Онлайн-дәрестәр

Республикала карантин башланыу сәбәпле, хәҙер балалар менән берлектә ололарға ла өйҙәрендә ултырырға тура килә. Ваҡытты файҙалы үткәреү өсөн күптәр интернет аша онлайн-дәрестәргә яҙыла. Берәүҙәр телефон йә иһә компьютер аша  китап уҡыһа, икенселәре иһә бейеү хәрәкәттәрен үҙләштерә. Интернет киңлектәрендә ултырыусылар башҡорт бейеүҙәренә ҡушылып китһен өсөн тәүҙә, әлбиттә, уларҙы дәртләндерергә кәрәк, ти Фәйзи Ғәсҡәров исемендәге халыҡ бейеүҙәре ансамбле солисткаһы Миләүшә Хәйбуллина. Әле республикала карантин башланыу сәбәпле, бейеү буйынса үткәрелгән түңәрәктәрҙе лә кисектереп торорға тура килә.

Шулай ҙа Миләүшә юғалып ҡалмай, сәнғәтте өйрәнеүселәр өсөн ул инстаграм аша бушлай онлайн-дәрес үткәрә. Онлайн-дәрескә Казань, Канада, Ҡаҙағстан, Ҡырғыҙстан, Мәскәү, Ярославль ҡалаһында йәшәүсе замандаштар ҙа ҡушыла. Улар тура эфирҙа һорауҙарын бирә, һуңынан ҡуйылған бейеүҙе интернет киңлектәрендә табып йәнә ҡабатлай ала. Әлбиттә, кешене үҙ күҙҙәрең менән күреп, бейеү өйрәтеү күпкә отошло. Уның хаталары ла шунда уҡ сағыла. Шулай ҙа интернетта ултырыусыларҙың онлайн-дәрескә ҡушылыуы карантин мәлендә ваҡыттарын буш үткәрмәүен күрһәтә, ти Миләүшә. Хәҙер бейеүҙән  тыш, тағы ла тиҫтәләгән социаль әһәмиәтле ресурстарға интернет аша бушлай инеү мөмкинлеге булдырылған. Мәҫәлән,

Өфөнөң «ВДНХ-Экспо» күргәҙмәләр комплексында «Рәсәй – минең тарихым» тигән тарихи паркында ла тиҙҙән өйҙә генә ултырып сәйәхәт ҡылырға була. Мультимедиалы музей хеҙмәткәрҙәре тарихи ваҡиғаларҙы видеоға төшөрөп, социаль селтәргә һаласаҡ. Өҫтәүенә, уҡыусыларға тарих буйынса белемдәрен камиллаштырыу өсөн төрлө викториналар ҙа буласаҡ. Дөрөҫ яуап биреүсегә музей хеҙмәткәрҙәре бүләктәр әҙерләй. Үҙәк ҡала китапханаһында ла онлайн-дәрестәргә әҙерлек етди бара. Хеҙмәткәрҙәр рус һәм башҡорт телендәге ижади эштәрҙе уҡып, интернетҡа һаласаҡ. Өҫтәүенә, теләгән китапты онлайн уҡый алыу мөмкинлеге бар. Киләсәктә балалар өсөн ҡул эштәре оҫталыҡтарын да видеоға төшөрөп һалырға бурыс ҡуйған китапхана хеҙмәткәрҙәре.  Әйткәндәй, әле бер нисә көн эсендә генә сайтҡа инеүселәр һаны ике тапҡырға күбәйгән. Кеше ваҡытын бушҡа үткәрмәй, тимәк онлайн-дәрестәр булдырыу урынлы.

 

Подпишитесь на нас в ВКонтакте


һУҢҒЫ ХӘБӘРҘӘР

Смотреть видео “Янған-тау” геопаркы Юнесконың глобаль селтәренә инде | ГТРК «Башкортостан»

“Янған-тау” геопаркы Юнесконың глобаль селтәренә инде

 “Янған-тау” геопаркы Рәсәйҙә беренсе булып Юнесконың глобаль селтәренә инде. Ойошма Ассамблеяһында ошо турала хәбәр ителде, ултырыш коронавирус таралыу сәбәпле онлайн үтте. Сит ил туристары өсөн бындай статус сифат һәм именлек күрһәткесен аңлата. Илнур Камалов ҡымыҙ фермаһын дәүләт грантына...

9 июля 2020
Смотреть видео Өфөлә ғалимдар самолет двигателе өсөн титан иретмәһен яҡшыртҡан | ГТРК «Башкортостан»

Өфөлә ғалимдар самолет двигателе өсөн титан иретмәһен яҡшыртҡан

Өфөлә ғалимдар самолет двигателе өсөн титан иретмәһен яҡшыртҡан

9 июля 2020
Смотреть видео Ҡатын-ҡыҙ сәләмәтлеге заман техникаһы ярҙамында тикшереләсәк | ГТРК «Башкортостан»

Ҡатын-ҡыҙ сәләмәтлеге заман техникаһы ярҙамында тикшереләсәк

Радий Хәбиров республика табиптарына күсмә маммография автомашинаҙы асҡыстарын тапшырҙы. Тәгәрмәсле биш маммография кабинеты Белорет, Бөрө, Нефтекама, Сибай, Күмертау үҙәк дауаханаларына юлланды. Был техника күкрәк биҙе яман шешен башланғыс мәлендә асыҡлау мөмкинлеген бирә һәм сиргә дусар...

9 июля 2020
Смотреть видео Нефтекамала өлөшсөләр өй туйланы | ГТРК «Башкортостан»

Нефтекамала өлөшсөләр өй туйланы

Нефтекамала “Интеграл” компанияһы өлөшсөләренә, ниһәйәт, фатир асҡыстары тапшырылды.  Күптәрҙе йылдар дауамында борсоған мәсьәлә республика етәксеһе Радий Хәбиров ярҙамында хәл ителде. 15 ғаилә фатир асҡыстарын алып ҡыуанды. Киләһе йылда тағы ла бер йорт файҙаланыуға тапшырылыр, 38 ғаилә өй...

9 июля 2020
Смотреть видео Өлөшсөләрҙең хоҡуҡтарын махсус штаб күҙәтәсәк  | ГТРК «Башкортостан»

Өлөшсөләрҙең хоҡуҡтарын махсус штаб күҙәтәсәк

Башҡортостанда күп фатирлы йорттар төҙөлөшөн тамамлауҙы координациялау буйынса штаб ойошторола. Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров ошо туралағы бойороҡҡа ҡул ҡуйып уның рәйесе итеп хөкүмәте премьер-министрының беренсе урынбаҫары Андрей Назаров тәғәйенләне. Тәү сиратта штаб «Эрмитаж. Горсовет», «...

9 июля 2020
Күсмә элемтәгә хаҡ артыуы көтөлә | ГТРК «Башкортостан»

Күсмә элемтәгә хаҡ артыуы көтөлә

Рәсәйҙә күсмә телефон аша аралашыуҙың хаҡы 14 процентҡа ҡиммәтләнеүе ихтимал. Был фаразды Content Review агентлығы тикшереренүҙәренә таянып "Российская газета" килтерә. Коронавирус пандемияһының ҡабатланыу ихтималлығы иһә иҫәпкә алынмаған. Йылдың тәүге яртыһында минималь тариф пакеттары 8 процентҡа...

8 июля 2020
Отпускынан эшкә нисек дөрөҫ сығырға | ГТРК «Башкортостан»

Отпускынан эшкә нисек дөрөҫ сығырға

Йыл буйына көтөп алған йәйге әүҙем ялдан һуң эшкә сығыр алдынан үҙеңә өҫтәмә ваҡыт ҡалдырырға кәрәк, ти психологтар. Сәйәхәттән бер нисә көн алдан ҡайтып тәнгә һәм күңелгә ғәҙәти тормошҡа яраҡлашыу мәлен бирергә кәрәк. Кешенең йәкшәмбе кис ҡайтып  дүшәмбе иртән эшкә барыуға бәйле биоритмдары...

8 июля 2020
Эҫенән һаҡланыу сараһы бармы | ГТРК «Башкортостан»

Эҫенән һаҡланыу сараһы бармы

Башҡортостанда эҫе көндәр дауам итә. Төбәктә субтропик селлә хөкөм һөрә. Һауа температураһы 35 градустан да юғары. Табиптар кешеләргә баш кейемен ҡалдырмаҫҡа, ҡара күҙлек, аҡ төҫтәге әйберҙәр кейеп йөрөргә, саф йә минераль һыу, емеш-еләк һуттарын күберәк эсергә кәңәш итә.  Ҡыҙыу ҡояш нурҙары...

8 июля 2020
Смотреть видео Рәсәйҙә «Берҙәм фольклор көнө» акцияһы ойошторола. | ГТРК «Башкортостан»

Рәсәйҙә «Берҙәм фольклор көнө» акцияһы ойошторола.

2020 йылдың 17 июлендә Рәсәй Федерацияһында «Берҙәм фольклор көнө» акцияһы ойошторола. Артабан уны йыл һайын уҙғарыу ҡарала. Башҡортостандың халыҡ ижады үҙәге акцияға ҡушылырға һәм социаль селтәрҙәргә, рәсми сайттарға УфаРЦНТРБ; МКРБ; ДеньФольклораРБ2020 хештегы менән тематик фотолар,...

8 июля 2020
Смотреть видео Бөгөн Ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ көнө.  | ГТРК «Башкортостан»

Бөгөн Ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ көнө.

Беҙҙең хәбәрселәр күп балалы Куликовтар ғаиләһе  менән танышып ҡайтты. Ата менән әсә үҙҙәренең өс балаһы янына балалар йортонан тағы ла алты бәләкәсте тәрбиәгә алып ҡайтҡан. Өфө ҡалаһында йәшәүсе Куликовтарҙың йорто иртә-таңдан гөрләп тора. Уянып, иртәнге ашты ашап алғандан һуң ғаиләнең һәр...

8 июля 2020
Яндекс.Метрика