Коронавирус сәләмәтлеккә генә түгел, иҡтисадҡа ла ҙур йоғонто яһай

Пандемия сәбәпле республикала хәүефһеҙлек саралары көндән-көн көсәйтелә.   Ял итеү, күңел асыу саралары кисектерелә. Кинотеатр, бассейндар ябыла, 50 кешенән артыҡ йыйылыу тыйыла. Ҡатмарлы  шарттарҙа  эшҡыуарҙар үҙ эшен нисек дауам итә? Павел Емельянов егерме йылдан ашыу ресторан бизнесында эшләй. Туҡланыу өлкәһендә  санитар нормаларға талаптар былай ҙа юғары. Әммә, пандемия ваҡытында өҫтәмә саралар күрергә тура  килә, ти ресторатор.  Хеҙмәткәрҙәр өсөн эш көнө тән температураһын үлсәүҙән башлана. Һаулыҡ торошо махсус журналға теркәлеп бара. 

Кеше үҙен насар тоя икән, шунда уҡ өйгә ҡайтарыла.  Персоналды былай ҙа мөмкин тиклем кәметергә тура килә , ти Павел Иванович. Эш сәғәттәре ҡыҫҡартыла.  Отпуск тәҡдим ителә, теләүселәр эш хаҡы һаҡланмаған ялға китә ала.  Был мәжбүри сара.  Сөнки коронавирус арҡаһында ресторанға килеүселәр һаны 30-40 процентҡа  кәмегән, Башҡортостанда  коронавирус таралыу сәбәпле кесе һәм ҙур эшҡыуарлыҡ юғалтыуҙар кисерә.  Халыҡты хеҙмәтләндереү тармағы  ла зыян күрә. Республикала  бөтә күңел асыу саралары кисектерелде, филармония, театр, музейҙар күптән ябылды. Был исемлеккә хәҙер кинотеатрҙар ҙа индерелде. Ҙур күләмле саралар ойоштороуҙы сикләү шулай уҡ ивент, йәғни күңел асыу саралары ойоштороу агентлыҡтарына ла ҡатмарлыҡтар  тыуҙырҙы.

Ҙур күләмле  республика сараларын ойоштороусы Павел  Барбазюк та  бөтә етди  проекттарын туҡтатып торорға мәжбүр.  Тулыһынса әҙер 5-6 ҙур сара кисектерелгән. Әммә төшөнкөлөккә бирелмәй  ойоштороусы.  Иң киҫкен хәлдең дә ыңғай яғын табыу мөһим, ти ул. Күптән  ваҡыт еткерә алмаған эштәргә ҡул тейҙе, ойошманың рәсми сайты яңыртыла, шәхси заказдар, онлайн форматына күсерелгән проект әҙерләнә. Республиканың бөтә бассейндары менән бер рәттән  спорт клубтары, фитнес үҙәктәр ҙә үҙ  эшен туҡтата.  Ҡайһы бер клубтар клиенттары өсөн  онлай күнекмәләр  әҙерләй. Бизнес өлкәһе кешеләрен  үтә лә ҡатмарлы ваҡыт көтә. Иҡдисадҡа вирус үҙе түгел,  уға ҡаршы көрәш ысулдарының тәъҫире йоғонто яһаясаҡ,  тип фаразлай белгестәр.

Рәсәйҙең милли банкы  финанс ойошмаларға  вирус ҡапҡанына эләгеп, кредиттарын түләй алмаған кешеләргә пеня һәм штраф  яҙмаҫҡа кәңәш итә. Шулай уҡ эшҡыуарҙарға ҡарата ла  күндәм мөнәсәбәт һорала.  Хәлдең нисек булыуына ҡарап, артабан да өҫтәмә сикләү саралары күреләсәк.  Халыҡҡа иһә паникаға бирелмәҫкә,  үҙенең һәм яҡындарының хәүефһеҙлеген ҡайғыртыуҙы өҫтөн ҡуйырға кәңәш итә табиптар. 

Подпишитесь на нас в Google Новости

һУҢҒЫ ХӘБӘРҘӘР

Смотреть видео «Беҙ бергә!» концерт-марафонды | ГТРК «Башкортостан»

«Беҙ бергә!» концерт-марафонды

Мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре көнөн Башҡорт дәүләт филармонияһы артистары ҙур концерт менән билдәләне. «Беҙ бергә!», тип аталған концерт-марафонды тамашасы « Башҡортостан-24 » каналы аша тура эфирҙа ҡараны. Тамашасы күренмәй, алҡыштар ишетелмәй! Тәү ҡарашҡа был репетиция кеүек. Әммә сағыу костюмдарҙа,...

27 марта 2020
Смотреть видео Онлайн-дәрестәр | ГТРК «Башкортостан»

Онлайн-дәрестәр

Республикала карантин башланыу сәбәпле, хәҙер балалар менән берлектә ололарға ла өйҙәрендә ултырырға тура килә. Ваҡытты файҙалы үткәреү өсөн күптәр интернет аша онлайн-дәрестәргә яҙыла. Берәүҙәр телефон йә иһә компьютер аша  китап уҡыһа, икенселәре иһә бейеү хәрәкәттәрен үҙләштерә. Интернет...

27 марта 2020
Смотреть видео Йөрәккә хәүефһеҙ операция | ГТРК «Башкортостан»

Йөрәккә хәүефһеҙ операция

 Башҡортостанда беренсе тапҡыр аорта кәмселеге менән пациенттарға йөйһөҙ биоклапан ҡуйылды. Айырыуса өлкән йәштәгеләр өсөн бындай алым ҡулайлы. Мәскәү кардиохирургы БДМУ клиникаһы белгестәре менән тәжрибә уртаҡлашты.. Яңы клапанды пациент йөрәгенә ҡуйыр алдынан  Мәскәү хирургы Вадим...

27 марта 2020
Смотреть видео Остеопороз һәм остеортрит буйынса төбәк-ара конференция | ГТРК «Башкортостан»

Остеопороз һәм остеортрит буйынса төбәк-ара конференция

Коронавирус сәбәпле “Остеопороз һәм остеортрит буйынса төбәк-ара конференция” ла онлайн режимда үтте. Мәскәү, Санкт-Петербург, Екатеринбург ҡалаларынан һәм күрше төбәктәрҙән профессорҙар, медицина эшмәкәрҙәре видео аша республика табиптарына лекция уҡыны. Остеопороз һәм остеортрит сирҙәре өлкәндәр...

27 марта 2020
Смотреть видео Коронавирус сәбәпле бөтә донъяла тиерлек карантин иғлан ителгән | ГТРК «Башкортостан»

Коронавирус сәбәпле бөтә донъяла тиерлек карантин иғлан ителгән

Эпидемия киң таралған сит илдәрҙә йәшәүсе милләттәршәтеребеҙ әйтеүенсә, халыҡ үҙҙәрен тыныс тота, аҙыҡ-түлеккә ҡытлыҡ юҡ. Әммә магазиндарға бер-нисә кешене генә индерәләр, шуға сираттар барлыҡҡа килә, ти улар. Хәл киҫкен булған Италияла барыһы ла карантинда ултыра. Тышҡа аҙыҡ-түлек, йәки дарыуҙар...

27 марта 2020
Смотреть видео Коронавирусҡа бәйле һорауҙар буйынса колл-үҙәк эшләй | ГТРК «Башкортостан»

Коронавирусҡа бәйле һорауҙар буйынса колл-үҙәк эшләй

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, Башҡортостанда Коронавирусҡа бәйле һорауҙар буйынса колл-үҙәккә шылтыратырға мөмкин. Бында сиргә бәйле бар мәғлүмәт туплана, республикалағы хәлде лә күҙәтеп баралар. Берҙәм диспетчер хеҙмәтенә мөрәжәғәт итеүселәр көндән көн арта. Тәүлек әйләнәһенә 12 пост бөтә шылтыратыуҙарға...

27 марта 2020
Смотреть видео Башҡортостанда карантин | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостанда карантин

Башҡаланың алты дауаханаһы инфекцион госпиталь ойоштороу ҡағиҙәләре буйынса дәрәжәһен үҙгәртә. Республика хөкүмәте коронавирус инфекцияһы таралыуҙы иҫкәртеүҙең өҫтәмә сараларын видео бәйләнеш кәңәшмәһендә барланы. Йоғошло сиргә юғары кимәлдәге әҙерлек тәртибе тураһындағы Указға бөгөн йәнә яңылыҡтар...

27 марта 2020
Смотреть видео Яҙ нимә сәсһәң, көҙөн шуны урырһың | ГТРК «Башкортостан»

Яҙ нимә сәсһәң, көҙөн шуны урырһың

Март айының икенсе яртыһы - баҡсасылар өсөн ҡыҙыу мәл. Ҡыяр, томат, татлы борос үҫентеләре ултыртылған да инде. Туғыҙынсы тиҫтәһен ҡыуған Анатолий Ивановичтың һәр иртәһе үҫемлектәрен тәрбиәләүҙән, улар менән һөйләшеүҙән башлана. Улар бала кеүек, кәрәкле иғтибар булмағанда, бирешеп баралар, ти...

26 марта 2020
Смотреть видео Йөрәк кәмселеген юҡ итеү | ГТРК «Башкортостан»

Йөрәк кәмселеген юҡ итеү

Республика кардиология үҙәгендә кардиохирургтар махсус ҡоролма ярҙамында йөрәккә операция эшләне. Был ҡоролманы Италия белгесе уйлап тапҡан. Эустахио  Онорато  урындағы хирургтар менән видеобәйләнешкә сығып, тәжрибәһе менән уртаҡлашты. Операция өҫтәлендә 58 йәшлек ир. Ул йөрәк кәмселеге...

26 марта 2020
Смотреть видео Короновирус инфекцияһы өлкән йәштәгеләр өсөн айырыуса ҡурҡыныс | ГТРК «Башкортостан»

Короновирус инфекцияһы өлкән йәштәгеләр өсөн айырыуса ҡурҡыныс

Шуға ла үҙҙәрен изоляциялаған пенсионерҙарға волонтерҙар ярҙамға ашыға. Аҙыҡ-түлек, дарыуҙар һәм башҡа кәрәк-яраҡты йорттарына алып килә. Кемгә аҙыҡ-түлек, кемгә дарыу йә уны алыу өсөн рецепт кәрәк. Студент-ирекмәндәр өлкән йәштәгеләрҙең һәр үтенесен иғтибар менән тыңлап ярҙам итергә тырыша. Нм...

26 марта 2020
Яндекс.Метрика