Бер ай элек үҙәк урамдағы ике күперҙе лә емереп ташлағандар, төҙөлөш урынына яңы торбалар ҙа килтергәндәр. Тик эш әле һаман ҡуҙғалмай. Кешеләр көн һайын бысраҡҡа батып, шишмә аша йөрөргә мәжбүр. Ҡайһы берҙәре соҡорға ҡолап ҡулдарын да имгәткән. Светлана Яхина һәр иртә кескәйҙәрен балалар баҡсаһына алып бара. Йәш әсәгә көн һайын балаларын күтәреп бысраҡ һәм һыу аша сығырға тура килә.Ауылда балаларға һәм йәштәргә генә түгел, бигерәк тә оло кешеләргә ауырға тура килә. Биҡҡол халҡы билдәләүенсә, урамдарҙа электр яҡтыртҡыстар юҡ. Күперҙәр урынында соҡорҙар ятҡас, төндәрен төрлө аяныслы хәлдәр ҙә булғылай.Әлегә фәжиғәле осраҡтар теркәлмәгән. Әммә, соҡорға ҡолап ҡул-аяҡтарын имгәтеүселәр бар.Ауыл халҡы ошо юлдан урманға һәм бесәнлектәренә йөрөй. Күпер булмағас кешеләр бесәнен һәм утынын килтерә алмай. Зыярат та ауылдың ошо яҡ осонда урынлашҡан. Ике күперҙе лә октябрь башында емергәндәр. Ә унан алда ғына ауыл ситендәге күперҙе төҙөкләндергәндәр. Баҫыуға илткән юл мөһим булмаһа ла, ни өсөндөр тәүҙә уны эшләгәндәр. Ә үҙәк урамдарҙа юл юҡ, күперҙәр емерелгән. Ауыл биләмәһе башлығы иһә бысраҡ булғас, төҙөлөш эштәрен башлап булмай, ти.Кешеләргә хәҙер түҙемһеҙләнеп һалҡындар төшөүен көтөргә ҡала. Беҙ ауыл халҡын борсоған мәсьәләнең хәл ителешен күҙәтеп барасаҡбыҙ.
Шишмә районы Биҡҡол ауылы халҡы күперһеҙ ыҙалана
Тулыраҡ: Шишмә районы Биҡҡол ауылы халҡы күперһеҙ ыҙалана