Башҡортостанда карантин

Башҡаланың алты дауаханаһы инфекцион госпиталь ойоштороу ҡағиҙәләре буйынса дәрәжәһен үҙгәртә. Республика хөкүмәте коронавирус инфекцияһы таралыуҙы иҫкәртеүҙең өҫтәмә сараларын видео бәйләнеш кәңәшмәһендә барланы. Йоғошло сиргә юғары кимәлдәге әҙерлек тәртибе тураһындағы Указға бөгөн йәнә яңылыҡтар индерелә. 50-нән күберәк кеше ҡатнашҡан күмәк саралар тыйыла, кинотеатр, бассейндар менән бер рәттән фитнесклубтар тулыһынса эшен туҡтата. Сит илдән ҡайтҡандар өсөн 14 көнлөк изоляция ҡәтғи һаҡлана. Радий Хәбиров сирлеләр менән бәйләнеш иткән табиптарға өҫтәмә түләүҙәр мәсьәләһен хәл итеү, миллион кеше йәшәгән Өфөлә 65 йәштән өлкәндәрҙе хәүефтән аралау сараларын күрергә ҡушты. Был хаҡта норматив акт тиҙ арала әҙерләнергә тейеш. Пандемия сәбәпле килеп тыуған хәлдә кешеләр именлеге менән бер рәттән иҡтисад хәүефһеҙлеген дә хәстәрләргә тура килә.

Радий Хәбиров республика бюджеты етди үҙгәрештәр кисерәсәк, тип белдерҙе. Социаль объекттар төҙөлөш кисектерелә, ҡайһы  бер төбәк программалары туҡтатылып тора. Республика башлығы муниципалитет етәкселәренә лә сығымдарҙы кәметергә тәҡдим итте. Ә бына карантин ҡағиҙәләрен үтәргә йөкләмә алғандарҙың, киреһенсә, яуаплылығын арттырыу мөһим. Роспотребнадзор йәмәғәт ойошмалары һәм хоҡуҡ һаҡлау органдары менән изоляциялағы граждандарҙың ҡағиҙә үтәү-үтәмәүен даими күҙәтеүгә ала. Марттың беренән 26-һына тиклем республикаға 20 меңгә яҡын яҡташыбыҙ сәйәхәттән ҡайттҡан. Сит илдән ҡайтыусылар йәнә көтөлә.

Өфө аэропортында биологик материал ҡабул итеүсе бер нисә нөктә эшләй. Төбәктә коронавирус инфекцияһын асыҡлау буйынса лабораториялар һаны ла арта. Әлегә тиклем улар Өфөлә дүртәү булһа, 26 марттан тағы ла дүрт дауа учреждениеһында анализдар алына. Тикшереү тестары етерлек. Был хаҡта эпидемилогия һәм гигиена үҙәгенең баш табибы Анна Казак сираттағы брифингта белдерҙе. Коронавирус инфекцияһын сикләүгә юғары әҙерлек сараларына ярашлы бөгөндән Өфөләге бер нисә дауахана йүнәлешен үҙгәртә. Дим районындағы өсөнсө ҡала клиникаһы дауаханаһы 30 марттан махсус тәртиптәге эшкә күсергә әҙерләнә. Әле бында инфекцион госпиталь талаптарына ярашлы әҙерлек эштәре бара. Һаулыҡ һаҡлау министры ашығыс ярҙам машиналары өсөн санитар эшкәртеү нөктәһе төҙөлөшөн, бүлектәр, йыһаздар әҙерлеген тикшерҙе. Табиптар менән аралашты. Персонал махсус белешмә алған. Бөгөнгә әҙерлек 90 процент, ти дауахана баш табибы. Өфөлә коронавирус инфекцияһы йоҡторған сирлеләрҙе ҡабул итергә йәнә биш дауахана әҙерләнә. План буйынса операция йәиһә дауаланырға стационарға ятырға әҙерләнгәндәр был осорға башҡа дауалау учреждениеларына йүнәлтеләсәк.

 

Смотрите нас в YouTube


һУҢҒЫ ХӘБӘРҘӘР

Шоколад кемгә файҙалы | ГТРК «Башкортостан»

Шоколад кемгә файҙалы

11 июлдә билдәләнгән Бөтә донъя шоколад көнө уңайынан белгестәр был татлы ризыҡтың ыңғай сифаттарына байҡау яһай. Ғилми тикшеренеүҙәр шоколадтың сәләмәтлеккә файҙалы булыуын, бигерәк тә эмоциональ көсөргәнешкә дусар уҡытыусылар, артистар, табиптар өсөн уның алыштырғыһыҙ булыуын дәлилләй. Гормональ...

10 июля 2020
Хәүефһеҙлек ҡағиҙәләре үтәлеше тикшерелә | ГТРК «Башкортостан»

Хәүефһеҙлек ҡағиҙәләре үтәлеше тикшерелә

Өфөнөң сауҙа үҙәктәрендә санитар-эпидемиологик талаптарҙың үтәлешен тикшереү дауам итә. Профилактика рейдтарында Роспотребнадзорҙың төбәк идаралығы белгестәре, полиция һәм киң мәғлүмәт саралары вәкилдәре ҡатнаша. Комсомол, Завод, Һәҙиә Дәүләтшина урамдарында урынлашҡан сауҙа нөктәләрендә...

10 июля 2020
 Эҫелә ... һыуҙан һаҡлан | ГТРК «Башкортостан»

Эҫелә ... һыуҙан һаҡлан

Республика биләмәһендә һыу ҡорбандары һаны арта. 9 июлгә уларҙың һаны 78-гә етте. Шуларҙың 14-е – балалар. Үткән бер тәүлектә генә төбәк һыу ятҡылыҡтарында 9 кеше батып үлгән. Был шарттарҙа күҙәтеү органдары һәм ҡотҡарыусылар иҫкәртеү эшенә бар тырышлығын һала – киң мәғлүмәт саралары, ҡағыҙға...

10 июля 2020
Смотреть видео Ҡорбан байрамы уңайынан Башҡортостанда ял көнө иғлан ителә. | ГТРК «Башкортостан»

Ҡорбан байрамы уңайынан Башҡортостанда ял көнө иғлан ителә.

31 июлдә Ҡорбан байрамы уңайынан Башҡортостанда өҫтәмә ял көнө иғлан ителә. Быйыл Ҡорбан байрамы йомаға тура килә. Шуға өс көн рәттән — 31 июлдә, 1 һәм 2 августа ял итергә мөмкин. 30 июлдә эш көнө бер сәғәткә ҡыҫҡара. «Башҡортостан Республикаһында байрам һәм иҫтәлекле көндәр тураһында»ғы законға...

10 июля 2020
Смотреть видео Балаһын үлтереүсе ҡатын | ГТРК «Башкортостан»

Балаһын үлтереүсе ҡатын

15  йылға төрмәгә. Башҡортостандың Юғары суды үҙенең бер йәшлек сабыйын үлтереп, күмеп ҡуйған ҡатынға ҡарата ошондай хөкөм ҡарарын сығарҙы. Былтыр Дүртөйлөлә булған фажиғә бөтә республика халҡын тетрәндерҙе. 28 йәшлек ҡатын иртән йоҡонан уянғас, үҙенең сабыйын юғалтыуы тураһында белдерә....

10 июля 2020
Смотреть видео Ш.Хоҙайбирҙин исемендәге премияға документтар ҡабул итеү башланды. | ГТРК «Башкортостан»

Ш.Хоҙайбирҙин исемендәге премияға документтар ҡабул итеү башланды.

Башҡортостан Хөкүмәте ҡарамағындағы Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премияны тапшырыу комиссияһы документтар ҡабул итә башланы.Положениеға ярашлы, премия 2019 йылдың сентябренән 2020 йылдың авгусына тиклемге иң яҡшы әҫәрҙәр өсөн журналистарға, шулай уҡ журналистар коллективына бирелә. Дәғүәселәрҙң...

10 июля 2020
Смотреть видео Ҡотҡарыусылар көсөргәнешле режимда эшләй | ГТРК «Башкортостан»

Ҡотҡарыусылар көсөргәнешле режимда эшләй

Аварияларҙы ваҡытында иҫкәртеү, халыҡты һәм биләмәләрҙе тәбиғәт афәттәре, техноген хәүефтән ҡурсалау – ҡотҡарыу хеҙмәтенең төп бурысы. Беҙҙең ижади төркөм  көнө-төнө кеше именлеге һағында тороусылар менән  бер эш көнө уҙғарҙы. Ашығыс саҡырыу – ҡала урамдарында юл-транспорт һәләкәте....

10 июля 2020
Смотреть видео Синоптиктар киләһе көндәрҙә лә эҫе һауа торошо вәғәҙәләй.  | ГТРК «Башкортостан»

Синоптиктар киләһе көндәрҙә лә эҫе һауа торошо вәғәҙәләй.

Республиканың көньяҡ райондарында 40 градусҡа тиклем эҫеткән. Төбәктә субтропик селлә хөкөм һөрә. Хроник сирҙәрҙең киҫкенәлешеүенән, ҡояш тейеүҙән нисек һаҡланырға? Көн эҫе тип, Башҡортостан халҡы яу һала. Яр буйҙары хатта эш көнөнөң иртәнге сәғәттәрендә үк кеше менән тулы. Бәләкәс балалар менән ял...

10 июля 2020
Смотреть видео Өфөлә ҙур тығындар көтөлә | ГТРК «Башкортостан»

Өфөлә ҙур тығындар көтөлә

Республиканың юл хәрәкәте именлеге дәүләт инспекцияһы бөгөн ҙур тығындар тураһында иҫкәртә. Йома күптәр ҡаланан сығып ҡалырға тырыша. Шул сәбәпле саҡырымдарға һуҙылған тығындар барлыҡҡа килә. Шуға ла маршрутты алдан һайларға, бик ҡабалан булмағанда шәмбе иртән юлға сығырға кәңәш ителә.

10 июля 2020
Смотреть видео Ғафури районында мәҙәни үҙәк ойошторола. | ГТРК «Башкортостан»

Ғафури районында мәҙәни үҙәк ойошторола.

Ғафури районында табип амбулаторияһын төҙөкләндереү, ҡошсолоҡ фабрикаһын ҡайтанан ҡороу һәм яңы юлдар һалыу көтөлә. Был хаҡта Республика башлығының төбәккә эш сәфәре барышында ҡарар ҡабул ителде. Родина ауылында эшләгән “ВосходСТ” ҡошсолоҡ фабрикаһында 70 мең тауыҡ аҫрала. Әле етештереү майҙанында...

10 июля 2020
Яндекс.Метрика