронавирус арҡаһында халыҡ күпләп йыйылған сараларҙы үткәреү тыйылғандан һуң, мәҙәниәт учреждениелары килеп тыуған хәлдән сығыу юлдарын тапҡан. Тәүгеләрҙән булып Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры “Кармен” спектаклен интернет аша күрһәтте. Билеттар алдан һатып бөтөлгән булһа ла, етәкселек уларҙы кире ҡайтарырға тигән ҡарар сығарған.

Шуға артистар залдағы тамашасылар өсөн түгел, ә өйҙәрендә ултырған кешеләр өсөн уйнаны. Театрҙа тик актерҙар һәм видеоператорҙар, ә онлайн тарнсляцияны бер юлы 5 мең кеше ҡараған. Әйткәндәй, иртәгәнән, йәғни 25 марттан алып Башҡорт дәүләт филармонияһы концерттарын да “Башҡортостан 24” каналы аша бушлай ҡарарға мөмкин буласаҡ. Трансляциялар 19 сәғәт 10 минутта башлана.