Шуға ла үҙҙәрен изоляциялаған пенсионерҙарға волонтерҙар ярҙамға ашыға. Аҙыҡ-түлек, дарыуҙар һәм башҡа кәрәк-яраҡты йорттарына алып килә. Кемгә аҙыҡ-түлек, кемгә дарыу йә уны алыу өсөн рецепт кәрәк. Студент-ирекмәндәр өлкән йәштәгеләрҙең һәр үтенесен иғтибар менән тыңлап ярҙам итергә тырыша. Нм тиһәң дә улар яңы төр инфекцияға тиҙ бирешеүсән. Шуға ла пандемия мәлендә 65 йәштән ололарға өйҙән сыҡмаҫҡа тәҡдим ителә. Дөйөм Рәсәй халыҡ фронты йәштәренең төбәк бүлеге ирекмәндәре пенсионерҙарға һәм инвалидтарға ярҙам йөҙөнән ирекле штабтар булдырған. Был эшкә Башҡорт дәүләт медицина университеты студенттары ла ихлас ҡушылған. Короновирустан үҙҙәрен изаляциялаған пенсионерҙарға булышлыҡ итеү өсөн колл-үҙәк асҡан.Үҙәк әле бер нисә көн генә эшләй, шуға ҡарамаҫтан тиҫтәгә яҡын өлкән кешегә тейешле хеҙмәт күрһәтелгән дә инде.
Колл-үҙәк ҡабул иткән мәғлүмәт буйынса волонтер-медиктар кәрәкле әйберҙәрҙе һатып ала һәм өйгә үк индереп сыға. Әлбиттә, улар бөтә санитар-эпидемиологик һәм гигиена нормаларын үтәргә бурыслы. Хужалар ишек аша ғына һөйләшеүҙе өнәмәһә лә халыҡ фронты йәштәре тәртиптән тайпылмай. Дөйөм Рәсәй халыҡ фронты йәштәренең төбәк бүлеге ирекмәндәре, волонтер- медиктар менән берлектә мөрәжәғәт иткән һәр кемгә ярҙам итәсәк.
Өлкән йәштәге хужабикәләр ярҙамы менән беҙ хәҙер ҡайҙа иң осһоҙ хаҡтар икәнен беләбеҙ, ти ирекмәндәр. Аҙыҡ-түлек, дарыуҙар, йорт хайуандарына аҙыҡ килтереүгә һәм башҡа ярҙам кәрәкһә ғаризаны 8 (800) 200-34-11ҡыҙыу линия телефонына шылтыратып ҡалдырырға була. Карантин сәбәпле Волонтер-медиктарға республиканың төрлө төбәктәренән өлкән йәштәгеләр һәм мобиль мөмкинлектәре сикләнгән кешеләр шылтыратып ярҙам һорай ала.